Сәхәр ашау

                                                                           Сәхәр ашау

     Йоҡонан сәхәргә тороу сөннәт. Бының Ҡөръән-Кәримдә дәлиле бар:
     «...Сәхәр ҙә ашағыҙ, эсегеҙ, хатта таң яҡынлығы беленгәнсә, шунан ураҙаны тотоп, тамам ҡылығыҙ ҡояш байығас» («Бәҡара»: сүрәһе, 187-се аят).
     Рамаҙан айында сәхәр ашауҙа бик күп сауабтар барҙыр: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Сәхәр ашағыҙ, сәхәр ашауҙа бәрәкәттәр үә сауаптар барҙыр, сөнки ураҙа тотоу ниәте менән ашау үә эсеү – ғибәҙҙәттер».
     Ғүмәр (радыҙаллаһу ғәнһү) әйтте: Сәхәр ашаусыларға Алллаһ Тәғәлә рәхмәтен бирер һәм фәрештәләр доға ҡылыр: «Йә, Раббым! Был сәхәр ашаған кешеләрҙең гонаһларын ярлыҡа», — тип».

     Ун икенсе ғасырҙа йәшәп ижад иткән Хужа Әхмәд Йәсәуи хәҙрәттәре:
           «Йоҡлап ятма, әй, мөимин,
           Сәхәр ваҡыты эсендә,
           Ҡотҡар үҙеңде уттан,
           Сәхәр ваҡыты эсендә.
           Сәхәрҙәрҙә ул гөлдәр,
           Маҡтау әйтер былбылдар,
           Хаҡты бик тиҙ күрерҙәр
           Сәхәр ваҡыты эсендә.
           Сәхәр ваҡыты хуш сәғәт
           Йәннәттән бер рәхәт,
           Аллаһҡа ҡыл ғибәҙәт,
           Сәхәр ваҡыт эсендә», – тип яҙып ҡалдырған.
     Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Тәсәххәру фәиннә фиссәхури бәракәт», йәғни: «Сәхәр ашағыҙ, дөрөҫлөктә сәхәр тағамындә бәрәкәт бар».
     «Бер йотом һыу менән булһа ла сәхәр итегеҙ, сөнки Аллаһның рәхмәттәре сәхәргә торғандарҙың өҫтәлендә».
     «Бер йотом һыу менән булһа ла сәхәр итегеҙ». – тигән Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм.
     Сәхәргә тороуҙың маҡсаты ашау түгел, ә ураҙа ғибәҙәтенең һөйөнөсөн тойоу. Сәхәр ваҡытында доғаларҙың ҡабул булыуы, тәүбәләрҙең ҡабул ителеү ваҡыты, бәрәкәтле ваҡыт. Аллаһ Тәғәлә ҡолдарының теләгәндәрен сәхәр ваҡытында айырыуса күп бирер. Аллаһның рәхмәте, бәрәкәте, кисереүе, мәғфирәте сәхәр ваҡытында ташып торор, күп-күп муллыҡ, бәрәкәт яуыр.
     Сәхәргә тороу хәҙис-шәрифтәрҙәге әмерҙәрҙә лә әйтелгән. Рәсүллуллаһының сөннәтен ихъя итеп, мөбәрәк нәсихәттәрен үтәү кәрәк.
     Ғамер бине Ғас (радыҙаллаһу ғәнһү) һүҙҙәренән риүәйәт ителә: Аллаһының илсеһе ғәләйһиссәләм әйтте: «Таң алдынан ашау беҙҙең ураҙаны Китап әһелдәренең ураҙаһынан айырыусы нәмә булып тора» (Мөслим).
     Һорау: Сәхәр ашамаған кешенең ураҙаһы дөрөҫме?
     Яуап: Ураҙа тоторға ниәтләнгән кеше таң атҡансы ваҡытҡа тиклем ашамай һәм сәхәрһеҙ ураҙа тота икән, уның ураҙаһы дөрөҫ була, ләкин сауабы аҙыраҡ. Сөнки Мөхәммәд Пәйғәмбәр сөннәтенә ингән бер ғәмәлде эшләмәй ҡалдыра.
     Бер-нисә көн рәттән ашамайынса, ураҙаны бер өҙлөкһөҙ тотоу хупланмай.
     Әбү Ғүмәр риүәйәт ҡылыуынан, Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм бер ыңғай сәхәр ашамайынса бер-нисә көн тамамында ураҙа тотоуҙы тыйған. Уға мосолмандарҙан булған бер кеше: «Һин бит үҙең шулай эшләйһең, йә Рәсүлуллаһ! » – тигәс, Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм уға: «Ысынлыҡта, Минең Раббым мине төндә ашата һәм эсерә» – тип яуап ҡайтарған.
     Әнәс Ибн Малик (радыҙаллаһу ғәнһү) тапшырған бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм): «Сәхәр ризығын ашағыҙ, сөнки сәхәрҙә бәрәкәт бар», — тип ҡушҡан (Бохари, «Саум», 20; Мөслим, «Сыйам», 45; Тирмизи, «Саум», 17).
     Амр Ибнил Ас (радыҙаллаһу ғәнһү) тапшырған бер хәҙистә Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) былай тигән: «Беҙҙең ураҙабыҙ менән әһле китаптың ураҙаһы араһында айырма шунда: беҙ сәхәр ашайбыҙ» (Мөслим, «Сыйам», 46; Тирмизи, «Саум», 17; Нәсаи, «Сыйам», 27; Дарими, «Саум», 9; Әхмәд Ибн Хәнбәл, 4/194).
     Әбү Сәғид әл-Худри (раҙыйаллаһу ғәнһү) тапшырған хәҙистә Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) әйткән: «Сәхәр ашау бәрәҡәтле, уны ашамайынса ҡалмағыҙ.
     Һис булмаһа, арағыҙҙан берегеҙ бер йотом һыу эсһен, сөнки Аллаһы Тәғәлә һәм фәрештәләре сәхәр ашағандарға саләт әйтә (муллыҡ һәм нур яуҙырырҙар)» (Әхмәд Ибн Хәнбәл, «Әл — Мәсәд»,3/12, 44, 4/377).
Сәхәр ашарға йоҡонан тороу көндөҙ тотоласаҡ ураҙа өсөн көс туплау була. Быға ишаралап Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) әйткән:
     «Көндөҙ йоҡлап алығыҙ, төндә тороп тәһәжжүд намаҙы уҡығыҙ, сәхәр ашап, көндөҙгө ураҙағыҙ өсөн көс туплағыҙ: (Али Әл-Муттаки, «Кәнзул-Уммал», №21484, 7/803).

