Архив рубрики: Доғалар һәм намаҙ

Саләтүт-тәсбих — Тәсбих намаҙы

                                Саләтүт-тәсбих — Тәсбих намаҙы

     Рәсүлүллаһ ғәләйһис-сәләм Ғәббәс ибн Ғәбдулмуталлиб радыяллаһү ғәнһүгә әйтте: “ Эй минең атам менән бер туған ағам! Өйрәтәйемме һиңә бер эште, ҡасан да был эште ҡылһаң һиңә ун изгелек һәм файҙа булыр. Бының өсөн һинең әүәлге һәм ахырғы гонаһтарың, кесе һәм оло ҡылған хатаң, йәшерен һәм асыҡ ҡылған гонаһтарың ярлыҡаныр. Һин дүрт рәкәғәт тәсбих намаҙын уҡы, һәр рәкәғәттә бер «Фәтихә» һәм йәнә бер сүрә йәки бер нисә аят уҡы. Бынан һуң 15 тапҡыр «Сүбхәәнәлааһи үәлхәмдү лиләәһи үә ләә иләәһә иләллааһү үәллааһү әкбәр» тип әйт. Бынан һуң рукуғ ҡыл, рукуғта 10 тапҡыр әйт, башыңды күтәргәс тағын 10 тапҡыр әйт, унан һуң сәждә ҡыл, сәждәлә 10 тапҡыр әйт, башыңды әүәлге сәждәнән күтәргәс, йәнә 10 тапҡыр әйт, яңынан сәждәлә 10 тапҡыр әйт, башыңды сәждәнән күтәргәс, йәнә 10 тапҡыр әйт , икенсе рәкәғәткә тормаҫ уҡы. Тулыһы һәр бер рәкәғәттә 75 тапҡыр булыр.
     Был дүрт рәкәғәткә көсөң етһә һәр көндө уҡы, йә иһә йома көн уҡы, булмаһа аҙнаға, айға бер уҡы. Бер ҙә булдыра алмаһаң ғүмереңдә бер уҡы, сөнки быны уҡыуҙың нәфелдәрҙән файҙаһы күптер. Әмин. Читать далее

Тәүәссүл

                                                               Тәүәссүл

   Йәә Сәййидәс сәәдәәти үә нүүрал мәджүүдәәт йәә мәң һүүәәл мәлджәә'ү лимәм мәссәһү даймүү үә ғаммүү үә'әләм. Йәә әҡрабәәл үәсәә'или и'ләәллааһи тәғәәләә үә йәә әҡүәәл мүстәнәди әтәүәссәлү иләә джәнәәбикәл әғҙам биһәә үләә иссәәдәәти үә әһлиллааһи үә әһли бәйтикәл кираами лидәфғидүрил ләә йүдфәкү илләә биүәәситатикә үә рафғи даймил ләә йүрфәғү илләә бидәләәтикә би Сәййидии үә Мәүләәййи йәә Сәййидии йаә Расүүлаллааһ йәә Рахмәтәл лил ғәәләмиин.

                                                       Ҡабул итеү доғаһы

   (Әй Остаздарҙың хужаһы һәм Нурҙар булдырыусы! Әй ҡайғыға батҡандарҙы, бәләгә осрағандарҙы, ауырыу менән яфаланғандарҙы ҡотҡарыусы. Әй Аллаһу Тәғәләгә яҡындарҙың да яҡыны. Әй ярҙамыңдың иң көслөһө. Остаҙым һәм хужам, Аллаһ илсеһе һәм Ғаләмдәр бәрәкәте, зыянды төҙәтеү, яфаланыуҙарҙы кәметеү Һинең ҡатнашлығыңдан тыш тормошҡа ашмауын аңлап, остаздар, Аллаһ кешеләре һәм күркәм ғаиләң араһында ҡеүәтле булыуынды ялбарып һорайым). Әл-Фәтихә.

Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:

                                            Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға:

  Өйөбеҙҙән «бисмилләһир-рахмәнир-рахим», тип әйтеп сығырға, ғаиләбеҙ һәм балаларыбыҙға хәйерле һәм уңышлы көндәр теләргә тейешбеҙ. Йәйәү йәки машинала киткәндә юлға уҡырға мөмкин булған иң яҡшы доға — «Аятүл Күрси». Ул өс, биш, йә ете мәртәбә уҡылыр. Өйҙән уң аяҡ менән сығып китәбеҙ. Юлда төрлө фажиғалар булыуы мөмкин. Шуның өсөн ғөсөлһеҙ йөрөүҙән һаҡланырға, кәрәк. Һәр ваҡыт Аллаһынан ярҙам һорап йөрөргә ғәҙәтләнергә кәрәк.

بِسْمِ اللَّهِ ، تَوَكَّلْتُ عَلى اللَّهِ وَلا حوْلَ وَلا قُوَّةَ إِلاّ بلِللَّه

   «Бисмилләһи, тәүәккәлтү ғәләллааһ, лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә илләә билләһ.».
   "Аллаһым! Өйөмдө, йортомдо һәм ғаиләмде һиңә аманат итәм. Уларҙы һәр төрлө һәләкәттәрҙән һәм бәләләрҙән һаҡла", — тип үҙ телендә лә доға ҡылырға мөмкин.

