Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан

                                        Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
     Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
     Мәшһүр яҡташыбыҙ, үҙ заманының күренекле күренекле мәғрифәтсеһе һәм арҙаҡлы дин әһеле ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) Ноғоман улы Ирназаровҡа быйыл 160 йәш тула. Ул атаһының исеме менән Ноғоманов йөрөй.
     Бала саҡтан ишетеп килгән Абд аль Ханнан хәҙрәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбеһе бер ваҡыттала баштан сыҡманы.
     Асҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәттең изге кәңәштәре менән был ҡулъяҙманы әҙерләүсе Ҡужан ауылы Ғәбделбарый улы Рафаил Мәсәлимов.
     Минең әсәйем Сафия (атаһы Дәүләтша ауылынан билгеле Камалетдин мулла, әсәһе Фатима Абд аль Ханнандың ҡыҙы) олоатаһы Абд аль Ханнанды яҡшы белә ине, бала сағынан ҡатнашып, аралашып үҫкән. Абд аль Ханнан хәҙрәтте һуңғы юлға оҙатҡандала булған (ул ваҡытта атайым менән әсәйем Әлмүхәмәт МТС-ында эшләгәндәр, шунда йәшәгәндәр).
Был ҡулъяҙманы әҙерләгәндә мин Асҡар ауылында йәшәгән Усманов Махиян мулланың һөйләгәндәрен иҫкә алдым (Махиян мулла Абд аль Ханнанға ҡоҙа була). Асҡар мәктәбендә 8-10 класстарҙа уҡығанда мин Махиян олоатайҙарға йыш бара торғайным. Махиян мулла миңә Камалетдин мулла Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында күп һөйләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп нәмәләре онотолоп бөткән.

     Үҫмер саҡта мин Үтәгән ауылында йәшәгән Кәбир мулла менән, Салауат ауылында йәшәгән Шөғәйеп мулла менән йыш осраштым. Улар беҙгә йыш килә торғайнылар һәм Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында уның арҙаҡлы дин әһеле икәнлеге турында һөйләй торғайнылыр.
1997 йылда миңә Яҡты-күл дауаханаһында Өмөтбаев Рамаҙан ағай менән ял итергә тура килде, беҙ яҡындан таныштыҡ, күп ваҡыттарҙы әңгәмәләшеп үткәрҙек. Ул миңә Абд аль-Ханнан ишан хәҙрәт тураһында материал әҙерләүе, китап яҙырға уйлауы тураһында һөйләне. Ныҡ итеп саҡырып ҡайтһа ла мин ҡыҙғанысҡа ҡаршы Рамаҙан ағайға бара алманым күп мәсәләләрҙе асыҡлай алманым.
     Шулай уҡ был ҡуляҙманы әҙерләгәндә мин Абд аль-Ханнандың оло улы Фәйҙрахмандың ҡыҙҙары Һәдиә, Йәмилә, Мәрйәм апайҙарҙың иҫтәрендә ҡалып һөйләгәндәрендә ҡуляҙмала файҙаландым.
     Һәдиә апайҙа һаҡланған, ул үлгәс Мәрйәм апайҙа булған һәм 2007-се йылда Мәрйәм апай миңә биргән Абд аль-Ханнандан ҡалған ҡайһы бер китаптар, китап биттәренең ситендә яҙылған ҡулъяҙмалар һәм китап араһында һаҡланған хаттарҙа ярҙам итте был ҡулъяҙманы әҙерләүҙә.
     Абд аль_Ханнан ишан-хәҙрәт 1850-сы йылда хәҙергә Әлмүхәмәт (элекке Ҡалбаҡты ауылы бөрйән волосы) ауылында тыуа. 1938 йылда 88 йәшендә вафат була. Атаһы Ноғоман Ирназаров, олоатаһы Ирназар Ярмухаметов. Ирназарҙың ҡустылары Изиги, Аҡназар Ярмухаметовтар Ҡолбаҡты ауылын башлап ултырыусыларҙың береһе булалар. Был хаҡта тарихи фәндәр докторы Зәкир улы Әнүәр Әсфәндияров үҙенең башҡорт ауылдарының тарихы тураһындағы китапта яҙып үтә.
