Ялғанға инаныу!
Был фани донъябыҙҙа ялғанға инаныу, ялғанға ышаныу, алдаҡ һәм боҙоҡлоҡҡа ҡоролған тормошобоҙҙа әҙәм балаларының, шул иҫәптән үҙҙәрен мосолманға һанаған әҙәмдәрҙең һаҙлыҡҡа батҡандарын күрәбеҙ. Берәүҙәре белемһеҙлектәре арҡаһында, икенселәре алған ғилемдәренән фәтүә алмай ике йөҙлөлөккә – монафиҡлыҡҡа баталар. Көнө-төнө барған ялғанды ысынбарлыҡ итеп, донъяларын имеш дошмандан һаҡлайҙар. Үткән вәғәҙҙәрҙә был Дәджәл фетнәһенең репетицияһы икәнен аныҡ аңлатҡайным.
Мәүләнә Йәләлетдин Руминың «Мөхәббәт һәм Мәғрифәт», «Мөхәббәт сере» китабтарынан алынған өҙөктәрҙе файҙаланып төҙөлгән вәғәҙҙе уҡып үтәйек.
أَفَلَا يَتَدَبَّرُونَ الْقُرْآنَ أَمْ عَلَى قُلُوبٍ أَقْفَالُهَا
Ә фәләә йәтәдәббәруунәл-Ҡур'әәнә әм ғәләә ҡулүүбин әҡфәәлүһәә.
«Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» (Мөхәммәд, 24).
Берәү Ҡөрьән һәм ғаләм биттәрен уҡырға өйрәнһә, зирәклеген арттырыуға, ҡәлбен паклауға, нәфесен тәрбиә ҡылыуға тырышлыҡ һалһа, Илаһи Нурға ҡойонор.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәмһеҙ кешелек, табыш артынан ҡыуып, наҙанлығына барып, төрлө ялған тәғлимәттәр һаҙлығына батты һәм шул рәүешле Илаһи хәҡиҡәт юлынан, пәйғәмбәрҙәр күрһәткән яҡты юлдан тайпылды. Байлыҡҡа һәм йәмғиәттә биләгән урынына табынып аҙашҡан кеше аҡылы яйлап иман нурынан мәхрүм ҡалды.
Изге Ҡөрьән беҙҙе ете Күкте һәм Ерҙе барлыҡҡа килтергән Раббыбыҙ Аллаһ менән таныштыра, тирә-йүндә барған яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡтың алышын күрергә өйрәтә.
Нәсихәт көсө, хикмәте һәм йәшерен серҙәр тәрәнлеге, Илаһи яҡтылығы буйынса донъяла Изге Ҡөрьәндән дә бөйөк дәлил юҡ.
Ислам дине аҡылыбыҙҙағы, хистәребеҙҙәге һәм есемебеҙҙәге, сәнғәттәге һәм сауҙалағы, барлыҡтағы һәм ҡыҫынҡылыҡтағы, етәкселек эшендәге йәки кемдеңдер бойороҡтарын үтәгәндәге, йәғни шәхси тормошобоҙҙағы һәм кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙәге яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ сағылыштарына үтә лә иғтибарлы булыуҙы талап итә һәм һуңғы һулышыбыҙға ҡәҙәр хәҡиҡәт юлынан атларға саҡыра.
Ҡөрьән ышығы аҫтында йәшәүселәр ғилем һәм наҙанлыҡ, хәҡиҡәт һәм ялған, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, һаулыҡ һәм сир, именлек һәм бәләләр, ғәҙеллек һәм золом кеүек яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ менән бәйле ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе яҡшы айыра. Йәмғиәттә азатлыҡтың ҡапма-ҡаршыһы – ҡоллоҡ, намыҫлылыҡтың киреһе – түбәнлек, уңғанлыҡтың киреһе – ялҡаулыҡ, никахтың киреһе – зина, мәрхәмәтлелектең һәм йомартлыҡтың киреһе – рәхимһеҙлек һәм һаранлыҡ, ғәфү итә белеүсәнлектеке – дошманлыҡ, йәғни үрҙә атап кителгәндәрҙең тәүгеләре «яҡтылыҡҡа» ҡараһа, икенсе яртыһы «ҡараңғылыҡтың» өлөшө. Яҡтылыҡты ҡараңғылыҡтан айырып, кешелеккә тура юлды күрһәткән пәйғәмбәрҙәр һәм улар юлынан барған тәҡүәләр, ғалимдар — яҡтылыҡ, ә Аллаһтың был һайлам ҡолдарына ҡаршы сығыу – ҡараңғылыҡ.