Иртән торғас уҡыла торған доға

                                        Иртән торғас уҡыла торған доға.

   Мосолман иртәләрен уянғас, түшәгенән

بـِسمِ اللهِ الرَّحْمَنِ الرَّحِيمِ

   "Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим" тип торорға тейеш.
Унан һуң ошо доға уҡыла:

الْحَمْدُ لِلّهِ الّذي أَحْيَانَا بَعْدَ ما أَماتَنَا وَاِلَيهِ البَعْثُ وَ النُّشُور

«Әлхәмдү лилләәһилләҙии әхйәәнәә бәғдә мә әмәәтәнәә вә иләйһил-бәғҫү вәннушур»
   (Беҙҙе үлгәндән һуң терелтеүсе Аллаһҡа маҡтау булһын! Үлгәндән һуң терелтеү Аллаһтандыр, ҡайтыу ҙа Уғалыр.)
   Был доғаны белмәгәндәргә: «Һаулыҡ һәм сәләмәтлек эсендә тағын бер көндө башлатҡан Аллаһҡа маҡтау булһын! Беҙгә бөгөн дә хәйерле һәм имен тормоштарын бирһен»- тип тә доға ҡылырға мөмкин.

Тәүбә намаҙы

                                                    Тәүбә намаҙы

     Гонаһтарға үкенеп, тәүбә һәм истиғфар ҡылыу өсөн уҡыла торған рәҡәғәтле нәфел намаҙы ул.Тәүбә намаҙын үтәгәс, ошондай истиғфар уҡыла: «Әстәғфирул-лаһ, әстәғфирул-лаһ. Әстәғфирул-лаһа тәғәлә мин күлли ҙәнбин әҙнәбтүһү ғәмдән, әү хатаъән, сирран әү ғәләниййәтән үә әтүбү иләйһи минәҙ-ҙәнбил-ләҙи әғләмү үә минәҙ-ҙәнбил-ләҙи лә әғлмү иннәкә әнтә ғәлләмүл ғүйүб».
    Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарымдың һәр ҡайһыһын ярлыҡауҙы үтенәм. Белеп ҡылған гонаһтарымды ла, белмәй ҡылған гонаһтарымды ла, аңһыҙлыҡтан ҡылған гонаһтарымды ла, аңлы рәүештә ҡылған гонаһтарымды ла ярлыҡауынды үтенәм, Аллаһ. Гонаһтарымдың бөтәһенән дә тәүбәгә киләм, үкенеү менән тәүбә итәм. Әй, Аллаһ, һәр бер ғәйебемде белеүсеһен.

Тәсбих доғаһы

                                                     Тәсбих доғаһы

                                          Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
     Сүбхәнә ҙил-мүлни үәл-мәләкүт. Сүбхәнә ҙил-ғиҙзәти үәл-ғәҙамәти үәл-ҡудрати үәл-кибрийәи үәл-жәбәрүт. Сүбхәнәл-мәликил-хәййил-ләҙи лә йәмүт. Сүббүхүн-ҡуддүсүр-раббил-мәлә икәти үәррух. Лә иләһә илләл-лаһү нәстәғфирүл-лаһ. Нәс әлүкәл-жәннәтә үә нәғүҙу бикә минән-нәр.
     Мәғәнәһе: “Ерҙәге һәм күктәге бөтә мәхлуҡатҡа хужа булған Аллаһы Тәғәлә бөтә кәмселектәрҙән пак. Ғиззәт, ҡөҙрәт үә бик ҙур олуғлыҡ эйәһе Аллаһы Тәғәләне сафлыҡ өлгөһө тип таныйым. Бөтә ғаләмдең батшаһы һәр ваҡыт тере Аллаһы Тәғәләне бөтә ғәйептәрҙән пак тип беләм.
     Ул Аллаһы Тәғәлә кәмселектәрҙән бик тә пак һәм мөҡәддәс зат, бөтә фәрештәләрҙең һәм Ябраил фәрештәнең дә Раббыһы. Аллаһы Тәғәләнән башҡа һис бер Тәңре юҡ. Ул Аллаһы Тәғәләнән беҙ гонаһтарыбыҙҙы ярлыҡауын һорайбыҙ Эй, Аллаһ, беҙ һинән йәннәт һорайбыҙ, тамуҡ утынан Һиңә һыйынабыҙ”.

