Раббәнәәнең 40 доғаһы
Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ.
Доға – иманлы кешенең ҡоралы, ул ғибәҙҙәтең асылы. Бәлки, был Аллаһ беҙҙең өсөн алдан билдәгәнде үҙгәртеү өсөн ҡулланыла торған ҡоралдыр. Доғалар аша беҙ Аллаһ Тәғәләнең беҙҙең өсөн бирелгән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеләйтә алабыҙ һәм дә ул тормошобоҙҙы ыңғай яҡҡа борорға сәбәптер.
1. Изгелекте ҡабул итһен өсөн доға
رَبَّنَا تَقَبَّلْ مِنَّا إِنَّكَ أَنْتَ السَّمِيعُ العَلِيمُ
...Раббәнәә тәҡаббәл миннәә иннәкә әңтә-ссәмииғүл-ғәлиим.
Эй, Раббым! Ҡабул ит беҙҙән! Һин ысынлып та, ишетеп, белеп тораһың бит! Әл-Баҡара сүрәһе, 127-се аят.
2. Бөтә мосолман өммәте өсөн доға
رَبَّنَا وَاجْعَلْنَا مُسْلِمَيْنِ لَكَ وَمِنْ ذُرِّيَّتِنَٓا اُمَّةً مُسْلِمَةً لَكَۖ وَاَرِنَا مَنَاسِكَنَا وَتُبْ عَلَيْنَاۚ اِنَّكَ اَنْتَ التَّوَّابُ الرَّح۪يمُ
Раббәнәә үәджғәлнәә мүслимәйни ләкә үә миң ҙүрриййәтинәә үммәтәм-мүслимәтәл-ләкә үә әринәә мәнәәсикәнәә үә түб ғәләйнәә иннәкә әңтә-ттәүүәәбү-ррахиим.
Раббым! Беҙҙе мосолман ит, беҙҙең нәҫелде мосолман өммәте ит, ғибәҙәт ҡылыр урыныбыҙҙы күрһәт, беҙҙе Үҙең ярлыҡа! Ысынлап та, һин ярлыҡаусан, рәхимле! Әл-Баҡара сүрәһе, 128 -се аят.
3. Был донъяла изгелек бир
رَبَّنَا آتِنَا فِي الدُّنْيَا حَسَنَةً وَفِي الآخِرَةِ حَسَنَةً وَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
...Раббәнәә 'әәтинәә фи-ддүнйәә хәсәнәтәү-үә фил-әәхыирати хәсәнәтәү-үәҡинәә ғәҙәәбә-ннаар.
Раббым! Был донъяла беҙгә изгелек (рәхәтлек) бир, теге донъяла ла яҡшылығыңдан ҡалдырма, тамуҡ утынан беҙҙе һаҡла! Әл-Баҡара сүрәһе, 201 -се аят.
4. Сабырлыҡ доғаһы
رَبَّنَا أَفْرِغْ عَلَيْنَا صَبْراً وَثَبِّتْ أَقْدَامَنَا وَانصُرْنَا عَلَى القَوْمِ الكَافِرِينَ
...Раббәнәә әфриғъ ғәләйнәә сабрау-үә ҫәббит әҡдәәмәнәә үәңсурнәә ғәләл –ҡаумил-кәәфириин.
Я, Раббым, беҙгә сабырлыҡ бир, беҙҙең аҙымды нығыт, кафырҙарға ҡаршы һуғышырға ярҙам ит! Әл-Баҡара сүрәһе, 250 аят.
5. Тәүбә өсөн доға
رَبَّنَا لَا تُؤَاخِذْنَٓا اِنْ نَس۪ينَٓا اَوْ اَخْطَأْنَاۚ رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَٓا اِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذ۪ينَ مِنْ قَبْلِنَاۚ رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِه۪ۚ وَاعْفُ عَنَّا۠ وَاغْفِرْ لَنَا۠ وَارْحَمْنَا۠ اَنْتَ مَوْلٰينَا فَانْصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِر۪ينَ
Раббәнәә ләә тү'әәхыиҙнәә ин нәсиинәә әү ахтаьнәә раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙиинә мин ҡаблинәә раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғфү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин.
