Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе

                            Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм Ҡәҙер кисе тураһында

                                                                  Беренсе хөтбә
     Ҡәҙерле мосолмандар! Тиҙҙән Рамаҙан айының һуңғы ун көнө башланасаҡ. Ошо көндәр башланғанда пәйғәмбәребеҙ ғибәҙәткә тағы ла әүҙемерәк керешкән, хатта ҡатындарын да ҡалдырып торған, уларҙы төнгө намаҙҙарға уятҡан. (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Уның Рамаҙан айындағы беренсе егерме көнө лә беҙҙең көндәребеҙ кеүек булмаған, әлбиттә, ә һуңғы ун көн ураҙала ул нисек йәшәгәнен күҙ алдығыҙға килтерергә тырышығыҙ! Пәйғәмбәребеҙҙең ҡатыны Ғәйшә: «һуңғы ун көндә Аллаһтың рәсүле башҡа көндәрҙә тырышмаған кеүек тырыша торғайны» — тине (“Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан). Көслө бер хәҙистә әйтелгәнсә, ул ( Фатима менән Ғәлиҙең ишеген шаҡып: «Тороп намаҙ уҡымайһығыҙмы ни?» — ти торған. (“Әл- Бүхари”, “Мүслим” хәҙис йыйынтыҡтарынан). Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә пәйғәмбәребеҙҙең ҡылған тағы ла бер ғәмәле иғтикәф булған. Иғтикәф -кешенең мәсеттә ҡалып, тышҡа сыҡмай, ғибәҙәттәр менән генә мәшғүл булыуы. Ғәйшә хәбәр итеүенсә: «Пәйғәмбәр вафат булғанға ҡәҙәр Рамаҙандың һуңғы ун көнөн иғтикәфтә үткәрә торғайны. Киткән йылында ул егерме көн иғтикәфтә булды» (“Әл-Бүхари”, “Мүслим” хәҙистәр йыйынтығынан).

     Пәйғәмбәребеҙ иғтикәфтә булған ваҡытта тик доға һәм зикерҙә булған, кешеләр менән аралашмаған, уларҙың йыназаларында ла ҡатнашмаған, ауырыуҙарын да барып күрмәгән. Ул хатта мәсеттең эсендә кешеләргә күренмәҫ өсөн айырым урын (ишекле ҡыуыш формаһында) әҙерләгән. Ләкин был көндәрендә лә ул тәненең таҙалығын ҡайғыртҡан — мәсеттең тәҙрәһенән башын сығарып, Ғәйшә әсәбеҙҙән сәстәрен йыуҙыртып таратҡан. (Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләмдең өйө мәсеткә ҡуш, стена аша булған). Шуға күрә имам Әхмәт иғтикәф ҡылған кешенең йәмәғәт менән аралашыуын хуп күрмәгән, хатта Ҡөрьән уҡытыу һәм ғилем бирергә һораһалар ҙа. Иғтикәф ҡылғанда кеше мәсеттән сыҡмай, өйөнә ҡайтмай, ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылмай. Шулай ҙа кешенең ҡатыны мәсеткә килеп, ирен ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа күрә ала. Ағай- эне! Әгәр Рамаҙан айының беренсе көндәрендә теләгән ғибәҙәттәрегеҙҙе ҡылып өлгөрмәһәгеҙ, ашығығыҙ — тағы ла ун көнөгөҙ бар! Әгәр был ун көндә лә кеше үҙенең нәфсен еңә алмаһа, уның ошо хәҙис аҫтына эләгеүе бар: «Өмөтһөҙлөк һәм хәсрәткә батһын шундай кеше — кем Рамаҙан айына кереп сыҡты, ләкин уға гөнаһтары ғәфү ителмәне). Шуға бар көсөбөҙҙән тырышайыҡ, донъя эштәрен һәм мәшәҡәттәрен ҡалдырып торайыҡ. Халыҡ әйтмешләй, «кеше үлһә лә, уның өс көнлөк эше ҡала». Беҙ белмәйбеҙ, бәлки ниндәйҙер донъяуи эштәребеҙ менән йүгереп йөрөп, киләһе Рамаҙанға тиклем йәшәп тә етмәҫбеҙ! Ә быйылғы Рамаҙандан үҙебеҙгә тулыһынса файҙа сығара алмаһаҡ, Ҡиәмәт көнөндә бик ныҡ үкенеүебеҙ бар. Шуға ошо айҙа ҡылына торған бөтә изге эштәрҙе лә эшләп өлгөрәйек — күберәк тәүбә ҡылайыҡ, Ҡөрьән уҡыйыҡ, йыш- йыш доғалар менән Аллаһҡа ялбарайыҡ, мосолмандарҙы ифтарҙарға (ауыҙ асырға) саҡырайыҡ, тәрәүихтәрҙе һәм төнгө намаҙҙарҙы ихлас күңел менән ҡылайыҡ. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, «Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм иң йомарт кеше була торғайны, ә уның иң йомарт булған ваҡыты Рамаҙан айында — уға Джибрил фәрештә килеп Ҡөрьәнде өйрәткән айҙа — булды. Джибрил уға Рамазан айының һәр төнөндә килеп Ҡөрьәнде өйрәтә ине һәм Джибрил килгән ваҡытта пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм хәйер ҡылыуға елдән дә тиҙерәк булды» («Әл-Бухари», «Муслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан).

