Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» . Китапты тулыһынса аҫта уҡырға мөмкин.
Әхмәтзәки Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында
Башҡорттарҙың ысын армия булып хеҙмәт итеүе 1798 йылдан башлана. Ләкин башҡорттар борон-борондан уҡ ғәскәри халыҡ булғанлыҡтан, Рәсәй хөкүмәте ҡулына инеү менән үҙ ихтыярҙары менән ғәскәри хеҙмәткә барған. Башҡорт ғәскәре хаҡында беренсе хәбәр 1608 йылда күренә. 1676 йыл бер мең тирәһе башҡорт Ҡырым һуғышына һәм төрлө ваҡыттарҙа поляктарға ҡаршы барғандар. Был хеҙмәттәрҙең барыһына ла теләгән кешеләр барған, йәғни ихтыярлы эш булған. 1754 йылдың 14 мартынан башлап Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙан кәрәк саҡта ғәскәр алырға әмер сығарған һәм шул ваҡыттан башлап 1797 йылға тиклем линия хеҙмәтенә (йәғни дәүләт сиктәрендәге крепостарҙағы хеҙмәткә) барғандар. 1755 йыл хеҙмәттә 1969 кеше булған. 1754 йылға ҡәҙәр хеҙмәттәре өсөн жалование алмағандар. Тик ҡылған эштәренә ҡарап награда ғына I алғандар, әммә 1854 йылдан 1898 йылға хеҙмәт итеүселәргә жалование, фураж һәм провиант бирелгән. Башҡорттарҙың 1898 йылға тиклемге ғәскәри хеҙмәтен беренсе дәүер тип әйтергә була. Ул саҡта башҡорттар, һәммә ғәскәр тәртибе эштәрендә үҙе теләгән рәүештә булған, Рәсәйҙең регуляр армияһы кеүек ғөмүми ҡанундарға ҡарамаған. Хеҙмәткә теләп йәки хөкүмәт әмере буйынса барыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теләгән кешене баш итеп һайлап, үҙҙәренсә эш иткәндәр.
1798 йылдан башлап 1863 йылдың 14 майына-тиклем башҡорттар ярым регуляр (иррегуляр) ғәскәрлек хеҙмәтенә мәжбүри рәүештә индерелгәндәр. Был хеҙмәт хәҙерге казактарҙың хеҙмәте кеүек булған. Башҡорттар менән бергә күрше йәшәгән мишәрҙәр ҙә был хеҙмәткә йәлеп ителгән. 1798 йылда башҡорттарҙан 4513 кеше, мишәрҙәрҙән 1 300 кеше хеҙмәт итергә тейеш булған. 17 йәштән 45 йәшкә саҡлы кешеләр һәммә хеҙмәттә хисапланғандар, тик эшкә ярамаған ҡарттар ғына хеҙмәттән ҡотолғандар, барыһы дүрт өйгә бер һалдат тура килгән; хеҙмәт өсөн айына бер һум түләү алғандар, ләкин барлыҡ кейем, ат, эйәр-өпсөн, аҙыҡ — барыһы ла үҙ елкәләренә йөкмәтелгән. Шулай ҙа походҡа киткән саҡта хеҙмәт иткән урындарынан йөҙ саҡрым киткәс, аттарына бесән, үҙҙәренә тамаҡ бирелгән.
