Архив метки: Зәйнулла ишан

Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан

                                        Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
     Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
     Мәшһүр яҡташыбыҙ, үҙ заманының күренекле күренекле мәғрифәтсеһе һәм арҙаҡлы дин әһеле ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) Ноғоман улы Ирназаровҡа быйыл 160 йәш тула. Ул атаһының исеме менән Ноғоманов йөрөй.
     Бала саҡтан ишетеп килгән Абд аль Ханнан хәҙрәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбеһе бер ваҡыттала баштан сыҡманы.
     Асҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәттең изге кәңәштәре менән был ҡулъяҙманы әҙерләүсе Ҡужан ауылы Ғәбделбарый улы Рафаил Мәсәлимов.
     Минең әсәйем Сафия (атаһы Дәүләтша ауылынан билгеле Камалетдин мулла, әсәһе Фатима Абд аль Ханнандың ҡыҙы) олоатаһы Абд аль Ханнанды яҡшы белә ине, бала сағынан ҡатнашып, аралашып үҫкән. Абд аль Ханнан хәҙрәтте һуңғы юлға оҙатҡандала булған (ул ваҡытта атайым менән әсәйем Әлмүхәмәт МТС-ында эшләгәндәр, шунда йәшәгәндәр).
Был ҡулъяҙманы әҙерләгәндә мин Асҡар ауылында йәшәгән Усманов Махиян мулланың һөйләгәндәрен иҫкә алдым (Махиян мулла Абд аль Ханнанға ҡоҙа була). Асҡар мәктәбендә 8-10 класстарҙа уҡығанда мин Махиян олоатайҙарға йыш бара торғайным. Махиян мулла миңә Камалетдин мулла Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында күп һөйләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп нәмәләре онотолоп бөткән. Читать далее