Әйе, изге Ҡөръән Кәрим китабыбыҙ һәм Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд салаллааһу ғәләйһисәләмдең хәҙистәре беҙҙе хаҡлыҡты, дөрөҫлөктө, ысынды ялғандан, алдаҡтан айырырға өйрәтә. Быны аңлатып меңләгән ғалимдарыбыҙ беҙгә белем ҡалдырған. Әммә бөгөнгө көндә ҡайһы бер әҙәмдәребеҙ ошо бөйөк ғалимдарыбыҙҙың ҡалдырған Аллаһ хаҡиҡҡәттәренә ышанмай, үҙҙәренсә фәтүә биреүсе «динлеләргә» ышанып ялған юлға баҫты. Аҡылға һыймаған эш бит – донъяларын ҡайғыртып, ялған дошман табып, шуларҙы ҡырырға саҡырыуҙары, боҙоҡ тирандың сәйәсәтен яҡлап, ялағайланып, ярамһаҡланыуҙары ни тора. Ҡоллоҡҡа ҡоролған илдә, һәр түрәнән, һәр боҙоҡ ауыҙҙан сыҡҡан тауышты ишетеп, ҡурҡып йәшәүҙән ни мәғәнә? Ҡурҡҡаныбыҙ Аллаһы Тәғәлә булһын, Иблис күрһәтмәләре аша ауыҙ асҡан әҙәм аҡтығы булмаһын.
أَرَأَيْتَ مَنِ اتَّخَذَ إِلَهَهُ هَوَاهُ أَفَأَنتَ تَكُونُ عَلَيْهِ وَكِيلًا
Әра'әйтә мәнит-тәхаҙә иләәһәһү һәүәәһү ә фә'әңтә тәкүүнү ғәләйһи үәкииләә.
Аллаһу Тәғәлә «Үҙенең нәфсеһен тәңре итеп табынғандарҙы күрҙеңме һин?» (Ҡөръән, Фуркан сүрәһе, 43)
Халҡыбыҙ нәфсеһен илаһилаштырып, рухи наҙанлыҡ һаҙлығына батҡан. Аллаһының ризалығын алырға теләһәк, бер Раббыбыҙға ихлас ынтылыр кәрәк, рухиәбеҙҙе фани донъяның ялған боттарынан әрсәләү кәрәк. Был донъялағы именлегебеҙ, тыныслығыбыҙ, йәшәйешебеҙ Аллаһының ҡеүәтенән тора. Үҙен батша тигән, был донъяға мин хужа тип һуғыш асып ятҡан шайтан аҡтыҡтарынан түгел. Был илдә, ерҙә, йортоңда һинеке түгел, ә Аллаһыныҡы, шөкөр итмәһәң Ул уны юҡҡа сығарасаҡ.
Хәҡиҡәт атмосфераһында (Хәҡиҡәт юлында булғанда) был төшөнсә шундай мәғәнәгә эйә: «Һинең милкең дә, минеке лә беҙҙеке түгел, улар һәммәһе – Аллаһ милке!»
Ашуғ Юныс көнсөллөктөң һәм хиреслеклектең алдатҡыс сағым булыуы тураһында яҙа:
Донъяға инанырһың,
Ниғмәт минеке, тиеһең,
Ни өсөн ялған һөйләйһең?
Һин әйткәнсә булмаҫ һис ҡасан!..
Милек эйәһе, хөкөм эйәһе,
Кем быларҙың ысын эйәһе?
Милек тә ялған, хөкөм дә ялған,
Бар, һин дә бер аҙ хыяллан.
Заманыбыҙ сиренә әйләнгән байлыҡ йыйыуға хиреслек тамырҙары менән кешелек барлыҡҡа килгән тарих төпкөлөнә инеп китә. Зыярат янынан үткәндә, Шакик Бәлхи нәсихәт менән былай ти:
– Уларҙың күбеһе ялғансы булған…
Унан һорайҙар:
– Ниндәй сәбәп менән?
Ул әйтә:
– Тормош көткән саҡта, аҡсабыҙ, милкебеҙ, йорттарыбыҙ, малдарыбыҙ, хужалығыбыҙ, туғандарыбыҙ, йөҙөм баҡсаларыбыҙ бар, тип әйтмәнеме ни улар? Әммә улай түгел икән, һеҙ быны күреп тораһығыҙ!
