Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Тәүбә намаҙы

                                                    Тәүбә намаҙы

     Гонаһтарға үкенеп, тәүбә һәм истиғфар ҡылыу өсөн уҡыла торған рәҡәғәтле нәфел намаҙы ул.Тәүбә намаҙын үтәгәс, ошондай истиғфар уҡыла: «Әстәғфирул-лаһ, әстәғфирул-лаһ. Әстәғфирул-лаһа тәғәлә мин күлли ҙәнбин әҙнәбтүһү ғәмдән, әү хатаъән, сирран әү ғәләниййәтән үә әтүбү иләйһи минәҙ-ҙәнбил-ләҙи әғләмү үә минәҙ-ҙәнбил-ләҙи лә әғлмү иннәкә әнтә ғәлләмүл ғүйүб».
    Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарымдың һәр ҡайһыһын ярлыҡауҙы үтенәм. Белеп ҡылған гонаһтарымды ла, белмәй ҡылған гонаһтарымды ла, аңһыҙлыҡтан ҡылған гонаһтарымды ла, аңлы рәүештә ҡылған гонаһтарымды ла ярлыҡауынды үтенәм, Аллаһ. Гонаһтарымдың бөтәһенән дә тәүбәгә киләм, үкенеү менән тәүбә итәм. Әй, Аллаһ, һәр бер ғәйебемде белеүсеһен.

Тәсбих доғаһы

                                                     Тәсбих доғаһы

                                          Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
     Сүбхәнә ҙил-мүлни үәл-мәләкүт. Сүбхәнә ҙил-ғиҙзәти үәл-ғәҙамәти үәл-ҡудрати үәл-кибрийәи үәл-жәбәрүт. Сүбхәнәл-мәликил-хәййил-ләҙи лә йәмүт. Сүббүхүн-ҡуддүсүр-раббил-мәлә икәти үәррух. Лә иләһә илләл-лаһү нәстәғфирүл-лаһ. Нәс әлүкәл-жәннәтә үә нәғүҙу бикә минән-нәр.
     Мәғәнәһе: “Ерҙәге һәм күктәге бөтә мәхлуҡатҡа хужа булған Аллаһы Тәғәлә бөтә кәмселектәрҙән пак. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ҙур олуғлыҡ эйәһе Аллаһы Тәғәләне сафлыҡ өлгөһө тип таныйым. Бөтә ғаләмдең батшаһы һәр ваҡыт тере Аллаһы Тәғәләне бөтә ғәйептәрҙән пак тип беләм.
     Ул Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән бик тә пак һәм мөҡәддәс зат, бөтә фәрештәләрҙең һәм Ябраил фәрештәнең дә Раббыһы. Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис бер Тәңре юҡ. Ул Аллаһы Тәғәләнән беҙ гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ Эй, Аллаһ, беҙ һинән йәннәт һорайбыҙ, тамуҡ утынан Һиңә һыйынабыҙ”.

Тәсбих намаҙы

                                                      Тәсбих намаҙы

     Тәсбих намаҙы — тәүбә һәм истиғфарҙарҙың иң олоһо.
     Хәҙрәти Ғикримәңдән, үҙ сиратында, хәҙрәти Ибне Ғәббәстән ишетеп, былай тип риүәйәт иткән: «Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхтәрәм ағаһы Ғәббәс ибне Ғәбделмотталиб хәҙрәттәренә, тәсбих намаҙын күҙ уңында тотоп: «Эй, ағайым! Мин һиңә иң махсус кәңәш биреүем менән хөрмәт күрһәтәйем әле. Ул кәңәштәремде тотҡан тәҡдирҙә һинең гонаһтарыңдың әүәлгеһе һәм һуңғыһы, яңыһы һәм иҫкеһе, хаталыҡ менән һәм белеп эшләнгәне, кесеһе һәм олоһо, йәшерене һәм асығы — барыһы ла ғәфү ителер. Көс-ҡөҙрәтең етһә, шундай намаҙҙы һәр көн уҡы, һәр көн уҡый алмаһаң, яйына бер тапҡыр уҡы. Уны ла булдыра алмаһаң, йылына бер тапҡыр уҡы, һис булмаһа, ғүмереңдә бер тапҡыр уҡы!». Читать далее →

