Илкәйем

                                                «Илкәйем», Зәйтүнә Ханова

Зайтуна Ханова

Зәйтүнә Ханова

     Президент Борис Ельцин хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәргә алты ай хеҙмәт иткән йәш һалдаттарҙы ебәрергә Указ биргәйне, теләгеңә ҡарап һуғышта ҡатнашыу хоҡуғын бөтөргәйне. Шунан алып һуғышта ҡатнашыу мәжбүри бурысҡа әйләнде. Ә бының Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеүе бер кемде лә борсоманы. Төп Законда  ҡаралған альтернативалы хеҙмәткә хоҡуҡ тулыһынса инҡар ителде .
     Рәсәйҙә хатта һауала һуғыш еҫтәре аңҡый. Телевидение бер туҡтауһыҙ Владимир Путинды күрһәтә: бына ул һауала пилот урынында, бына һыу аҫты кәмәһендә, (Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер кеше, Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһынан йәш математик, милитаризацияға ҡаршы радикаль ассоциация ағзаһы Дмитрий Неверовский ғына «һуғыш машинаһын» судта еңеп сыҡты — тик бының өсөн уға бер йылға яҡын төрмәлә ултырырға тура килде. «Минең һуғышта ҡатнашмаҫҡа Конституцияла ҡаралған хоҡуғым бар һәм мине ирекһеҙләргә бер кемдең хаҡы юҡ. Әгәр Чечняға барһам, барыбер тыныс халыҡ яғына күсер инем», — тип белдерҙе Дмитрий судта (НТВ, 24 октябрь, «Суд бара» программаһы) йәки Чечняла һалдаттарҙы яңы һуғыштарға рухландыра, бына ул шлем кейеп, парашют аҫып алған һәм СУ-27 истребителендә Чечняға оса, йәки каратэ менән шөғөлләнә... Бары тик Баренц диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ уҡыу тәжрибәләре ваҡытында илдең иң яҡшы судноһы — КА-141 «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң бар донъя тетрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ҡотҡарыу эштәрен башларға теләмәгән һәм Сочила ял итеүен дауам иткән президентыбыҙҙың һәм баш командующийыбыҙҙың абруйы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Путин үҙе булып — президент булып ҡалды, ә бына беҙ, меңәрләгән чечендар ауыл-ҡалалары менән ер йөҙөнән юҡ ителгәндә «ыһ!» та итмәгән кешеләр, үкерешеп илаштыҡ... Йортһоҙ, илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ, динһеҙ ҡалғандарҙы кем йәлләп илар икән?..

     Тик Кремль үлемгә лә, күҙ йәштәренә лә битараф шул. Тотош халыҡтар ҡырылышып ятҡанда ла ул шулай алтын көмбәҙҙәрен ҡояшҡа уйнатып, фейерверктар сөйөп, еңеү салюты залптарына күмелеп йәшәүен дауам итәсәк. Ә беҙҙең ғүмерҙәр, беҙҙең суверенитет, беҙҙең киләсәк тимер мундир аҫтында — атом боеголовкалары менән көпләнгән матрешка эсендә бикләп тотоласаҡ. Шартлап, күккә осорға теләмәһәк, тын да алмай, тимер ҡурсаҡ эсенән
башыбыҙҙы сығарырға ла ҡыймай йәшәйәсәкбеҙ.
     Шулай булды — шулай буласаҡ. Илде милитаризациялауҙа тос өлөш индергән Ельцин менән Путин «эшмәкәрлеген» генә күҙаллап ҡарайыҡ әле.
     Өс йылда биш тапҡыр хөкүмәтте алмаштырған, НАТО-ға ядро ҡоралын беренсе булып ҡулланасағы менән янаған, Чечняла ике тапҡыр һуғыш тоҡандырып, үҙенең ғаиләһенең именлеген тәьмин итәсәк кешене тәхеттә вариҫы итеп тәғәйенләгән Борис Ельцин дәүләт хәүефһеҙлеген тәьмин иттеме, граждандарын ҡайғырттымы?
     Документтарға мөржәғәт итәйек.