Мәүләнә Йәләлетдин Руми фани донъяға сиктән тыш мөкиббән булыуҙы шулай тасуирлай: «Әгәр һиңә иң нәзәкәтле эсемлектәр эсеү һәм шундай уҡ нәзәкәтле ниғмәттәр ейеү мөмкин булған икән, бел: һин уларҙы төшөңдә эстең, төшөңдә ейҙең. Был донъяла йәнә уянып киткәс, тағы ла һыуһау, тағы ла асығыу тоясаҡһың. Төшөңдә ашаған эскәнең файҙа бирмәйәсәк. Йәғни, был донъя – төш кенә кеүек.
Ысынлап та, фани донъя һәм уның ниғмәттәре төш кеүек, әгәр бәндә төшөндә нимәлер теләһә, уға ул бирелә. Уянып китһә, үҙе эйә булғандың эҙе лә ҡалмай. Донъя төштә теләгән, төштә эйә булған ялған күңел асыуҙарҙан тора».
Аллаһу Тәғәлә әйтә:
أَفَرَأَيْتَ مَنِ اتَّخَذَ إِلَهَهُ هَوَاهُ وَأَضَلَّهُ اللَّهُ عَلَى عِلْمٍ وَخَتَمَ عَلَى سَمْعِهِ وَقَلْبِهِ وَجَعَلَ عَلَى بَصَرِهِ غِشَاوَةً فَمَن يَهْدِيهِ مِن بَعْدِ اللَّهِ أَفَلَا تَذَكَّرُونَ
Ә фәра'әйтә мәнит-тәхаҙә иләәһәһү һәүәәһү үә әдалләһү-ллааһу ғәләә ғилмиү-үә хатәмә ғәләә сәмғиһи үә ҡальбиһи үә джәғәлә ғәләә басариһи ғыишәәүәтәң фәмәй-йәһдииһи мим-бәғди-лләәһи ә фәләә тәҙәккәруун.
«Үҙенең аҙғын теләген илаһ иткән кешене Аллаһ Үҙ белеме менән юлдан яҙҙырып, ҡолағы менән йөрәген көпләне, күҙен томланы – шуны күрмәнеңме? Аллаһынан һуң уны кем юлға төшөрә ала? Аҡылға килмәҫһегеҙме икән һеҙ?». (Жәҫиә (Теҙләнеү), 23).
Бер нисә хәрефте һәм һүҙҙе тойоп ҡалған ҡолаҡтар, мәғәнәһен аңланыҡ, тип уйлар, маңлай күҙҙәре лә, күрҙек, тип иҫәпләр. Тик йәшерен серҙәрҙе һәм нәсихәттәрҙе ишетергә тейешле йөрәк ҡолағы ниндәй халәттә һуң? Илаһи серҙәр һәм хикмәт ағымын ҡабул итергә тейешле күңел күҙе ҡайһы донъяла һуң? Йөрәгең һаңғырау, ә күңелең һуҡыр икән, уларҙың эйәһе булған наҙан ике донъяла ла бәхетле булырмы?..
Бүләк итеп бирелгән ғүмеребеҙҙе тейешенсә баһаламайынса, ихлас ғибәҙәттәр һәм Аллаһу Тәғәләгә хыянатһыҙ хеҙмәт мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырһаҡ, беҙ оло-ғара ҡазаға ҡаласаҡбыҙ.
Әммә икенсе хәүеф тә бар: рухи ғәмһеҙлек, көнсөллөк, дошманлыҡ, хөсөтлөк, ғәйбәт, ялған менән изге ғәмәлдәрҙе таплап, шикле, харам нәмәләрҙән һаҡланмайынса, «Әхирәт банкроты» хәлендә лә ҡалыу.
Имам Шафиғи (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән:
– Әгәр һин Раббыңа уҡталмаһаң, һине әһәмиәтһеҙ һәм ялған нимәләр үҙенә әсир итәсәк!
Аллаһ Тәғәләгә бар күңелебеҙ һәм йөрәгебеҙ йүнәлергә тейеш, ә буш донъябыҙға түгел. Беҙ Аллаһыны яратырға, уны тойорға, Уның ризалығына ынтылырға тейешбеҙ һәр саҡ.