                                               Сәхәрҙе туҡтатып тороу, ифтарҙы ашыҡтырыу
     Сәхл Ибн Садтан (раҙыйаллаһу ғәнһү) риүәйәт итеүенсә, Рәсүлүллаһ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм): «Кешеләр! (ваҡыты еткәс) ифтар ҡылырға ашыҡҡан ваҡытта даими хәйерҙә булырҙар», — тигән (Бохари, «Саум», 45). Был осраҡта ҡояш байығас та ифтар ҡылыу тейеш һәм был бик мөһим сөннәт. «Уйунул мәзаһиб» аңлатмаларында әйтелгәнсә, ифтарҙы — ашығып, сәхәрҙе һуңғараҡ ҡылыу сөннәт була. Сөнки төндә ураҙа тотоу бидғәт ғәмәл. Ифтар кисектерелһә, кеше төндә ураҙа тотҡандай бидғәт ғәмәл ҡылған була. Әбү Һүрайра] (раҙыйаллаһу ғәнһү) тапшырған бер хәҙистә Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) Аллаһы Тәғәләнең: «Иң яратҡан кеше ҡолдарым — ураҙаларын алдан асыусылар», — тип әмер иткәнен һөйләгән (Тирмизи, «Саум», 13, №700, 3/83).
     Ибн Ғүмәр (радыйаллаһу ғәнһү) тапшырғансы, Пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғәләйһи үәссәләм) ошолай тигән:
     «Өс нәмә рәсүлдәрҙең сөннәте була: сәхәрҙе кисектереү, ифтарҙы ашыҡтырыу, намаҙҙа уң ҡулды һул ҡулдың өҫтөнә, кендек аҫтына ҡуйыу» (Табәрани, «Әвсад», №1905; «Сәғир», №279; «Кәбир», 11/7, Хәйсәми, №4880—4882, 3/368-369; Зәбиди, «Итхаф», 3/37; «Бәдайигус Санайи», 2 том, 105 б.).
     Сәхәрҙе кисектереүҙең мөстәхәблеге көндөҙ тотаһы ураҙаға ярҙам итеүендә. Бының мөстәхәб булыуы төн дауамында шикләнмәүҙә. Әгәр шик-шөбһә бар икән, дөрөҫ ҡараш нигеҙендә, был мәкруһ була.                 Мәҫәлән, «Бәдайи» тип аталған әҫәрҙә дә шулай тиелгән.
     Һауа болотло булған саҡта, ифтарҙы ашыҡтырыу мөстәхәб түгел. Яҡынса фарыз ҡылыу буйынса ҡояш батмаҫтан алда ифтар ҡылырға ярамай. Мөәзин аҙан әйткән булһа ла (Ибн Ғәбидин, «Рәддүл Мохтар», 1 том, 420 б.).
     Кеше таң атыу тураһында шикләнә торған булһа, уның өсөн ашамайынса тороу мөстәхәб була. Әбү Йософ (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) Әбү Хәнифәнең (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) һөйләгәндәрен тапшырған. Әбү Хәнифә (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) былай тигән: «Таң атыу-атмау тураһында шик-шөбһә бар икән, ашамайынса тороу минең өсөн яҡшыраҡ». Сөнки таңдың атҡан булыу ихтималы бар. Алдан ашап ҡуйыу ураҙаны боҙҙорға мөмкин. Тимәк, бындай осраҡтарҙа һаҡ булырға кәрәк. Таңдың атыу-атмау мәсьәләһендә шөбһәләнгән саҡта ашаһаң, ҡазаның важиб булыуы хөкөмө сығарылмаҫ. Сөнки ураҙаның боҙолоуында шик бар.
     Ҡояштың батыуынан шикләнһә, ифтар ҡылыу дөрөҫ булмаҫ. Сөнки ҡояштың батмаған булыу ихтималы бар. Был осраҡта ифтар ҡылыу ураҙаны боҙорға мөмкин. Ҡояштың батыуында шикләнелә торған булып, ифтар ҡылынһа һәм бынан һуң да ошо хәлгә асыҡлыҡ индерелмәһә, «Асл» исемле әҫәрҙә лә, Кудуринең «Мухтасарул Кәрһи» әҫәрендә лә был хаҡта бер нәмә лә әйтелмәгән. «Мухтасар Тахауи» тип аталған әҫәрҙә Ҡазый әйткән: «Был осраҡта ҡаза ҡылыу тейеш» («Бәдайиус Санайи», том, 106 б.).

