Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы
Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Валиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы. Көнбайыш һәм Төньяҡ Төркөстан». 1-се өлөш (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. — Өфө: Китап, 2014. — 276 бит.) китабын уҡырға тәҡдим итәм. Зәки Вәлидинең «Башҡорттар тарихы» китабында уҡып һәм был китап менән сағыштырып фекер итә башлаһаҡ: Башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә «үҙ ирке» менән ҡушылыуына шик тыуа. Башҡорттың бер өлөшө «үҙ ирке» менән етәкселәре арҡаһында ҡушылһа (Рус воеводалары башҡорт һәм татар мырҙаларын рус дворяндары синыфына алыу, башҡа бейҙәрҙе һәм тархандарҙы ла төрлө кейем һәм дәрәжә менән бүләкләү юлы менән ҡулдарында тотоу сәйәсәте алып барҙы). Икенсе башҡорт өлөшө урыҫ хакимлығын Рәсәй алып барған бер туҡтауһыҙ һуғыштары арҡаһында еңелеп ҡабул итһә, өсөнсө өлөш башҡорттар сит яҡтарға ҡасып, күсеп китергә мәжбүр була.
Рус баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрк ҡәбиләһе юҡ. Был күтәрелештәрҙең күплеген, оҙайлылығын һәм көсөргәнешлелеген күҙ уңында тотоп, рус тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы «рус хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы» тип баһалаған. Читать далее
Архив метки: башҡорт
Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре
Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» . Китапты тулыһынса аҫта уҡырға мөмкин.
Әхмәтзәки Вәлиди. Башҡорттарҙың боронғо ғәскәрҙәре хаҡында
Башҡорттарҙың ысын армия булып хеҙмәт итеүе 1798 йылдан башлана. Ләкин башҡорттар борон-борондан уҡ ғәскәри халыҡ булғанлыҡтан, Рәсәй хөкүмәте ҡулына инеү менән үҙ ихтыярҙары менән ғәскәри хеҙмәткә барған. Башҡорт ғәскәре хаҡында беренсе хәбәр 1608 йылда күренә. 1676 йыл бер мең тирәһе башҡорт Ҡырым һуғышына һәм төрлө ваҡыттарҙа поляктарға ҡаршы барғандар. Был хеҙмәттәрҙең барыһына ла теләгән кешеләр барған, йәғни ихтыярлы эш булған. 1754 йылдың 14 мартынан башлап Рәсәй хөкүмәте башҡорттарҙан кәрәк саҡта ғәскәр алырға әмер сығарған һәм шул ваҡыттан башлап 1797 йылға тиклем линия хеҙмәтенә (йәғни дәүләт сиктәрендәге крепостарҙағы хеҙмәткә) барғандар. 1755 йыл хеҙмәттә 1969 кеше булған. 1754 йылға ҡәҙәр хеҙмәттәре өсөн жалование алмағандар. Тик ҡылған эштәренә ҡарап награда ғына I алғандар, әммә 1854 йылдан 1898 йылға хеҙмәт итеүселәргә жалование, фураж һәм провиант бирелгән. Башҡорттарҙың 1898 йылға тиклемге ғәскәри хеҙмәтен беренсе дәүер тип әйтергә була. Ул саҡта башҡорттар, һәммә ғәскәр тәртибе эштәрендә үҙе теләгән рәүештә булған, Рәсәйҙең регуляр армияһы кеүек ғөмүми ҡанундарға ҡарамаған. Хеҙмәткә теләп йәки хөкүмәт әмере буйынса барыусыларҙың барыһы ла үҙҙәре теләгән кешене баш итеп һайлап, үҙҙәренсә эш иткәндәр. Читать далее
Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?
Башҡорттарҙың кәмеүенең сәбәбе ниҙә?
Был хикәйәт Әхәт Сәлиховтың «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге» тигән китабынан алынды. Был китапка ссылка: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838
Көнсығышта урынлашҡан тауҙарында был көнгәсә йәшәп килгән башҡорттар үҙҙәренең ябайлыҡтары, йомартлыҡтары һәм батырлыҡтары менән башҡа халыҡтарҙан айырылғандары кеүек, йәнле активлыҡта, дәрт һәм ғәйрәттә лә күрше ҡәүемдәрҙең бик күбеһенән алда инеләр. Ватан мөхәббәте, бер-береһенә өлфәт араларына тамам ерләшеп, үҙ-ара хыянат, үлтереш, талашты күңелдәренә лә килтермәйҙәр ине. Мәрхәмәт, шәфҡәт һәм бер береһенә ярҙам итеү, ғәфү итә һәм тыңлай белеү шикелле кешелек йәмғиәтендә беренсе урынды тотҡан маҡтаулы сифаттар, башҡорттарҙың тәбиғи сифаттары кеүек әүерелгәндәр ине. Бөйөк Урал тауҙарының шиғри күренештәре эсендә тәбиғәттең киң һәм бөтмәҫ ниғмәттәренән тик үҙҙәре генә файҙаланып, йәнле-ҡыҙыҡлы хаят, дәртле-ялҡынлы бер тормош эсендә ғүмерҙәрен кисергән киң күкрәкле башҡорттарҙың заманында ярайһы ғына