Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

                                       Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?

     Был хикәйәт Әхәт Сәлиховтың «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» тигән китабынан алынды. Был китапка ссылка: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838

     Көнсығышта урынлашҡан тауҙарында был көнгәсә йәшәп килгән башҡорттар үҙҙәренең ябайлыҡтары, йомартлыҡтары һәм батырлыҡтары менән башҡа халыҡтарҙан айырылғандары кеүек, йәнле активлыҡта, дәрт һәм ғәйрәттә лә күрше ҡәүемдәрҙең бик күбеһенән алда инеләр. Ватан мөхәббәте, бер-береһенә өлфәт араларына тамам ерләшеп, үҙ-ара хыянат, үлтереш, талашты күңелдәренә лә килтермәйҙәр ине. Мәрхәмәт, шәфҡәт һәм бер береһенә ярҙам итеү, ғәфү итә һәм тыңлай белеү шикелле кешелек  йәмғиәтендә беренсе урынды тотҡан маҡтаулы сифаттар, башҡорттарҙың тәбиғи сифаттары кеүек әүерелгәндәр ине. Бөйөк Урал тауҙарының шиғри күренештәре эсендә тәбиғәттең киң һәм бөтмәҫ ниғмәттәренән тик үҙҙәре генә файҙаланып, йәнле-ҡыҙыҡлы хаят, дәртле-ялҡынлы бер тормош эсендә ғүмерҙәрен кисергән киң күкрәкле башҡорттарҙың заманында ярайһы ғына ғалим һәм белгестәр, әҙип һәм шағирҙар етешкәне кеүек, саф алдына сығып, батырҙарса һуғышҡан ҡаһармандары ла булып үтте. Аллаһы тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның ожмахи булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был хоҙай бәндәләре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр... Бер береһе өҫтөнә сыҡҡан күп һанлы тауҙарҙан тәшкил ителгән, туп-тура күккә табан юғары олғашҡан Урал тауҙары... Шул күренеште тәшкил иткән йәмле тәбиғәттең тәьҫире аҫтында башҡорттар һис нәмәгә илтифат итмәйенсә, ғәмһеҙ-ҡайғыһыҙ күңелле тормоштоң ләззәтле ҡосағында рәхәт-рәхәт йәшәй бирҙеләр.

     Урал тауҙарының оло, бөйөк таштарында һикерешеп утлап йөрөгән һарыҡ һәм кәзәләре, ҡалын, йыш үҫкән болонлоҡтарға табан иренеп кенә атлап урыш (хайуандар барып ашай торған ер) алған ҙур еленле һыйырҙары, бөтөн туғай һәм ҡырҙарға махсус зиннәт биреп йөрөгән һылыу-һылыу аттары менән өйөр-өйөр йылҡыларынан сыҡҡан һәм ҡалын урмандар менән бөйөк ҡаяларҙы яңғыратып, әллә ниндәй илаһи моң һәм аһәң биргән тауыштарҙан айырым бер ләззәт алып, ғорурланып йөрөгән башҡорттар, донъяла бынан да артыҡ бер хаят, йәмле бер тормош бар, тип ышанмайҙар ҙа ине. Киң тәбиғәт эсендә һис нәмәгә буйһонмай, тамам үҙ теләктәре һәм үҙ ихтыярҙары менән генә йөрөргә ғәҙәтләнгән башҡорттарҙың бынан тыш башҡа тормош эҙләмәүҙәре лә тәбиғи ине... Баштараҡ башҡорттарҙың хәйлә һәм мәкер белмәйсә бер ҡатлы, аҡ күңелле булыуҙары асылда шул тәбиғәт биргән емештәрҙән булған бер емеш ине. Шул хәл һәм рәүеш аҫтында өҫтәрендәге йәнле хаяттың, ҡыҙыҡлы тормоштоң тиҙ үҙгәрәсәген улар аңлай алманылар. Көнбайыштан дәһшәтле рәүештә ағып килгән тышҡы тәьҫир ләззәтле тәбиғәт эсендә иҫергән башҡорттарҙың күңелдәренә лә инеп сыҡманы... Сәхрәүи күсәбәлектә йәшәгән һәм һандары 2-3 миллиондан да юғары ашмаған кескенә һәм ултыраҡ тормошта булмаған башҡорт ҡәүеме түгел, мәҙәниәт һәм мәғрифәтте ҡулдарына алып, заманында донъяны “дер” һелкеткән, көстәре һәм асыуҙары алдында бөтөн көс һәм ҡотто саждә иттергән, ҙур-ҙур милләттәрҙе лә ҡом бураны кеүек өйөрөп һуғып, тарихта исемдәрен генә ҡалдырып, тәбиғәттең ҡурҡыныслы фәжиғәләре, дәһшәтле трагедиялары яҙылған ине.