     1996 йылдың 16 майында Ельцин, танк броняһына баҫып, 2000 йылдың яҙына профессиональ армия буласаҡ,тип, 722-се указға ҡул ҡуйғайны. Хәрбиҙәр көлөп рәхәтләнгәйне.
     1999 йылдың сентябрендә ул бер йыл хеҙмәт иткәндәрҙе генә һәм үҙ теләге менән генә һуғышҡа алырға, тигән 1347-се указ сығарҙы. Ә 15 сентябрҙә алты ай хеҙмәт иткән һәр һалдатты, теләгенә ҡарамайынса, һуғышҡа ебәререгә, тигән 1366-сы указ иғлан итте. (Шундай сәйәсәтте нисек инде килделе-киттеле тимәҫһең?! Азатлыҡ бирәләр ҙә — тартып алалар, Федератив килешеү төҙөйҙәр ҙә — империя иғлан итәләр, һалдатҡа алалар ҙа — парламентҡа йә үҙ халҡыңа атырға ҡушалар...)

     Тәүҙә тотош Рәсәйҙә шундай күренеш пәйҙә булды: Мәскәү, Ленинград кеүек ҡалаларға бер генә табут та ҡайтманы, ә төпкөлдәге региондарға күпләп ҡайтарылды. Ата-әсәләр ҡапыл хат яҙыуҙан туҡтаған һәм «хәбәрһеҙ юғалған» уландарын эҙләп, арманһыҙ булды. Күп әсәләр ғәзиздәрен Чечняға барып таптылар, һуғышҡа оҙатыу бик ашығыс, ығы-зығылы һәм тәрән сер һаҡлап алып барылды.
     Унан һуң, һәр беребеҙгә мәғлүм булыуынса, Рәсәй армияһы әүәлгесә эшсе-крәҫтиән армияһы булып ҡалды. Сөнки хәйерсе ябай халыҡтың, ришүәт биреп, һуғыштан ҡотолоп ҡалыу әмәле юҡ*.
     ... Мундирлы түрәләргә хәҙер даими армияға саҡырылғандар ғына етмәй — балалар кәрәк. 1999 йылдың 31 декабрендә Путин, әле премьер-министр сағында, граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү тураһындағы 1441-се ҡарарға ҡул ҡуйғайны. СССР-ҙағы һымаҡ, мәктәптәрҙә хәрби әҙерлек дәрестәре мотлаҡ уҡытыла. Улар шулай уҡ училище, колледж, техникумдарҙа, предприятиеларҙа ла индерелә. Афғанстандан алып Чечняға тиклемге партизан һуғыштарында оҫтарған, шымарған запастағы офицерҙар (2000 йылдың ноябрь айы мәғлүмәттәре буйынса, Мәскәүҙә йәшәү кимәле, тотош илдеке менән сағыштырғанда, дүрт тапҡырға юғарыраҡ, һәм Рәсәй Федерацняһындағы иң бай кешеләрҙең 80% Мәскәүҙә йәшәй. Баш ҡалаға бына ни өсөн табуттар ҡайтмай) уҡытасаҡ балаларҙы. Программаларҙы генералдар төҙөйәсәк. (Ә генералдарҙың иҫәбе буйынса Рәсәй СССР-ҙы уҙҙы!) «Ул-был килеп сыҡмаһын өсөн» малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыласаҡ. Хәрби әҙерлектең патриотик йоғонтоһон көсәйтеү өсөн Сиркәү ҡатнашлығы ла рөхсәт ителә.
     Рәсәй хөкүмәте шулай уҡ тәрбиәләнеүселәрҙе хәрби частарға биреү тураһында ла ҡарар ҡабул итте. 14-16 йәштән ата-әсәһеҙ ҡалған етем малайҙар армия частарына һәм тимер юлы ғәскәрҙәренә, Тышҡы разведка хеҙмәтенә, ФСБ һәм ФАПСИ органдарына ебәрелә ала.
     Унан һуң, оборона министрлығы ҡарамағындағы наградлау фондында хәҙер атыу ҡоралы һәм һалҡын ҡорал да бар. Улар менән хәрби хеҙмәткәрҙәр, хәрби көстәрҙең граждандар персоналы, шулай уҡ армияға булышлыҡ итеүсе граждандар бүләкләнәсәк. Был туралағы Указға президент вазифаһын башҡарыусы Путин 2000 йылдың 25 мартында, һайлауҙарға бер көн ҡалғас, ҡул ҡуйғайны.