ғалим һәм белгестәр, әҙип һәм шағирҙар етешкәне кеүек, саф алдына сығып, батырҙарса һуғышҡан ҡаһармандары ла булып үтте. Аллаһы тәғәлә тарафынан һибә ителгән иркенлектән теләгәндәренсә файҙаланып, донъяның ожмахи булған киң Урал тауҙарының йәмле баҡсаларында гүзәл һәм борғоланып, иркәләнеп ағып ятҡан шишмәләре буйҙарында, бал ҡортондай наҙланып, күсеп-күсеп йөрөгән был хоҙай бәндәләре заманында ҡәүемдәрҙең, бәлки, иң бәхетлеһе булғандарҙыр... Бер береһе өҫтөнә сыҡҡан күп һанлы тауҙарҙан тәшкил ителгән, туп-тура күккә табан юғары олғашҡан Урал тауҙары... Шул күренеште тәшкил иткән йәмле тәбиғәттең тәьҫире аҫтында башҡорттар һис нәмәгә илтифат итмәйенсә, ғәмһеҙ-ҡайғыһыҙ күңелле тормоштоң ләззәтле ҡосағында рәхәт-рәхәт йәшәй бирҙеләр. Читать далее
Бөйөк Башҡорт иле
Бөйөк Башҡорт иле
Башҡорт халҡының боронғо тарихы менән шөғөлләнеүсе ғалимдар үҙҙәренең хеҙмәтендә ҡәбиләләр берлеген һәм айырым ырыуҙарҙы тәрән өйрәнә. Ғалимдар башҡорттарҙы улар йәшәгән Көнъяҡ Урал, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, Евразия өлөштәре бәйләнешендә, аҫаба ерлегендә ҡарай. Совет власы тарафынан башҡорттарҙан тартып алынып, республикаға инмәй ҡалған территориялар күп осраҡта ғалимдар иғтибарынан ситтә ҡала, иғтибар булған осраҡта ла был мәсьәләгә һаҡ ҡараш һиҙелә. “Тарихи Башҡортостан”да йәшәүсе башҡорттарға ҡарата бындай мөнәсәбәт йәшәгәндә уларҙың тарихы яйлап онотолоуға дусар ителә, тарих ысынбарлығы боҙола һәм башҡорт халҡының тарихы, данлы ҡаһарманлығы был ерҙәрҙә хәҙер йәшәгән икенсе бер халыҡтыҡы итеп күрһәтелә башлай. Шуға күрә боронғо башҡорт ерҙәрендә йәшәгән башҡорттарҙы боронғо башҡорттарға бәйләү мөмкинлеге юҡҡа сыҡҡас, ҡайһы бер тарихсылар башҡорт ырыуҙарын Йә ирандарға, Йә венгрҙарға, Йә парфяндарға бәйләй башлай. Етмәһә, башҡорт халҡының рухи һәм матди мираҫын (миҫалға Филиппов кургандарын сарматтарҙың мираҫы итеп күрһәтеүҙе генә алайыҡ) башҡа халыҡтыҡы тип атарға әҙер генә торалар.
Башҡорт халҡының тарихы тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән, аҡ таптар унда күп. Һуңғы быуаттарҙа Башҡортостандың тарихын өйрәнеү буйынса баҫылып сыҡҡан бик күп һандағы ғилми хеҙмәттәр, мәҡәләләр һәм китаптар башҡорт халҡының тарихын тулы килеш күҙ алдына баҫтыра алмай әле. Беҙҙең тикшеренеүҙәргә ярашлы, Башҡортостандың тарихы төрлө осорҙа бер нисә илдең составында, айырым ханлыҡтар һәм эре ҡәбиләләр берҙәмлегендә Евразия территорияһында “Бөйөк Башҡорт иле” тип ҡарала ала. Читать далее
Венгр — мадъярҙар Әбйәлилдә
Венгр — мадъярҙар Әбйәлилдә
Венгр-мадьяр этнографы Дьюла (Юлиус) Месарош 1909 йылдарҙа хәҙерге Әбйәлил районының Тупаҡ ауылы аша экспедиция — тикшеренеүҙәре менән үтә. Был экспедицияһы ваҡытында Месарош элекке Башҡортостанда һәм башҡа ерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында уникаль фотоһүрәттәр төшөрә. 112 йылдаң һуң был ғалим үткән юлдан – уның эҙенән Венгриянан килгән мадьяр егеттәре, ғалим, этнограф Давид (Дауыт) Шомфаи Кара һәм антрополог Иштван (Иштуған) Санта Әбйәлил районының Тупаҡ ауылына килделәр. Был осрашыу 2021 йылдың 24 сентябрендә була.
Читать далее
Башҡорт исемдәре
Башҡорт исемдәре
Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. Башҡортостан китап нәшриәте, 1991 йыл.
"Исемдәр донъяһында" тигән китабын Таңһылыу Кусимова мосолман дини күҙлегенән сығып төҙөмәгән, әммә балаға ниндәй исем ҡушырға тип, башҡорт исемдәрен һайлағанда, йәш ата-әсәләргә кәрәк булыр.
Китаптың төп маҡсаты — балаға исем һайлауҙа ата-әсәләргә ярҙам итеү. Шуның менән бергә, был хеҙмәт киң ҡатлам уҡыусыларҙы хәҙерге һәм боронғо башҡорт исемдәре, уларҙың тарихы, исем ҡушыу йолалары менән таныштыра.
Исемдәрҙең яҙылышы, аңлатмалар һәм белешмә материалдар ике телдә — башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә.
Мышка ярҙамында өрөлтөп аҫтағы китапты тулыһынса уҡығыҙ. Уң яҡта, өҫтәге ҡара стрелкаға баҫып китапты ҙурайтығыҙ. Читать далее