Лилләәһи
Лилләәһи аяттары, әл-Баҡара сүрәһе, 284-286 –нсе аяттар
Был ике аятты Пәйғәмбәребеҙгә Джәбраил ғәләйһис-сәләм уҡып еткергәс, Мөхәммәд Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үәс-сәләм «Әәмин!» тигән икән. Беҙҙә шулай итәйек!
Әбү Зәрр радыйаллаһү ғәнһә хәҙрәттәре риүәйәт ҡыла. Ул Рәсүлуллаһ салләллаһү ғәләйһи үәс-сәләмдең әйткән һүҙҙәрен ишеткән булған: «Әл-Баҡара» сүрәһенең аҙағында булған ике аятты уҡығыҙ! Раббым уларҙы үҙемә ғәреш аҫтындағы булған хазинанан алып бирҙе. Уларҙы өйрәнегеҙ, ҡатын-балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ! » Был ике аят намаҙ ҙа, Ҡөръән дә, доға ла булыр!
«Ике аят – Ҡөръәндән булырҙар, икеһе лә шифа бирерҙәр, икеһен дә Аллаһ Тәғәлә ныҡ һөйәр, был ике аят «Әл-Баҡара» сүрәһенең аҙағында булыусы аяттарҙыр!». Быныһы – хәҙис шәриф.
284. لِّلَّهِ مَا فِي السَّمَاوَاتِ وَمَا فِي الْأَرْضِ وَإِن تُبْدُوا مَا فِي أَنفُسِكُمْ أَوْ تُخْفُوهُ يُحَاسِبْكُم بِهِ اللَّهُ فَيَغْفِرُ لِمَن يَشَاءُ وَيُعَذِّبُ مَن يَشَاءُ وَاللَّهُ عَلَى كُلِّ شَيْءٍ قَدِيرٌ
285. آمَنَ الرَّسُولُ بِمَا أُنزِلَ إِلَيْهِ مِن رَّبِّهِ وَالْمُؤْمِنُونَ كُلٌّ آمَنَ بِاللَّهِ وَمَلَائِكَتِهِ وَكُتُبِهِ وَرُسُلِهِ لَا نُفَرِّقُ بَيْنَ أَحَدٍ مِّن رُّسُلِهِ وَقَالُوا سَمِعْنَا وَأَطَعْنَا غُفْرَانَكَ رَبَّنَا وَإِلَيْكَ الْمَصِيرُ
286. لَا يُكَلِّفُ اللَّهُ نَفْسًا إِلَّا وُسْعَهَا لَهَا مَا كَسَبَتْ وَعَلَيْهَا مَا اكْتَسَبَتْ رَبَّنَا لَا تُؤَاخِذْنَا إِن نَّسِينَا أَوْ أَخْطَأْنَا رَبَّنَا وَلَا تَحْمِلْ عَلَيْنَا إِصْرًا كَمَا حَمَلْتَهُ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِنَا رَبَّنَا وَلَا تُحَمِّلْنَا مَا لَا طَاقَةَ لَنَا بِهِ وَاعْفُ عَنَّا وَاغْفِرْ لَنَا وَارْحَمْنَا أَنتَ مَوْلَانَا فَانصُرْنَا عَلَى الْقَوْمِ الْكَافِرِينَ
284. Лилләәһи мәә фи-ссәмәәүәәти үә мәә фил-ардыи үә иң түбдүү мәә фии әңфүсикүм әү түхъфүүһү йүхәәсибкүм биһи-лләәһү фәйағфиру лимәй-йәшәә'ү үә йүғәҙҙибү мәй-йәшәә'ү үә-ллааһу ғәләә күлли шәй'иң ҡадиир.
285. Әәмәнә-ррасүүлү бимәә үңзилә иләйһи мир-раббиһи үәл-мүьминүүнә күллүн әәмәнә билләәһи үә мәләә'икәтиһи үә күтүбиһи үә русүлиһи ләә нүфәрриҡу бәйнә әхәдим-мир-русүлиһи үә ҡаалүү сәмиғнәә үә әтағнәә ғуфраанәкә раббәнәә үә иләйкәл-мәсыиир.
286. Ләә йүкәл-лифү-ллааһу нәфсән илләә үсғәһәә ләһәә мәә кәсәбәт үә ғәләйһәә мәктәсәбәт раббәнәә ләә тү'әәхыиҙнәә ин нәсиинәә әү ахтаьнәә раббәнәә үә ләә тәхмил ғәләйнәә исраң кәмәә хәмәлтәһү ғәлә-лләҙиинә мин ҡаблинәә раббәнәә үә ләә түхәммилнәә мәә ләә тааҡатә ләнәә биһи үәғфү ғәннәә уағфир ләнәә уархәмнәә әңтә мәүләә-нәә фәңсурнәә ғәләл-ҡаумил-кәәфириин.
284. Күк менән Ерҙәге бөтә нәмә — Алланыҡы. Күңелегеҙҙәген асһағыҙ ҙа, йәшерһәгеҙ ҙә, бының өсөн Алла хисап алыр. Теләгән кешеһен Ул ярлыҡар, теләгән кешеһенә яза бирер. Ысынлап та, Алла бөтә нәмәгә ҡөҙрәтле!
285. Раббы күндергән аяттарға рәсүл дә, мөьминдәр ҙә инанды. Көллөһө Аллаға иман килтерҙе. Уның фәрештәләренә, Уның китаптарына, Уның рәсүлдәренә инанды. «Рәсүлдәрҙең береһен дә Беҙ айырып ҡарамайбыҙ». Улар: «Беҙ ишеттек, буйһонабыҙ. Ә ярлыҡау, Раббым, Үҙ иркендә, Һиңә ҡайтырбыҙ!» — ти.
286. Аллаһ кеше йәненә көсөнән килмәҫлек бер нәмә лә йөкмәтмәй. Өлгәшкәне лә үҙенә, ҡаршы булғаны ла — шул үҙенеке. «Я, Раббым, яҙыҡ-гонаһыбыҙҙы ярлыҡа! Я, Раббым, ата-бабалар күргән ғазап-михнәттәрҙе беҙгә күрһәтмә! Я, Раббым, көсөбөҙҙән килмәҫте йөкмәтмә! Ҡайғы-хәсрәттәрҙән беҙҙе ҡотҡар, рәхмәт-мәрхәмәттәрендән ҡалдырма! Һин беҙгә Үҙең хужа, кафырҙарға ҡаршы торорға ярҙамыңды бир!»