«Я, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡа! Я, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә! Я, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәрендән ҡалдырма! Һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир!». Әл-Баҡара сүрәһе, 286-сы аят.
6. Тура юлда барғанда беҙҙе еңеләйтер өсөн
رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَٓا اِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذ۪ينَ مِنْ قَبْلِنَاۚ
Раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙинә миң ҡаблинәә
Я, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡҡа! Я, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә. Әл-Баҡара сүрәһе, 286-сы аят.
7. Гонаһтарыбыҙҙы кисереү өсөн
رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِه۪ۚ وَاعْفُ عَنَّا۠ وَاغْفِرْ لَنَا۠ وَارْحَمْنَا۠ اَنْتَ مَوْلٰينَا فَانْصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِر۪ينَ
Раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғ-фү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин.
Я, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәреңдән ҡалдырма! Һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир! Әл-Баҡара сүрәһе, 286-сы аят.
8. Шәфҡәт, рәхмәтеңде бир
رَبَّنَا لَا تُزِغْ قُلُوبَنَا بَعْدَ اِذْ هَدَيْتَنَا وَهَبْ لَنَا مِنْ لَدُنْكَ رَحْمَةًۚ اِنَّكَ اَنْتَ الْوَهَّابُ
Раббәнәә ләә түзиғъ ҡулүүбәнәә бәғдә иҙ һә-дәйтәнәә үәһәб ләнәә мил-ләдүңкә рахмәтән иннәкә әңтәл-үәһһәәб.
Я, Раббым! Хаҡ юлға төшөргәндән һуң, беҙҙең күңелде яҙлыҡтырма, беҙҙе рәхмәтеңдән ҡалдырма! Һин, ысынлап та, рәхмәтле бит! Әлү-Ғимран сүрәһе, 8-се аят.
9. Ахираткә ышаныуҙы нығытыу өсөн доға
رَبَّنَٓا اِنَّكَ جَامِعُ النَّاسِ لِيَوْمٍ لَا رَيْبَ ف۪يهِۜ اِنَّ اللّٰهَ لَا يُخْلِفُ الْم۪يعَادَ۟
Раббәнәә иннәкә джәәмиғү-ннәәси лийәүмил-ләә райбә фииһи иннә-ллааһа ләә йухлифүл-мииғәәд.
Я, Раббым! Ысынлап та, Һин һис шикһеҙ буласаҡ көндө кешеләрҙе йыяһың. Ысынлап та, Аллаһ Үҙ вәғәҙәһен үҙгәртмәй! Әлү-Ғимран сүрәһе, 9-сы аят.
10. Ут ғазабынан һаҡланыу өсөн доға
رَبَّنَٓا اِنَّنَٓا اٰمَنَّا فَاغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَقِنَا عَذَابَ النَّارِۚ
...Раббәнәә иннәнәә әәмәннәә фағфир ләнәә ҙүнүүбәнәә үәҡинәә ғәҙәәбә-ннаар.
Я! Раббым! Беҙ иман килтерҙек. Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, ут ғазабынан беҙҙе һаҡла! Әлү-Ғимран сүрәһе, 16-сы аят.
11. Иманға инандыҡ
رَبَّنَٓا اٰمَنَّا بِمَٓا اَنْزَلْتَ وَاتَّبَعْنَا الرَّسُولَ فَاكْتُبْنَا مَعَ الشَّاهِد۪ينَ
Раббәнәә әәмәннәә бимәә әңзәлтә үәттәбәғнә-ррасүүлә фәктүбнәә мәғә-шшәәһидиин.
Эй, Раббым! Һин күндергәнгә беҙ инандыҡ, Расүлгә эйәрҙек. Беҙҙе шаһиттар менән бергә яҙып ҡуй! Әлү-Ғимран сүрәһе, 53 –се аят.