Тәсбих тартыу һәм намаҙ

                                            Тәсбих тартыу һәм намаҙ

     Әлхәмдү лиллаһи, намаҙ уҡығандан һуң тәсбих тартабыҙ. Тәсбих һүҙе менән сөбхән һүҙҙәре — тамырҙаш. Тартынҡыларына иғтибар итһәң (ғәрәп телендә яҙмала тик тартынҡылары яҙыла, һуҙынҡыларҙан оҙон һуҙынҡылар ғына күрһәтелә), Сбх хәрефтәре икеһендә лә бар. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә: «Сөбхәналлаһ!», — тип утыҙ өс мәртәбә әйтәбеҙ. «Аллаһ Тәғәләнең һис кәмселеге юҡ!» — тигән мәғәнәгә эйә ул һүҙ.
     «Тәсбих» һүҙендәге тә тигән өлөшөн аңлар өсөн тағы ла миҫалдар килтерәйек: «тәкбир» — тигән һүҙ һәммәбеҙгә лә таныш. Аллаһтың ололоғон тел менән әйтәбеҙ, йәғни Аллаһты ҙурлайбыҙ. «Тә» тигән өлөшөн айырып алып, ҡалған өлөшөнә күҙ һалһаҡ, кбир һүҙе барлығы асыҡланыр. Кбир йәғни кәбир, ҙур тигән мәғәнәгә эйә. Тәҡбир әйткәндә: «Аллаһу әкбәр!» — тибеҙ. Йәғни: «Аллаһ бөтәһенән дә, бөтә нәмәнән дә, бөтә заттарҙан да олуғ!» тибеҙ. Шундай мәғәнә һалынған «Аллаһу әкбәр» тигән ҡыҫҡа ике һүҙгә.
     Тәсбих һүҙенең мәғәнәһе хәҙер, моғайын, аңлашылғандыр. «Аллаһтың һис кәмселеге юҡ!» тигән мәғәнә ята «Сөбханаллаһ» тигән һүҙҙә. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә ана шул һүҙҙе әйтәбеҙ 33 мәртәбә. Шуға күрә лә тәсбих (төймәләре епкә теҙелгән һәм 33-әр итеп бүленгән, һанауға тәғәйенләнгән әйбер) мосолмандың атрибуты ла һанала. Инде тел менән:   «Сөбхәналлаһ!» тип әйтеүҙе лә «тәсбих» тибеҙ һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек.                       Читать далее →

Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы

                                     Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы

   Мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән. Фарыз — үтәуе мотлаҡ булған ғәмәл. Һәр намаҙҙың ваҡыты билдәле: мәҫәлән, иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлағандан алып ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем.
   Болотло, йонсоу көндәрҙә, ҡышҡы буран мәлдәрендә ҡояштың ҡалҡыуын күреү мөмкин булмағанда, ни эшләргә? Ғалимдар намаҙ ваҡыттарын сәғәткә ҡарап билдәләүгә өлгәшкән. Миҫал итеп, былтырғы йылдың, йәғни 2002 йылдың, 1 июнен алайыҡ. Ҡояш ул көндә Өфөлә 5 сәғәт 47 минутта ҡалҡты. Бында инде йәйге ваҡытҡа күсеү сәбәпле ваҡыттың 1 сәғәткә алға күсерелеүе лә иҫәпкә алынған.
   Иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлаған мәлдә инә, тигәйнек. Ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғ. 40 минут элек таң беленә башлай. Шулай итеп, былтыр 1 июндә иртәнге намаҙ ваҡыты иртәнге 4 сәғәт 07 минутта ингән.
   Календарҙың бәғзеләрендә иртәнге намаҙ ваҡыты ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғәт 30 минут элек инә, тип күрһәтелә. Бында хата эҙләргә кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ заманында иртәнге намаҙҙы, бер аҙ яҡтырғас, кеше бер-береһен (яҡында ултырған кешене) танырлыҡ яҡтылыҡ булғанда, уҡый башлағандар. Шуға күрә намаҙҙы һуңлатыу хәүефе юҡ. Етмәһә, иртәнге намаҙ ике рәҡәғәт сөннәт намаҙынан, ике рәҡәғәт фарыз намаҙынан тора.

