Ураҙа

                                                     Ураҙа
     Ураҙа һүҙе — ғәрәбсәнән тыйылыу тигәнде аңлата, үҙ нәфсебеҙҙән Рамаҙан айында тыйылып тороуыбыҙҙы аңлата. Рамаҙан айы — рәхмәт, мәғфирәт, сабырлыҡ айы, ризыҡтың ҡәҙерен, меҫкен-йәтимдәрҙең хәлен белә торған ай. Сабыр итә торған, изгелектәрҙе күп ҡыла торған ай.

     Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Әй, иман килтергән бәндәләрем, сәләмәт, ғәйрәтле, көслө, ҡеуәтле, аҡыллы хәлегеҙҙә Рамаҙан айына ирешһәгеҙ, ураҙа тотоғоҙ». Ошо айҙа Аллаһ Тәғәлә беҙҙең имандарыбыҙҙын ныҡлығын, күңел ихластарыбыҙҙы һәм Уға булған мөхәббәтебеҙҙе ризыҡ һәм башҡа нәмәләрҙән тыйылыу менән һынай. Ҡайһы бер бәндәләр хәрәмдән тыйыла алмаған ваҡытта, беҙ хәләл булғандан тыйылып, бер Аллаһ Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп, ураҙа тотабыҙ, ашау-эсеүҙән ваз кисәбеҙ. Аллаһ Тәғәләнең тоғро бәндәләре икәндәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Элек әбей-бабайҙарыбыҙ йәйҙен иң эҫе, оҙон көндәрендә лә ураҙаларын ҡалдырмағандар. Астан үләбеҙ тип, ҡурҡмағандар, тәртипле, тәүфыҡлы, динле булғандар һәм бына ошо Ислам динен беҙгә килтереп еткергәндәр.

     Ураҙа тотоу фарыз (приказ), намаҙҙан ҡала килә үтәлә торған ғәмәл. Намаҙҙы үтәмәһәң, шуның өсөн тамуҡ икәнлеген белгән кеүек, ураҙаны тотмауҙа тамуҡҡа илтә. Намаҙ уҡымаһағыҙҙа, ураҙаны үтәү – Аллаһ Тәғәләнең бер фарызын үтәү була. Тик шуны менән бутамағыҙ, әлеге үткән Рәжәп һәм Шағбан айҙарындағы кеүек айҙын башында өс көн, уртаһында өс көн, аҙағында өс көн ураҙа тотоу менән. Беҙҙен халыҡ ошонда шулай яңылыша. Был Рамаҙан айында бар көндәрҙе тулыһынса ураҙа менән үткәреү, бер көндө лә ҡалдырырға ярамай, бер көн ҡалдырһанда шуның өсөн тағы ла утыҙ көн ураҙа тотоу өҫтәлә. Ул ваҡытта 60 көн тоторға тура киләсәк. (Был хөкөм буйынса икенсе фекер бар). Хәлемдән килмәй ураҙаға — тип һылтанмағыҙ. Нисек инде ашамай-эсмәй йөрөргә көнө буйы — тип ҡайғырыу бушҡа. Әле ураҙа тотоп астан-һыуһауҙан бер кемдә үлмәгән.

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: “Был донъяла ураҙа тотоусы, теге донъяла һынау ваҡыттарында һыуһамаҫ, һыу һорап интекмәҫ”- тигән. Бына әле шундай муллыҡта йәшәп тә, ураҙа тотмаһаҡ, Аллаһ Тәғәлә ҡаршында нисек яуап бирербеҙ?

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйткән: «Әгәр бер кеше алдында Рамаҙан айы үтеп китеп тә, ул кешенең гөнаһлары ярлыҡанмаһа, ул бәндәгә үкенес булһын», — тине.

     Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм бер хәҙисендә әйтте: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусы бәндәләргә күп һөйөнөстәр бар». Береһе: көндөҙ ураҙа тотҡандан һуң — ифтар ваҡытында ризыҡҡа ирешеү һөйөнөсе. «Әлхәмдүлилләһ, ошо көндең ураҙаһын тотып, ифтарға ирештем. И, Раббым, тотҡан ураҙаларымды ҡабул итһәң ине, бәндәселек менән ҡылған гөнаһ-хаталарымды тотҡан ураҙаларым бәрәкәтендә ярлыҡаһаң ине»,— тип, был бик ҙур һөйөнөс. «Бынан да артығыраҡ һөйөнөс,— ти бәйғәмбәребеҙ, — был Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ хозурына барған ваҡытта тотҡан ураҙаларығыҙ бәрәкәтендә йәннәттәргә ирешеүегеҙ».

