Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре

                                     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре
   

     Аллаһ Тәғәлә насыйп иткәс бына Рамаҙан айы етеп Ураҙа тотоу ваҡыты етте. Кемдәр иғтибар иткән үткән йылдарға — Рамаҙан айы ошо йәйге эҫе осорҙа гел һалҡын килә, Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға үҙенең рәхимлеген күрһәтә. Был ураҙа тотмаусыларға ишара, һиҙһендәр, аңлаһындар — тип. Аҙаҡ Аллаһ әйтер – бәндәм һин ураҙала булһын өсөн көндәрҙе һалҡын тотом, ни эшләп үтәмәнең, язаһын ал тиер. Ошо мәл, ошо йәйге ураҙа осоро, утыҙ йылдар тирәһе генә үткәс әйләнеп килә. Шуға көс-ҡеүәт бар саҡта, иң оҙон йәй көнө ваҡытында ураҙа тотоу үҙе бер бәхет. Ҙур һынауҙы үтеп, нәфсене тыйып Аллаһ Тәғәләғә һыйыныу. Кеше үҙенең нәфсеһен тыйып тороп тәрбиәләнһә ике донъя һөйөнөсөн алыр. Әгәр шул нәфсене тыймаһа, күп насарлыҡтарға тарыр. Шул нәфсе ришүәт алдыра, урлаштыра, кеше малын талауға этәрә. Күп йүнһеҙлектәрҙең башы — нәфсенән тыйыла алмай йәшәүҙә.

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйткән: «Кешенең тәбиғәте шулай — әгәр бер соҡор алтын бирһәң туймаҫ, тағы ла бер соҡор теләр. Уның ауыҙың бары тик (ҡәбер, тупрағы ғына туйҙырыр). Һәр кешенең нәфсеһе туймаҫ, бер ҡасанда етте — тип әйтмәҫ...»

     Бына шул яман көстө тыйырға ярҙам итә инде ураҙа. Нәфсе йүгәнләнә, сиктәр эсенә индерелә. Мосолман кеше ҙур көстө, шәһәүәте үҙ мәнфәғәтенә егә. Быны бик күптәр булдыра алмай. Күптәр белә, шәһәүәт артынан эйәреп йөрөүҙең зыяны күплеген, ләкин бер ни эшләй алмайҙар. Ә ураҙа тотоусы быны булдыра ала. Үә шәһәүәткә сик ҡуйыуҙа был берҙән-бер ысул. Шуның өсөн дә ураҙаның сауаптары иҫәпһеҙ күп. Хатта был сауаптарҙы Аллаһ Тәғәлә Үҙе кенә билгеләй үә Үҙе генә белә. Әхирәттә лә был мөьминдәргә ҙур һөйөнөс. Сөнки ураҙалар арҡылы, иншәаллаһ ураҙа тотоусоның күп гонаһтары юйылыр.

     Тәүге ураҙабыҙҙың көнө ҡояш байығас башлана. Бар изге эштен башы ниәттә. Ниәтһеҙ эш файһа килтермәҫ, бәрәкәте булмай. Мәҫәлән аш-һыу әҙерләгәндәлә ихлас ниәт менән башҡарһағыҙ, уңырһығыҙ, ризығығыҙ тәмле булыр. Биссмиллаһи әйтергә онотмағыҙ. Ураҙаныла ниәт менән башлар кәрәк.Ҡайһы бер хәҙрәттәр Рамаҙан айына бер ниәттә еттә тейҙәр, сәбәбе — ураҙаны ай буйы тотҡас. Ләкин дөрөҫөрәге көн һайын сәхәр (таң атыу алдынан ризыҡ ашау) ашағандан һуң ниәтләү, сөнки ҡояш байығас ауыҙ асып (ифтар) ураҙабыҙҙы өҙәбеҙ бит төнгө осорға. Онотоп йә йоҡлап ҡалып өлгөрмәһәк – төш алдына тиклем ниәтләү дөрөҫ.

                                                      Ураҙа ваҡытындағы ғәмәлдәр
     1. Рамаҙан айында һәр көн, йәғни, таң яҡтылығы йәйелгәндән башлап, сәхәрҙән һуң, ҡояш батҡансы ашамай-эсмәй һәм ир менән ҡатынға яҡынлыҡ ҡылмай тороу — бәлиғ һәм ғаҡыл булған һәр мосолманға ураҙа тотоу фарыҙ.

     2. Ураҙаның шарттары өсәү: 1) ниәт ҡылыу; Ниәтте тел менән әйткән кеүек, күңел менән дә әйтергә мөмкин. Теле менән һис бер һүҙ һөйләмәгән кеше, күңелдән иртәгә ураҙа тотосағын уйлаһа, ураҙаһы дөрөҫ булыр. Сәхәр ашаған кеше лә ниәт иткән һымаҡ һаналыр, сөнки беҙ башҡа айҙарҙа шул сәғәттәрҙә тороп ашамайбыҙ 2) ашау-эсеүҙән тыйылыу; ураҙа сәхәрҙән һуң, киске ифтарға тиклем. Әгәр иртәнге аҙан тауышы ишетһәгеҙ, ауыҙығыҙҙағы ризыҡты сәйнәп бөтөү дөрөҫ. 3) енси яҡынлыҡтан тыйылыу ураҙа ваҡытында.