12. Гонаһтарҙы ярлыҡҡа, ярҙамыңды бир
رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَاِسْرَافَنَا ف۪ٓي اَمْرِنَا وَثَبِّتْ اَقْدَامَنَا وَانْصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِر۪ينَ
...Раббәнә-ғъфир ләнәә ҙүнүүбәнәә үә исраафәнәә фии әмринәә үә ҫәббит әк-дәәмәнә үәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин.
Я, Раббым! – тине улар, — Гонаһтарыбыҙҙы, эшебеҙҙәге самаһыҙлыҡтарҙы ярлыҡа, беҙҙең аҙымды нығыт, кафырҙарға ҡаршы көрәшкәндә беҙгә ярҙам бир! Әлү Ғимран сүрәһе, 147 аят.
13. Аллаһҡа маҡтау һәм тәсбих доғаһы
رَبَّنَا مَا خَلَقْتَ هٰذَا بَاطِلًاۚ سُبْحَانَكَ فَقِنَا عَذَابَ النَّارِ
...Раббәнәә мәә халәҡтә һәәҙәә бәәтыиләң сүбхәә-нәкә фәҡинәә ғәҙәәбә-ннаар.
Эй, Раббым! Һин быларҙы бушҡа ғына бар ҡылмағанһың. Маҡтау Һиңә! Ут ғазабынан беҙҙе һаҡла! Әлү-Ғимран сүрәһе, 191-се аят.
14. Залимдарҙы хур ҡылыусы доға
رَبَّنَٓا اِنَّكَ مَنْ تُدْخِلِ النَّارَ فَقَدْ اَخْزَيْتَهُۜ وَمَا لِلظَّالِم۪ينَ مِنْ اَنْصَارٍ
Раббәнәә ин-нәкә мәң түдхыилиннәә-ра фәҡад әхъзәйтәһү үә мәә лиҙҙаалимиинә мин әңсаар.
Эй, Раббым! Утҡа индерер бәндәләреңде хур ҡылғанһың. Залимдарға ярҙамсы юҡ! Әлү-Ғимран сүрәһе, 192-се аят.
15. Иманға ышаныу доғаһы
رَبَّنَٓا اِنَّنَا سَمِعْنَا مُنَادِيًا يُنَاد۪ي لِلْا۪يمَانِ اَنْ اٰمِنُوا بِرَبِّكُمْ فَاٰمَنَّاۗ
Раббәнәә иннәнәә сәмиғнәә мүнәәдийәй-йүнәәди лил'иимәә-ни ән әәминүү бирабби-күм фә'әәмәннәә.
Эй, Раббым! Беҙ: Раббығыҙға иман килтерегеҙ! – тип иманға өндәгән саҡырыусыны ишетеп, иманға килдек. Әлү-Ғимран сүрәһе, 193-се аят.
16. Аллаһ гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡҡа
رَبَّنَا فَاغْفِرْ لَنَا ذُنُوبَنَا وَكَفِّرْ عَنَّا سَيِّـَٔاتِنَا وَتَوَفَّنَا مَعَ الْاَبْرَارِۚ
Раббәнәә фәғъфир ләнәә ҙү-нүүбәнә үә кәффир ғәннәә сәйй'әәтинәә үә тәүәффәнәә мәғәл-әбраар.
Раббым! Беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, боҙоҡ эштәребеҙҙән таҙарт, изге бәндәләрең янында мәрхүм ит! Әлү-Ғимран сүрәһе, 193-се аят.
17. Аллаһ беҙҙе мәхрүм һәм хур ҡылмаһын
رَبَّنَا وَاٰتِنَا مَا وَعَدْتَنَا عَلٰى رُسُلِكَ وَلَا تُخْزِنَا يَوْمَ الْقِيٰمَةِۜ اِنَّكَ لَا تُخْلِفُ الْم۪يعَادَ
Раббәнәә үә әәтинәә мәә үәғәттәнәә ғәләә русүликә үә ләә түхъзи-нәә йәүмәл-ҡийәәмәти иннәкә ләә түхълифүл–миғәәд.