     ... һуғыш беҙҙең мейебеҙгә, ҡаныбыҙға, рухыбыҙға үтеп инде һәм йәнебеҙҙе, тәнебеҙҙе тарҡатты. СССР бөтөрөлөп, уның төрлө төбәктәрендә милләт-ара бәрелештәр ҡабынғандан һуң ун йыл үткәс тә беҙҙең Рәсәйҙә идеология үҙгәрмәне, халыҡтың хәле лә яҡшырманы.
     ... 1991 йылдың иң йәмле яҙ көндәре. Ер ҡарҙан әрселеп, ағастар бөрөгә тулышып, һутлы сағыу япраҡтары шартлап яҙылған мәл. Ҡояш иркәләүенән, йомшаҡ ел ҡағылыуынан иҫереп йөрөгән саҡ. Иртән йөрәкһенеп эшкә киләм, кисен талпынып өйгә ҡайтам. Апрель баштарында
булды был хәл. Редактор мине Аксаков урамындағы 6-сы студенттар ятағына ебәрҙе — унда ниндәйҙер фажиғә булған. Гәзиттә материал әҙерләргә кәрәк. Тиҙерәк йүгерҙем шунда. Барһам... Ятаҡ янындағы асфальт өҫтө тулы ҡан. Шул һаман күҙ алдымдан китмәй, һаман тетрәндерә. 9-сы ҡаттан ташланған егеттең ғәзиз ҡаны ине ул. Ҡот осҡос үлемгә нимә этәргән уны?
     Вафат булыусының дуҫтары, таныштары менән төнгә тиклем ошо хаҡта әңгәмәләшеп, ҡайғыға батыпултырғайныҡ. Ул төн гәзиттә («Замандаш», 12 апрель, 1991 йыл) генә түгел, йөрәктә уйылып ҡалды...
     Светлана Зарипова: — Вәсил (исеме үҙгәртеп алынды. — Автор) менән өс йыл элек әҙерлек факультетында бергә уҡығайныҡ. Минеңсә, ул Афғанстандан шулай төшөнкөлөккә бирелеп, тормоштан төңөлөп, маҡсатын юғалтып ҡайтҡайны. Ни өсөн тигәндә, берҙән, һуғышта ҡаты яраланып, аяғы ғәрипләнгәйне. Беҙҙең менән кисәләргә йөрөү, йәштәрсә күңел асыу мөмкинлеге лә, теләге лә булманы уның. һәр ваҡыт үҙен башҡаларҙан кәм тойҙо, эргәһендә һөйгән ҡыҙы ла булманы. Унан һуң, ҡан ҡойғос һуғыштың, иптәштәренең һәләк булыуының
шаһиты булған кешегә тыныс тормошта һәр кемдең үҙен генә ҡайғыртып йәшәүен күреүе йән өшөткөс булғандыр. Бөтә идеалдар юғалтылғанда, дөйөм яуапһыҙлыҡ осоронда, бөтә яманлыҡҡа, әшәкелеккә юл асылған һәм кеше ғүмерен сүп урынына ла күрмәгән шарттарҙа үҙенә урын таба алмай яфаланды.
     Илшат Сафиуллин: — Армияға тиклем үтә етеҙ, хәрәкәтсән, яҡшы спортсы булғанға күрә, әле ауыртҡан аяғы арҡаһында бер нәмә лә эшләй алмауы, походтарға йөрөмәүе, ҡыҙҙар менән аралашмауы өсөн бигерәк тә ҡайғыра, хатта илай торғайны, һуғыш уның бөтә тәнен йәрәхәтләгәйне. Күптән түгел генә баш мейеһенә ике тапҡыр приступ булды. Врачтар уға эсергә лә, тартырға ла ҡушманы. Аяғы серей башлағас, киҫергә тейештәр ине. Мәрхүм ризалыҡ бирмәне. Мәңге тартмаған кеше һуңғы ике айҙа туҡтауһыҙ тәмәке тартты, гел күңелһеҙ йөрөнө. «Уҡып бөткәс тә берәй конторала тик ултырырмын инде, йөрөп булмағас», — тип өҙәләнде. Эскән саҡта, эх, ҡаянан ташланып үлергә ине, тип ыскындырған саҡтары булды. Бер егетебеҙҙән: «Алтынсы ҡаттан һикерһәң, үләһеңме икән?» — тип тә һораған. Ғөмүмән, йәшәргә ышанысы ҡалмағайны уның.
