Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

                                                  Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

Cuverenitet

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

     «Рәсәй иленә ҡәбәхәттәр идара итә»,— тип белдерҙе, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкәләтлеһе Сергей Ковалев. Үҙ ерендә үҙ халҡына ҡаршы һуғыш асҡан власть даирәләрен башҡаса атап булмайҙыр ҙа. Төньяҡ Кавказдағы Ичкерияның һәм күрше региондарҙың йөҙәрләгән мең халыҡтары — чечендар һәм ингуштар, ҡарәсәй һәм адыгей, осетин һәм балҡарҙар — бары тик донъяға үҙҙәре булып тыуған һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәргә ынтылған өсөн XX быуат эсендә генә бына нисәнсе тапҡыр депортацияға, этноцидҡа, туранан-тура геноцидҡа дусар ителде, йорт-ерҙәре яндырылып, ас-яланғас ҡалдырылды, үлтерелде, иленән һөрөлдө. Бына нисәнсе тапҡыр үҙ халҡына ҡаршы ҡуйылып, төрлө милләттән булған тиҫтәләгән мең Рәсәй хәрбиҙәре һәләк ителде. Ирендәрендә әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәгән, мыйыҡтары ла яңы ғына һыҙылып сығып килгән һәм Рәсәй армияһында әле күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын хәтерләткән һөлөктәй егеттәребеҙҙе утлы нөктәләргә ебәреп, милләттең иң сәләмәт һәм иң көслө яртыһынан «пушка ите» яһанылар.
     Рәсәй армияһының, тимәк, беҙҙең егеттәрҙең — урыҫмы, татармы, сыуашмы, башҡортмо, барыбер беҙҙеке, бит улар — Ичкерияла «бандиттар» менән түгел, ә чечен халҡына ҡаршы һуғышыуы бөгөн бөтә донъяға билдәле.

