Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...
Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон... «Инсан исемле Сер» китабынан, Нуриман Мусин.
Бушҡа үткән ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ – тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып та ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
Әҙәм ғүмере ҡапма-ҡаршы ике нөктә — «йәшәү шатлығы» һәм «үлем ҡурҡынысы» араһында бәүелгән маятник ише. Башкөллө фани донъя ығы-зығыһына сумған бәндә үлемдең хәҡиҡи асылын, әҙәмдең был донъяға килеү серен һәм хикмәтен аса алмай. Ғаләмдең кескәй генә күсермәһе булған тәнебеҙҙә меңдәрсә күҙәнәк һәр даим тыуа һәм үлә. Тән был донъя менән оҡшаш: унда «бәпесләү бүлектәре» лә, «зыяраттар» ҙа бар. Нәфесебеҙ был донъяла ирешкән бөтә бейеклектәр балалар диңгеҙ янында төҙөгән ҡом ҡәлғәләргә оҡшаш — килтереп бәргән тәүге тулҡын менән улар йыуылып юҡҡа сығасаҡ. Читать далее
Раббәнәәнең 40 доғаһы
Раббәнәәнең 40 доғаһы
Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ. Читать далее
Ялғанға инаныу!
Ялғанға инаныу!
Был фани донъябыҙҙа ялғанға инаныу, ялғанға ышаныу, алдаҡ һәм боҙоҡлоҡҡа ҡоролған тормошобоҙҙа әҙәм балаларының, шул иҫәптән үҙҙәрен мосолманға һанаған әҙәмдәрҙең һаҙлыҡҡа батҡандарын күрәбеҙ. Берәүҙәре белемһеҙлектәре арҡаһында, икенселәре алған ғилемдәренән фәтүә алмай ике йөҙлөлөккә – монафиҡлыҡҡа баталар. Көнө-төнө барған ялғанды ысынбарлыҡ итеп, донъяларын имеш дошмандан һаҡлайҙар. Үткән вәғәҙҙәрҙә был Дәджәл фетнәһенең репетицияһы икәнен аныҡ аңлатҡайным.
Мәүләнә Йәләлетдин Руминың «Мөхәббәт һәм Мәғрифәт», «Мөхәббәт сере» китабтарынан алынған өҙөктәрҙе файҙаланып төҙөлгән вәғәҙҙе уҡып үтәйек.
أَفَلَا يَتَدَبَّرُونَ الْقُرْآنَ أَمْ عَلَى قُلُوبٍ أَقْفَالُهَا
Ә фәләә йәтәдәббәруунәл-Ҡур'әәнә әм ғәләә ҡулүүбин әҡфәәлүһәә.
«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» (Мөхәммәд, 24). Читать далее
Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
Мәшһүр яҡташыбыҙ, үҙ заманының күренекле күренекле мәғрифәтсеһе һәм арҙаҡлы дин әһеле ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) Ноғоман улы Ирназаровҡа быйыл 160 йәш тула. Ул атаһының исеме менән Ноғоманов йөрөй.
Бала саҡтан ишетеп килгән Абд аль Ханнан хәҙрәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбеһе бер ваҡыттала баштан сыҡманы.
Асҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәттең изге кәңәштәре менән был ҡулъяҙманы әҙерләүсе Ҡужан ауылы Ғәбделбарый улы Рафаил Мәсәлимов.
Минең әсәйем Сафия (атаһы Дәүләтша ауылынан билгеле Камалетдин мулла, әсәһе Фатима Абд аль Ханнандың ҡыҙы) олоатаһы Абд аль Ханнанды яҡшы белә ине, бала сағынан ҡатнашып, аралашып үҫкән. Абд аль Ханнан хәҙрәтте һуңғы юлға оҙатҡандала булған (ул ваҡытта атайым менән әсәйем Әлмүхәмәт МТС-ында эшләгәндәр, шунда йәшәгәндәр).
Был ҡулъяҙманы әҙерләгәндә мин Асҡар ауылында йәшәгән Усманов Махиян мулланың һөйләгәндәрен иҫкә алдым (Махиян мулла Абд аль Ханнанға ҡоҙа була). Асҡар мәктәбендә 8-10 класстарҙа уҡығанда мин Махиян олоатайҙарға йыш бара торғайным. Махиян мулла миңә Камалетдин мулла Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында күп һөйләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп нәмәләре онотолоп бөткән. Читать далее
Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы
Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы
«Рәсәй иленә ҡәбәхәттәр идара итә»,— тип белдерҙе, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкәләтлеһе Сергей Ковалев. Үҙ ерендә үҙ халҡына ҡаршы һуғыш асҡан власть даирәләрен башҡаса атап булмайҙыр ҙа. Төньяҡ Кавказдағы Ичкерияның һәм күрше региондарҙың йөҙәрләгән мең халыҡтары — чечендар һәм ингуштар, ҡарәсәй һәм адыгей, осетин һәм балҡарҙар — бары тик донъяға үҙҙәре булып тыуған һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәргә ынтылған өсөн XX быуат эсендә генә бына нисәнсе тапҡыр депортацияға, этноцидҡа, туранан-тура геноцидҡа дусар ителде, йорт-ерҙәре яндырылып, ас-яланғас ҡалдырылды, үлтерелде, иленән һөрөлдө. Бына нисәнсе тапҡыр үҙ халҡына ҡаршы ҡуйылып, төрлө милләттән булған тиҫтәләгән мең Рәсәй хәрбиҙәре һәләк ителде. Ирендәрендә әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәгән, мыйыҡтары ла яңы ғына һыҙылып сығып килгән һәм Рәсәй армияһында әле күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын хәтерләткән һөлөктәй егеттәребеҙҙе утлы нөктәләргә ебәреп, милләттең иң сәләмәт һәм иң көслө яртыһынан «пушка ите» яһанылар.