     Светлана: — Минеңсә, кешелекле мөнәсәбәт, күңел йылылығы етешмәгән уға. Бер тапҡыр һикерәнләп баҫҡыстан төшөп бара инем, ҡаршыма килгән Вәсилде осраттым. Сырайы күңелһеҙ генә. Ә мин ҡулыма ниөсөндөр бәләкәй генә үтә күренмәле быяла шар тотҡайным. Бер ни уйлап тормай, тоттом да шуны бүләк итем. Вәсилдең йөҙө балҡып китте. Их, кеше күңеленә әҙ генә кәрәк бит ул. Әллә күпме ваҡыт үткәс, мәрхүмде осратҡайным: «Беләһеңме, мин теге шарҙы һаман үҙемдә һаҡлайым», — тине.
     Сәриә Зарипова: — Ошо БДПИ-ның дөйөм ятағында беҙ ҙә, БДУ-ла уҡыусылар ҙа, йәшәйбеҙ. Бында бигерәк тә «афғандар» күп. Уларҙың берҙән-бер шөғөлө — ял етте ниһә, йыйылышып эсеү һәм һуғышыу. Вәсил дә гел улар менән бергә булыша ине. Эсһә лә, уҡыуы яҡшы ине. Изгелекле, яҡшы күңелле булыуы менән айырылып торҙо. Шуға уны бөтәбеҙ ҙә ихтирам итә инек. Кемгәлер ауыр һүҙ әйтергә теле әйләнмәҫ, башлап һуғышырға ҡулы күтәрелмәҫ ине. Йомшаҡ күңелле булғанға, бүтәндәргә ҡарағанда ла нығыраҡ ғазаплана ине ул. Ниңә беҙҙең аранан гел генә тик иң яҡшылар китә?
     Светлана: — Сөнки ошо тормошҡа ҡулайлаша алмайҙар.
     Фәрит Назаров: — Тормоштоң хәҙер ниндәй ҡыҙығы ҡалды һуң? Нимәгә ышанып йәшәргә? Сталинды, Ленинды бөтөрҙөләр. Бер Аллаһ ҡалды инде. Халыҡҡа бөтөнләй битараф булған, үҙ-ара власть бүлешә алмай туҡтауһыҙ низағлашҡан хөкүмәт органдарына ла өмөт бағлап булмай...
     Илшат: — Беҙҙең, «афғандарҙың», кемгә кәрәгебеҙ ҡалды хәҙер? Бер ғәйепһеҙгә баштарын һалған, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалған, тереләй тиреһе туналған яугирҙар оккупанттар исемен алды. Быға беҙ ғәйеплеме? Магазинда «афғандар» өсөн айырым бүлектәр асҡансы, беҙгә ҡарата
кешелекле мөнәсәбәттә булһындар ине. Инвалидтар өсөн ярыштар ойошторғансы, тәүҙә уларҙы протездар менән тәьмин итһендәр ине, исмаһам. Шул уҡ өсөнсө группа инвалиды булған Вәсилде, физкультураға йөрөмәгәне өсөн, күпме эҙәрлекләнеләр? Дәрескә йөрөмәгәс, деканат уның спортсылар тураһында реферат яҙып тапшырыуын талап итте. Кеше күңелен уйламай, исем өсөн генә эш итеү был. Поликлиникала, хәрби комиссариатта иҫәптә торған кеше ғәриплеген тағы нисек иҫбатларға тейеш?Барып күрһәтергәме? Уйлап та тормай күңелде йәрәхәтләйҙәр. Беҙ кеше түгелме ни?
