Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле». Читать далее