Эй, Раббым! Рәсүлдәрең аша вәғәҙә иткәндәреңдән мәхрүм итмә, ҡиәмәт көнөндә беҙҙе хур ҡылма! Вәғәҙәләреңде Һин боҙмайһың бит! Әлү-Ғимран сүрәһе, 194-се аят.
18. Иманлы булыу доғаһы
رَبَّنَٓا اٰمَنَّا فَاكْتُبْنَا مَعَ الشَّاهِد۪ينَ
Раббәнәә әәмәннәә фәктүбнәә мәғә-шшәәһидиин.
Эй, Раббым! Беҙ иман килтерҙек, беҙҙе шаһиттар иҫәбенә индереп яҙ. Әл-Маидә сүрәһе, 83 –сө аят.
19. Ризыҡ һорау доғаһы
اللّٰهُمَّ رَبَّنَٓا اَنْزِلْ عَلَيْنَا مَٓائِدَةً مِنَ السَّمَٓاءِ تَكُونُ لَنَا ع۪يدًا لِاَوَّلِنَا وَاٰخِرِنَا وَاٰيَةً مِنْكَۚ وَارْزُقْنَا وَاَنْتَ خَيْرُ الرَّازِق۪ينَ
Раббәнәә әңзил ғәләйнәә мәә'идә-тәм-минә-ссәмәә'и тәкүүнү ләнәә ғиидәл-ли'әүүәлинәә үә әәхыиринәә үә әәйәтәм-миңкә уарзүҡнәә үә әңтә хайру-рраазиҡиин.
Эй, Аллаһ, Раббым! Беҙ күктән ризыҡлы ашъяулыҡ төшөрсө! Ул беҙҙең һәр беребеҙгә оло байрам һәм Һинән аят булыр. Ризыҡландырсы беҙҙе, Һин иң яҡшы ризыҡландырыусы бит! Әл-Маидә сүрәһе, 114-се аят.
20. Хаталарҙы таныу доғаһы
رَبَّنَا ظَلَمْنَٓا اَنْفُسَنَا وَاِنْ لَمْ تَغْفِرْ لَنَا وَتَرْحَمْنَا لَنَكُونَنَّ مِنَ الْخَاسِر۪ينَ
... Раббәнәә ҙаләмнәә әңфүсәнәә үә ил-ләм тәғьфир ләнәә үә тәрхәмнәә ләнәкүүнәннә минәл-хаасириин.
Эй, Раббым! Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ рәнйеттек. Беҙҙе ярлыҡамаһаң, рәхмәт ҡылмаһаң, беҙ ҙур зыян күрербеҙ. Әғрааф (Кәртәләр) сүрәһе, 23 –сө аят.
21. Яуыз йоғонто яһаусыларҙан һаҡланыусы доға
رَبَّنَا لَا تَجْعَلْنَا مَعَ الْقَوْمِ الظَّالِم۪ينَ۟
...Раббәнәә ләә тәджғәлнәә мәғәл-ҡауми-ҙҙаалимиин.
Эй, Раббым! Беҙҙе залимдар менән урынлаштырма! Әғрааф сүрәһе (Кәртәләр), 47 аят.
22. Шөғәйеб ғәләйһиссәләм доғаһы
رَبَّنَا افْتَحْ بَيْنَنَا وَبَيْنَ قَوْمِنَا بِالْحَقِّ وَاَنْتَ خَيْرُ الْفَاتِح۪ينَ
...Раббәнәфтәх бәйнәнәә үә бәйнә ҡауминәә бил-хәҡҡи үә әңтә хайруль-фәәтихиин
Йә Раббым! Халҡыбыҙ менән беҙҙең араны хаҡлыҡ менән хөкөм ит. Һин иң яҡшы хөкөмсө бит! Әғрааф сүрәһе (Кәртәләр), 89-сы аят.