     Әбйәлил районының тарихын яҡшы белеүсе һәм өйрәнеүсе Юрий Здрогов Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәттең ата-бабалары 21 быуын башҡорт һәм башҡа мосолман халҡына белем биреү өҫтөндә эшләгәндәрен, Абд аль-Ханнан ишан-хәзрәттең оло шәхес булғанлығын раҫлап яҙа.
Бала сағынан белемгә ынтылып торған Абд аль-Ханнан ауыл мәҙрәсәһендә бик тырыш уҡый, һәләтле була. Шуға күрә атаһы уны Өфөнең Ғәлиә мәҙрәсәһенә уҡыуға ебәрә. Ғәлиә мәҙрәсәһен тамамлағас Абд аль-Ханнан күңелендәге күп һорауҙарға яуап таба алмай. Шәкерт сағынан суфыйлыҡ ғилеме менән ҡыҙыҡһынған һәм белемен артабан төпләр өсөн Бохара шәһәрендәге юғары мәҙрәсәгә уҡыуға китә. Бохара мәҙрәсәһен уңышлы тамамлап, ныҡлап ислам динен, уның тарихын, мәрхәмәтле бәйғәмбәрҙәрҙең тормош юлдарын, суфыйлыҡ ғилемен ғәрәп, фарси һәм төрки телдәрен өйрәнә. Бөйөк ғәрәб ғалимдары Ибн Касири, ат-Табари (ат Табарини) тәржимә иткән Ҡөрьән тәфсирҙәрен ентекләп өйрәнә, шулай уҡ "сәхих” аль-Бухари, “сәхих” Муслим, "Суннан’’ Абу Даудт, “Джами” ат-Термизи, “суннан’’ ан-Насан, "суннан” Ибн Маджахи, «Мишкат аль-масабих», "Далаил аль-хайран” исемле хәҙис йыйынтыҡтарын ныҡлап өйрәнә. Тибет медицинаһы алымдары менән дауалау һәләтенә эйә була, шулай уҡ күрәҙәлек һәләтелә асыла.
     Бохара мәҙрәсәһен тамамлағанда Абд аль-Ханнан дин ғилемен, шәриғәтте, суфыйлыҡты тәрән белеүе менән күп шәкерттәрҙән айырылып тора, шуға күрә лә уҡымышлылығы, белемле һәм аҡылы яғынан Башҡортостанда ғына түгел урта Азия мосолман илдәрендә лә танылған шәхес була.
     Был турала Башҡортостан дәүләтен ҡораусыларҙең беренсеһе Зәки Вәлиди үҙенең хәтирәләр китабында раҫлап үтә. Зәки Вәлиди Абд аль-Ханнанды арҙаҡлы дин әһеле билгеле Зәйнулла ишан менән тиңләй.
     Абд аль-Ханнан Бохаранан ҡайтыу юлында Зәйнулла ишанға бара, Ҡолбаҡты ауылында яңы мәҙрәсә асыу тураһында кәңәш һорай. Зәйнулла ишан Абд аль-Ханнан менән оҙаҡ һөйләшә, уға төрлө һорауҙар биреп, алған белемдәре менән ҡыҙыҡһына. Фекер алышҡандан һуң Зәйнулла ишан Абд аль-Ханнандың һәләтле булыуына төшөнөп, уға мәҙрәсә асырға ашыҡмаҫҡа, уҡыуын дауам итергә кәңәш бирә һәм Мәккән Мәҙинә шәһәрендәге юғары мәҙрәсәгә уҡырға барырға тәҡдим керетә, Абд аль-Ханнандың ҡулына хат яҙып тоттора. Зәйнулла ишандың һүҙҙәре, кәңәштәре Абд аль-Ханнандың күңеленә бик оҡшай, атай йортона ҡайтып күп тә тормай Мәккәи Мәҙинәгә сығып китә.
