Ураҙалар

   Исламдың өсөнсө шарты — ураҙа.
   Ураҙа — ғибәҙәт ҡылыу ниәте менән иртәнсәктән башлап ҡояш байығанға ҡәҙәр ашауҙан, эсеүҙән һәм енси мөнәсәбәттән тыйылыу.
                                                 Ураҙаның фарыздары
   1. Ниәт.
   2. Ниәттең әүәлге һәм ахырғы ваҡытын белеү.
   3. Иртәнсәктән алып ҡояш байығанса ураҙаны боҙа торған нәмәләрҙән һаҡланыу. Ураҙаның башланған ваҡыты ғәрәпсә «имсәк» тип, ә тамамланған ваҡыты «ифтар» тип атала.
                                                    Ураҙаның төрҙәре
     

   Ураҙа алты төрлө була:
   1. Фарыз ураҙа — Рамаҙан айы ураҙаһының ваҡытында тотолоуы һәм ҡазаһы, кәффәрәт ураҙаһы.
   2. Вәжиб ураҙа — боҙолған нәфел ураҙаһының ҡазаһы һәм нәҙер ураҙаһы.
   3. Сөннәт ураҙа — Мөхәррәм айының 9-сы көнө менән рәттән Ғәшүрә көнөндә (Мөхәррәм айының 10-сы көнө) тотола торған ураҙа.
   4. Мәндүб ураҙа — һәр айҙа өсәр көн тотола торған ураҙа. Был өс көн «әйәмү-бәйд» (аҡ көндәр), йәғни ай тулғанда, һижри айының 13-сө, 14-се, 15-се көндәре.
   5. Нәфел ураҙа — ошо әйтелгән ураҙа төрҙәренән тыш, мәкруһ булмаған бүтән ураҙалар нәфел ураҙаһы тип атала.
   6. Мәкруһ ураҙа — Ғәшүрә көнөндә генә тотолған ураҙа (йәғни Мөхәррәм айының рәттән 9-сы йәки 11-се көнөндә тотолмаған ураҙа). Ураҙа байрамының 1-се, Ҡорбан байрамының 1-се, 2-се, 3-сө көндәрендә ураҙа тотоу хәрәмгә яҡын мәкруһ һанала.
                            Ураҙа тағы ла ике төргә бүленә
   Беренсеһе — кистән ук ниәт ителә торғандары: Рамаҙан айында тотолмаған ураҙаның ҡазаһы, нәфел ураҙа булып боҙолған һәм көнөнә көн тотолған ураҙа, кәффәрәт ураҙалары, ваҡыты билдәле булмаған нәҙер ураҙалары — бындай төр ураҙаларҙы кистән үк ниәт итеү шарт.
   Икенсеһе — кистән үк айырым ниәт ителмәгәндәре: Рамаҙан айының ураҙаһына, ваҡыты билдәле булған нәҙер һәм нәфел ураҙаларға кистән ниәт итеү шарт түгел. Ниәт итеү кистән генә түгел (әгәр таң беленгәндән башлап ураҙа шарттары үтәлһә), өйлә намаҙына 15 минут ҡалғансыға ҡәҙәр ниәтләнһә лә дөрөҫ.
   Рамаҙан ураҙаһына ғәҙәти ураҙа тип ниәт ителһә лә, нәфел һәм башҡа төр ураҙа тип ниәтләнһә лә, барыбер Рамаҙан ураҙаһы булыр. (Рамаҙан айында).