23. Муса пәйғәмбәр доғаһы
رَبِّنَا لَمَّا جَٓاءَتْنَاۜ رَبَّنَٓا اَفْرِغْ عَلَيْنَا صَبْرًا وَتَوَفَّنَا مُسْلِم۪ينَ۟
Раббәнәә әфриғ ғәләйнәә сабрау-үә тәүәффәнәә мүслимиин.
Эй, Раббым! Сабырлыҡ бир, беҙҙе мосолман итеп вафат ҡыл! Әғрааф сүрәһе (Кәртәләр), 126-сы аят.
24. Кафырҙарҙан һаҡланыу доғаһы
رَبَّنَا لاَ تَجْعَلْنَا فِتْنَةً لِّلْقَوْمِ الظَّالِمِينَ
Раббәнәә ләә тәджғәлнәә фитнәәтәл-лилҡаумил ҙаалимиин
Үә нәджжи-нәә бирахмәтикә минәл-ҡаумил-кәәфириин.
Үҙ рәхмәтең менән беҙҙе кафырҙан ҡотҡар! Юныс сүрәһе, 85-86 аят.
25. Аллаһ һәр нәмәне күреүсе
رَبَّنَٓا اِنَّكَ تَعْلَمُ مَا نُخْف۪ي وَمَا نُعْلِنُۜ وَمَا يَخْفٰى عَلَى اللّٰهِ مِنْ شَيْءٍ فِي الْاَرْضِ وَلَا فِي السَّمَٓاءِ
Раббәнәә иннәкә тәғләмү мәә нухфии үә мәә нүғлинү үә мәә йахфәә ғәлә-ллааһи миң шәй'иң фил-ардыи үә ләә фи-ссәмәәь.
Раббым! Беҙҙең ни йәшереп, ни йәшермәгәнде Һин беләһең. Ерҙә лә, Күктә лә һис бер нәмә Аллаһынан йәшереп булмаҫ. Ибраһим сүрәһе, 38-се аят.
26. Доғаларыбыҙҙы ҡабул ит!
رَبِّ اجْعَلْنِي مُقِيمَ الصَّلَاةِ وَمِنْ ذُرِّيَّتِي ۚ رَبَّنَا وَتَقَبَّلْ دُعَاءِ
Рабби-джғәлнии мүҡиимә-ссаләәти үә миң ҙурриййәтии раббәнәә үә тәҡаббәл дүғәәь.
Раббым! Мине лә, нәҫел-ырыуымды ла намаҙҙан ҡалдырма. Раббым! Минең доғамды ҡабул ит! Ибраһим сүрәһе, 40-сы аят.
27. Атай-әсәйемде кисер
رَبَّنَا اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِلْمُؤْمِنِينَ يَوْمَ يَقُومُ الْحِسَابُ
Раббәнәғфир лии үә ли-үәәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб.
Раббым! Мине, ата-әсәмде, иман килтергән бөтә кешене хисап көнөндә ярлыҡа! Ибраһим сүрәһе, 41-се аят.
28. Ауыр ваҡытты уҡылы торған доға
رَبَّنَا آتِنَا مِن لَّدُنكَ رَحْمَةً وَهَيِّئْ لَنَا مِنْ أَمْرِنَا رَشَدًا
Раббәнәә әәтинәә мил-ләдүңкә рәхмәтәү-үә һәййиь ләнәә мин әмринәә рашәдәә.
Эй, Раббым! Беҙгә рәхмәтеңде бир. Эшебеҙҙә тоғролоҡ булдыр! Мәмерйәләр сүрәһе, 10 аят.
29. Борсолоуҙан һәм ҡурҡыуҙан
رَبَّنَا آتِنَا مِن لَّدُنكَ رَحْمَةً وَهَيِّئْ لَنَا مِنْ أَمْرِنَا رَشَدًا
...Раббәнәә иннәнәә нәхаафү әййәфрута ғәләйнәә әү әй-йатғаа
Раббым! Ул беҙҙе рәнйетер йәки ныҡ йәбер итер тип ҡурҡабыҙ бит әле. Та –Һа сүрәһе, 45-се аят.