     Президент Ельцин, Оборона министры Грачев, «милләт эштәре белгесе» Егоров, хөкүмәт рәйесе Черномырдин, Дума рәйесе Рыбкин кеүек башыбыҙға бәлә булып төшкән хакимдарҙың һәм уларҙың Жириновский, Солженицын кеүек ярандарының суверенитетҡа, демократияға ҡаршы диктатура иғлан итеүе, аҙ һанлы халыҡтар ҡанын көҫәүе, баҫҡынсылыҡ нәфсеһен тыя алмауы саманан ашты. «Расформировать и разоружить банд формирования в Чечне!» тигән ялған лозунгыға бөгөн бер кемде лә ышандырып булмай.
     Бынан ике йыл элек, 1992 йылдың 10 ноябрендә, Төньяҡ Осетияның Юғары Советы Рәйесе А. Галазов сессияла:
     — Яҡын арала Эске эштәр министрлығы һәм Именлек министрлығы частары, халыҡ ополчениеһы, гвардия һәм Рәсәй Федерацияһының берләштерелгән ғәскәрҙәре менән берлектә беҙ еребеҙҙе (ингуштарҙың тарихи ерҙәре — Пригородный районы күҙҙә тотола. — Автор) ингуш бандиттарынан таҙартырға тейешбеҙ, — тип сығыш яһағайны.
     Артабан, Ингушетияға ғәскәр индерелеп, Рәсәй армияһы һәм Төньяҡ Осетия (шулай уҡ Көньяҡ Осетия) боевиктары Пригородный районынан ингуштарҙы ҡанға батырып депортацияланы.
     Дәүләт Думаһы рәйесе И. Рыбкиндың, Чечнялағы кеүек үк, Башҡортостанда һәм Татарстанда ла бандит отрядтары юҡ ителәсәк, тип раҫлауы ҡот осҡос әшәке һәм таныш алым.
     Халыҡтарҙың береһендә — «дошман», икенсеһендә «бандит» күреп, бер-береһенә ҡаршы һөсләтеү, талаштырып, һуғыштырып, ерҙәрен тартып алыу принцибы быуаттар төпкөлөнән килә һәм бөгөн дә йәшәй. Кавказ синдромын тәрәнерәк аңлау өсөн дә тарихҡа бағырға кәрәктер.
     Кавказ аръяғы кисергән тиклемде совет империяһының бер төбәге лә күрмәгән. Ҡасандыр Мәскәү Кремле партократтары унда ойошторған милләт-ара ҡораллы бәрелештәрҙе бөгөнгө көндә Рәсәй демократтары дауам итә.
     Хатта Бөйөк Ватан һуғышы барғанда ла, Германия фашизмына ҡаршы һуғыш яландарында СССР халыҡтарының ҡаны түгелгәндә, Сталиндың тоталитар режимы, уның ярандары — НКВД функңионерҙары, кеше һәм тотош милләт, халыҡ хоҡуҡтарын боҙоп, үҙ халҡына ҡаршы көрәшә. Мәкерлектәре һәм ҡәбәхәтлектәре менән урта быуат инквизиторҙарынан, фашист палачтарынан уҙҙырған дәүләт чиновниктарына тотош этностар ҡорбан килтерелә. Чечен, ингуш, балҡар, ҡарәсәй халыҡтарын депортациялағанда НКВД ғәскәрҙәренең уларҙы күпләп ҡырыуы, яндырып, көлгә әйләндереүе йәки атып үлтереүе быға асыҡ дәлил.
     Мәскәү сикһеҙ ғорурланған бик күп тарих биттәре Рәсәй халыҡтарына үлем һәм ҡырылыш килтергән. Шундай биттәрҙең береһе— Рус—Кавказ һуғышындағы еңеү, Төньяҡ һәм Көнбайыш Кавказ өсөн был һуғыш милли фажиғәгә әйләнеп, төп халыҡтарҙың бөтөрөлөүенә нигеҙ һалған. 100 йылға тиклем һуҙылған һуғыш миллионлаған Кавказ кешеһе ғүмерен, бөтөн матди һәм рухи мәҙәниәтте тиерлек алып киткән. Тау халыҡтары — дағстан, чечен, осетин, ҡабарҙы, черкес, ҡарәсәй, адыгей, нуғай һәм Кавказдың башҡа төп халыҡтары ҡот осҡос милли ҡыйралышҡа дусар ителгән. Яндырылған ауылдар урынында казак станицалары пәйҙә булған. Уларға урындағы ерле халыҡты ҡырып бөтөрөүсе батша генералдары һәм колонизаторҙарының исемдәре бирелгән: Зассовская, Головинская, Лазаревское, Котляровская... Совет хронологияһында Рус—Кавказ һуғышы 1817— 1864 йылдарҙа барған тип иҫәпләнһә лә, ысынында иһә Рәсәйҙең Кавказдағы баҫҡынсылыҡ һуғыштары XVI быуатта уҡ, Иван Грозный хакимлығында башланып, 1722 йылда Петр I етәкселегендә билдәле Персия (Кавказ) яуында дауам иткән һәм бер быуатҡа һуҙылған. 1735— 1785 йылдарҙа Кизляр, Моздок, Владикавказ, Грозный ҡәлғәләре төҙөлгән.
     Төньяҡ Кавказ халыҡтары һуңғы 200 йылдай ашыу ваҡыт эсендә (1792— 1995) батша самодержавиеһы, совет тоталитар һәм Рәсәй «демократик» режимы тарафынан 12 тапҡыр үҙ ерҙәренән ҡыуыла, физик ҡыйралышҡа дусар ителә.
     Был халыҡтар яҙмышында иң фажиғәлеһе — Осман империяһына көсләп индереү. Дағстан, Чечня, Ингушетия һәм Көнбайыш халыҡтарын Осман империяһына — Европа һәм Азия Төркиәһенә — көсләп күсереү аслыҡ, төрлө эпидемиялар, талау һәм үлтереш менән оҙатыла. XIX быуатта Кавказдағы тау халыҡтарын ошо мәжбүри депортациялауҙан да тетрәткесерәк күренеш юҡтыр.
     Ун икенсеһе— 1992 йылдың ноябрендә Төньяҡ Осетиялағы ингуштарҙы ҡыуыу һәм физик ҡыйратыу...
     ...1991 йылда Борис Ельцин республикаларға «күпме йота алһалар, шул тиклем суверенитет» вәғәҙә иткәйне.
     Ә 1993 йылда ул НАТО лидерҙарына конвенциаль ҡоралды ҡыҫҡартыу тураһындағы Килешеүгә ингән ҡоралдарҙы кәметеүҙе туҡтатып тороуҙарын һорап мөрәжәғәт итә («Таймс» гәзите, 7. 10.93 йыл) һәм Рәсәйҙең Көньяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн Кавказда бик күп танк һәм артиллерия урынлаштырырға рөхсәт ала.
     Шулай итеп, икенсе Рус — Кавказ һуғышына әйләнер хәрби акцияға алдан әҙерлек алып барыла.
     1994 йылдың 11 декабрендә суверенлы Ичкерия (Чечня) иленә ғәскәр индерелә.
     Президент һәм Баш командующий Б. Ельциндың Рәсәй граждандарын тотош ҡырыуҙы аҡларлыҡ бер ниндәй сәйәси мәнфәғәте лә булыуы мөмкин түгел. Федерацияға идара итеүсе даирәләрҙең халыҡтары төрмәһе булған СССР ваҡытынан ҡалған эш ысулдары көслө әле. Был хакимдар бөгөнгө Европаның ирекле нигеҙҙә берләшәсәген аңларға теләмәй. Шундай киң ер биләмәләренә идара итеүҙең ғәйәт ҙур яуаплылыҡ һәм аҡыл көсө талап итеүен дә аңламай...

     китапты тулыһынса аҫта уҡығыҙ.