     Мәккәи Мәҙинәнең юғары мәҙрәсәһен уңышлы тамамлағандан һун Багдад шәһәрендә була. ундағы уҡыу йорттарының ҡағиҙәләре менән ҡыҙыҡһына, халыҡтың көн-күреше менән танышыуында онотмай. Фарси, төрөк, ғәрәб телдәрендә яҙылған китаптар туплай һәм Стамбул шәһәренә юл тота. Һәләтле, белемле, абруйлы Абд аль-Ханнанды Стамбул шәһәренең юғары мәҙрәсәһенә шәкерттәрҙе суфыйлыҡ ғилемен уҡытырға эшкә алалар. Был уҡыу йортонда Абд аль-Ханнан өс йыл эшләй, үҙенең фәһемен арттыра, аҡсалата мөлкәттә туплай ала. Өс йыл үткәс үҙенең тыуған ауылына юл тота. 12 йәшендә белем алам тип өйөнән сығып киткән Абд аль-Ханнан 10 йылдан һуң юғары белемле, оло фәһем туплаған, абруйлы дин эйәһе булып ауылға ҡайта. Өс тапҡыр хажда була.
     Ҡайтыу юлында Абд аль-Ханнан Зәйнулла ишанға тура бара һәм башынан үткәндәрҙе һөйләп бирә. Зәйнулла ишан Абд аль-Ханнанды айға яхын ҡайтармай үҙендә тота, төрлө яҡлап һынап ҡарай һәм үҙенең ҡәнәғәтлеген белдереп, мәҙрәсәлә уҡыу шарттарын нисек башларға кәңәштәр биреп ҡайтара.
     Ғәрәп илдәрендә уҡығанда һәм эшләгәндә Абд аль-Ханнанды Абд аль-Ханнан ибн Ноғоман Өфөнән тип йөрөтәләр һәм ошо тулы исеме менән күп ғәрәп илдәреңдә беләләр.
     Абд аль-Ханнан үҙенең Ҡолбаҡты ауылында яңы мәсет төҙөтә, яңы мәсеттә үҙе имам-хатиб булып тора, ике мәҙрәсә төҙөтөп шәкерттәр уҡытыу эшен башлай.
     19-се быуаттың аҙағында, 20-се быуаттың башында Урал аръяғы райондарында Ҡолбаҡты ауылы мәҙрәсәләре танылған уҡыу йорттары булып тора. Мәҙрәсәләрҙең айырмаһы шунда була — береһендә ислам динен, ғәрәб телендә уҡый яҙа белеү, Ҡөрьән аяттары яттай өйрәнеү булһа, икенсеһендә ислам диненән башҡа, математика дәрестәре, ислам тарихын суфыйлыҡ ғилемдәрен өйрәнәләр. Мәҫәлән, математиканы Мухаммад Хусейн аль-Амилинең китабынан уҡыталар. Был китапты баҫтырыуҙа ҡазый Мухаммад Салих Абд аль-Кәрим булышлыҡ итә. Китап ғәрәб календары менән 1298 йылда баҫтырыла.
     Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәт хәҙерге Баймаҡ районы Итҡол ауылынан Заһидә исемле ҡыҙға өйләнә. Заһидәнең әсәһе яғынан Мөжәүер хәҙрәт Заһидәгә туған килеп сыға. Абд аль-Ханнан менән Заһидәнең 8 балалары була (Бибиасма, Файзрахман, Фатима, Бәҙиғә, Сафия, Фазылғаян, Хәбибрахман, Әминә). Дүрт ҡыҙҙары бала сағында үләләр (Бибиасма, Бәҙиғә, Сафия, Әминә), Заһидә 8-се баланан һуң күп тә тормай үлә, Ҡолбаҡты ауылы Зыяратында ерләнгән. Заһидә үлгәс Абд аль-Ханнан икенсе ҡатынға өйләнә. Рәмиев Садык менән Хәнифәнең ҡыҙы Ғәзизә була.
