Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға.
Ҡарғыш, ҡәһәр, ләғнәт, ҡарғау, ҡәһәрләү, ләғнәт уҡыу, бәддоға тигән һүҙҙәр һәр кемгә таныштыр. Тарихыбыҙҙа, мәсет манараларын киҫкән әҙәм аҡтыҡтарына һәм уларҙың етәкселәренә ҡәһәр төшөп, шулай уҡ бер әүлиәбеҙгә бәйләнгән НКВД хеҙмәткәренең ауыҙҙы шалшайып, тупһанан ҡолап үлгәнен һәм яуызлыҡ эшләгән башҡаларға Аллаһының ләғнәте төшкәнен, ишеткәнегеҙ бар. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең изге Ҡөръян Кәрим китабы аяттарында Әбү Ләһәбкә, фирғәүенгә Аллаһының ҡарғышы тураһында ла әйтелә.
Әйҙәгеҙ, бөгөнгө замандарҙа ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тура теләге буйынса Аллаһының ләғнәте төшкән миҫалдарҙы ҡарап үтәйек. Беҙ үҙебеҙҙең көс ҡеүәт, теләк менән берәй кешегә зыян килтерә алмайбыҙ, барыһы ла Аллаһ аша башҡарыла. Ҡорбанға, тип мал салғанда ла, беҙ ул хайуанға йәрәхәт кенә килтерәбеҙ, ә йәнен фәрештәләр Аллаһының ризалығы менән ала бит. Читать далее
Архив метки: доға
Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
Боҙоҡлоҡ ҡылыусы тирандарға һәм уларҙың эйәрсендәренә ҡаршы көслө доғалар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында, улар бар яҡтан ҙур ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар һәм яуызлыҡтар кисергән ваҡытта, дошмандар ҙур ғәскәр йыйып, мосолмандарға ҡаршы ҡуҙғалғас, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һәм уның сәхәбәләре изге Ҡөръән Кәримдәге ошо аятты уҡыған:
حَسْبُنَا اللَّهُ وَنِعْمَ الْوَكِيلُ
...хәсбүнә-ллааһу үә ниғмәл-үәкиил
Беҙгә Аллаһының булғаны еткән. Ул бик яҡшы (ярҙамсы) вәкил, — тинеләр. 173-сө аят, Ғимран сүрәһе.
Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға көс-ҡеүәт бирә һәм уларҙың бар ҡурҡыуҙары, ҡаҡшауҙары юғалып, улар дошмандарын еңәләр. Был доға Ибраһим пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм доғаһы менән оҡшаш. Ибраһим ғәләйһиссәләмде, халҡын Ислам диненә саҡырғаны өсөн, уның дошмандары уны янып торған ҡыҙыу утҡа ташлайҙар. Ул бер-нисә һүҙҙән торған доға ҡыла һәм Аллаһының мөғжизәһе менән янып торған эҫе ут ялҡыны һалҡын зыянһыҙ ялҡынға әйләнеп, пәйғәмбәребеҙгә бер ниндәйҙә зыян килтермәй. Аллаһ был турала әлеге аяттында әйтә: Аллаһ иң яҡшы һаҡлаусы һәм тәрбиәсе, шуға ошо аятҡа таянып әлеге мосолмандар бар эш-хәлдәрен Аллаһҡа тапшыралар. Үҙҙәренең көсһөҙ саҡтарында улар: хәсбүнә-ллаһу үә ниғмә-л-үәкил, тип әйтеүҙәрен дауам иткәндәр, беҙ бер нәмәне лә контрольда тота алмағанда, быны тик Раббыбыҙ ғына Үҙенең көслө күҙәтеүе аҫтында тота ала һәм кәрәк саҡта уны һөҙөмтәһен Ул ғына бирә ала. Читать далее
Раббәнәәнең 40 доғаһы
Раббәнәәнең 40 доғаһы
Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ. Читать далее
Изге айҙарҙа доғалар
Изге айҙарҙа доғалар
Ислам донъяһындағы өс мөбәрәк айҙың береһе булған Рәжәб айына, иншшаАллаһ, Аллаһ насип иткәс аяҡ баҫтыҡ. Ай календаре буйынса Рәжәб – йылдың 7-се айы һәм 4 изге айҙың береһе. Рәжәб һүҙе «тәржиб» һүҙенән алынған. Тәржемәһе «хөрмәтләү», «табыныу» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә был айҙы хөрмәтләп ураҙа тотоусының һәм үҙенә доға ҡылыусының гонаһтарын кисерә, уны юғары дәрәжәләргә ирештерә. Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ бер хәҙисендә әйтелгән: “Йәнәттә һөттән аҡ, балдан татлы Рәжәб тигән бер йылға бар. Рәжәб айында бер генә көн булһа ла ураҙа тотҡан кеше шул йылғанан шифалы шәрбәт эскән кеүек булыр".