                                                                       II

     Ер шарында йәшәгән әҙәм балалары тормош һәм әхүәлен сирек быуат эсендә генә әллә нисә төрлө һүрәткә алмаштырған яуыз тәҡдир-тәбиғәттең икенсе йәшерен ҡатлауы иғтибарһыҙ ятҡан башҡорттарҙы ла иҫкәртмәҫтән генә килеп баҫты. Кинәт кенә ағып килеп сыҡҡан тышҡы тәьҫир үҙенең ҡаты, көслө ҡулы менән ныҡ итеп уларҙы тотто. Гәрсә улар тәңренең киң тәбиғәтенең үҙҙәренә биргән ирек һәм хөрриәте аҫтында йәшәүҙе теләгәнлектәрен белдерергә тырышып йолҡоноп ҡараһалар ҙа көслө ағыулы үткен тырнағы ысҡынырға юл бирмәне. Ана шул тышҡы тәьҫир кергәндән башлап башҡорттарҙың тормош һәм әхүәлдәре икенсе төҫкә керә... Уларҙа йәмле, изге тормош ҡутарыла... Аҡ күңелдәре керләнә... Саф выждандары таплана башлай. Киң далала утлап йөрөгән һәм хаҡһыҙ ризыҡ ташыған хайуандарын ҡулдарынан ысҡындырғас Башҡортостанды фәҡирлек һәм меҫкенлек ҡаплай. «Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә» тигәндәй, ҡулда һөнәр йәки башҡа берәр тормош-көнкүреште тәьмин итерҙәй ҡотолоу юлы булмағанлыҡтан башҡорттарҙың әхлаҡтары боҙола. Был әхлаҡһыҙлыҡ уларҙың бик күптәренең баштарына еткәне шикелле, фәҡирлек, меҫкенлек тә араларына ҡотло* рәүештә хәкимлыҡ итә. Ьимеҙ ит, бал, май кеүек туклыклы аҙыҡтарға өйрәнгән башҡорттарҙы тормош һөтһөҙ сәй, кәлгә күмеп бешерелгән арпа икмәгенә ҡалдырғас, катарға дусар булып ауырыған береһе үлә тора. Киң сәхрәлә саф һауа менән тәрбиәләнгән ғаиләләр тығыҙ һауалы, тар һәм кескенә өйгә бикләнгәс, чахотка һәм ауырыуҙар менән ахирәткә күсәләр. Был өйҙәр һуңғы сиктә кескенә булыуҙары менән бер рәттән тәҙрәләренең шаҡмағы ярты аршындан артыҡ түгел. Уға ла быяла урынына ҡарындыҡ ҡаплап, ҡарындыҡты ҡалын уҡ ағастарҙан яһалған таяуҙар (рамалар) менән тотторғанлыҡтан, ул кескенә тишектән күпме генә яҡтылыҡ инеүе мөмкин. Етмәһә, тағын ул кескенә тәҙрәләрҙең һандары ла 2-3-тән уҙмай. Бының өҫтөнә өй эсендә түгелгән һыуҙары, стеналағы еүешлекте һәм шул уҡ кескенә өйҙөң эсенә кертелгән хайуан балаларын ҡушһаҡ, хаят өсөн артыҡ зарарлы бер урын икәнен кем танымаҫ? Саф һауаның кәрәклеге хаят өсөн беренсе урыңда тора. Тәүлектә 2-3 мәртәбә генә ашарға мохтаж булған әҙәм балаһы саф һауаны бер минутта ғына 16-20 мәртәбәгә яҡын һуларға мәжбүр була. Бейеклеге 2 аршын менән 2 аршын ярым араһында, оҙонлоғо һәм арҡырыһы 6-8 аршындар араһында булған кескенә йортта 8-10 кешенән торған бер башҡорт ғаилә йәшәй. Өй эсендә сама менән һәр кешегә бер кубический сажин һауа кәрәк булғанлыҡтан был кескенә йорттоң эсенә алған һауаһы 8-10 кешелек ғаилә тәшкил иткән бер йәмәғәткә етешмәйәсәгенә шөбһә юҡ.