Һәр полктың тыуы булған. Кейемдәре: аҡ яға, күк буҫтауҙан сәкмән, ҡыҙыл лампаслы күк салбар. Баштарында осло аҡ кейеҙ башлыҡ булған, сите бөгөлөп өҫкә күтәрелгән, маңлайынан һәм артынан йырыҡлы; ҡайыш, билбау һәм күк портупея быуғандар, патрон ҡурйындары елкәнән уң яҡ ҡултыҡ аҫтына аҫылған, итектәре йылҡы тиреһенән булған. Ҡоралдары мылтыҡ, һәр кешенең ике револьвер, хәнйәр, һөңгө, ҡылыс, уҡ, йәйә үтмәҫкә һарайта кейгәндәр. Ҡорал, кейемдәре бик яҡшы, ләкин ауыр булған. Башҡорт ғәскәре бигерәк тә ат өҫтөндә оҫта йөрөүе, ҡылыс менән маһир эш ҡылыуы, уҡ-мылтыҡтан мәргән атыуы, һуғыш ҡырында бер-береһен дошманға бирмәүе, берҙәм, батыр һәм ғәййәр булыуы менән шөһрәт алған.
Ғәскәр заманында илдең төҙөлөшө: кантондар. Башҡорттар 11 кантон, мишәрҙәр 5 кантон булған. Казак кантондары өҫтөнән ғәскәри идара һәм атамандары булған, әммә башҡорттарҙа, мишәрҙәрҙә былай түгел, сөнки Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙың барыһын бер ергә йыя торған мәхкәмә яһауҙан ҡурҡҡан, уларҙы бик ныҡ быуып тотҡан. Шундай уҡ һуғыш сафындағы башҡорт ғәскәрҙәренә рустарҙағы кеүек бригада, дивизиялар булъш бергә йыйылырға рөхсәт ителмәй. Ьәр полк үҙ башына төрлө яҡҡа ҡуйылған. 1802 йыл башҡорт ғәскәрҙәренең һаны 5519 кеше булған. Бөтә ғәскәрҙәр ҙә тик мәмләкәттең сиктәрен һаҡлау (линия) хеҙмәтендә ҡулланылған. 1790 йылдан башлап башҡорт ерендәге типтәрҙәр ҙә хеҙмәткә алынғандар. Ләкин уларҙың үҙ исемдәре менән полктары булмаған, улар барыһы ике полк булған. Шунан артыҡ алынмаған һәм Өфө казак полкы тип аталғандар. Офицерҙары Дон казактарынан булған һәм Ырымбур линия начальникына буйһонғандар. Был ике полк типтәрҙәрҙең үҙҙәренән йыйылған аҡсаға тотолған. 1802 йыл типтәр полктарында 1030 кеше була.
Башҡорттарға килгәндә, уларҙың етәкселәре электән үк үҙҙәренән булып килгән өсөн, Рәсәй хөкүмәте был ғәҙәтте боҙа алмаған. Башҡорттарҙан командирҙарҙы ҡуйғандар. Командирҙар казак ғәскәрҙәре кеүек йөҙ башы (сотник), хорунжий, есаул тигән исемдәр менән йөрөгәндәр. 1811 йылдан башҡорт ғәскәрҙәре ент дәүләттәр менән һуғышҡа ебәрелә башлағандар. 1811 йылда сит илдә хеҙмәт итеү өсөн ике полк ебәрелгән, 1812 йыл француз һуғышына башҡорттарҙан егерме полк төҙөлә һәм улар 1813—1814 йылдарҙа Парижға Наполеонға ҡаршы барғандар. Париж ҡалаһына башлап барып инеүселәр ҙә башҡорттар булған. Был һуғышта башҡорттар ғәжәп күп батырлыҡ күрһәткән. Ләкин француз һуғышы бөткәс, рустар башҡорт полктарын йәнә кәметкән. Мохтаж сағында башҡортҡа күп вәғәҙәләр биреп, кеше төҫлө итеп ҡарай, әммә мохтажлыҡ үткәс тә бөйөргә таянып башҡортҡа илтифат итмәү, уны йәберләү, ҡыҫыу рустарҙың ғәҙәте булған. 