     Ғәзизә тәүҙә ирҙә хәҙерге Агап районы Әблаз ауылы Сафиулла муллала була. Уларҙың ике ҡыҙҙары тыуа (Нәсимә, Ғәфифә) Нәсимә исемле ҡыҙҙары бала сағында үлә, күп тә тормай Сафиулла ла үлеп ҡала. Абд аль-Ханнан Ғәзизәне ҡыҙы Ғәфифә менән күсереп Ҡолбаҡты ауылына алып ҡайта. Абд аль-Ханнандың тәүге ҡатынынан тыуған Фатиманы, Фазылғаянды, Хәбибрахманды тәрбиәләүҙә Ғәзизә күп өлөш индерә.
     Ҡолбаҡты мәҙрәсәһендә Дәүләтша ауылынан Исламбай улы Камалетдин, Мәхмүт ауылынан Ҡунаҡҡужа улы Әхтәм бер ваҡытта уҡыйҙар. Икеһе лә бик тырыш шәкерттәр булып тамамлайҙар һәм икеһе лә хәлфә исеме алып сығалар. Уҡыған саҡтарында икеһендә ныҡлап һынағас Абд аль-Ханнан Камалетдингә үҙенең ҡыҙы Фатиманы бирә, ә Әхтәмгә үҙе көтөп үҫтергән ҡыҙы Ғәфифәне бирә.
     Камалетдингә Ишҡол ауылына мәсет, өй төҙөтөп биреп Абд аль-Ханнан уны мәсеткә имам-хатиб итеп куя, ә Әхтәмде Мәхмүт ауылың мәсетенә имам-хатиб итеп тәғәинләй. Икеһе лә мәҙрәсә асып шәкерттәр уҡыталар.
     Абд аль-Ханнан кейәүе Камалетдин муллаға Ишҡол ауылында Ҡыҙыл йылғаһына һыу тирмәне төҙөтөп бирә. Мәҙрәсәне асыр алдынан Камалетдин муллаға өгөт-нәсихәт биргәндә ныҡ итеп иҫкәртеп куя: «Мәҙрәсәңдә ауыл балаларын уҡыт, береһендә ситләтмә, уҡытыу әжәрен һорама, ошо һыу тирмәне һинең ғаиләңде туйҙыра алыр» ти.
     Ваҡытында Зәйнулла ишан Абд аль-Ханнанға мәҙрәсә асыу, уҡытыу тураһында кәңәш биргәндә ошо уҡ һүҙҙәре әйткән була. Зәйнулла ишан Абд аль-Ханнанға былай тей: «Һин оло белемгә эйә булдың, шул алған белемдәренде үҙебеҙҙең халыҡҡа, бигерәктә йәштәргә еткерергә тырыш, аҡсаға ҡыҙма, байлыҡ йыйма, белем биреү сауҙа кәсибе түгел унан байлыҡ йыйып булмай, һинең әүлиәлек кираматың ҙур, сирхауҙарҙы ла дауалай алаһың, ләкин һинең төп бурысың йәштәрҙе уҡытыу, тәрбиәләү, белем биреү, шуны бер ваҡытта ла онотма.»
Оҙаҡ йылдар Абд аль-Ханнан менән Зәйнулла ишан осраша алмайҙар. Сөнки Зәйнулла ишанды ялған ғәйеп менән 1873 йылдың ғинуар айында Вологда губөрнияһына һөргөнгә ебәрәләр. Зәйнулла ишан һөргөндән 1881 йылда ҡайта һәм 1884-сы йылдың башынан Троицк шәһәренең 5-се ҙур мәсетенең имам-хатибы булып тора.
     Йәштәргә ныҡлап төплө бёлем биреүҙе, ислам динен күтәреүҙе, ата-бабаларҙың юлын дауам итеүҙе яҡшы аңлаған Зәйнулла ишан һөргөндән ҡайтҡас та Абд аль-Ханнандың эштәре менән йыш ҡыҙыҡһынып тора, үҙенә лә саҡырып ала. Шулай бер Троицк шәһәренә Зәйнулла ишанға барғанда Абд аль-Ханнан Ишимбай районынан килгән Әхмәт мулла менән танышылар. Әхмәт мулла Зәки Вәлидинең атаһы була. Зәйнулла ишандан ҡайтҡас Әхмәт мулла Ҡолбаҡты ауылына Абд аль-Ханннанга килеп, ҡунаҡ булып, урындағы мәҙрәсәнең эштәре менән таныша. Әхмәт мулла менән Абд аль-Ханнан хәҙрәт дуҫлашып китәләр, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөйҙәр һәм уларҙың улдары Зәки Вәлиди, Фазылғаян, Хәбибрахман аралашып, дуҫлашып үҫәләр, бер береһен үҫмер саҡта беләләр, осрашып торалар.
