Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Доғалар

дога         Доғалар

   Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар

     "Бисмилләһир рахмәәнир рахиим.
Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мулхисәб".

   Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй -торған ғүмер бир, ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә Әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡла. Эй Раббым! Хисап көнөндә мине лә, ата-әсәмде лә, бар мосолмандарҙы ла ғәфү ит".

                                            Йыш уҡыла торған доға

     Бәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир».
Читать далее

Ауырығанда уҡыла торған доғалар

                    Ауырығанда уҡыла торған доғалар

   Тәһәрәтле хәлдә «Фәтиха» сүрәһе һәм шифа аяттары:

   "Тәүбә" сүрәһенең 14-15-се аяттар:

   "Бисмилләһир рахмәнир рахим. Үә йәшфи судуура ҡаумим-муъминиинә үә йузһиб ғайҙа ҡулүбиһим".

   Шуға ҡушып ошо доға уҡылыр:

   "Аллаһүммә Раббән-нәәс, әҙһибил бәъс, үәшфи әнтәш-шәәфи ләә шифәә-ән илләә шифәә үкә шифә-ән ләә йүғаадирү сәҡамән".

   (Ауырыған саҡтарҙа миңә Аллаһ Тәғәлә шифа бирер. Аллаһым! Эй, инсандарҙың Раббыһы! Сирҙәрҙе кире алыусы һәм ауырыуҙы бөтөрөүсе шифаңды бир. Мине сәләмәтләндереүсе бары тик Аллаһ. Һинән башҡа миңә еңеллек килтереүсе бер кем юҡ. Аллаһым! Бер ҡолоңа дауа бирсе.)  Читать далее

Намаҙ уҡыу тәртибе

Намаҙ уҡыу тәртибе, ике рәҡәғәтле намаҙ (фарыз йә сөннәт). Әттәхийәт уҡығанда бармағыҙҙы видеолағы кеүек төртөп күтәрмәгеҙ беҙҙә ундай әҙәп юҡ


                                          Намаҙ уҡыу тәртибе

   Һәр әҙәм, кем булыуына ҡарамаҫтан: негрмы, урыҫмы, еврейме, Ҡытайҙанмы, Аллаһ Тәғәләне танып «Ләә иләәһә илләллаһ», — тип әйтһә, уға намаҙ уҡыуҙар фарыз була. Уҡымаһа, иң ҙур гонаһ булыр. Мосолман тигәндең мәғәнәһе ул бер Алланы танып, Уға иман килтереү. Был шәһәдәтте һәр саҡ телегеҙҙә һәм йөрәгеҙҙә йөрөтөгөҙ.

   Намаҙ уҡыған урының, намаҙлығың, өҫ-башың таҙа булырға тейеш. Әгәр ҙә өйҙә башҡа сит ерҙә уҡылһа, таҙа ерҙе табып шунда уҡыр кәрәк. Намаҙ мунсала, душта, бәҙрәфтә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт торған ерҙә уҡылмай. Шулай уҡ зыярат эсендә уҡылмай. Шуға ла йыназа намаҙы ҡәберлектән ситтә, тышта уҡыла. Намаҙлыҡ түшәге үҙҙегеҙ өсөн, ул булмаһа ла ҡара ер өҫтөндә уҡыу дөрөҫ. Читать далее

Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан

                         Пәйғәмбәребеҙ доғаларынан

   1. «Аллаһүммә, инни әғүүҙү бикә мин мүнкәраатил-әхләәки, үәл-әғмәәли, үәл-әһүәә’и».
«Йә Аллаһ! Насар әхләҡи сифаттарҙан, насар ғәмәлдәрҙән һәм насар ынтылыштарҙан һинең һаҡлауың аҫтына һыйынам!»

   2. «Аллаһүммә, иннәкә ғәфүүн, Кәриимүн, түхиббүл-ғәфүә, фәә-ғфү ғәнни».
«Йә Аллаһ! Һин — Ғәфу итеүсе, Йомарт, Һин ғәфу итергә яратаһың, мине ғәфү итсе!»

                 Иртән, йоҡонан торғас, уҡыла торған доға:

   Түшәктән "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим'', тип торабыҙ.

   Унан һун ошо доға уҡыла: «Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә үә иләйһил-бәғҫү үән-нушур»
(Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндәң һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр). Был доғаны, белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерҙәр һәм гүзәллектәр бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин. Аллаһҡа шөкөр итергә кәрәк. Читать далее

ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы

Ҡатын-ҡыҙҙар намаҙы уҡыу тәртибе. Ошо видеолағы кеүек ҡатын-ҡыҙҙар намаҙ (ошонда баҫ) уҡый алалар. Тик Әттәхийәт уҡығанда бармаҡты күтәрмәгеҙ, беҙҙә ундай тәртип юҡ 
https://youtu.be/g0wa5nbNv1E

«Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре

                                «Йәсин» сүрәсенең фазыйләттәре
   

   Хәҙрәти Ибн Ғаббас әйтеүенсә, «Йәсин» сүрәһе Мәккә ҡалаһында Мөхәммәд пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм аша ингән. Был сүрәлә 83 аят барҙыр. Хәҙрәти Әнәс: «Рәсүлуллаһ салләллаһү ғаләйһиссәлләм әйтте:

   - Һәр нәмәнең йөрәге бар, Ҡөръәндең йөрәге иһә — „Йәсин“, берәй әҙәм „Йәсин“ сүрәһен уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ун мәртәбә Ҡөръән уҡып сыҡҡан кеүек сауаб яҙып ҡуясаҡ». Был хәҙис-шәриф — «Йәсин» сүрәсенең бөйөклөгенә, ҙур дәрәжәһенә ап-асыҡ дәлилдер. Әбү Һүрайра риүәйәте буйынса, пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм әйткән:

   "Берәй бәндә төндә «Йәсин» сүрәһен Аллаһтың ризалығына ирешәйем тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул кешене шул төндө ғәфү итәлер". Был бихисап оло сүрәнең башҡа фазыйләттәре тураһында хәҙрәти Ғәли радыйаллаһү ғәнһе тарафынан тапшырылған хәҙистән белә алабыҙ: Читать далее

Йәсин

                                                   "Йәсин" сүрәһе
   Йә сиииин(1) Үәл-ҡур әнил-хәким(2) Иннәкә ләминәлмүрсәлин (З)ғәләә сыйраатыйм-мүстәҡыыйм(4)тәңзииләл-ғәзиизир-рахиим(5) литүңҙира ҡаумәм-мәәәә үңҙира әбәәәәүһүм фәһүм ғаафилүүн(б) ләҡаде хәҡҡаль-ҡаулү ғәләәәә әкҫәриһим фәһүм ләә йүэминүүн(7)иннәә жәғәлнәә фииии әғнәәҡыйһим әғләләң фәһийә иләл-әҙҡаани фәһүм-мүҡымәхүүн(8) үә жәғәлнәә мим-бәйни әйдиһим сәддәү-үә мин хальфиһим сәддәң фәәғшәйнәәһүм фәһүм ләә йубесыйруун(9) үә сәүәәәә-үн ғәләйһим ә-әңҙәртәһүм әм ләм түңҙирһүм ләә йүъминүүн(10) иннәмәә түңҙирү мән-иттәбәғәҙ-ҙикра үә хашиәррахмәәнә билғайби фәбәшширһү бимәғфиратиү-үә әжриң кәриим(11) иннәә нәхнү нүхйил- мәүтәә үә нәктүбү мәә ҡаддәмүү үә әҫәәраһүм үә күллә шәйин әхсайнәәһү фии имәәмим мүбииин (12) Читать далее

Тәрәуих намаҙы

                                                Тәрәуих намаҙы

     Рамаҙан айының һәр көнөндә йәсих намаҙынан һуң витр намаҙынан алда тәрәүих намаҙы уҡылырға тейеш.Тәрәүих намаҙы барлығы 20 рәҡәғәттән тора. Ул икешәр рәҡәғәт итеп унға бүлеп, йәки дүртәр рәҡәғәт итеп бишкә бүлеп уҡыла. Тәрәүих намаҙын яңғыҙ ҙа уҡырға була, ләкин йәмәғәт менән мәсеттә уҡыу сөннәт. Тәрәүих намаҙы йәмәғәт менән уҡылған ерҙә витр намаҙы ла йәмәғәт менән уҡыла. Имам барлыҡ ҡыйрәттәрҙе лә ҡысҡырып уҡыр. Тәрәүих намаҙының дүрт рәҡәғәтен уҡыған һайын, шул рәҡәғәттәрҙе уҡыған ваҡыт самаһы ял итеп тороу сөннәт. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәсеткә тәрәуихҡә бармауы хәйерле.

     Йәстү намаҙынан һуң: йәстүнең фарызын һәм сөннәтен уҡығас, ниәтләйбеҙ; 20 рәҡәғәт тәрәүих намаҙының 4 рәҡәғәтен Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн үтәргә йүнәлдем ҡибла тарафына (имам менән уҡығанда, ойоном ошо имамға, — тип әйтелә), Халисан лилләһи тәғәлә, «Аллаһу Әкбәр» — тип, ҡалғанын башҡа 4 рәҡәғәт намаҙҙарҙағы уҡыған кеүек дауам итәбеҙ. Бында «Фатиха» сүрәһенән һуң теләгән сүрә һәм аяттарҙы уҡый алаһығыҙ йәки аҫтағы аяттарҙы уҡығыҙ. Читать далее

Доға

                                                       Доға
   

   Доға ҡылыу. Доға ҡылғанда ҡибла яғына боролоп, ҡулдарҙы өҫкә табан күтәреп, (күкрәк тәңгәленән өҫтәрәк, устарҙы бер береһенә яҡынайтып, уң ус һулаҡай устың өҫтөнә ҡуйыла) ҡарашты тура ҡибла яғына юнәлтеп, әкрен тауыш менән ҡылына. Берәй доға йә аят уҡып, үҙ телендә Аллаһ Тәғәләнән теләгән шифаны үә теләкте һорайбыҙ. Иң ҙур доға «Фатиха» (шуға баҫ) һәм «Аятүл Көрси»  ауырығанда, йә берәйһенә уҡығанда шифаһы сикһеҙ.

   «Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим» тигәс ҡырҡ мәртәбә,ошо Әғүҙү-билләһи менән башлап уҡырға. Бар бәләләрҙән, ауырыуҙарҙан, ҡурҡыныстарҙан һаҡлар. Читать далее