     Фәрит Ғүмәров: — I курста, исмаһам, «Ҡыҙыл йондоҙ» берекмәһе ойошторолғайны. Үҙ-ара осраша, мәктәптәргә барып, уҡыусылар араһында сығыш яһай инек. Хәҙер инде беҙ бөтәһе өсөн дә оккупанттар, интервенттар булып ҡына ҡалдыҡ. 13 меңдән ашыу һөлөктәй йәш егет
ғүмерҙәренең ваҡытһыҙ өҙөлөүе, меңдәрҙең ғәрипләнеүе, тыныс тормошта ла һаман «афғандар» ҡанының ҡойолоуы өсөн йәмғиәтебеҙ яуаплы түгелме? Армияның да, кешенең дә ҡәҙере бөттө. Шуға хәрби антҡа ла бөгөн төкөрөп кенә ҡарайҙар бит.
     Хәлит Хәлиуллин: — Хөкүмәттең беҙгә льготалар вәғәҙә итеп закон сығарыуынан ни фәтүә? Шул арҡала хәҙер беҙҙе бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар.
     Айҙар Низамов: — Улар тәүҙә генә бер нимә лә һорамай, һуңынан фатирын да, башҡаһын да таптыра, тип ҡурҡалар.
     Илшат: — Ошо ҡатмарлы заманда сәләмәт кешегә үҙен табыуы ҡыйын, ә ауырыуҙарға, инвалидтарға уғата ауыр.
     Кемдәрҙеңдер, түҙемлеге бөтөп, һуңғы өмөтө өҙөлә...
     ... Йәштәр менән хушлашып, баҫҡыс буйлап өсөнсө ҡаттан түбәнгә табан төшкәндә, тотош стенаның ҡанға буялыуын, ҡандың түбәгә тиклем сәсрәүен күреп, баштарым әйләнеп китте. Тағы ҡан. Тик былары бит Вәсилдең ҡаны түгел. Үҙҙәренә тормошта урын да, шөғөл дә таба алмаған һәм табырға ла теләмәй, эскелеккә бирелеп, дөйөм ятаҡта туҡтауһыҙ йоҙроҡ һуғыштары ойоштороусы юғалтылған быуындың ҡаны был!
     Тик, егеттәр, тормош проблемаларын, бөтә ҡыйынлыҡтарҙы араҡы һәм йоҙроҡ менән хәл итеп булһа икән! Һуңынан, уҡып бөткәс, үҙегеҙҙең йәшәгән һәм эшләгән урындарығыҙҙың стеналарын да ҡанға мансып һуғышырһығыҙмы?
     «Афған»дарға килгәндә, шәхси хоҡуҡтары, үҙҙәренә ҡарата кешелекле мөнәсәбәт талап итеп, икенсе ысулдар менән көрәшеүселәр ҙә аҙ түгел бит. һәм улар күберәккә ирешә лә.      Түгелгән ҡан — бәйһеҙлектә, законһыҙлыҡта йәшәгән йәмғиәтебеҙҙең ҡан йәштәре лә улар.
                                                                * * *
     «Мин контракт төҙөп армияға китергә теләйем. Ләкин быны нисек итеп эшләргә белмәйем. Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк? Хеҙмәт итеү урынын үҙең һайлап алаһыңмы? Тажикстанға йәки башҡа «ҡыҙыу нөктәләргә» теләгең буйынса алалармы икән?
     Мин был һорауҙар менән урындағы хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт иткәйнем, унда минең менән йүнләп һөйләшмәнеләр. «Десантниктарҙы ғына алабыҙ, әгәр ҙә парашюттан өс тапҡыр һикереүе булһа», — тинеләр. Башҡа төр ғәскәрҙәрҙә, мәҫәлән, сик буйы һәм эске эштәр
министерствоһы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән егеттәр десантниктарҙан ҡайһы ере менән кәм?
     Үҙем тураһында. Миңә 24 йәш. Милләтем башҡорт. 1987—1989 йылдарҙа пограничник булып хеҙмәт иттем.
     Шул ике йылдың 15 айын Афғанстан Республикаһында хеҙмәт итергә тура килде...»
Был хат 1994 йылдың 15 ғинураныда «Йәшлек» гәзитендә баҫылып сыҡты. Мин уға яуап итеп түбәндәге мәҡәләне яҙғайным.    