     3. Ураҙа булыуға сәхәр эскәндән-ашағандан һуң, таң атҡансы ниәт ҡылыу мөстәхәб (яҡшы күрелә торған эш). Шулай уҡ өйлә (төшкө намаҙға) ваҡытына бер сәғәттән ашыу ҡалғас ниәтләһәң дә дөрөҫ булыр.

     4. Ураҙаға бар күңел менән ниәт ҡылыу тейеш. Тел менән әйтмәйенсә, күңеленән генә иртәгә ураҙа тотасағын уйлаһа ла ураҙаһы дөрөҫ булыр.

     5. Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.

6. Ҡояш байығас ураҙаны тамамлап, бер тәғәм, тоҙ йә һыу менән ифтәр ҡылыу, йәғни ауыҙҙы асыу сөннәт. Хөрмә, йөҙөм кеүек емештәр менән ифтәр ҡылыу мөхтәсәбтер.

7. Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.

     8. Ураҙа булған кеше: 1) таң атҡансы төндө тороп, сәхәр эсер; 2) үҙ-үҙен гонаһ эштәрҙәң тыйыуҙы ниәт ҡылыр; 3) Буш ваҡыттарында дини китаптар уҡыр; 4) ҡояш байығас, ахшамдан алда ифтәр ҡылыр.

                            Ураҙа ваҡытында ошо ғәмәлдәр ҡылыу мәкруһтыр:
     1)  буш һүҙ һөйләү
     2)  әҙәпһеҙ һүҙ һөйләү;
     3)  мунсала оҙаҡ ултырыу;
     4)  һыуға сумып ҡойоноу;
     5)  тәғәм йә һағыҙ сәйнәү;(тәмле, татлы һағыҙҙар ураҙаны боҙа)
     6)  кәрәге булмайынса тел менән берәй ризыҡты тәмләп ҡарау;
     7)  хәләл ефетен (ирен,ҡатынын) үбеү
     8)  бер ҙә ифтәр ҡылмайынса ике көн ураҙа тотоу;
     9)  ниндәй булһа ла берәй гонаһлы эш эшләү;
     10) ауырыу көсәйгәнен белә тороп ураҙа тотоу.
     11) ҡан алдырыу

                                         Ураҙаны боҙмай торған нәмәләр
     1)  һатып алынасаҡ ризыҡты татып ҡарау;
     2)  балаға тәғәм сәйнәп биреү;
     3)  күҙгә һөрмә тартыу;
     4)  мыйыҡ һәм иренде майлау;
     5)  тештәрҙе таҙартыу;
     6)  ауыҙға килгән лайланы йотоу;
     7)  һөлөк һалдырыу;
     8)  ҡомған менән ғөсөл ҡойоноу;
     9)  мунсала тирләп сығыу;
     10) һабын менән йыуыныу.
     11) һыу төшөү, ауыҙға һәм танауға һыу индереүҙән һаҡланығыҙ

                      9. Ураҙаны боҙоп, ҡаза һәм кәфәрәт ҡылырға мәжбүр иткән нәмәләр:

     1) борсаҡ дәүмәле генә булһа ла бер ризыҡ йотоу йәки дарыу йотоу;(борсаҡтан ҙур булмаһа, боҙмай)
     2) белә тороп ашау-эсеү;
     3) белә тороп енси мөнәсәбәткә кереү;
     4) ғәйбәт һөйләгәс, ураҙам боҙолдо тип, белә тороп ашау
     5) белә тороп тәмәке тартыу
     6) укол алыу.

     10. Ураҙаны үҙ ихтияры менән боҙған кешегә бер көнгә бер көн иҫәбенән ҡаҙа ҡылыу һәм боҙған өсөн кәфәрәт ҡылыу тейеш.

     11.Ураҙа кәфәрәте шулай ҡылына: Әгәр донъяла ҡолдар бөтмәгән урын булһа, бер ҡолдо һатып алып азат итергә кәрәк. Әгәр ҡол табылмаһа, йәки һатып алырға байлығы етмәһә, 60 көн өҙлөкһөҙ ураҙа тотоу тейешле. Әгәр ҙә зәғифлек сәбәпле уны үтәй алмаһа, 60 фәҡиргә туйғансы аш ашатыу тейеш.