30. Аллаһ иң шәфҡәтлеһе
رَبَّنَا آمَنَّا فَاغْفِرْ لَنَا وَارْحَمْنَا وَأَنتَ خَيْرُ الرَّاحِمِينَ
Раббәнәә әәмәннәә фағфир ләнәә уархәмнәә үә әңтә хайру-рраахимиин.
Раббым, беҙ иман килтерҙек. Беҙҙе ярлыҡҡа, рәхмәтеңде бир, Һин шәфҡәтлеләрҙең шәфҡәтлеһе бит! Әл-Мөьмин сүрәһе, 109-сы аят.
31. Ут һәм йәһәннәм ғазабынан
رَبَّنَا اصْرِفْ عَنَّا عَذَابَ جَهَنَّمَۗ اِنَّ عَذَابَهَا كَانَ غَرَامًاۗ
Раббәнас-риф ғәннәә ғәҙәәбә джәһәннәмә иннә ғәҙәәбәһ кәәнә ғараамәә.
Раббым, беҙҙе йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар! Ул ғазап – бәлә бит!
Ин-нәһәә сәә'әт мүстәҡаррау-үә мүҡаамәә.
Торор өсөн ул, ысынлап та, — бик насар урын! Әл-Фурҡан сүрәһе, 65-66-сы аяттар.
32. Иманлы нәҫел, бала һорау доғаһы
رَبَّنَا هَبْ لَنَا مِنْ اَزْوَاجِنَا وَذُرِّيَّاتِنَا قُرَّةَ اَعْيُنٍ وَاجْعَلْنَا لِلْمُتَّق۪ينَ اِمَامًا
Раббәнәә һәб ләнәә мин әзүәәджинәә үә ҙүрррий-йәәтинәә ҡурратә әғйүниү-үәджғәлнәә лил-мүттәҡиинә имәәмәә.
Раббым, ҡатыныбыҙ менән нәҫелебеҙҙән күҙ ҡыуанысы бир, тәҡүәлеләргә беҙҙе өлгө (имам) ит! Әл-Фурҡан сүрәһе, 74-се аят.
33. Аллаһ ярлыҡаусы
رَبَّنَا لَغَفُورٌ شَكُورٌ
...Раббәнәә ләғафүүруң шәкуур.
Раббы ярлыҡаусан, шөкөр итеүсән! Фатир сүрәһе, 34-се аят.
34. Аллаһ ғәфү ит
آمَنُوا رَبَّنَا وَسِعْتَ كُلَّ شَيْءٍ رَّحْمَةً وَعِلْمًا فَاغْفِرْ لِلَّذِينَ تَابُوا وَاتَّبَعُوا سَبِيلَكَ وَقِهِمْ عَذَابَ الْجَحِيمِ
...Раббәнәә үәсиғтә күллә шәй'ир-рахмәтәү –үә ғилмәң фағфир лилләҙиинә тәәбүү үә-ттәбәғүү сәбииләкә үәҡиһим ғәҙәәбәл джәхиим.
Эй, Раббым, рәхмәтең, белемең менән Һин бөтә нәмәне биләйһең. Тәүбә итеп, Һинең юлға төшкәндәрҙе ғәфү ит, тамуҡ язаһынан һаҡла! Ғафир сүрәһе, 7-се аят.
35. Йәннәттә ғаиләбеҙ менә берләшеү өсөн доға
رَبَّنَا وَأَدْخِلْهُمْ جَنَّاتِ عَدْنٍ الَّتِي وَعَدتَّهُم وَمَن صَلَحَ مِنْ آبَائِهِمْ وَأَزْوَاجِهِمْ وَذُرِّيَّاتِهِمْ إِنَّكَ أَنتَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ وَقِهِمُ السَّيِّئَاتِ وَمَن تَقِ السَّيِّئَاتِ يَوْمَئِذٍ فَقَدْ رَحِمْتَهُ وَذَلِكَ هُوَ الْفَوْزُ الْعَظِيمُ
Раббәнәә үә әдхыилһүм джәннәәти ғәднини-лләәтии үәғәттәһүм үә мәң саләхә мин әәбәә'иһим үә әзүәәджиһим үә ҙурриййәәтиһим иннәкә әңтәл-ғәзиизүл-хәкиим.
