Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» . Китапты тулыһынса аҫта уҡырға мөмкин.
Әхмәтзәки Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында
Башҡорттарҙың ысын армия булып хеҙмәт итеүе 1798 йылдан башлана. Ләкин башҡорттар борон-борондан уҡ ғәскәри халыҡ булғанлыҡтан, Рәсәй хөкүмәте ҡулына инеү менән үҙ ихтыярҙары менән ғәскәри хеҙмәткә барған. Башҡорт ғәскәре хаҡында беренсе хәбәр 1608 йылда күренә. 1676 йыл бер мең тирәһе башҡорт Ҡырым һуғышына һәм төрлө ваҡыттарҙа поляктарға ҡаршы барғандар. Был хеҙмәттәрҙең барыһына ла теләгән кешеләр барған, йәғни ихтыярлы эш булған. 1754 йылдың 14 мартынан башлап Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙан кәрәк саҡта ғәскәр алырға әмер сығарған һәм шул ваҡыттан башлап 1797 йылға тиклем линия хеҙмәтенә (йәғни дәүләт сиктәрендәге крепостарҙағы хеҙмәткә) барғандар. 1755 йыл хеҙмәттә 1969 кеше булған. 1754 йылға ҡәҙәр хеҙмәттәре өсөн жалование алмағандар. Тик ҡылған эштәренә ҡарап награда ғына I алғандар, әммә 1854 йылдан 1898 йылға хеҙмәт итеүселәргә жалование, фураж һәм провиант бирелгән. Башҡорттарҙың 1898 йылға тиклемге ғәскәри хеҙмәтен беренсе дәүер тип әйтергә була. Ул саҡта башҡорттар, һәммә ғәскәр тәртибе эштәрендә үҙе теләгән рәүештә булған, Рәсәйҙең регуляр армияһы кеүек ғөмүми ҡанундарға ҡарамаған. Хеҙмәткә теләп йәки хөкүмәт әмере буйынса барыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теләгән кешене баш итеп һайлап, үҙҙәренсә эш иткәндәр. Читать далее