     12. Бер ураҙа кеше бер аҙ аш йә һыу йотоп ебәрһә (онотоп китеп боҙһа – ураҙа боҙолмай), тамағына ямғыр үә ҡар китһә йәки ҡоҫһа (иғтиярһыҙҙан ҡоҫоу боҙмай), йәки таң атҡас (аҙан булғас, иртәнге намаҙ башланғас) ашаһа һәм эсһә, йәки ҡояш байымаҫтан алда (ахшам, киске намаҙ етмәйенсә) ифтәр ҡылһа — ураҙаһы боҙолор. Ундай кешегә Рамаҙандан һуң ҡаза ҡылыу тейеш, кәфәрәт лазым булмаҫ. Ҡаза ҡылыу, ураҙа ғәйетән һуң шул боҙолған көнгә (көндәргә) ураҙа тотоу (бер көн булһа- бер көн...)

     13. Ураҙаһы боҙолған кешегә ҡояш байығансы барыбер ашамай-эсмәй тороу тейешле.

   14. Бер кешенең тамағына туҙан, тупраҡ, йөн йәки төтөн инһә, йәки төкөрөгөн, ҡаҡырығын, теш араһында ҡалған тәғәм кисәген йотһа, йәки ураҙа икәнен онотоп ашап-эсһә йә енси яҡынлыҡ ҡылһа, ураҙаһы боҙолмаҫ.

   15. Хәйезле йә нифаслы ҡатындарға ураҙа тотоу дөрөҫ түгел. Улар Рамаҙанда тотолмай ҡалған ураҙаларын, аҙаҡтан ҡаза ҡылырҙар.

     16. Ураҙа тоторлоҡ рәте киткән бик зәғиф йәки үтә ҡарт кеше ураҙа тотмайынса, һәр көндөң ураҙаһы урынына бер фәҡиргә туйырлыҡ аш йәки туйырлыҡ аш алырға етерлек аҡса бирер.

     17. Әгәрҙә Рамаҙан үткәс шул ҡартҡа хәл кереп китһә, ҡалған ураҙаларын ҡаза ҡылыр.

     18. Йөклө һәм имеҙеүле ҡатындар үҙҙәренә үә балаларының һаулығына зарар килеүҙән ҡурҡһалар, йәнә ауырыу кешеләр сирҙәре көсәйеүҙән ҡурҡһалар, ураҙа тотмаһалар ҙа ярай. Улар ураҙаларын Рамаҙандан һуң ҡаза ҡылырҙар.

     19. Рамаҙанда мосафир булған кешегә лә ураҙа тотмау дөрөҫ булыр. Сәфәренән ҡайтҡас ураҙаларын ҡаза ҡылыу лазым булыр.

     20. Таң атҡас сәфәргә сыҡҡан кешегә, мосафир булдым тип ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә боҙған хәлдә — ҡаза ҡылыу лазым булыр.

     21. Ураҙаһы булмаған хәлдә лә көндөҙ өйөнә ҡайтып еткән мосафирға ҡояш байығанса ураҙа тотҡан һымаҡ ашамай-эсмәй тороу мөстәхәбтер.

     22. Тотолмай ҡалған ураҙаларын һау сағында ҡаза ҡылып бөтөрмәгән кеше ауырыуға һабышһа, уға ҡазаға ҡалған ураҙалары өсөн фидиә биреү юлы менән вариҫтарына васыят әйтеү үәжиб булыр.

    23. Әгәр васыят әйткән кеше вафат булһа, вариҫтарына ҡалған малдың өстән бер өлөшө тиклем фидиә биреү үәжиб.

     24. Йәкшәмбе йә дүшәмбе көндәрендә, Ғәшүрә, Рәғәиб, Бәрәат үә Ғәрәфә көндәрендә, зөлхиҙә һәм мөхәррәм айҙарының тәүге аҙнаһы көндәрендә, шулай уҡ ай тулған ваҡытта өс көн ураҙа тотоу сауаплы һәм мөхтәсәб ғәмәлдәр.

     25. Нәфел ураҙаһын боҙоу дөрөҫ түгел. Әгәр боҙолһа — ҡаза ҡылынырға тейеш.

     26. Ҡунаҡ килеү йә ашҡа саҡырылыу сәбәпле нәфел ураҙаны өйләгә ҡәҙәр боҙоу дөрөҫ була.

     27.Ике ғәйет көнөндә, үә өс тәшрик көнөндә, -йәнә яңғыҙ Йома көнөндә генә, йә шәмбе
 — көнөндә генә ураҙа тотоу дөрөҫ түгел.

     Ҡартайған кешеләргә, хәлһеҙҙәргә, ауырыуҙарға, бик ауыр эштәэшләүселәргә ураҙа тотмаған өсөн, бер ярлыны ашатырға (30 көн дауамында) йәки бер кешенең беркөн ашау хаҡын һанап, шуны 30 көнгә ҡабатлап саҙаҡа таратыу (фидия саҙаҡаһы), йәки ураҙаны ҡышҡы осорға ҡаза итеү ҡалдырыу (ҡалдырмау хәйерле, үҙ ваҡытында тотоу, ҡушҡанды үтәү була).