     Ураҙа тоторға ниәт иткәндә ғәрәпсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.
     Аңлауыбыҙса сәхәр ашауҙың иң уңайлы ваҡыты таңға табан. Төндөң ҡайһы ваҡыттан икәне теүәл күрһәтелмәгән. Әйтелгәне — ҡояш сығыр алдынан ике сәғәт алда.
     Сәхәргә төнөн тороу беҙҙең ураҙа тоторға тәүәкәл (ихласлығыбыҙҙы) икәнебеҙҙе күрһәтә, иман ныҡлығын һәм үҙебеҙгә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте буласағын, ут ғазабынан ҡотоласағыбыҙҙы аңғарта. Сәхәр ашауҙың төп мәғәнәһе көндөҙгө көндә ас йөрөмәйем әле, тигән маҡсат менән түгел, ә Аллаһының ҡушҡан фарызын үтәүҙәге күңел шатлығы менән! Аллаһ Тәғәлә ихлас күңелдән ураҙа тотоусының аслығын һәм һыуһауын бөтөрә, хатта ифтар ваҡыты еткәстә бер йотом һыуҙа эске килмәй.
     Бына ҡайҙа ул Аллаһ Тәғәләнең көс үә ҡөҙрәте! Аслыҡ йылдарында халҡыбыҙ Аллаһыға тоғро булыуҙан иҫән ҡалғандыр ахырыһы. Барыбыҙғала Аллаһ Тәғәлә тәүфиҡ-һидийәт биреп, иманыбыҙҙы нығытып, ғилемебеҙҙе артырып, ҡушҡандарын теүәл үтәп, тыйылғандарынан тыйылып, йәшәүҙәребеҙҙе насип итһен!