Ифтар

     Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы мәсетендә ифтар мәжлесе үтте. Тупаҡ ауылы халҡы ихлас күңелдән ошо мәжлесте ойоштороп, мосолман ҡәрҙәштәренә ауыҙ астырҙы. Әлеге ошо биттә шул ифтар тураһында яҙып үтәйем. Ошо Рамаҙан айында Аллаһ Тәғәләнең бер киң рәхмәте бар. Әгәр берәй кем ураҙа тотҡан кешеләрҙе саҡырып, ауыҙ астырһа, ифтар мәжлесе ойоштороп ебәрһә, ошо ураҙа тотҡан кешеләрҙен сауабы шул кешегә лә яҙылыр тип әйтелә.

     Бәйғәмбәр Мөхәмәд ғәләйһиссәләм йәшәгән заманда сәхәбәләренә ( шул ваҡытта йәшәгән һәм Мөхәмәд ғәләйһиссәләмде күргән, тыңлаған, аралашҡан кешеләр) Рамаҙан айында ураҙа тотоусы кешеләрҙе йыйып ауыҙ астырырға ҡуша. Уның әйтеүе буйынса: "Ауыҙ астырған кеше муйынын йәһәнәм ғазабынан ҡотҡарыр. Аллаһ Тәғәлә уның белеп һәм белмәй ҡылған гонаһларын ярлыҡар. Ураҙа тотҡан берәй кешегә ауыҙ асырға бер хөрмә, йә баллы һыу биргән, уны ризыҡландырған кешегә Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоу сауабтарын бирер, һыуһағанға һыу эсереүсене ғәрәсәт майҙанына саҡырмаҫ” – тигән. тулыһынса ошонда уҡығыҙ...