     Әйткәндәй 1918 йылда Зәки Вәлиди етәкселегендә Башҡортостанға автономия яулап алғас, Зәки Вәлиди Фазылғаян менән Хәбибрахманды үҙенә хеҙмәткә ала.
     1923 йылдың февраль айында Зәки Вәлиди Төркиәгә ҡасырға мәжбүр була. Фазылғаян менән Хәбибрахманда шул ваҡытта хәбәрһеҙ юғалалар. Күп тә үтмәй Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәтте ҡулға алалар һәм Йылайыр төрмәһенә оҙаталар. Төрмәлә ултырғанда бер нисә тапҡыр мөғжизә була. Кистән бикләнгән ишек йоҙаҡтары иртән асылған булалар. Был һаҡсыларҙы ғәжәпкә ҡалдыра. Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттән төпсөнә башлайҙар, кем һиңә ҡасырға ярҙам итә тип. Ишан-хәҙрәт тегеләрҙең һорауына «Раббының ҡөҙрәте киң, иншалла, хоҙай үҙенең ярҙамынан айырмаһа, донъя йөҙөндәге бөтә йоҙаҡтарға ла асҡыс табылыр” тип яуап бирә.
     Урындағы халыҡ Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең ҡулға алыныуына ризаһыҙлыҡ белдереп сығыштар яһайҙар һәм йыш мөрәжәғәт итә башлайҙар. Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттән улдары тураһында бер нәмә лә асыҡлай алмағас төрмәнән сығарырға мәжбүр булалар. Ишан-хәҙрәт төрмәлә ултырған сағында мәҙрәсәләрен, йәшәгән йорттарын Баҡыр үҙәккә күсереп алып китәләр, бер аш өйө генә ултырып ҡала. Мәсеттең манараһын емереп клубҡа әйләндерәләр, йорттарҙағы булған ҡаралдыларҙы, кейемдәрҙе, аш-һыу һауыттарын, кәртәләге бөтөн малды тартып алалар.
     Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәт төрмәнән ҡайтҡас, күпмелер ваҡыт үтеүгә бер һауын һыйыр быҙауы менән, бер һауын бейә ҡолоны менән бирәләр, власть ҡарары буйынса ишан-хәҙрәткә хеҙмәтсе итеп бер ҡатынды тәғәйенләйҙәр.
     Зәйнулла ишан 1910-12 се йылдарҙа Абд аль-Ханнан хәҙрәтте үҙенә саҡыра һәм ишан дәрәжәһе биреп дарман биреп ҡайтара. Ишан дәрәжәһе алған кеше бер мөкирт (мөридтер) алырға тейеш була. Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәт ҡайтып ныҡлап уйлағандан һуң Мөжәүер хәҙрәтте саҡыра һәм уны үҙенең мөкирте итеп тәғәйенләүен белдерә. Бер уҡ ваҡытта тигәндәй Зәйнулла ишан Әхмәт мулланы саҡырып уға ла ишан дәрәжәһе биреп ҡайтара. Зәки Вәлиденең хәтирәләр китабында яҙылыуынса Әхмәт ишан мулла үҙенең мөкиртте итеп яҡын танышы диуана булыр йөрөгән бер кешене ала.
     Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең ҡыҙы Фатиманың һәм Камалитдин хәлфәнең 8 балалары була (Сафия, Әкмәлитдин, Ғәйнитдин, Фәттәхитдин, Ризаитдин, Хайрнисә, Әнүәр, Ибиниамин). 8-се балаһынан һуң Фатима йүнәлә алмай үлә. Ҡыҙын ерләргә килгән Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәт Оҙонғор тауы битендә урынлашҡан боронғо зыяратҡа ерләргә рөхсәт бирмәй. Зыярат ситтә ята, Убалы түбәһе аҫтында, йылға аръяғында яңы зыярат астыра, беренсе булып зыяратҡа Фатима ерләнә, был 1928-се йылда була. Яңы зыярат юл ситендә, үткән һайын аяттар бағышлап тороооһоң тип кәңәш бирә. Фатима үлерҙән 1-2 йыл элек ҡыҙы Сафияны Асҡар ауылы Усманов Махиян мулланың улына кейәүгә бирәләр. 3 ай үтеүгә кейәүе үлеп ҡала. Махиян мулла Сафияны ҡайтармай кесе улы Ғәлимйәнгә димләй.
     1930 йылдың аҙағында Камалетдин мулланы ялған ғәйеп менән ҡулга алалар, халыҡ дошманы тигән ялған ғәйеп менән 1931 йылдын башында атып үлтерәләр, ҡайҙа ерләнгәне билгеһеҙ. Камалетдин хәлфәнең улы Әнүәр Өфө төрмәһенең Камалетдин хәлфәнең атылған еренән тупраҡ алып ҡайтып Дәүләтшә ауыпы зыяратына әсәһе Фатима эргәһенә ҡәбер ташы ҡуйҙыра. Фатима менән Камалетдиндең ҡәбер таштары йәнәшә торалар.
     Атаһы ҡулға алынғас Камалетдиндең өлкән улы Әкмәлитдин ике ҡустыһын ат арбаһына ултыртып бер ат егеп төҙөлә башлаған Магнитогорск шәһәренә ҡасалар. Ер аҫтынан соҡоп землянка эшләп, шунда йәшәйҙәр.
     Сафияны икенсе ире, дошман балаһы тип йәберләгәс, Красная Башкирия совхозында трактористар курсына китә һәм буласаҡ ире Ҡужан ауылы Мәсәлим улы Ғәбделбарый менән таныша. Сафияның Ғәбделбарыйҙан Мәрйәм, Рафиҡ, Рәйлә, Рафаил исемле балалары була. Сафия Ҡужан ауылының зыяратында ерләнгән.
     Әкмәлитдин Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, һуғыштан алда өйләнгән була, ҡыҙы Зәкиә, улы Әмир тыуып ҡала.
     Ризаитдин Казань шәһәрендә танкистар училищеһен бөтөрөп офицер чины алып, һуғышта танкист була. һуғыштан һуң украина ҡыҙына өйләнә, биш балалары була (Арсылан, Рима, Рая, Анатолий, Владимир).
     Әнүәр Бөйөк Ватан һуғышында сержант чине алып, разведка ротаһының отделение командиры була, һуғыштан бер аяғын юғалтып өс орден һәм миҙалдар алып ҡайта.
Әнуәр еңгәһе Мәрзиәне (Әкмәлитдиндең ҡатыны) ала, алты балалары була (Рәйсә, Рәсимә, Вәсимә, Салауат, Вәсилә, Юлай).
     Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең өлкән улы Файзрахман атаһынын мәҙрәсәһен уңышлы тамамлап хәлфә исеме ала, атаһына шәкерттәр уҡытыуҙа ярҙам итә. Хөсәйен ауылынан Ғәйниямал исемле ҡыҙға өйләнә, өс ҡыҙҙары тыуа (Һәдиә, Йәмилә, Мәрйәм). Мәрйәм бөгөн Баймаҡ районы Ҡоҙалас ауылында йәшәй. Һәдиә менән Мәрйәмдең балалары булмай. Йәмилә Әбделмәмбәт ауылы Шәрифйән Йосоповта кейәүҙә була, биш балалары була (Әминә, Вәсилә, Салауат, Йәүҙәт, Хөрмәт).
     Һәдиә Ҡоҙалас ауылы зыяратында ерләнгән, уның әсәһе Ғәйниямалда шунда ерләнгән. Йәмилә Әбделмәмбәт ауылының зыяратында ята.