                                                              Икенсе хөтбә
     Ҡәҙерле мосолмандар! Рамаҙан айының һуңғы ун көнө һәм төндәре Ҡәҙер кисе арҡаһында айырым урын алып тора. Ҡәҙер кисе — ул Рамаҙандың 21, 23, 25, 27, 29-сы төндәренең береһе. Ҡәҙер кисе тураһында хәҙистәрҙә күп әйтелгән. Мәҫәлән, Ибн Түмәр һөйләгән бер хәҙистә әйтелгәнсә, ҡайһы бер сәхәбәләр төштәрендә Ҡәҙер кисенең һуңғы ете төндә булыуын күргән. Быны белгән пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм «Күреүемсә, һеҙҙең төштәрегеҙ һуңғы ете төндө күрһәтә, Шулай булғас, Ҡәҙер кисен көткән кеше уны һуңғы ете төндә эҙләһен» — тигән («Әл-Бүхари» хәҙистәр йыйынтығынан). Шулай уҡ Ибн Ғәббәс һүҙҙәренән риүәйәт ителеүенсә, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ҡәҙер кисен һуңғы ун төндә көтөгөҙ — туғыҙ, йә ете, йә биш көн ҡалғас» — тине («Әл-Бүхари» хәҙистәр йыйынтығынан). Икенсе бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм Ҡәҙер кисе тураһында: «Миңә Ҡәҙер кисе күрһәтелгән ине, ләкин аҙаҡ ул миңә онотторолдо. Ул һуңғы ун төндә. Ул асыҡ төн, һыуыҡта, эҫе лә түгел. Был төндә ай йондоҙҙарҙы ҡаплаган кеүек. Шайтандар был төндә таң атҡансы сыҡмай» — тине (Ибн Хиббән һәм Ибн Хузәймә риүәйәт иттеләр). Шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Ҡәҙер кисен һуңгы ун көндөң таҡ кисендә эҙләгеҙ» — тигән («Әл-Бүхари». «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарынан). Күп ҡәрҙәштәр Ҡәҙер кисе Рамаҙан айының тик 27-се төнөнә тура килә тип уйлаһалар ҙа, был дөрөҫ түгел. Билдәле йылда уның ниндәй төнгә тура килеүен бер кеше лә белмәй — Аллаһ Тәғәлә быны сер итеп ҡалдырған. Шулай булмаһа, кешеләр Рамаҙан айының бөтә көндәрендә һәм төндәрендә вайымһыҙ йөрөрҙәр ҙә, Ҡәҙер кисәһендә генә ғибәҙәткә керешерҙәр ине. Ә бит Аллаһ Тәғәлә беҙҙең «бер көнлөк» йә «бер төнлөк» мосолман булыуыбыҙҙы теләмәй, ә беҙҙең төҙәлеүебеҙҙе талап итә. Ҡәҙер кисе — йылдың иң бөйөк төнө, сөнки унда ҡылынған ғибәҙәттәр мең ай, йәғни 80 йыл ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн: «Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә индерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раббыларының рөхсәтеңән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух төшә. Ул — таң атҡанға тиклем тыныслыҡ», — тиелгән Ҡөрьәндә. («Ҡәҙер» сүрәһе, 97: 1 — 5 аяттар). Ҡәҙер кисенән «ятып ҡалмаҫ» өсөн, Рамаҙаңдың бөтә һуңғы төндәрендә лә тырышайыҡ. «Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның, бынан алда булган гөнаһтары ғәфү ителер», — тиелгән, бит хәҙистә. («Әл-Бүхари», «Мүслим» хәҙис йыйынтыҡтарьшан). Кем Рамаҙан айының башында вайымһыҙ булды, кем уның һуңғы көндәрендә лә ғибәҙәттәрҙә тырышманы, шул исмаһам Ҡәҙер кисенән ятып ҡалмаһын — һәр кистә тәрәүихтәрен ҡылып, доға һәм зикерҙәрҙә тырышһын!

     Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ҡатыны Ғәишәгә ошо кистәрҙә әйтелә торған доғаны өйрәтте һәм «Йә Аллаһ! һин Ғәфү итеүсе, Ғәфү итеүҙе яратаһың, мине лә ғәфү итсе!», — тип йыш әйтергә ҡушты. Ҡайһы бер мосолмандарҙың ҡылған хаталарына иғтибарығыҙҙы йәлеп иткем килә: күп ҡәрҙәштәр «бөгөнгө төн Ҡәҙер, кисе була ала микән?» тип саманан тыш уйланып, белемле кешеләргә шылтыратып, күкте күҙәтеп күп ваҡыттарын әрәм итә.Сөннәт буйынса был көндәрҙә һәм төндәрҙә күберәк Ҡөрьән уҡырға, намаҙ, доға, зикер, тәүбә ҡылырға кәрәк. Әгәр ошо эштәрегеҙ Ҡәҙер кисенә тура килһә, һеҙ ул кисте белмәһәгеҙҙә сауаптарығыҙ юғалмаҫ. Ә Ҡәҙер кисенең ниндәйҙер ғәләмәттәрен күреп тә, уны башҡа төндәр һымаҡ ҡәҙимгесә үткәргән кеше хәйерле эштәрҙән мәхрүм булыр. Аллаһ Тәғәлә Рамаҙан айын иң яҡшы рәүештә оҙатырға ярҙам итһен, был көндәрҙә ҡылған ғибәҙәттәребеҙҙе ҡабул әйләһен, әмин!
                                                                                                                                 "Йома хөтбәләре" китабынан

Ҡәҙер кисе хаҡында хикмәттәр — ошо биттә уҡығыҙ;https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise-xa%D2%A1ynda-xikm%D3%99tt%D3%99r.html#more-6060