Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле».
Әңгәмәлә Ә. Вәлиди Төркөстанда һәр саҡ ике мәҙәниәттең — Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәниәтенең, ислам һәм йәһүд, христиан диндәренең үҙенсә бер көрәш сәхнәһе булыуына ла иғтибар итә. Көнсығыш әҙәбиәтенең, уның Хафиз, Хәйәм, Руми, Низами, Науаи кеүек классиктары шиғриәтенең фәлсәфәи тәрәнлеге, күсмә, аллегорик мәғәнәлелеге хаҡында һүҙ алып бара. Урта быуат әҙәбиәттәрендәге «гүзәл инсан культы» тураһында төплө фекер йөрөтә Ә.Вәлиди. Көнсығыш әҙәбиәтендәге гүзәллек, художестволылыҡ, миниатюралар хаҡындағы фекерҙәре лә уның эстетик ҡараштарының нескәлеге хаҡында һөйләй.
''Төрөктәр араһынан сыҡҡан бөйөк аҡыл эйәләренән мәүләнә Руми, әл-Бируни һәм Науаи — бөйөк мәҙәниәтле һәм күп яҡлы инсандар, — ти ул. — Урынына күрә һүҙен һөйләй белгәндәр... Бөтә кеше, Ер — донъяның уртаһы, күк көмбәҙе барса йондоҙҙары менән ер тирәләй әйләнә, тип уйлаған саҡта әл-Бируни ер шарының хәрәкәт итеүен белгән, ләкин был хата боронғо Греция һәм Һиндостан ғалимдарының әйткәндәрен иҫкә алыу менән сикләнгән. Үҙ замандаштары араһында төрлө ғәйбәт таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн: «Был физика мәсьәләһе, мин бары тик математик» , — тип тура яуаптан ситләшкән. Йәғни бер ук ваҡытта ул дипломат та. Йәләлетдин Руми ҙа бик күп нәмәләр белгән. Уның уйынса: «Күңел күрәҙәлеге — илаһи рухтың ҡолағы. Күңел күрәҙәлеге нимә ул? Хистең тәрәнгә йәшеренгән урынынан фекер әйтеү тигән һүҙ», йәғни тәңре, туранан-тура пәйғәмбәрҙең иң нескә хистәренә мөрәжәғәт итеп, уға үҙ фекерен еткерә. Быны тәңре Ябраил ярҙамында эшләнгән эш кеүек күрһәтер.
Юғары инсан башҡалар ауыр аңларҙай мәҙәниәт мәсьәләләре хаҡындағы үҙ төшөнсәләрен тирә-яҡтағы кешеләрҙе өркөтмәҫлек һүҙҙәр ҡулланып аңлатыр һәм үҙе йәшәгән мөхиткә файҙалы булырға тырышыр. Мәҫәлән, әгәр ҙә һеҙ кешеләрҙең ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата урынһыҙ рәүештә ризаһыҙлыҡ күрһәтһәгеҙ, уларҙы үҙегеҙҙән биҙҙерер инегеҙ. Шуға күрә Руми: «Мин Ҡөрьәндең елеген һурам, кимектәрен эткә атам», — ти. Ләкин Руми беҙҙе был «елек» менән генә туҡламай, «кимек»тәрен дә тәшкил иткән риүәйәттәрҙе, әкиәттәрҙе, хикәйәттәрҙе аңлатып та, халыҡҡа файҙа эшләй".
Әхмәтзәки Вәлидиҙең Көнсығыш классик әҙәбиәте һәм мәҙәниәте миҫалында, атап әйткәндә, йәнә Румиҙың поэтик Ҡөрьән, фарсы шиғри энциклопедияһы тип йөрөтөлгән «Мәҫнәүи» китабы нигеҙендә ана шулай үҙенең философик һәм эстетик ҡараштарын асыҡ һәм мәғәнәле итеп әйтеп биреүе күренә.
Төркөстан халыҡтарының әҙәбиәте, сәнғәте һәм мәҙәниәте менән Ә.Вәлиди ошо осор эшмәкәрлеге йылдарында яҡындан таныша. Уларҙың тарихы, айырым ҡомартҡылары буйынса мәғлүмәттәр туплап йөрөй, бигерәк тә Ғәлишир Науаиҙың тәржемәи хәленә һәм ижадына күңелен бағлай.
Үҙ заманындағы әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренән, артабан күренекле әҙиптәр һәм сәнғәткәрҙәр булып китер үзбәк шағиры Сулпан, ҡаҙаҡ яҙыусыһы Мөхтәр Әүәзов, ҡаҙаҡ шағиры һәм артисы Динше, тажик яҙыусыһы Садретдин Айни менән тығыҙ аралаша, әҫәрҙәре менән таныша, шиғырҙарын тыңлай, Төркөстан әҙәбиәте һәм мәҙәниәте хаҡында осрашҡан һайын фекерҙәр алыша...
Әхәт Сәлихов «Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге»: https://nazir1965.com/pdf-pdf-kitaptar/11838.html#more-11838
Әмир Юлдашбаев «Күрәҙәлек итмә, тимәгеҙ»: https://nazir1965.com/tarix/11879.html#more-11879
Зәки Вәлиди: Бөйөк шәйехтең һынауы: https://nazir1965.com/tarix/z%D3%99ki-v%D3%99lidi-b%D3%A9j%D3%A9k-sh%D3%99jexte%D2%A3-%D2%BBynauy.html