Ураҙа — Ҡөрьән айы

     Бер ваҡыт Шәғбан айының һуңғы йомаһында, үҙенең сәхәбәләрен Изге Рамаҙан айын ҡаршы алырға әҙерләп, пәйғәмбәребеҙ Рамаҙан айының өҫтөнлөктәре тураһында бик әҫәрле бер вәғәз һөйләй: «Эй, кешеләр! — ти ул. — Аллаһтың игелектәр, мәрхәмәт-шәфҡәттәр, гонаһтарҙы ярлыҡауҙар менән тулы булған һөйөклө айы яҡынлаша.
     Аллаһ уны айҙарҙың иң яҡшыһы, тип өйрәтә, сөнки Аллаһ ҡаршыһында уның көндәре көндәрҙең, төндәре төндәрҙең, сәғәттәре сәғәттәрҙең иң яҡшыһы.
     Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған был айҙа һеҙ Уның үҙенә ҡунаҡҡа саҡырылаһығыҙ. Был айҙа һеҙҙең һулыш алыуҙарығыҙ — Аллаһты данлау, йоҡоларығыҙ — Уны һөйөү билдәһе, ғәмәлдәрегеҙ Аллаһ ҡаршыһында ҡабул ителә, доғаларығыҙға яуап бирелә. Һеҙ ҙә Унан ихласлыҡ һәм пак күңел менән ай буйы ураҙа тотоу һәм Үҙенең Китабы — Ҡөрьәнде уҡып ҡына тороу өсөн көс-ҡеүәт һорағыҙ, сөнки был айҙа Аллаһтың ярлыҡауына лайыҡ булмаған кеше — бәхетһеҙ кеше.
     Был айҙа үҙегеҙ кисергән аслыҡ һәм һыуға һыуһауҙар һеҙгә Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хөкөмөн көтөп, әллә күпме ас тороуҙар һәм һыуға һыуһауҙар хаҡында хәтергә төшөрһөн. Фәҡирҙәргә һәм мохтаждарға саҙаҡа бирегеҙ, ололарҙы, ҡарттарҙы хөрмәт итегеҙ, балаларға ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ, ҡәрҙәшлек бәйләнештәрен өҙмәгеҙ.

     Телегеҙҙе кәрәге булмаған һүҙҙәрҙән тыйығыҙ, Аллаһ рөхсәт итмәгән нәмәләргә күҙ һалмағыҙ, ҡолаҡтарығыҙ тыңламаҫҡа тейешле нәмәләрҙе тыңлап йөрөмәгеҙ. Үҙегеҙҙең балаларығыҙ хәстәрлектән мәхрүм булмаһын тиһәгеҙ, башҡаларҙың балаларына ҡарата мәрхәмәтле булығыҙ», — ти.
     Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Рамаҙандың әүәлге ун көнө — рәхмәт, урталағы ун көнө — мәғфирәт, һуңғы ун көнө — уттан ҡотолоу көндәре», — тигән.
     Сәләмәтлеге булған кешегә ураҙаның бер ниндәй ауырлығы ла юҡ.
     «Мин, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, — төрлө ауырлыҡтарға түҙеп тора белергә өйрәткән, ғибәҙәт осон артыҡ көс талап итмәгән дингә саҡырыу өсөн һайлап алындым».
     Рамаҙан айында ураҙа тотоу менән мосолман һижрәттең икенсе йылында — Шәғбан айының унында бойорола. Уның ураҙа айы итеп һайланыуына торлө сәбәптәр бар: был айҙа Ҡөрьән инә башлай.
Әйткәндәй, Илаһи Китаптарҙың бөтәһе лә — Тәүрат йәки Иҫке Әхәд тә, Зәбур ҙа, Инжил дә, Ибраһимға, ғәләйһис-сәләм, индерелгән сәхифәләр ҙә фәҡәт Рамаҙан айында тапшырыла йәки тапшырыла башлай.
Имам Садыҡ әйткән: «Тәүрат — Рамаҙандың алтыһында, Иҫке Әхәд — ун икеһендә, Зәбур — ун һигеҙендә, Ҡөрьән Ҡәҙер кисендә индерелә, дөрөҫөрәге, индерелә башлай».
     Тимәк, Рамаҙан элек-электән ғилемгә юл асыу, Ғилемгә өйрәтеү айы булараҡ билдәле.
                              Рамаҙан — мосолман өсөн дә ғилем һәм тәрбиә айы.
     Ураҙа ваҡытында мосолман бойоролғандарҙы тырышыбыраҡ үтәй, тыйылғандарҙан тыйылыбыраҡ тора белә, нәфсе ҡотҡоһона бирелеп бармай.
     Был уның беренсе файҙаһы.