1822 йыл Ырымбур хәрби губернаторы башҡорттан 15 полк, мишәрҙәрҙән 3 полк яһайыҡ тип проект индерһә лә, ул ғәмәлгә ашмай, башҡорттарҙан улай күп полктар төҙөмәйенсә хеҙмәткә ҡуйырға булғандар. 1828—1829 йыл төрөк һуғышы башланғас, башҡорт полктарын йәнә күбәйтеп үҫтерергә булғандар, ләкин унда ла ни бары ике полк ҡына ебәргәндәр, башҡаларын линия хеҙмәтендә тотҡандар. 1830 йылдарҙа башҡорт ғәскәрен бөтөрөү уйына килгәндәр. Башҡорттарҙың ғәскәр булып тороуы Рәсәй өсөн хәүефле тигән уйҙы тотҡандар. Ырымбур губернаторы Сухожилин менән Перовский шул фекерҙе ҡеүәтләп, ул саҡтағы батшаға ғариза биргәндәр һәм 1835 йыл ике типтәр полкы берәүгә ҡалдырылған һәм беренсе Ырымбур казак полкы тип аталған, 1844 йыл Өфө полкы тип кенә аталған, ләкин 1845 йылда уны ла бөтөргәндәр. Башҡорт ғәскәрҙәрен шулай итеп әкренләп кәметергә булғандар. Барыһын бер юлы бөтөрһәк, башҡорттар ҡуҙғалыр тигәндәр. Ул саҡта Башҡортостанда рус аҙ, башҡорт күп булғас, был хәүеф бигерәк тә ҡеүәтле булған. 1825 йыл башҡорттар һәм мишәрҙәр 345493 йән, 1835 йыл башҡорттар менән мишәрҙәр (232000) типтәрҙәр менән 333000 йән ине. Рустар Ырымбур, Өфө яҡтарында барыһы 72000 генә ине. Башҡорт ғәскәрен кәметеү, уның урынына рус ғәскәрен күбәйтеү, уны ҡеүәтләп Сухожилин 1836 йылда дүрт мәддәле проект индерҙе: 1) биш мишәр кантонынан4 бер полк ҡына яһау; 2) 9,2,5-се кантондар кеүек казактарға сиктәш башҡорт кантондарын һәм 4 кандондың бер өлөшөн генә ғәскәр рәүешендә ҡалдырыу; 3) 4,6,5 кантондарҙы Ырымбурға ҡаратыу, әммә үҙ ихтиярҙары менән Һарытау яғына күсеп киткән 9 кантон башҡорттарын Урал казак ғәскәренә ҡаратыу; 4) башҡа башҡорттарҙың һәммәһен дә ғәскәрлектән сығарып, әкренләп ҡаҙна крәҫтиәндәре хәленә төшөрөргә кәрәк. Ырымбур губернаторы Эссен рәйеслегендә махсус комиссия төҙөп, проектты тикшереп, ҡабул иттеләр һәм уны үткәреү өсөн комиссия ошо сараларҙы ҡабул итте: 1) Башҡорттарҙы алдап, йыуатып тотоу, уларҙың ғәскәрҙәре бөтөрөлмәгән кеүек күрһәтеү өсөн уларға башындағы командиры рус генералы булған хәрби идара асыу (Ҡарауанһарай һалып, башҡорт мәхкәмәһен шунда яһанылар); 2) Башҡорттарҙы почта хеҙмәтен йөрөтөү өсөн ҡулланыу; 3) Кантондарҙы әкренләп хеҙмәттән сығарыу, эште улар ҡулынан алып өйәҙҙәргә биреү; 4) Яндарына рустарҙы ултыртырға мөмкин булһын өсөн башҡорттарға ер һатырға ирек биреү; 5) Кантондарҙы волосҡа бүлеү һәм волостарҙы башта йорт исеме менән йөрөтөү; 6) Дүрт уҫал башҡорт полкын ситтә тотоу; 7) Башҡорттарҙың башында булған түрә һәм башлыҡтарын әкренләп бөтөрөү; 8) Башҡорттарҙы алдау өсөн аҙлап алтын, көмөш миҙалдар, аҡса, бүләктәр һәм аҙыраҡ пенсиялар биреү; 9) Төрлө яҡшы хеҙмәттәр менән кантондарҙы урындарынан алыу.