                Киҫелгән баштар һәм керпек остарында ҡатып ҡалған әсе күҙ йәштәре...
     Беҙ быны Башҡортостан телевидениеһы күрһәткән «Пяндж аҡҡан ерҙә» тигән фильмда күрҙек. Тағы ла ҡырҡылған аяҡтар, ҡулһыҙ кәүҙәләр... тәгәрәшеп яталар. Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙы Порт-Артурҙан Афғанстанға һәм Тажикстанға тиклем ниндәй һуғыштарҙа ғына файҙаланманы ла, башын һалған башҡорттоң үҙ иленә ниндәй генә эмигранттарҙы килтереп тултырманы. Шуғала беҙ бөгөн донъялағы иң уникаль дәүләттә — «федерация эсендәге федерацияла» — күп милләтле Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Урал битендәге төп милләтте — башҡортто — бөтөрөп килеүҙәре генә етмәгән, шуларҙың маңҡорт улдары бөгөн икенсе бер мосолман илендәге ҡанлы фажиғәлә, ерле халыҡты — тажиктарҙы — бөтөрөүҙә ҡатнаша, һәм уларҙы Пяндж буйына, Дангара, Бохтар, Хорогҡа көсләп, бәйләп ебәрергә лә кәрәкмәй. Үҙҙәре атлығышып торалар.
     Их, егеттәр, эскелектән һәм мосолман ҡәрҙәштәрегеҙҙе үлтереп йөрөүҙән башҡа шөғөл тапмаҫлыҡ милләт сигенә еткерҙеләрме ни беҙҙе!?
     ... «Пяндж аҡҡан ерҙә» фильмында: «Рәсәйҙең генә түгел, Башҡортостан сиге лә ошонда ята», — тигән фекер яңғыраны. Иң мөһиме, шуны онотмайыҡ: башҡорт һуғышсылары Рәсәй армияһына элек-электән еңеү өсөн генә кәрәк булған, ә һуғыш бөткәс, шундуҡ онотолған.      Шуға, Рәсәй составындағы Башҡортостан сиге лә Пяндж буйында, тигән һүҙ йәшереп күрһәтелгән йоҙроҡ ҡына ул.
     Юҡ, Башҡортостан егеттәренең урыны Тажикстанда түгел. Ә бына Рәсәй армияһының суверенлы тажик илендә нимә эшләүе бөтөнләй икенсе мәсьәлә. 1993 йылдың йәйендә Грузиялағы утлы нөктәләрҙә һәм сик буйы ғәскәрҙәрендә булып, шуға инанғайным — бөтә урыҫ офицерҙарының фекере бер: армияның Рәсәй империяһының элекке сиктәрен ташлап китергә хаҡы юҡ, юғиһә, киләсәк урыҫ полковниктарын һәм генералдарын бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәк! Бына нисек бит ул... Ә «ислам фундаментализмы» иш эргәһендә ҡуш ҡына.
Афғанстан, Молдова, Грузия, Тажикстан, Ингушетия... Башҡорт егеттәренең киҫелгән баштары тағы ҡайһы сит ерҙәргә тәгәрәп төшөр? Башҡортостан егеттәре тағы ҡайһы суверенлы дәүләттәрҙә сик буйҙарын юйыу эштәрендә ҡатнашып йөрөр? Ошолай дауам ителһә, Владимир
Жириновскийҙың һүҙҙәре дөрөҫкә сығасаҡ һәм Урта Азияла ғына түгел, ә тотош Кавказда һәм Уралда суверенлы ил-дәүләттәрҙе бүлеп торған сик буйы бағаналары ауып бөтәсәк.

     Былар менән мин шуны әйтергә теләйем, юҡ, Башҡортостан сиге Пяндж аҡҡан ерҙә түгел, һәм үҙе лә бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылған, үҙ билдәләнешкә, үҙ дәүләтен һәм үҙ сиктәрен нығытырға юл алған башҡорт халҡының улдары икенсе бер мосолман ҡәрҙәштәренең илен бүлгеләүҙә, тажик халҡының оло йөрәген телгеләүҙә ҡатнашмаһын ине. Юғиһә, тажик халҡының ҡәһәре минең халҡымдын да башына төшәр бит...