     Иң түбән дәрәжәле үҫемлектән башлап иң юғары урындағы бер хайуанғаса үҙенең хаяты өсөн яҡтыға мохтаж икәне быға ҡәҙәре иҫбат ителгән хәҡиҡәттәрҙең береһе икәне һәр кемгә мәғлүм. Хатта үләндең һауалағы углекислый газды япраҡтары ярҙамында һулап углеродты һабаҡтарына таратҡандан һуң кислородты кире сығарыуы ла яҡтының тәьҫире аҫтында барлыҡҡа килә. Үлән өсөн шул дәрәжәлә кәрәк булған яҡтының әҙәм балаларының хаяты өсөн йәнә артығыраҡ кәрәк икәнен һөйләп торорға ла хәжәт юҡ. Заманыбыҙҙа күп кешеләрҙең яҡты менән дауаланып, тамам сәләмәтләнеп китеүҙәре, яҡты өйҙәрҙә чахотка микробтарының үрсей алмай һәләк булыуҙары беҙҙең күҙебеҙҙә яҡтының ҡәҙерен йәнә бер ҡат арттыра. Хаятыбыҙ өсөн беренсе дәрәжәлә әһәмиәтле булған был тәңре ниғмәтенән (яҡтынан) башҡорттар мәхрүмдәр. Уларҙың ҡарындыҡ ҡаплаған һәм уның да байтаҡ ерен рама менән сырмап бөткән байтаҡ тәҙрә кеүек кескенә тишектәрҙән күпме генә яҡтылыҡ керә алыр? Хәҙерге көндә бөтөн башҡорт ғаиләләренең күҙ ауырыуына дусар булып яҡты донъяны күрә алмауҙары, тейешле ҡәҙәре яҡтының булмауынан килгән афәттән башҡа бер нәмә лә түгел. Башҡа әҙәм балалары төҫлө иркен, яҡты, таҙа өйҙәрҙә тороу насип булһа, һан йәһәтенән был рәүештә үк кәмемәгән булырҙар ине. Ләкин...