     Икенсенән, ураҙа тотҡан кеше үҙен һәр ваҡыт Аллаһтың күҙ алдында ғына торған кеүек итеп тоя, Аллаһ ризалығы өсөн тип йәне теләгән, нәфсеһе ҡотортоп ҡына торған төрлө ләззәттәрҙән тыйылырға көс таба.
     Ураҙа тотҡан кешенең был ваҡытта ҡан тамырҙары ҡыҫыла, шайтан унда элеккесә иркенләп йөрөй алмай башлай. Ураҙа тотҡан кеше ғәҙеллектә — көслө, игелектә — йомарт. Игелек менән ғәҙеллек — иманлы булыуҙың төп сифаты.
     Ураҙа ғибәҙәте йылдың төрлө миҙгелдәренә тура килә: ҡыштың бик тә ҡыҫҡа һәм һалҡын көндәренән; һуң йәйге селләләрҙә үткән оҙон көндәр ҡабатланып тора. Ошо ауырлыҡтарҙы ла иҫәпкә алып, ураҙа ғибәҙәте, ғәҙәттә, көсө еткәндәрҙе күҙ уңында тота.
     Ураҙа — һынау һәм һөйөнөс айы
     «Үҙенең иманлы ҡәрҙәшенә һөйөнөс биргән кешегә Аллаһ Ҡиәмәт көнөндәге ауыр саҡтарҙа үҙенә һөйөнөс бирер. Бер сабыйҙы шатландырырлыҡ бер эш эшләгән кешенең Аллаһ Үҙенә тиңдәш тотоуҙа башҡа бөтә гонаһтарын ярлыҡар», — тип тә өйрәтә дин.
     Хәҙистәрҙә тағы ла әйтелә: «Был фани донъяла үҙенең дин ҡәрҙәшенә берәр эштә ярҙам иткән бәндәһенә Аллаһ етмеш төрлө ғәмәлендә уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек бирер, ти. Был ғәмәлдәрҙең уныһына ярҙам был фани донъяла күрһәтелер, 60-ы Ахирәткә ҡалдырылыр».
     «Рамаҙан айы үтеп тә, гонаһтары ярлыҡанмай ҡалған; ата-әсәһе донъянан үтеп тә, уларҙың доғаһына мәхрүм булған кешегә ниндәй ҙә үкенес!» — тигән, ул.
     Ураҙа тотҡан көндәр бәндәләрҙе хәрәмгә һуҙылырға ғына торған ҡулдарын кире тартып алырға, хәрәм кәсепкә барған аяҡтарҙы туҡтатып ҡалырға, үтеп кенә торған ғүмер тураһында уйланып алырға мәжбүр итә. Кешеләргә бирелгән ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле бүләк — ғүмер заяға үтмәйме, эшләргә тейешле игелектәр эшләнәме, аҙашып-һаташып йөрөмәйбеҙме, юлдан яҙмайбыҙмы? — Бына шуларҙы һәр кемдең иҫенә генә төшөрөп тора ураҙа ғибәҙәте.
     Үҙенең Ҡөрьәнендә Аллаһ беҙгә:
     «Әй, мөьминдәр! һеҙҙән элек йәшәгән кешеләргә бойоролған кеүек, һеҙгә лә һәр йылды бер ай ураҙа тотоу фарыз ителде. Ураҙаға кәмселек килтереүҙән һаҡланып, бәлки, тәҡүәләрҙән булырһығыҙ!» — ти.
     «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 183-сө аят
     «Рамаҙан айы — бик хөрмәтле ай. Ул айҙа Аллаһтан кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, тура юл тураһында асыҡ итеп аңлатып биреүсе Китабы — Ҡөрьән Индерелде, һеҙҙән Рамаҙан айына килеп еткән һәр Кем, әлбиттә, ураҙа тотһон!
      Аллаһ һеҙгә ауырлыҡ теләмәй, еңеллек теләй. Ошо һанаулы ураҙа көндәрен тамамлап, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн Аллаһты ололағыҙ, Уға шөкөр итегеҙ!» — ти.
                                     Шул уҡ сүрә, 185-се аят
     Мосолман ураҙаһының төп маҡсаты: ай дауамында тәнде таҙартыу, холоҡто камиллаштырыу, йәнде Аллаһ исемдәрендәге нурҙар менән биҙәп, һуңынан ошо нурҙан айырылмай йәшәй белеү.
Әлбиттә, бәндә тормошонда ғибәҙәт булараҡ ураҙаға тиңләшерлек ғәмәлдәр ҙә аҙ түгел. Улар күп. «Фән кешеһе, — тигән Ғәли хәҙрәт, — сауапты көндөҙ ураҙа тотоп, төндәрҙе намаҙ менән үткәргән, Аллаһ юлында ижтиһад итеп йөрөгән кешенән дә күберәк ала ла. Ғалим үлһә, диндә бушлыҡ тороп ҡала. Был бушлыҡты тултыра алһа ла, ғалимдың үҙенә лайыҡлы шәкерте генә тултыра алыр».