Рәсәй армияһының, тимәк, беҙҙең егеттәрҙең — урыҫмы, татармы, сыуашмы, башҡортмо, барыбер беҙҙеке, бит улар — Ичкерияла «бандиттар» менән түгел, ә чечен халҡына ҡаршы һуғышыуы бөгөн бөтә донъяға билдәле. Читать далее
Илкәйем
«Илкәйем», Зәйтүнә Ханова
Президент Борис Ельцин хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәргә алты ай хеҙмәт иткән йәш һалдаттарҙы ебәрергә Указ биргәйне, теләгеңә ҡарап һуғышта ҡатнашыу хоҡуғын бөтөргәйне. Шунан алып һуғышта ҡатнашыу мәжбүри бурысҡа әйләнде. Ә бының Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеүе бер кемде лә борсоманы. Төп Законда ҡаралған альтернативалы хеҙмәткә хоҡуҡ тулыһынса инҡар ителде .
Рәсәйҙә хатта һауала һуғыш еҫтәре аңҡый. Телевидение бер туҡтауһыҙ Владимир Путинды күрһәтә: бына ул һауала пилот урынында, бына һыу аҫты кәмәһендә, (Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер кеше, Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһынан йәш математик, милитаризацияға ҡаршы радикаль ассоциация ағзаһы Дмитрий Неверовский ғына «һуғыш машинаһын» судта еңеп сыҡты — тик бының өсөн уға бер йылға яҡын төрмәлә ултырырға тура килде. «Минең һуғышта ҡатнашмаҫҡа Конституцияла ҡаралған хоҡуғым бар һәм мине ирекһеҙләргә бер кемдең хаҡы юҡ. Әгәр Чечняға барһам, барыбер тыныс халыҡ яғына күсер инем», — тип белдерҙе Дмитрий судта (НТВ, 24 октябрь, «Суд бара» программаһы) йәки Чечняла һалдаттарҙы яңы һуғыштарға рухландыра, бына ул шлем кейеп, парашют аҫып алған һәм СУ-27 истребителендә Чечняға оса, йәки каратэ менән шөғөлләнә... Бары тик Баренц диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ уҡыу тәжрибәләре ваҡытында илдең иң яҡшы судноһы — КА-141 «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң бар донъя тетрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ҡотҡарыу эштәрен башларға теләмәгән һәм Сочила ял итеүен дауам иткән президентыбыҙҙың һәм баш командующийыбыҙҙың абруйы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Путин үҙе булып — президент булып ҡалды, ә бына беҙ, меңәрләгән чечендар ауыл-ҡалалары менән ер йөҙөнән юҡ ителгәндә «ыһ!» та итмәгән кешеләр, үкерешеп илаштыҡ... Йортһоҙ, илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ, динһеҙ ҡалғандарҙы кем йәлләп илар икән?.. Читать далее
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле». Читать далее
Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» . Китапты тулыһынса аҫта уҡырға мөмкин.
Әхмәтзәки Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында
Башҡорттарҙың ысын армия булып хеҙмәт итеүе 1798 йылдан башлана. Ләкин башҡорттар борон-борондан уҡ ғәскәри халыҡ булғанлыҡтан, Рәсәй хөкүмәте ҡулына инеү менән үҙ ихтыярҙары менән ғәскәри хеҙмәткә барған. Башҡорт ғәскәре хаҡында беренсе хәбәр 1608 йылда күренә. 1676 йыл бер мең тирәһе башҡорт Ҡырым һуғышына һәм төрлө ваҡыттарҙа поляктарға ҡаршы барғандар. Был хеҙмәттәрҙең барыһына ла теләгән кешеләр барған, йәғни ихтыярлы эш булған. 1754 йылдың 14 мартынан башлап Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙан кәрәк саҡта ғәскәр алырға әмер сығарған һәм шул ваҡыттан башлап 1797 йылға тиклем линия хеҙмәтенә (йәғни дәүләт сиктәрендәге крепостарҙағы хеҙмәткә) барғандар. 1755 йыл хеҙмәттә 1969 кеше булған. 1754 йылға ҡәҙәр хеҙмәттәре өсөн жалование алмағандар. Тик ҡылған эштәренә ҡарап награда ғына I алғандар, әммә 1854 йылдан 1898 йылға хеҙмәт итеүселәргә жалование, фураж һәм провиант бирелгән. Башҡорттарҙың 1898 йылға тиклемге ғәскәри хеҙмәтен беренсе дәүер тип әйтергә була. Ул саҡта башҡорттар, һәммә ғәскәр тәртибе эштәрендә үҙе теләгән рәүештә булған, Рәсәйҙең регуляр армияһы кеүек ғөмүми ҡанундарға ҡарамаған. Хеҙмәткә теләп йәки хөкүмәт әмере буйынса барыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теләгән кешене баш итеп һайлап, үҙҙәренсә эш иткәндәр. Читать далее
Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?
Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?
Был хикәйәт Әхәт Сәлиховтың «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» тигән китабынан алынды. Был китапка ссылка: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838
Көнсығышта урынлашҡан тауҙарында был көнгәсә йәшәп килгән башҡорттар үҙҙәренең ябайлыҡтары, йомартлыҡтары һәм батырлыҡтары менән башҡа халыҡтарҙан айырылғандары кеүек, йәнле активлыҡта, дәрт һәм ғәйрәттә лә күрше ҡәүемдәрҙең бик күбеһенән алда инеләр. Ватан мөхәббәте, бер-береһенә өлфәт араларына тамам ерләшеп, үҙ-ара хыянат, үлтереш, талашты күңелдәренә лә килтермәйҙәр ине. Мәрхәмәт, шәфҡәт һәм бер береһенә ярҙам итеү, ғәфү итә һәм тыңлай белеү шикелле кешелек йәмғиәтендә беренсе урынды тотҡан маҡтаулы сифаттар, башҡорттарҙың тәбиғи сифаттары кеүек әүерелгәндәр ине. Бөйөк Урал тауҙарының шиғри күренештәре эсендә тәбиғәттең киң һәм бөтмәҫ ниғмәттәренән тик үҙҙәре генә файҙаланып, йәнле-ҡыҙыҡлы хаят, дәртле-ялҡынлы бер тормош эсендә ғүмерҙәрен кисергән киң күкрәкле башҡорттарҙың заманында ярайһы ғына ғалим һәм белгестәр, әҙип һәм шағирҙар етешкәне кеүек, саф алдына сығып, батырҙарса һуғышҡан ҡаһармандары ла булып үтте. Аллаһы тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның ожмахи булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был хоҙай бәндәләре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр... Бер береһе өҫтөнә сыҡҡан күп һанлы тауҙарҙан тәшкил ителгән, туп-тура күккә табан юғары олғашҡан Урал тауҙары... Шул күренеште тәшкил иткән йәмле тәбиғәттең тәьҫире аҫтында башҡорттар һис нәмәгә илтифат итмәйенсә, ғәмһеҙ-ҡайғыһыҙ күңелле тормоштоң ләззәтле ҡосағында рәхәт-рәхәт йәшәй бирҙеләр. Читать далее
Сайланма хәдисләр
Сайланма хәдисләр
Ризаэтдин бине Фәхретдиндең « Сайланма хәдисләр китабынан».
عن أَمِيرِ المُؤمِنِينَ أَبي حَفْصٍ عُمَرَ بنِ الخطَّابِ رَضِيَ اللهُ عَنْهُ قَالَ : سَمِعْتُ رَسُولَ اللهِ صلى الله عليه وسلم يَقُولُ: « إِنَّما الأَعْمَالُ بالنِّيَّاتِ وإنَّما لكُلِّ امْرِىءٍ ما نَوَى، فَمَنْ كانَتْ هِجْرَتُهُ إلى اللهِ ورَسُولِهِ فَهِجْرَتُهُ إلى اللهِ ورَسُولِهِ، ومَنْ كانَتْ هِجْرَتُهُ لِدُنْيا يُصِيبُها أو امْرأةٍ يَنْكِحُها فَهِجْرَتُهُ إلى ما هَاجَرَ إليه».
"Кешеләр кыла торган гамәлләрнең Аллаһы Тәгалә тарафыннан игътибарга алынулары, дәрәҗә һәм мәртәбәләре аларның ниятләренә күрә, һәр кешенең үз гамәле бә-рабәренә булган өлеше нияткә карап була. Аллаһы Тәгалә һәм Рәсүленең ризалыгын ният кылып һиҗрәт кылучыларга Аллаһ һәм Рәсүле өчен һиҗрәт кылу савабы була. Дөньяви максат өчен яки берәр хатынга өйләнү нияте бе-лән һиҗрәт кылучыларның алачак өлешләре дә үзләренең дөньяви максатларына җитү яки шул хатынга өйләнүдән гыйбарәт була".

