Архив метки: һуғыш

«Ҡан» романынан өҙөктәр

                          «Ҡан» романынан өҙөктәр
     Мосолман ҡәрҙәштәр! Һеҙгә Дауыт Юлтыйҙың (1893—1938) «Ҡан» романының өҙөктәрен тәҡдим итәм. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы Дауыт Юлтый империалистик һуғыш ваҡиғаларын, һалдат массаларының сәйәси аңы үҫеше сағылыш тапҡан “Ҡан” автобиографик романы беҙгә бәләкәй саҡтан уҡ таныш әҫәр.
     Бөгөнгө көндәрҙә Урыҫияның бөйөклөгө, уның бер ҡасанда еңелмәгән һәм еңелмәҫ ил икәнен көнө-төнө теле-радио-интернет һәм матбуғат биттәрендә ҙур ауыҙҙар тарафынан маҡтала, маһайтыла һәм тарихтарҙы боҙоп шапыртыныла. Белеүебеҙсә, олатай-бабайҙарыбыҙ Николай икенсе батшаны, һәм уны яҡлаған хакимәтте туҙырып, халыҡ идарылығы йәмғиәтте ҡорҙо, ғәҙелеккә ҡоролған социализм төҙөргә тырышты, барыһыла халыҡ өсөн булһын тип, өмөтләнде. Читать далее

Илкәйем

                                                «Илкәйем», Зәйтүнә Ханова

Зайтуна Ханова

Зәйтүнә Ханова

     Президент Борис Ельцин хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәргә алты ай хеҙмәт иткән йәш һалдаттарҙы ебәрергә Указ биргәйне, теләгеңә ҡарап һуғышта ҡатнашыу хоҡуғын бөтөргәйне. Шунан алып һуғышта ҡатнашыу мәжбүри бурысҡа әйләнде. Ә бының Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеүе бер кемде лә борсоманы. Төп Законда  ҡаралған альтернативалы хеҙмәткә хоҡуҡ тулыһынса инҡар ителде .
     Рәсәйҙә хатта һауала һуғыш еҫтәре аңҡый. Телевидение бер туҡтауһыҙ Владимир Путинды күрһәтә: бына ул һауала пилот урынында, бына һыу аҫты кәмәһендә, (Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер кеше, Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһынан йәш математик, милитаризацияға ҡаршы радикаль ассоциация ағзаһы Дмитрий Неверовский ғына «һуғыш машинаһын» судта еңеп сыҡты — тик бының өсөн уға бер йылға яҡын төрмәлә ултырырға тура килде. «Минең һуғышта ҡатнашмаҫҡа Конституцияла ҡаралған хоҡуғым бар һәм мине ирекһеҙләргә бер кемдең хаҡы юҡ. Әгәр Чечняға барһам, барыбер тыныс халыҡ яғына күсер инем», — тип белдерҙе Дмитрий судта (НТВ, 24 октябрь, «Суд бара» программаһы) йәки Чечняла һалдаттарҙы яңы һуғыштарға рухландыра, бына ул шлем кейеп, парашют аҫып алған һәм СУ-27 истребителендә Чечняға оса, йәки каратэ менән шөғөлләнә... Бары тик Баренц диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ уҡыу тәжрибәләре ваҡытында илдең иң яҡшы судноһы — КА-141 «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң бар донъя тетрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ҡотҡарыу эштәрен башларға теләмәгән һәм Сочила ял итеүен дауам иткән президентыбыҙҙың һәм баш командующийыбыҙҙың абруйы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Путин үҙе булып — президент булып ҡалды, ә бына беҙ, меңәрләгән чечендар ауыл-ҡалалары менән ер йөҙөнән юҡ ителгәндә «ыһ!» та итмәгән кешеләр, үкерешеп илаштыҡ... Йортһоҙ, илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ, динһеҙ ҡалғандарҙы кем йәлләп илар икән?.. Читать далее