     «Һәр нәмәнең зәкәте була, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Тәндең зәкәте — ураҙа».
     «Тағы ла әйткән ул: «Фәрештәләрҙең ҡәберҙәрҙә ятҡан мәрхүмдәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙың хәлен белеп кенә тормаған бер төнө лә юҡ, — тигән.
     — Әле Ахирәт тормошон үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп ҡотоғоҙ алынып торған был мәлдә һеҙ кемдәрҙән күберәк көнләшәһегеҙ? — тиерҙәр улар.
     — Мәсеттәргә йыйылып ҡына торған иманлы бәндәләрҙән көнләшәбеҙ, — тиерҙәр мәрхүмдәр. — Улар намаҙ уҡый — беҙ уны уҡый алмайбыҙ; улар зәкәт түләй — беҙ уны түләй алмайбыҙ; улар Рамаҙан айында ураҙа тота — беҙ тота алмайбыҙ. Улар артып ҡалған малдарынан саҙаҡа тарата — беҙ тарата алмайбыҙ».
«Мәхшәр көнөндә бәндәләр асығып бөтөрҙәр, һыуға һыуһаған хәлдә яланғас көйө эҫелә баҫып торорҙар. Шул көндө Аллаһ Үҙ ризалығы өсөн тип йәшәгән йылдарында башҡаларға ризыҡ биргәндәргә — ризыҡ, һыуһағандарға һыу биргәндәргә — эсемлек, кейем биргәндәргә кейем бирер», — тигән сәхәбәләрҙән Ғөбәйҙә бин Үмәйер пәйғәмбәребеҙҙең һүҙҙәрен ҡабатлап.
     «Аллаһ ризалығы өсөн тип ысын күңел менән саҙаҡа биреп торған кеше ямғыр һыуҙары менән ерҙе һуғарыусы болотҡа оҡшаш», — тигәндәр ғалимдар.
     «Саҙаҡа биргәндән мал кәмемәй, киреһенсә, игелектәр уны кәмеүҙәрҙән һаҡлай, — тип өйрәткән Мәүләнә Джәләлетдин Руми. — Иген сәскәндә келәттәр бушап ҡала. Ашлыҡтар бешеп, башаҡтар өлгөрөп еткәс, сәскән орлоғоңдо һин әллә күпмегә арттырыбыраҡ алаһың, буш ҡалған бер урынына әллә күпме амбарҙы тултырып ҡалаһың. Сәсмәй бикләп һаҡлаған игенең көйәләр менән сысҡандар ризығына әйләнеп, бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ».
     Саҙаҡа менән дә шулай.
     Ураҙаның бәрәкәте, тимәк, саҙаҡала.
     Сөләймән, ғәләйһис-сәләм, дәүләтендә батшалыҡтағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналарҙы һаҡлау өсөн урын да булмай, әммә пәйғәмбәрҙең үҙ күңелендә мәрхәмәт-шәфҡәткә һәр ваҡыт урын табылып ҡына тора.
Изге Ҡөрьән бәндәләр өсөн ғилем сығанағы.
     Ҡөрьән инә башлаған Рамаҙан айы, тимәк, ғилем, ғилем алыуҙы дауам итеп торған күнекмәләр айы.
«Ураҙа — ул ҡалҡан», — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Әҙәпһеҙлектән, оятһыҙлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, тәрбиәһеҙлектән ҡалҡан.
     «Ураҙа — йәһәннәм ялҡынынан һаҡланыу юлы», — Тигән имам Садыҡ, сөнки шайтан тигән нәмә кешене утка тартып ҡына тора.
     «Мосолман ураҙаһы шайтанды оятҡа ҡалдыра, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Мосолман эшләгән игелектәр уны тәкә мөгөҙө һымаҡ итеп бөгөп ташлай. Аллаһуға булған һөйөү, игелектәр эшләүҙәге тырышлыҡ уның арҡа һөйәген һындыра, тәүбә итеп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыуы боғаҙынан салып ташлай».
     Тимәк, ураҙа тотҡан кеше эргәһендә шайтанға урын ҡалмай.
     «Ураҙаны Аллаһ бәндәләрҙең ихласлыҡ дәрәжәһен тикшереү өсөн фарыз иткән», — тип аңлатҡан мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.
     Хәҙисе Ҡотдусиҙа Аллаһы Тәғәләнең: «Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа бөтә ғәмәле үҙе өсөн. Тотҡан ураҙаһы ғына — Миңә.
     Ураҙа өсөн сауапты ла Мин үҙем бирәсәкмен!» — тигән һүҙҙәре килтерелә.