     Ҡыш көндәрендә йәтешле кейем булмағанлыҡтан башҡорттар һалҡында ла бигерәк ҡыҙғаныс хәлдә булалар. Аҙбар таҙалаған йәки ауылдан шаҡтай йыраҡлыҡтағы йылғанан һыу алырға барған ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрһәк, өҫтөндә ҡытаттан тегелгән (мамыҡһыҙ) йоҡа еләндән башҡа бер нәмә булмай. Уларҙың 10 градус һалҡында ла, 30-35 градус һалҡында ла кейгән кейемдәре шул. «Ҡулым... аяғым...сәңгеп бара» тип 6-7 йәшле ир баланың башына өҙгәләнә-өҙгәләнә ҡулын ышҡыған ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ҡыш көндәрендә башҡорт өйөнә кергән һәр кемдең күреүе мөмкин. Кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар бөтөн тәндәрен һыуыҡ алдырып һәр төрлө ауырыуҙарға һабышалар. Аҙаҡта мин: «Башҡорттарҙы һан йәһәтенән йылдан йыл кәметә барған нәмәләр: чахотка, катар, ревматизм, паралич, тиф... кеүек ҡурҡыныслы ауырыуҙар булып тышҡы тәьҫирҙең килтереп сығарған нәтижәләре тиһем килә. Быға тиклем сифилис, шанкр, бобон, триппер... кеүек бысраҡ ауырыуҙарҙы уларҙың кәмеүҙәренә сәбәп итеп күрһәтһәләр ҙә, былар башҡорттарҙың өҫтөнә ырғытылған ялғандар икәнендә шөбһә юҡ. Танышҡан инсаф кешеләр раҫлалсағына иманмын. Был ялғандар хаҡында яҙыуҙы киләсәккә ҡалдырып торҙом».

     Шура: Был мәҡәләлә әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн аҙыҡ булһа ла, тарихсылар һәм йәмғиәт белгестәре өсөн аҙыҡ күп түгел. “Башҡорттарҙың кәмеүҙәренә сәбәп нимә”, -тип башланған мәҡәләлә яңғыҙ шул темаға һүҙ һөйләү тейешле булһа кәрәк. Йәшәү рәүешен үҙгәртеү, киң далаларҙа йөрөү, һуңында кескенә ауылдарға бикләнеп ҡалыу һәр бер ҡәүемдең башынан үтеп киткән һәм үтеп китеп тора торған нәмәләрҙән. “Заманды, донъяны үҙенә эйәртә алмаһаң, үҙең заманға, донъяға эйәреү” мәғәнәһендә мәшһүр һүҙ бар. һәр бер ҡәүем, һәр бер ҡәбилә ошо һүҙҙәргә күрә ғәмәл итеп үҙҙәрен кәмеүҙән, юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарырға тейеш булған хәлдә башҡорттар ни өсөн урталыҡта тороп ҡалдылар? Ошо һорауға яуап бирергә кәрәк. Юҡһа «башҡорттарҙың бөтәүҙәренә чахотка сәбәп булды» тигән һүҙ менән был хәлде тәҡдиргә бәйләү араһында күп айырма юҡтыр. Әгәр ҙә чахотка башлана ҡалһа, башҡорттарҙы ла, башҡаларҙы ла ҡырыуы мәғлүм эш. Донъяның иң шәп урмандары үҙ ҡулдарында булған башҡорттарҙың кескенә өйҙәрҙә урынлашырға мәжбүрлектәре булмаһа кәрәк. Йән башына ярым десятина булыр булмаҫ ерҙәре булған, Малмыж, Мамадыш өйәҙҙәрендәге халыҡтар үҙ һарыҡтарының йөндәренән үҙҙәре тула әҙерләп, өҫ-баштарын бөтөнәйтеп торғандарында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бер ҡат ҡытат елән менән һыу татыуҙарын нисек аҡлап булһын? Хәлбүки, башҡорттарҙа был көндә лә йән башына ун биш десятина ер бар тип әйтәләр, һәр хәлдә 6ашҡорттарҙың кәмеүҙәренең сәбәбен тикшерергә яраһа, уны башҡа йүнәлештә тикшерергә кәрәк. Чахотка шикелле нәмәләр башҡорттарҙың кәмеүҙәренә сәбәп булыуҙан бигерәк башҡорттарҙың, кәмеүҙәренә сәбәп булған нәмәнең нәтижәһелерҙер.

            Уҡытыусы Хәбибулла Ғәбитов. Иркутск. (“Шура ” журналының 1913 йылғы 24-се номеры)