Читать далее →

Истихәрә намаҙы

                                                  Истихәрә намаҙы

   Истихәрә намаҙы – бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булыуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

   Эшләнәсәк бер эштең нәтижәһенә ҡәнәғәт булмағанда уҡыла. Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылына.
   Хәйерле булыуы беленгән эштәр өсөн истихәрә ҡылынмаҫ.
   Әнәс ибн Мәликтән (радыаллаһү ғәнһү) килгән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙ уға: Әй, Әнәс! Берәр эш эшләргә теләһәң, ете мәртәбә Раббыңа истихәрә ит, унан һуң, күңеленә нимә беренсе килһә, шуға иғтибар ит. Сөнки хәйерлеһе шундалыр”, — тигән.

   Жәбир ибн Ғабдуллаһ (радыаллаһү ғәнһү): «Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә Ҡөръән сүрәләрен өйрәткән кеүек, һәр эшебеҙҙең хәйерле булыуын һорарға өйрәтте», — тине.
   «Әгәр берегеҙ берәй эш эшләргә йыйынһа, фарыз намаҙынан тыш ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын да (түбәндәге доғаны уҡыһын): «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыым, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләм, үә әйтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмр хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмри ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәҡдүрһү лии ҫүммә бәәрик лии фиһ, үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмра шәрруи лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәсрифһү ғәнни үәсрифни ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммә әрдынии биһ». Читать далее →

«Әл-Ҡадр» сүрәһе

                                                     Әл-Ҡадр сүрәһе

                                        Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
     Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр. Үә мәә әдраәкә мәә ләйләтүл-ҡадр. Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр. Тәнәззәлүл-мәләәикәтү үәр-рууху фииһәә би-иҙни раббиһим-мин күлли әмр. Сәләәмүн һиә хаттәә мәтләғыйл фәджр.
     Мәғәнәһе: «Хаҡ һүҙ ки, беҙ быны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер төнөндә индерҙек. Ҡәҙер төнөнөң (шул бөйөк фазиләтен) һиңә белдергән нәмә ни? Ҡәҙер төнө мең айҙан да хәйерлерәк. Шул төндә фәрештәләр һәм Рух (Ябраил) Раббыбыҙҙың рөхсәте менән бер эш өсөн Ергә төшөр. Ул төн таң атҡанға ҡәҙәр бер сәләмдә (тыныслыҡта) үтер».

Ғәйет намаҙы

                                              Ғәйет намаҙы

     Пәйғәмбәребеҙ заманында ҡайһы бер кешеләр ураҙаны ғәйет намаҙына ҡәҙәр дауам итә, тип уйлағандар, шуға ла намаҙға тиклем ашамағандар һәм эсмәгәндәр. Пәйғәмбәребеҙ Рамаҙан ғәйете көнөнә ураҙа тамам булыуын күрһәтеү өсөн, ғәйет намаҙынан алда хөрмә ашаған. Ә, Ҡорбан ғәйетендә намаҙҙан һуң ауыҙ асҡан. Рамаҙан ғәйете өс көн, Ҡорбан ғәйете дүрт көн дауам итә. Ғәйет көндәрендә осрашҡан мосолмандар бер-береһен ғәйет байрамы менән ҡотлайҙар, бер-береһе өсөн доға ҡылалар. Мәҫәлән: “Ғәфәраллаһү ләнә үә ләкүм”, йәғни “Аллаһ беҙҙе лә, һеҙҙе лә ғәфү итһен”. Йәки: “Тәҡәббеләллаһү Тәғәлә миннә үә минкүм”, йәғни: “Аллаһ Тәғәлә беҙҙән үә һеҙҙән ҡабул итәргә бойорһон”. 

     Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб: Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың уҡыу ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә. Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла. Читать далее →

Тәһәжжүд намаҙы

                                          Тәһәжжүд намаҙы

     Тәһәжжүд намаҙы тип төндә йоҡонан уянып нәфел намаҙ ҡылыуға әйтәләр.
Тәһәжжүд намаҙы 2, йә 4, йә 6, йә 8, йә 10, йә 12 рәҡәғәтле нәфел намаҙы. Уртаса алты рәҡәғәтле намаҙ төндә уҡыла. Тәһәжжүд намаҙы ваҡыты төнгө 2–се яртыла, йәғни көндөҙгө өйлә намаҙы ваҡытынан тап 12 сәғәт үткәс башлана һәм имсәк ваҡытына, йәғни, иртәнге намаҙ башланыуға 15 минут ҡалғанға ҡәҙәр дауам итә.
     Тәһәжжүд намаҙындағы сауаптар икһеҙ-сикһеҙ күп. Уны даими уҡығандарҙың һәр доғаһы ҡабул ҡылына, дәрәжәләре юғары була, сөнки ул – Рәсүллаһ саллал-лаһ ғәләйһи үә сәләмдең берҙә ҡалдырмаған һәм уҡып барған намаҙы.
     "Исра" сүрәсенең һәм 78 сы аяттарында: "Ҡояштың көнбайышҡа йүнәлеүенән төндөң ҡаралыуына тиклем намаҙ ҡыл, таң ваҡытында намаҙ ҡыл, сөнки сәхәр намаҙына фәрештәләр шаһит булыр. «Әй, Мөхәммәд! Төндәрен уянып, артыҡ намаҙҙар ҡыл. Раббың һине маҡтар, юғары дәрәжәгә күтәрер»,—тиелгән.
     Тәһәжжүд намаҙы хәҙрәти пәйғәмбәребеҙгә (ғәләйһиссәләм) был аят менән әмер ителгән. Шул уҡ аятта Аллаһ Тәғәлә илсеһен юғары дәрәжәгә күтәрәсәген тәһәжжүд намаҙы әмер иткәндән һуң белдергән. Был юғары дәрәжә менән тәһәжжүд намаҙы араһында бер бәйләнеш (элемтә) барлығын күрһәтә. Әгәр шулай булһа тәһәжжүд намаҙының әһәмиәте ҙур икәнлеге асыҡлана.
     Аллаһу Субхәнәһү Тәғәлә пәйғәмбәр ғәләйһиссәләмгә әйтә: «Уҡы һин тәһәжжүд намаҙын, „Мәҡамәм мәхмүҙә“ тигән дәрәжәле урынға ирешерһең», — ти.
    Читать далее →

Ауыҙ асыу доғаһы

                                                      Ауыҙ асыу доғаһы

     Рамаҙан айында ифтар мәлендә, ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға (иң аҫта)
Ғабдуллаһ ибн Ғәмрүбнүл-Ғас (радыаллаһү ғәнһү) риүәйәт итә: Пәйғәмбәребеҙ, саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Ысынлыҡта, ураҙа тотоусы ауыҙ асҡанда доға ҡылһа, доғаһы кире ҡайтмай», — тине.

дога от пророка

      «Ҙәһәбәҙ-ҙамәә'ү үәбтәлләтил-ғурууҡу үә ҫәбәтәл- әжру ин шәә Аллаһ».
(һеңер-тарамыштар еүешләнеп, һыуһын ҡанды, Аллаһ Тәғәлә теләһә сауап буласаҡ.)

 

дога

     "Аллааһүммә иннии әс'әлүкә бирахмәтикәл-ләтии үәсиғәт күллә шәй'ин ән тәғфира лии."
Ибн Әби Мүләикә: «Мин Ғабдуллаһ ибн Ғәмрҙең ауыҙ асҡанда: «Эй, Аллаһ, ысынлыҡта, мин һинән бөтә нәмәне солғап алыусы мәрхәмәтең менән мине ғәфү итеүеңде һорайым», — тигәнен ишеттем», — тип риүәйәт итә.

дога посл поста

     «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
     Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.