Хикәйәттә: Бер йәш егет падишаһ һарайы ҡапҡаһы янына килә һәм падишаһ ҡыҙын һөйөүе хаҡында белдерә. Егеттең һүҙҙәрен падишаһ ҡыҙына еткергәс, ул, ҡапҡа янына килеп, былай ти:
- Ошо мең дирһәмде ал һәм үҙеңә лә, миңә лә зыян килтерерҙәй хәбәрҙе башҡаса һөйләмә!
Егет һаман үҙенекен ныҡый, һәм ҡыҙ уға шундай тәҡдим яһай:
- Ал ошо 2 мең дирһәмде!..
Яйлап, тәҡдим 10 мең дирһәмгә барып еткәс, егет ризалаша. Быға яуап итеп, падишаһ ҡыҙы ҡысҡырып ебәрә:
- Күҙең аҡса менән томаланып, мине күрмәҫ булғас, нисек һин мине һөйөүең хаҡында һөйләй алаһың? Мине башҡаға алмаштырғандар менән нимә булаһын беләһеңме?
Һөйөүе ихласһыҙ булған, ер ауҙары әсирлегенә эләккән егетте язаға тарттыралар.
Салих заттарҙың береһе, был бәйәнде ишетеп, һуштан яҙа. Иҫенә килгәс, ул былай ти:
- Эй, кешеләр! Фани донъяла мөхәббәте хаҡында ялғанлағандар менән нимә булғанын күрҙегеҙме? Ә Аллаһты яратам тип, күңелдәрен башҡаға бағлағандар менән мәңгелек донъяла нимә булыр?!
Әҙәм ғүмере бына шулай баштан аҙағынаса ялған һәм хәҡиҡи һөйөү имтиханы менән һынала. Һөйөү – беҙҙең бар ҡылыныуыбыҙ сере лә, йәшәйешебеҙ хикмәте лә.
Аллаһ тойғоларыбыҙҙы беҙҙән дә яҡшыраҡ белә, әммә даимән шәфҡәт ҡапҡаларын аса һәм ҡотолоу юлын күрһәтә; гонаһтарға арҡа биреп, тәүбәгә килеүебеҙҙе теләй.
Һүҙҙә генә булған тәүбәләрҙән фәтүә әҙ. Тәүбәләр гонаһтарҙан ситләшеүҙән башлана, йәғни уларҙы ҡабул итмәүҙән. Ихлас тәүбәләр «тәүбәтү-н-насуха» — шәфҡәт һәм Йәннәт ҡапҡаларының берҙән-бер асҡысы.
Шуныһы мөһим: Аллаһ, беҙ тәүбә ҡылғанда, шайтандан алданмауыбыҙҙы теләй:
«…Шуны белеп тороғоҙ: Аллаһ әйткән һүҙ, һис шикһеҙ, тормошҡа ашасаҡ. Зинһар, һаҡ булығыҙ, донъя тормошона алданмағыҙ, ул бер алдаусы ғына. Һәм хәтәр ялғансы шайтан (Аллаһ барыбер һеҙҙе ғәфү итәсәк, тип) аҙҙырмаһын» (Лоҡман, 33).
Йәғни, ҙур үкенес тулы тәүбәләребеҙ һүҙҙә генә түгел, ҡәлбебеҙҙә лә булырға тейеш. Әхүәле рухиәтеңде камиллаштырып һәм Илаһи мөхәббәткә эйә булып ҡына рухи мәғрифәт юлын табып була.
Бөйөк изге заттар әйткән:
«Эй, рухи мәғрифәт юламсыһы! Был юлдан атлар өсөн, һиңә түҙемһеҙлекте – сабырлыҡ, ғафиллыҡты – зекер, шөкөрһөҙлөктө – рәхмәттәр, ғауғасыллыҡты – күндәмлек, һаранлыҡты – йомартлыҡ, шик-шөбһәләрҙе – аныҡ ғилем, ике йөҙлөлөктө – ихласлыҡ, кирелекте – тәүбәләр, ялғанды – дөрөҫлөк, ғәмһеҙлекте тәрән фекерләү менән алмаштырырға кәрәк!..»
Был талаптарҙы үтәүҙең төп шарты – хәләл ризыҡ ейеү. Хәләл ризыҡ әҙәм балаһында хикмәт, ғилем, мәғрифәт уяныуҙың төп шарты булып тора, йөрәктә Аллаһҡа һөйөү утын ҡабыҙа. Үҙ сиратында, ҡәлбе Аллаһҡа мөхәббәт менән тулған кешелә рухи мәғрифәт көсәйә. Харам менән туҡланғандарҙың күңеле Илаһи нурҙы ҡабул итә алмай.