     Аллаһы Тәғәлә беҙҙең иманыбыҙҙы аслыҡ менән һынай. Был бик ҙур һынау, сөнки беркем күрмәһә лә, яныңда бер кем булмаһа ла, эргәлә ризыҡ бар. Ләкин Аллаһ Тәғәләнең ризалығын өмөт итеп, ризыҡтан, хәләл икмәктәрҙән, һыу эсеүҙән тыйылабыҙ. Әлхәмдүлилләһ, һынатмайбыҙ, ураҙаларыбыҙҙы тотабыҙ. Ә бит ошо ваҡытта ашау-эсеүҙән түгел, харамданда тыйылмайҙар беҙҙең кешеләр. Белһәләр ине ниндәй көслө ғазаб, ниндәй ҡаты яза көтөүен уларҙы. Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән-Кәримендә беҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй, һәр бер нәмәнең бысрағы була. Беҙ күңелебеҙҙә булған ҡайһы бер ҡара нәмәләрҙе Аллаһҡа зекер менән, тәсбих, намаҙ менән таҙартабыҙ. Тәндәребеҙҙәге кәрәкмәгән нәмәләрҙе йылдың бер айында ураҙа тотоп таҙартабыҙ. Беҙҙен ашҡаҙан төпһөҙ мискә, күпме тултырһанда тулмаясаҡ, артыҡ ашау-эсеү ана шул бар ауырыуҙарға килтерә. Тән ашаған аҙыҡтын ҡалдыҡтарынан ағыулана, хәлһеҙләнә, һимереүгә һәм башҡа һанап бөткөһеҙ ауырыуҙарға килтерә. Аллаһ Тәғәлә белептә беҙҙең хәлде ураҙа тоторға ҡуша. Ләкин беҙ фарыз, нәфел ураҙаларҙы бөйөр-бауырҙарҙы ғына таҙартыу өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн тигән ниәт менән тотабыҙ. Үҙебеҙҙең ниәтебеҙ менән ураҙа тотоп Аллаһ Тәғәләнең тоғро ҡолдары икәнебеҙҙе раҫлайбыҙ. Нәфсебеҙҙе еңеп Аллаһ ҡушҡанды үтәйбеҙ. Был бик ҡыуаныс ғәмәл һәм үҙебеҙҙен көслө рухлы булыуыбыҙҙы күрһәтә. Бына шуға ла кемдәр тәмәке, йә араҡы ташлай алмай ыҙалап йөрөһәләр, тәүәкәлләп ураҙа тотһондар. Намаҙ үҙенә бер фарыз, ураҙа үҙенә күрә бер фарыз. Намаҙ уҡый белмәһәң дә Рамаҙан айынын ураҙаһын тоторға кәрәк, Аллаһ Тәғәләнең бер фарызын үтәр кәрәк. Бәндә Рамаҙан айын һау-сәләмәт ҡаршылаған икән, ул тәненең зәкәтен сығарырға тейеш. Ураҙа ул тәнебеҙҙең зәкәте, сәләмәтлегебеҙҙең зәкәте. Ауырыу кешегә генә ураҙа тотоу мәжбүри түгел, һауыҡҡас ҡына тоторға була.

     Аллаһ Тәғәләнең вәғәҙәһенең иң ҙурыһы: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусының тотҡан ураҙаһы ҡабул булһа, әсәнән яңы тыуған бала шикелле гөнаһыҙ булып ҡалыр»,— тигән Рәсүлебеҙҙең хәҙис-шәрифендә. Был бик ҙур һөйөнөс. Һис-шикһеҙ ысын күңелдән Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булыр иншаллаһ. Бер гонаһым юҡ бит — тип әйтеп йөрөүселәр булмаһын, Хоҙай Тәғәлә ғүмер буйы дин менән булышҡан, көнө-төнө намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан кешеләргә лә гонаһ ебәреп тора. Ни эшләп тип әйтһәгеҙ? Ул кеше минем гонаһым юҡ — тип маҡтанды һәм гонаһыға батты. Маҡтаныу шайтандан, мин-минлек үҙенде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйыу, бик ҙур хатта.

  Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм: «Күрһәгеҙ ине баш өҫтөгөҙҙә тау һымаҡ аҫылынып торған гонаһларығыҙҙы».

     Ураҙа Аллаһ Тәғәләнең ҡануны (закон-бойороғо). Ул әйтә: «Әй, мөьминдәр йәмәғәте, һеҙҙән алдағы өммәтәргә фарыз булған кеүек һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ҡылынды. Бәлки, ҡурҡыуҙарығыҙҙы арттырырһығыҙ». Мосолман кеше Аллаһ Тәғәләнән, әлбиттә, ҡурҡа һәм ҡушҡанын үтәй.