     Файзрахман 1937-се йылда атаһынан бер йыл алда вафат була, ҡәбере Ҡолбаҡты ауылының зыяратында.
     Юғары ла әйтелеүенсә Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең ике улы — Фазылғаян һәм Хәбибрахман 1923-се йылда хәбәрһеҙ юғалалар. Әгәр ҙә уларҙың Зәки Вәлиди менән бер үк ваҡытта илдән юҡ булыуҙарын, бала саҡтарынан Зәки Вәлиди менән ҡатнашып дуҫлашып үҫеүҙәрен, Зәки Вәлидөнең Фазылғаян менән Хәбибрахманды үҙенә хеҙмәткә алыуҙарын һәм Зәки Вәлидөнең хәтирәләр китабында үҙенең 1923-се йылда Төркиәгә яҡын дуҫтары менән ҡасыуын иҫкә алғанда Фазылғаян менән Хәбибрахмандың Зәки Вәлиди менән бергәләп Төркиәгә китеүҙәре лә ихтимал. Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең үҙе Стамбул шәһәренең юғары мәҙрәсәһендә өс йыл эшләгәнен, Стамбулда уның таныштары күплеген иҫкә алғанда юғарыла әйтелгән фекер төпһөҙ түгелдер тип фарыз итеп була.
     Бөгөн Әбйәлил районында Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең үҙенән тыуған ирҙәр яғынан тоҡомо юҡ, ләкин Абд аль-Ханнандың бер тыуған ағаһы Ғилмандың улы Кәюмдең Ғәбдерәүеф Иранзаров исемле улы бар. Ғәбдерәүеф үҙен мәғариф эшенә бәйләй, хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыу эше менән була. Бөгөн Ташбулат ауылында йәшәй. Ғилмандың биш улы була (Абд аль Вадут, Абд аль Гафур, Абд аль Кайум, Абд аль Хаҡ, Абд аль Рашид).
     Файзрахмандың өлкән ҡыҙы Һәдиә олоатаһы Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәтте ҡулға алғас, мәсетте клубҡа әйләндергәс, мәҙрәсәләге, мәсеттәге ишан-хәҙрәттең китаптарын клуб итеп әйләндерелгән мәсеттең ҡыйыҡ башына ташланғанын күреп бер нисә китапты йәшереп алып ҡайта, китаптарҙың күбеһен йәшерен рәүештә зыяратҡа күмәләр, һаҡланып ҡалған китаптар Һәдиәлә ята, һәдиә үлгәс Мәрйәм апайға ҡала, ә 2007-се йылда Мәрйәм апай миңә Рафаилгә биреп ҡайтарҙы. Китаптар бик насар һаҡланған, ике китапты бер нисә ҡул яҙмаһын Өфө шәһерендә йәшәүсе Әнүәр улы Салауат Истамбаев ярҙамында Өфө педагогия университетендә эшләгән ғәрәб, фарси, төрөк телдәрен яҡшы белгән белгес тәржимә итеп бирҙе.
     Шул китаптар араһында Казань шәһәренән Мухаммад Мансур ибн Нугаман исемле дин әһеленең Зөлхизә айының 16 көнө 1326 йылда Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәткә яҙған хаты табылды. Хатты юғарыла әйтеп үткән белгес тәржимә итте. Хатты тулыһынса төшөрмәйем, башын һәм ошо ҡуляҙмала ҡағылған урындарын әйтеп китеү кәрәк. Хат былай тип башлана.
“О саф күңелле, о дөрөҫ юлдан барыусы һиңә мөрәжәғәт итәм ярҙам һәм кәңәш һорап Хәҙрәтҡә, хөрмәтле, мәрхәмәтле, мөбәрәкле, изгелекле һөйкөмле, ихлас күңелдән изге ерҙәрҙе яратыусы беҙҙең эйәбеҙ Абд аль-Ханнан әфәнде. Тыныслыҡ һеҙгә, Алланың мәрхәмәте бөтмәһен...