     Рамаҙан — тыйылыу айы, ураҙа тыйыла белергә өйрәтә торған ғибәҙәт. Ураҙа тотҡан ваҡытта мосолман хәләл ризыҡ менән хәләл эсемлектәрҙән дә тыйылып торған кеүек, насар ғәҙәттәрҙән, насар һүҙҙәрҙән, ялғандан, ғәйбәттән, яла яғыуҙарҙан, һүҙ йөрөтөүҙән тыйылып тора. Тыйыла белеү — мосолмандың иң күркәм сифаты.
     Рамаҙан айын Аллаһ өс өлөшкә бүлгән, тинек.
     Беренсе ун көнлөгө — гонаһлы бәндәләрҙең хәленә инеп, мәрхәмәт-шәфҡәт һәм гонаһтарҙан кисереү алып килә торған рәхмәт көндәре.
     Икенсеһе — мәғфирәт көндәре. Был көндәрҙә инде бөтә шартына килтереп ураҙа тотҡан мөьминдәрҙең гонаһтары ярлыҡана.
     Өсөнсөһө — Аллаһтың ғазаптарынан ҡотолоп, уның рәхмәтенә тамам лайыҡлы булған көндәр.
Өсөнсө ун көндөң иң хөрмәтле кистәренән береһендә – Ҡәҙер кисендә – пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьән индерелә башлай.
     Ураҙа — Ҡөрьән айы
     «Рамаҙан айы, — ти Китап, — кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, хаҡты ялғандан айырыусы дәлилдәр менән    Ҡөрьән индерелә башлаған ай.
             «Әл-Бәҡара» (Һыйыр) сүрәһе, 185-се аят
     Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһис-сәләм, үҙе лә, уның шөһрәтле сәхәбәләре, сәхәбәләрҙе күреп белгән тәбиғиндар һәм тәбиғиндарҙы күреп белгән тәбғы-тәбиғиндар — бөтәһе лә Рамаҙан айы төндәрен Ҡөрьән уҡып, уның мәғәнәләрен аңларға тырышып үткәрә торған була.
     Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Әгәр ҙә кеше Ҡөрьәндән бер генә хәреф уҡыһа ла, шул хәреф өсөн уға игелек яҙылыр.
     Был игелектәрҙең һәр береһенә сауабы ла ун тапҡырға арттырып бирелер. «Әлиф, ләм, мим — бер — хәреф тип әйтмәйем мин. Әлиф — бер хәреф, ләм дә — бер хәреф, мим дә — бер хәреф», — тигән.
Хәҙистәрҙә тағы ла әйтелә: «Пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, бик тә йомарт кеше була. Ә инде Рамаҙан айында Ябраил, ғәләйһис-сәләм, килеп, уны Ҡөрьән уҡырға өйрәткән, уның менән бергә Ҡөрьән уҡыған мәлдәрҙә ул йомарттарҙың да йомартына әйләнеп китә. Уның эргәһенә Ябраил Рамаҙан айының һәр төнөндә килеп йөрөй», — тиелә.
     Рамаҙан айы килеп етеү менән имам Малик та үҙенең бөтә ғилми эштәрен ташлап, тик Ҡөрьән уҡыуға ғына бирелеп китә торған була. Имам Суфиян Әс-Саури ҙа шулай эшләй.
     Ғөләмәләрҙән берәүҙәр ҡыямда өс көнгә бер, икенселәр — ете, өсөнсөләр ун көнгә бер тапҡыр Ҡөрьәнде тулыһы менән уҡып сыға торған булалар.
   «Көндәрҙең яҡты ваҡытын ураҙа тотоп, төндәрҙе Ҡөрьән уҡып-үткәргән мосолмандың Ҡиәмәт көнөндә ике яҡлаусыһы — йәһәннәм утынан ҡурсалап тороусыһы булыр, тип өйрәтә дин. Улар — Ураҙа менән Ҡөрьән.
Хәҙистә әйтелә: «Ҡиәмәт көнөндә, — тиелә, — Ураҙа менән Ҡөрьән Аллаһ ҡолон үҙ яҡлауына алыр. Ураҙа әйтер: «Әй, Раббым! Көндөң яҡты ваҡыттарында мин уны ризыҡ менән һыуҙан мәхрүм иттем», — тиер. «Төндәрҙә мин уны татлы йоҡоларынан айырҙым, хәҙер уның өсөн шәфәғәтсемен», — тиер Ҡөрьән. Уларҙың был шәфәғәте ҡабул ителер».
   Ҡөрьәнде былай ғына уҡып сығырға түгел, матур итеп көйләп, асыҡ, аңлайышлы итеп уҡырға бойора Китап.
«Ҡөрьәнде үҙегеҙҙең матур тауышығыҙ менән биҙәгеҙ, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. — Сөнки матур тауыш Ҡөрьәнде тағы ла күркәмерәккә әйләндерә».
                                                “Иман, әхләҡи ҡиммәттәр” китабы, Сәләх Суҡбаев