     Был фарыз — Исламдың оло бер хөкөмөлөр. Ураҙа тотоу Мөхәммәд бәйғәмбәр өммәтенә фарыз булған кеүек элек йәшәгән өммәттәргә лә фарыз булған, шул уҡ еврейҙәргә лә һәм христиәндәргә лә. Шулай итеп, ураҙа тотоу бик боронғо замандарҙан бирле килгән ҡәҙиме бер ғибәҙҙәт. Аллаһ Тәғәләнең бәндәләренә ураҙаны йөкләүе бәндәләрҙең үҙҙәренең файҙалары өсөндөр. Аллаһ Тәғәлә бәндәнең ғәмәленә мохтаж түгел, ул был донъянан азат һәм өҫтөн, беҙ Уға мохтаж.

     Ураҙаның иң ҙур файҙаһы — нәфсебеҙҙе тулыһынса ҡулға алыу. Кем нәфсеһенә ҡаршы тора ала? Ураҙа ярҙамында нәфсебеҙгә ҡаршы тороу, рух ҡеүәтен нығытыу. Ураҙа тотоусы үҙен яратҡан, ризыҡ биргән һәм тәрбийә иткән Аллаһының әмеренә буйһоноп, нәфсеһен теләгән нәмәләрҙән тыялыр һәм шул рәүешле уның аҡыл, күңел нәфсеһен еңә. Нәфсе, үҙенең еңелгәсен күргәс, аҡылды үҙенә эйәртеүҙән өмөт өҙә, беҙҙең тәүәккәлебеҙ арта, иманыбыҙ нығый.

     Ураҙа тотоусылар ашау-эсеүҙән, үҙҙәренең хәләл ефеттәренә яҡын булыуҙан да һаҡланғас, уларҙың харам нәмәләр ашауҙарыннан һәм аҡылды ебәрә торған һәм әҙәмдең хөрмәтен бөтөрә торған харам нәмәләр эсеүҙәренән һәм нәҫелде бөтөрә торған, донъя зарарҙарынан, зинаға төшөүҙәре нәфселәрен бөтөнләйгә киҫә.
     Ураҙа тотоусылар үҙҙәренең нәфселәрен шул дәрәҗә тиклем тыялар, ҡояш батҡансы ашау-эсеүҙе үҙҙәре өсөн юҡ тип беләләр. Бер тамсы һыу, бер ҡабым ризыҡ та ауыҙарына ҡапмаҫтар. Хатта уларҙы өгөтләһәндә, ялынып, ҡыҫтап, мәжбүр итеп һораһаң да ысын тәүәкәлле кеше бындай эштәрҙе бер ҡасанда да эшләмәҫ. Бына ошо кешеләр нәфселәрен ысынлап еңгән, үҙ нәфсе теләктәренә хужа булған, Аллаһының әмеренә ысынлап буйһонған кешеләр. Әммә нәфселәренә эйәреп, ураҙа тотмай, Рамаҙан шәрифенең хөрмәтен үтәмәйенсә, ашап-эсеп, нәфселәренә тотҡон булып йөрөүселәр — түбән аҡыллы ҡорһаҡ һәм шәһеүәт ҡолдарылыр. Нәфселәрен еңеп ураҙа тотҡан ҡатындар андай ирҙәрҙән өстөнерәк. Ураҙа тотҡан ҡатындың аҡылы ураҙа тотмаған ирҙең аҡылыннан ҡеуәтлерәк, аңы ла өҫтөн. Сөнки ул, ир була тороп та фани донъялағы хайуанлыҡтан айырыла алмаған һәм үҙенең ҡәҙерен донъялағы ашау-эсеүгә ҡыҫҡартҡан саҡта, ураҙа тотҡан ҡатын аҡылы белән нәфсеһен еңде һәм үҙенең йөҙөн Раббыһына ғибәҙәт ҡылыуға һәм ахирәт һауабына ирешеүгә юнәлдерҙе, донъя ләззәтенә генә алданманы.

     Ураҙаның әхирәттәге һауабы һәм Аллаһы ҡаршындағы фазыйләте бик ололор. Бәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Ураҙа тотоу — гонаһларҙан һаҡлай торған ҡалҡандыр».

     Бәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм Аллаһ Тәғәлә әйткән һүҙҙәрен еткерә: «Ураҙа тотоусы ашын-һыуын һәм шәһеүәтен Минем өсөн ҡалдыралыр. Бының бәрәбәренә булған яуапты Мин Үҙем бирәмен: бер изгелеккә — ун сауаптыр», — тип әйтеүе, ураҙаны ололау йөҙөнәндер. Иллә мәгәр һәр ғәмәлдең һауабын Аллаһ Тәғәлә Үҙе бирәлер.

     Бәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Йәннәтә бер ишек бар, ул ишектең исеме “Рәййән”дер. Ҡыйәмәт көнөндә ул ишектән ураҙа тотоусылар йәннәткә инерҙәр, уларҙан башҡа һис берәү ҙә ул ишектән үтмәҫ. “Ураҙа тотоусылар ҡайҙа?!” — тип әйтелгәс, ураҙа тотоусылар ул ишеккә барырҙар. Улар ул ишектән инеп бөткәс ул ишек ябылыр. Уларҙан һуң ул ишектән һис бер кем дә инмәҫ», — тине.

     Рамаҙан айы шундай айҙыр, ошо айҙа Ҡөрйән китабы инә башлады. Ул Ҡөрйән китабы Әҙәм балаларына тура юлды, хаҡ менән ялғанды белдереүсе аяттар йыйылмаһынан ғибәрәттер. Әгәр кеше Аллаһ Тәғәләне танымаһа, иман килтермәһә, әлбиттә, иманһыҙ кеше ураҙа тота алмай. Әммә иманлы кешегә ураҙа тотоу – ул ҙур бер бәхет, бер сәғәҙәт, уға Аллаһ Тәғәләнең бер бүләге. Шуға ла ул уны һөйөнөп ҡаршы ала. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ауырлык теләмәй, ураҙаны тотоу еңел ғәмәл. Бында ошо айҙа ризыҡтан, яман һүҙҙән, яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылып тороу кәрәк.

     Бәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Әгәр берәү ялған һүҙҙе һәм уның менән ғәмәл ҡылыуҙы ҡуймаһа — ул кешенен ашамай-эсмәй тороуы Аллаһыға һис тә кәрәк түгелдер», — тине. Ялған һөйләүҙе һәм ғәйбәт менән булышыусы кешенең ураҙаһын Аллаһы Тәғәлә ҡабул итмәҫ йәғни. Аллаһ Тәғәлә ихлас күңелдән ҡылынған ғәмәлдәрҙе генә ҡабул ҡылалыр.

     Бер хәҙистә Бәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтте: «Йәғни, Аллаһы һеҙҙең ҡиәфәтегеҙгә лә, малдарығыҙғала ҡарамаҫ, бәлки, һеҙҙең күңелдәрегеҙгә һәм ғәмәлдәрегеҙгә ҡарар», — тине. Шуға ла ошо донъяла мал-байлыҡ менән алданмайыҡ, күңелебеҙ сәләмәт һәм саф булһын, изге ғәмәлдәребеҙ күп булһын.
     Аллаһ Тәғәлә ҡаршында иң хөрмәтлегеҙ — иң тәүәкәлле бәндәләр. Тәүәкәллек — күңелдә була. Күңелдә тәүәкәллек булһа, ҡул аҫтындағы әғъзалар харам эшләргә ынтылмаҫ: күңел уларҙы харамға ебәрмәҫ.

     Бер хәҙис-шәрифтә әйтелә: «Хәбәрҙән булығыҙ, хаҡыйҡәттә тәндә бер киҫәк ит барҙыр: әгәр ул киҫәк ит төҙөк булһа, бөтөн тән төҙөк булыр, әгәр ул киҫәк ит боҙоҡ булһа, бөтөн тән дә боҙоҡ булыр. Бәндәләр, хәбәрҙән булығыҙ, ул бер киҫәк ит — йөрәктер», — тине.

     Аллаһ Сүбхәнәһү үә Тәғәлә илдәребеҙгә-көндәребеҙгә иминлектәр, тыныслыҡтар бирһен, ауырыуҙарға хәйерле шифалар насыйп әйләһен. Изгелек айында изге эштәрҙе артырайыҡ. Күңелебеҙҙә булған бысраҡ, хөсөтсөлөк, асыуҙар булһа, уларҙы бөтөрәйек, бер-беребеҙҙе ғәфү итәйек. Ауырыуҙарға, зәғифтәргә, йәтимдәргә шәфкәтле һәм мәрхәмәтле булайыҡ. Үҙебеҙҙен тәүәкәллекте, сабырлыҡты, шөкөр ҡылыуҙы артырайыҡ. Ураҙаларығыҙ имен үтһен.