Имам Ғазали (рәхмәтуллаһи ғәләйһи) әйткән: «Ер тормошонда рухи мәғрифәткә лайыҡ булмағандар, мәңгелек тормошта Раббыбыҙҙы күреүҙән мәхрүм булыр. Фани донъяла түләмәгән нәмәһенә әхирәттә әҙәм нисек эйә була алһын?! Әхирәттә һәр кем фани донъяла сәскәнен урыр. Һәр кем нисек йәшәһә, шулай үлер, нисек үлһә, шулай тергеҙелер. Ҡыҫҡа ваҡытлы ер тормошонда әҙәм Аллаһты ни ҡәҙәр танып белгән һәм алған ғилеменә ярашлы ғәмәл ҡылған, әхирәттә шул кимәлдә әжерен алыр».
Аҡыл, хаҡты ялғандан айырмайынса, үҙ файҙаһын ҡайыра, ә күңел өсөн йәнгә тыныслыҡ биргән уңыш – Аллаһҡа ғибәҙәттәр генә ҡылыу түгел, ә Уны аңлап, тойоп, тирә яҡтағы ниғмәттәргә, бәрәкәттәргә күҙ һалып, уларҙың тәғәйәнешлегенә, гүзәлегенә, төҙөлөшөнә хайран ҡалып, шуларҙы аңлар өсөн һәр саҡта белемгә ынтылыу ул.
Күңеле саф, зиһене камил булған һәр кем, донъялағы күп һанлы сәбәп-эҙемтә бәйләнештәре хаҡында уйланып, һөҙөмтәлә шул бәйләнештәрҙе бар ҡылған Аллаһу Тәғәләне танып белә һәм Уға ышана. Әммә шайтан, кеше аҡылын томалап, уның Раббыһы на табан юлына бик күп тоҙаҡтар ҡора. Шайтан ҡорбаны булған бәхетһеҙҙәр хаҡында киҫәтеп, Мәүләнә Руми шулай тип яҙа: «Иман мәсьәләһендә, аҡыл уйындарына әүрәп, шайтан артынан барма. Был ялғансы шундай: ҡараңғы төшкәнде көтөп тора, төн уртаһында килә лә ишек ҡаға. Һин кем килгәнен белергә уйлап, шәмеңде алаһың, ишеккә киләһең, саҡматаш сағып, ут яндырырға уйлайһың. Әммә, саҡма сағып, ут тоҡандырыуың була, теге хәйләкәр уны һүндерә. Һин ҡараңғылыҡҡа боҫҡан шайтанды күрмәйенсә мығырлайһың: «Саҡматаш дымланған...» Шул рәүешле ҡәһәрле ялғансы эргәңдә икәнлеген һин шәйләмәйһең.
Тап шул рәүешле, һинең ғәмһеҙлек ҡараңғылығыңдан файҙаланып, шайтан күңелеңдәге иман нурын тоҡандырырға ҡамасаулай һәм игелектәреңде урлай, һине «мәңгелек тормош банкротына» әүерелдереп, Раббыңды танып белергә ҡамасаулай. Әгәр эштәр шулай торһа, күҙҙәрең дә, әхүәле рухиәң дә Раббыһын да, уның ижад емештәрен дә танып белә алмай!..»
Был донъяла әлегә йәшәйбеҙ икән, йәннәткә инеү бәхетенә лайыҡ булырға теләйбеҙ икән, «ләә иләһә» кәлимәһен күңелебеҙгә һәм аҡылыбыҙға һеңдерергә тейешбеҙ һәм ҡәлбебеҙҙе буш өмөттәр, хыялый фантазияларҙан, мин-минлектән һәм тәкәбберлектән, ялған идеялар һәм боттарҙан азат итергә тейешбеҙ. Кристалдай пак күңел генә Илаһи мөхәббәт менән нурланырға һәм Аллаһу Тәғәләнең Гүзәл исемдәре сағылышы булырға мөмкин. Әмин!
Ялған тураһында: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/yal%d2%93an-tura%d2%bbynda.html
Ялған, ялғансылыҡ: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/yal%d2%93an-yal%d2%93ansyly%d2%a1.html