Был эштәрҙе сер итеп тоторға булһалар ҙа, сер булып ҡала алманы, 1834 йыл башҡорттар, беҙҙе рустар крәҫтиән итеп ҡалдыра икән тип, фетнә күтәрҙе, ләкин фетнә ҙур көс менән баҫтырылды, һуғыш хәленә барып етмәне. Халыҡ араһында рустар суҡындыра икән тип, рустарҙың иген һалыу өсөн орлоҡ һаҡларға мәгәзәй һалырға ҡушыуын да, Перовскийҙың ҡушыуы буйынса иген үҫтертеүгә тырышыуын да бер хәйлә тип ҡарап ғауғаланды. Ләкин рустар быға ҡараманы, үҙенең көсөнә таянып комиссияның ҡарарҙарын үткәрә башланы. Ғәскәр утыҙ процентҡа тиклем кәметелде, башҡорт кантондары “служебный” һәм “не служебный” тигән ике бүлеккә бүленде, һуңғыларҙан ғәскәр алмай башланылар. 1836 йылдың 30 майында, Башҡорт-мишәр ғәскәре идараһының ваҡытлы штаты тәғәйенләнеп, башҡорт-мишәр мәхкәмәһе асылды, был мәхкәмә башында тороусы кеше башҡорт ғәскәренең командующие тип аталып, дивизия начальнигы хоҡуғында ине. Уның канцелярияһы, адъютанттары төҙөлдө, кантон начальнигы һәм ярҙамсыһы өҫтөнә попечительдәр тәғәйенләнде, улар штатлы офицерҙар рәтенән сығып, кантон начальниктарен һәм йорт старшиналарын тикшереп тора ине. Тағы кантондарҙа суд эштәрен тикшереп тороуҙа башҡорттарға ярҙам өсөн тип стряпчиҙар ҡуйылды. 1840 йыл Башҡорт-мишәр идараһы тағы киң штат менән тәғәйенләнде. Был мәхкәмә башҡорт эшен махсус ҡарап тороу, башҡортто әсирлеккә ҡулға алыу, тәртиплерәк юлға һалыу өсөн ҡоролған эш ине. Шул рәүешле башҡорт ғәскәре бөтөрөлөү юлына кергән булһа ла һаман тиҙ бөтөрөлмәй әкренләп кенә бөтөрөлдө. Ҡалғандары хеҙмәт итергә йөрөнө. 1839 йыл айырым башҡорт сотнялары Хива һуғышына барҙылар. Аҡмәсет һуғышына (башҡорт араһында һыр походы тип мәшһүр) барҙылар. Был ваҡыттарҙа башҡорт ғәскәренең башлығы Перовский ине. 1853 йылдан башлап 1856 йылға саҡлы ике башҡорт полкы Петербург янына фин ҡултығында ҡарауыл хеҙмәтендә торҙо. Һәм шул уҡ йылдарҙа Ҡырымда Севостополь һуғыштары булып, Рәсәй хәлдәре йәнә ауырайып киткәс, йәнә башҡорттарҙың ғәскәрҙәрен күбәйтә башланылар. Севостополь һуғыштарында башҡорттар төрөктәргә ҡаршы һуғыштылар. Бында биш йөҙ кешелек дүрт башҡорт полкы ҡатнашты. Ләкин бынан шул һуғыш саҡтарында башҡорт өсөн хәл ҡылына: 1) Шул һуғыштарҙа башҡорттар төрөктәргә ҡаршы ихласлыҡ менән һуғыштылар. Ҡырымдағы нуғайҙар рус серҙәрен төрөктәргә әйтеп, төрөктәргә юл күрһәтеп, рустарҙы Ҡырымдан ҡыуалай башланылар. Рустар башҡорттарҙың да шундай эштәр эшләйәсәгенән шөпһәләнде, уларҙың ғәскәрен