Рәжәб һәм Шәғбән – изге Рамаҙан айы тураһында алдан хәбәр биреүсе айҙар булып торалар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ﷺ йәнә бер хәҙисендә былай тип әйткән: «Рәжәб – Аллаһтың айы, Шәғбән – минең айым, ә Рамаҙан – өммәтемдең айы». Кемдер берәү Пәйғәмбәребеҙ, ﷺ: "Йә Рәсүлаллаһ, ни өсөн Рәжәб – Аллаһ айы һуң ул? – тип һораған. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Был айҙа ихлас күңелдән тәүбә итеүселәргә Аллаһы Тәғәләнең шәфәғәте инә, был айҙа ҡан ҡойоу, һуғыштар тыйылған, был айҙа Аллаһы Тәғәлә бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең доғаларын ҡабул ҡылған һәм күп кенә әүлиәләрҙе (изгеләрҙе) дошмандары ҡулынан ҡотҡарған». Беҙҙә көндәрен дә, төндәрендә салауат-шөкөрҙәрҙә булайыҡ. Читать далее
Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) доға
Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) доға
Йоғошло сирҙәрҙән (коронавирустан) ҡотолоу өсөн Аллаһының ун исемле доғаһы. Джаушан Кәбир доғалығынан Аллаһ Тәғәленең ун күркәм исемдәре. Аҫтағы доғаларҙы ла шуның өсөн файҙаланырға була. Аллаһ Тәғәлә һынау өсөн ебәргән йоғошло сирҙән – коронавирустан беҙ Аллаһыға инанмайынса, ҡотола алмайбыҙ. Ул йоғошло грипп һымаҡ ауырыуҙарҙың бер төрө, үлемгә алып барған осраҡтары ябай грипп менән сағыштырғанда аҙ. Тик беҙҙе көнө-төнө алдаған йүнһеҙ матбуғат саралары арҡаһында ғына ул ҡиәмәт итеп күрһәтелә. Әле бына уның яңы төрҙәре сыға башланы. Маска (битлек) кейеп йөрөү һеҙҙе, әгәр Аллаһ теләһә ҡотҡармай. Маска кейеп йөрөү арҡаһында кешенең иммуните́ты юғала, уға кислород етешмәй, шул арҡала ла үлемдәр осрағы теркәлә башланы. Читать далее
Баш ауырыуынан. Джаушан Кәбир доғалығынан
Баш ауырыуынан. Джаушан Кәбир доғалығынан.
Баш ауырыуынан ҡотолоу өсөн Джаушан Кәбир доғаһынан Аллаһының ун исеме. Джаушан Кәбир доғаһы йөҙ бүлектән тора. Ошо доғалыҡтан баш ауыртыуынан ҡотолоу өсөн Аллаһ Тәғәләнең ун исеме яҙылған ике бүлекте тәҡдим итәм. Ҡөръән Кәримдә: «Иң, гүзәл исемдәр Аллаһыныҡылыр, Уға хастыр. Аллаһыға был исемдәр менән доға ҡылығыҙ», — тип бойоролған. (Әғраф (Кәртәләр) сүрәһе, 180 аят). Читать далее
Баш ауырыуынан доғалар
Баш ауырыуынан доғалар
Баш ауыртыуына һәр кем тейерлек зарланып ала. Баш ауыртыуына төрлө сәбәптәр: муйын остеохондрозы, елкә менән бәйле башҡа ауырыуҙар, юғары ҡан баҫымы, нерв күҙәнәктәренең ҡыҫылыуы, гипертония, төрлө ялҡынһыныуҙар, глаукома – һәм организмдағы башҡа сәбәптәр баш ауыртыуына килтереүе мөмкин. Баш ауыртыуын нисек дауаларға һуң?
Дауалауҙың ысулдары төрлө. Ул һәр пациенттың хәленә, диагнозына ярашлы рәүештә билдәләнә. Ғөмүмән, дауалау ысулдарын бер нисә төркөмгә бүлергә мөмкин. Беренсеһе – медикаменттар менән дауаланыу. Икенсе ысул – массаж, физиотерапия һәм башҡа саралар ярҙамында дауалайҙар. Дөрөҫ һайланған дауалау күнегеүҙәре, етерлек күләмдә физик эш тә баш ауыртыуын баҫырға мөмкин. Шулай уҡ халыҡ медицинаһы ысулдары ла етерлек. Баш ауыртҡанда үләндәр, тамырҙыр, емештәр һәм башҡа нәмәләр файҙалана. Читать далее