Раббым, уларҙың үҙҙәренә, изгелекле ата-бабаһына, ҡатынына, балаларына вәғәҙә иткән ожмах баҡсаларына индер. Һин көслө, хикмәтле бит.
Үәҡиһимү-ссәййи'әәти үә мәң тәҡиссәййи'әәти йәүмә'иҙиң фәҡад рахимтәһү үә ҙәәликә һүүәл-фәүзүл-ғәҙыиим.
Уларҙы яманлыҡтарҙан һаҡла. Һин ямандан һаҡлаған көндә рәхмәтеңде лә бирәһең бит. Ә был ҙур — уңыш! Ғафир сүрәһе, 8-9-сы аяттар.
36. Иманлыларҙы ярлыҡа
رَبَّنَا اغْفِرْ لَنَا وَلِإِخْوَانِنَا الَّذِينَ سَبَقُونَا بِالْإِيمَانِ وَلَا تَجْعَلْ فِي قُلُوبِنَا غِلًّا لِّلَّذِينَ آمَنُوا
...Раббәнә-ғфир ләнәә үә ли'ихъүәәнинә-лләҙиинә сәбәҡуунәә бил'иимәәни үә ләә тәджғәл фии ҡулүүбинәә ғыилләл-лилләҙиинә әәмәнүү
Раббым. Беҙҙе лә, беҙҙән алда иманға килгән туғандарыбыҙҙы ла ярлыҡа. Беҙҙең күңелдә иманлы кешеләргә нәфрәт уятма. Әл-Хәшр сүрәһе, 10-сы аят.
37. Аллаһ шәфҡәтле!
رَبَّنَٓا اِنَّكَ رَؤُ۫فٌ رَح۪يمٌ۟
Раббәнәә иннәкә ра'үүфү-ррахиим.
Раббым, Һин миһырбанлы, шәфҡәтле бит! Әл-Хәшр сүрәһе, 10-сы аят.
38. Аллаһыға ышанабыҙ, Уға таянабыҙ
رَّبَّنَا عَلَيْكَ تَوَكَّلْنَا وَإِلَيْكَ أَنَبْنَا وَإِلَيْكَ الْمَصِيرُ
...Раббәнәә ғәләйкә тәүәккәлнәә үә иләйкә әнәбнәә үә иләйкәл-мәсыиир.
Раббым. Һиңә тапшырҙыҡ, Һиңә тәүбә итәбеҙ. Һиңә ҡайтабыҙ! Әл-Мөмтәхәнә сүрәһе, 4-се аят.
39. Ибраһим пәйғәмбәр доғаһы
رَبَّنَا لَا تَجْعَلْنَا فِتْنَةً لِّلَّذِينَ كَفَرُوا وَاغْفِرْ لَنَا رَبَّنَا إِنَّكَ أَنتَ الْعَزِيزُ الْحَكِيمُ
Раббәнәә ләә тәджғәлнәә фитнәтәл-лилләҙиинә кәфәруу уағфир ләнәә раббәнәә иннәкә әңтәл –ғәзиизүл-хәкиим.
Раббым, кафырҙар өсөн беҙгә һынау ҡылма, ярлыҡа беҙҙе. Раббым, Һиңә тапшырҙыҡ, Һиңә тәүбә итәбеҙ. Һиңә ҡайтабыҙ! Әл-Мөмтәхәнә сүрәһе, 5-се аят.
40. Аллаһ нурыңды бир
رَبَّنَا أَتْمِمْ لَنَا نُورَنَا وَاغْفِرْ لَنَا إِنَّكَ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
...Раббәнәә әтмим ләнәә нүүранәә үағфир ләнәә иннәкә ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир.
Раббым! Нурыбыҙҙы мөкәммәл ҡыл, беҙҙе ярлыҡа.Һин бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле бит! Әт-Тәхрим сүрәһе, 8-се аят.