тотоу Рәсәй өсөн ысынлап та хәүефле икән тигән уйға ҡалды; 2) Ул ваҡыттарҙа Төркөстан тарафтары Рәсәй ҡулына кереп, Рәсәйҙең шәреҡ тарафында мосолман типтәрҙәр күбәйеп киткәс, мосолманы күп ҡырғыҙ, Төркөстанға сиктәш, Башҡортостанда мосолман-башҡорт ғәскәре тотоу хөкүмәт өсөн бик хәүефле күренә; 3) Шул ваҡытта батша булған Александр II, ғөмүмән, инородецтарға ҡаршы бик яман сәйәсәт башланы. 1855 йыл мишәрҙәрҙең ғәскәре бөтөнләй бөтөрөлдө һәм мәхкәмә лә Башҡорт ғәскәре идараһы тип аталып ҡалды. Шунан 1863 йылдың 14 майында икенсе Александр батша башҡорт ғәскәрен бөтөнләй бөтөрҙө һәм башҡорттарҙы крәҫтиән хәленә ҡалдырып, идара итеү тураһында «Башҡорттар хаҡында положение» тигән махсус закон сығарҙы. Көнбайыш яҡтағы кантондар бөтөрөлдө. 1865 йылдың 2 июлендәге закон буйынса көнсығыш Ырымбур яҡтарындағы кантондар ҙа бөтөрөлөп башҡорттар тышҡы эштәр мннистрлығына ҡарап, крәҫтиән хәлендә ҡалды. Башҡорттарҙың “армия заманы” тигәне шунда бөттө. Бынан һуң да башҡорттарҙан 1882 йылға саҡлы Ырымбурҙа бер башҡорт полкы яһап тотто. Ләкин был полк элекке рус хөкүмәтенә оҡшаған синыф булған дворяндарҙың балаларынан ғына йыйылды, уға иғтибар булманы. Башҡорт ул ваҡыттарҙағы һуғыштары, күрһәткән һөнәрҙәре менән француздар тарафынан «төньяҡтағы һуғыш аллаһы» («северные амуры») исемен алды.
Был заман башҡорттарҙың иң бәхетле көндәре түгел, 1737 йылда башҡорттарҙың ҡоролтайҙары (йыйындары) бөтөрөлгәндән һуңғы дәүерҙәре, иң ауыр, хурлыҡҡа төшөү ваҡьггтарылыр. Башҡорттарҙың бәхетле сәғәттәре 1737 йылдан элекке үҙ башына мөхтәриәт менән торған ваҡытта, нуғай, күсемдәр менән үткәргән заманда булғандыр. Ләкин шулай булһа ла армия замандарының тәүге осоро Рәсәй ҡулы аҫтына ингән заман эсендә башҡорттарҙың донъя милләттәре менән ҡатнашып, ғәскәри тәрбиә алып, мәғрифәтле Европа ғилемен ала башлаған егеттәре, докторҙары күбәйеп, күҙе асыла башлаған көндәрелер. Ул замандың ҡалдыҡтарынан башҡорт ауыҙындағы “Перовский”, “һыр” (“Һырдарья”), “Армия”, “Эскадрон”, “Салковский”, “Ҡаһым түрә”, “Йософ майор” һәм төрлө кантон көйҙәре тигән көйҙәр һаман халыҡтың йөрәгендә һаҡлана, Ҡарауанһарайҙың (башҡорт ғәскәре идараһы) бинаһы, Эйек буйындағы Әпсәләм ауылындағы казарма һәм мастерской биналары, Стәрле өйәҙендәге һуҡайлы буйында “Башкирский конский запас” урындары беҙҙең халыҡтың рус ҡулында үткәргән ауыр көндәре араһында нисек булһа ла яҡтыраҡ көндәренең ғәләмәттәре тип хәтерҙә торалар.