     Һеҙҙең яҡтағы кеүек халыҡтың ихлас дингә ышаныуы, ислам динен яратыуы мине хайран ҡалдырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы беҙҙең яҡта хәл икенсе төрлө тора. Хоҙай һеҙгә сафлыҡ һәм оҙон ғүмер бирһен, артабан мәҙһәбтән (диндә тотҡан юл) тайпылдырмаһын.
Һеҙҙең яҡтағы диндең сафлылығында, мөбәрәкле хәҙрәт һеҙҙең дә өлөш ҙур. Халҡығыҙ тәкөүәлө (иманлы) һеҙ үҙәгеҙҙең рисәләтте (тапшырылған бурыс, эш) үтәп, ата-бабаларығыҙҙың, оло шәйехтәребеҙҙең юлынан алып бараһығыҙ...»
     Хаттың авторы хажға барып, Ҡолбаҡты ауылында Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттә булып ҡайтҡан.
     Хаттың юғарыла күрһәтелгән йөкмәткеһенән Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең Татарстанда ла дәрәжәһе ҙур булыуы асыҡтан асыҡ күренеп тора.
     1996 йылда Дәүләтша ауылында Ғәлимйән улы Насырйән Кәримовтарҙа мәүлит байрамы үткәргәндә Таҡһыр ауылынан килгән Әүбәкир ағай миңә үҙенең нисек дин юлына баҫыуы тураһында һөйләне.
     Йәш сағымда мәсеттәрҙең манараларын емереп, дингә ҡаршы йәштәр араһында өғөт-нәсихәт йөрөттөм, һуңға табан хәмер менән дуҫлашып киттем. Бөтөнләй кешелектән сыҡтым тигәндә кешеләрҙән Абд аль-Ханнан хәҙрәттең зыяраты ярҙам итә икән тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, айыҡҡас Әлмүхәмәт ауылына киттем. Абд аль-Ханнан хәҙрәттең зыяраты өҫтөндә өс төн йоҡланым. Төнөн төшөмдә бер ҡарт миңә эскене ташлау, хоҙай тәғәләгә ысын күңелдән ышаныу тураһында кәңәш бирҙе, мине намаҙ уҡырға өйрәтте, доғалар өйрәтте. Өс төндән һуң ауылға ҡайттым, шул көндән хәмерҙе ташланым, бүтәнсә ауыҙыма алғаным юҡ, дин юлына күстем.” Әйткәндәй Әүбәкир ағай Таҡһыр ауылына мәсет төҙөүҙә ойоштороусы, күп көс һалды. Мәсет төҙөлөп бөткәс үҙе мәсеттең имам-хатибы булды.
     Нисек кенә халыҡтың аңынан динде юйырға тырышһаларҙа, мэьмин мосолман бер ваҡытта ла динен онотманы, үҙенең арҙаҡлы дин әһелдәрен иҫкә алып тора, йолаларҙы үтәй, ауылдарҙа мәсеттәр һаны арта, бигерәктә йәш быуындың дин менән ҡыҙыкһыныуы ҡыуаныслы. Райондың күп ауылдарында булырға тура килә һәм халыҡтың Абд аль-Ханнан хәҙрәттең исемен онотмауы күңелгә дәрт бирә.
     Ошо ҡулъяҙма менән танышып Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәттер алһалар йәш быуанды тәрбиәләүҙә ярҙам итәр ине тигән ниәттә ҡалам.
     Бөгөн Әлмөхәмәт ауылы мәсетенә ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдулханнан) исемен биреү тағы ла йәш быуынды тәрбиәләүҙә бер өлгө булып торор ине.
     Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең тормош юлдарын башҡарған эштәрен, сирхауҙарҙы дауалау һәләтлеген һәм күрәҙәлек һәләттәрен белгән кешеләргә үҙҙәре ишеткән, белгән мәғлүмәттәрҙе йәшермәҫкә, кешеләр менән уртаклашырға тәҡдим итәр инем. Белгәндәрҙе уртаҡлашыу Абд аль-Ханнан ишан-хәҙрәттең абруйын арттырасаҡ, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итәсәк.