Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү
Билдәле булғанса, ғибәҙәт ҡылған кеше уны бөтә кешегә күрһәтеп эшләмәй. Был эш һәр инсандың шәхси эше. Дөрөҫ, шулайҙыр. Шулай ҙа ғибәҙәтте йәшермәйсә башҡарыу ҙа ғәйеп эш түгел бит. Ғибәҙәттән кешегә зыян — зәүрәт килмәй. Киреһенсә, ғибәҙәт ҡылған кешегә башҡалары ҡарап, уларҙа ла ғибәҙәт ҡылыу теләге уяныр, выждандары хәрәкәткә килер, ҡоллоҡ вазифаларын үтәй башларҙар тигән өмөт бар. Был бигерәк тә ураҙаға ҡағыла.
Ураҙа тотмау иһә ғәйеп эштер. Һәм яныңдағы ураҙа тотоусыға ла, һәм йәмғиәткә лә, һәм Раббыбыҙға ҡарата ғәйеп. Ураҙа тотмауҙың ике төрө бар. Мәҫәлән, мосолман кешеһе, ураҙа тотмаһа ла, кеше күрмәгәндә генә ашап — эсә. Был бары тик уның шәхси мәсьәләһе, Аллаһ ҡаршыһында шәхси яуаплылығы. Ләкин ил-көнгә күрһәтеп ашаусылар ла бар. Былар гонаһтарын йәшермәй, оялмай-тартынмай. Бына ошоноһо оло гонаһ. Йәғни бындай кеше үҙ гонаһы менән генә ҡалмай, уны ураҙала асыҡтан — асыҡ ашауын күргән кешеләр әхирәт көнөндә шул гонаһтарға ҡаршы шаһитлыҡ ҡыласаҡтар. Асыҡтан — асыҡ гонаһ ҡылған мосолман бәндәне «фасиҡ мөтәджаһир» тиҙәр. Үткән замандарҙа мосолман йәмғиәтендә фәлән кешенең таныҡлығы ҡабул ителмәгән, уға ҡыҙ бирмәгәндәр, мөһим эштәрҙә уның менән хеҙмәттәшлек итмәгәндәр. Шулай ҙа мосолман ураҙаһына ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән мәжүси ҙә Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған, ул хөрмәттең мөкәффәтен — әжерен күргән. Был тарихи миҫалдар дәлилләй.
Шулай Рамаҙанға инергә бер көн ҡала мәжүси үҙ өйөнөң ишеге алдында икмәк ашап ултырған балаһына былай тип әйтә: «Улым, иртәгәнән башлап икмәкте тышта түгел, өйҙә ашарһың. Беҙ мосолмандарға ихтирамлы булырға тейешбеҙ. Улар бер ай буйынса, Тәңреләренә итәғәт итеп, ураҙа тотасаҡтар!»
Бер көн килеп етеп, был мәжүси вафат була. Йынаҙаһында мосолмандар ҙа була. Шунан мәжүсинең бер күршеһе төшөндә мәрхүмде күреп, унан һорай икән:
— Йә, хәлдәрең нисек, һин иҫән саҡта утҡа табына инең, унда ут менән мөнәсәбәтең нисек һуң?
Яуап бик ғибрәтле була:
— Юҡ, хәҙер минең ут менән бер ниндәй ҙә алыш-бирешем юҡ. Сөнки мин мосолман булараҡ вафат булдым. Үлеп барған сағымда Ғазраил килгәс, Раббы уға: «Әй Ғазраил, был ҡолома шәһәҙәт кәлимәһен өйрәт, ул уны әйтһен. Ул да шулай итеп, хозурыма иман менән килһен. Мин уның иманлы булып үлеүен теләйем. Сөнки ул мосолмандар ураҙаһына хөрмәт күрһәтте. Рамаҙан айы дауамында балаларын өйөндә генә ашатты, ишеге алдына сығып ашарға рөхсәт итмәне. Ураҙаға һәм ураҙа тотоусыларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән ҡолома мин иман насип иттем», — тип әйтте.
Һүҙҙең ҡыҫҡаһы: ураҙа тотмаусылар һис булмаһа шул мәжүси ҡәҙәр генә йәмғиәткә хөрмәт күрһәтергә тейештер, минемсә. Дөрөҫме?
«Инсан һәм дин» китабынан
Сайт авторынан: Әгәр беҙ үҙебеҙҙе мосолман тип, һанайбыҙ икән, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡанын бер һүҙһеҙ үтәргә тейешбеҙ. Ошо Рамаҙан айында көндөҙгө мәжлестәрҙән тыйылығыҙ! Шулай уҡ яман эштәрҙән: ғәйбәттән, нахаҡтан, алдауҙан һәм башҡаһынан!