Тәсбих намаҙы

                                                      Тәсбих намаҙы

     Тәсбих намаҙы — тәүбә һәм истиғфарҙарҙың иң олоһо.
     Хәҙрәти Ғикримәңдән, үҙ сиратында, хәҙрәти Ибне Ғәббәстән ишетеп, былай тип риүәйәт иткән: «Хәҙрәти Рәсүл Әкрәм, саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм, мөхтәрәм ағаһы Ғәббәс ибне Ғәбделмотталиб хәҙрәттәренә, тәсбих намаҙын күҙ уңында тотоп: «Эй, ағайым! Мин һиңә иң махсус кәңәш биреүем менән хөрмәт күрһәтәйем әле. Ул кәңәштәремде тотҡан тәҡдирҙә һинең гонаһтарыңдың әүәлгеһе һәм һуңғыһы, яңыһы һәм иҫкеһе, хаталыҡ менән һәм белеп эшләнгәне, кесеһе һәм олоһо, йәшерене һәм асығы — барыһы ла ғәфү ителер. Көс-ҡөҙрәтең етһә, шундай намаҙҙы һәр көн уҡы, һәр көн уҡый алмаһаң, яйына бер тапҡыр уҡы. Уны ла булдыра алмаһаң, йылына бер тапҡыр уҡы, һис булмаһа, ғүмереңдә бер тапҡыр уҡы!». Читать далее

Тәсбих тартыу һәм намаҙ

                                            Тәсбих тартыу һәм намаҙ

     Әлхәмдү лиллаһи, намаҙ уҡығандан һуң тәсбих тартабыҙ. Тәсбих һүҙе менән сөбхән һүҙҙәре — тамырҙаш. Тартынҡыларына иғтибар итһәң (ғәрәп телендә яҙмала тик тартынҡылары яҙыла, һуҙынҡыларҙан оҙон һуҙынҡылар ғына күрһәтелә), Сбх хәрефтәре икеһендә лә бар. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә: «Сөбхәналлаһ!», — тип утыҙ өс мәртәбә әйтәбеҙ. «Аллаһ Тәғәләнең һис кәмселеге юҡ!» — тигән мәғәнәгә эйә ул һүҙ.
     «Тәсбих» һүҙендәге тә тигән өлөшөн аңлар өсөн тағы ла миҫалдар килтерәйек: «тәкбир» — тигән һүҙ һәммәбеҙгә лә таныш. Аллаһтың ололоғон тел менән әйтәбеҙ, йәғни Аллаһты ҙурлайбыҙ. «Тә» тигән өлөшөн айырып алып, ҡалған өлөшөнә күҙ һалһаҡ, кбир һүҙе барлығы асыҡланыр. Кбир йәғни кәбир, ҙур тигән мәғәнәгә эйә. Тәҡбир әйткәндә: «Аллаһу әкбәр!» — тибеҙ. Йәғни: «Аллаһ бөтәһенән дә, бөтә нәмәнән дә, бөтә заттарҙан да олуғ!» тибеҙ. Шундай мәғәнә һалынған «Аллаһу әкбәр» тигән ҡыҫҡа ике һүҙгә.
     Тәсбих һүҙенең мәғәнәһе хәҙер, моғайын, аңлашылғандыр. «Аллаһтың һис кәмселеге юҡ!» тигән мәғәнә ята «Сөбханаллаһ» тигән һүҙҙә. Тәсбих тартҡанда, иң тәүҙә ана шул һүҙҙе әйтәбеҙ 33 мәртәбә. Шуға күрә лә тәсбих (төймәләре епкә теҙелгән һәм 33-әр итеп бүленгән, һанауға тәғәйенләнгән әйбер) мосолмандың атрибуты ла һанала. Инде тел менән:   «Сөбхәналлаһ!» тип әйтеүҙе лә «тәсбих» тибеҙ һүҙ ыңғайында шуны ла әйтәйек.                       Читать далее

Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы

                                     Ваҡытында уҡылған намаҙ — сауаплы

   Мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән. Фарыз — үтәуе мотлаҡ булған ғәмәл. Һәр намаҙҙың ваҡыты билдәле: мәҫәлән, иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлағандан алып ҡояш ҡалҡа башлағанға тиклем.
   Болотло, йонсоу көндәрҙә, ҡышҡы буран мәлдәрендә ҡояштың ҡалҡыуын күреү мөмкин булмағанда, ни эшләргә? Ғалимдар намаҙ ваҡыттарын сәғәткә ҡарап билдәләүгә өлгәшкән. Миҫал итеп, былтырғы йылдың, йәғни 2002 йылдың, 1 июнен алайыҡ. Ҡояш ул көндә Өфөлә 5 сәғәт 47 минутта ҡалҡты. Бында инде йәйге ваҡытҡа күсеү сәбәпле ваҡыттың 1 сәғәткә алға күсерелеүе лә иҫәпкә алынған.
   Иртәнге намаҙҙың ваҡыты таң беленә башлаған мәлдә инә, тигәйнек. Ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғ. 40 минут элек таң беленә башлай. Шулай итеп, былтыр 1 июндә иртәнге намаҙ ваҡыты иртәнге 4 сәғәт 07 минутта ингән.
   Календарҙың бәғзеләрендә иртәнге намаҙ ваҡыты ҡояш ҡалҡырҙан 1 сәғәт 30 минут элек инә, тип күрһәтелә. Бында хата эҙләргә кәрәкмәй. Пәйғәмбәребеҙ заманында иртәнге намаҙҙы, бер аҙ яҡтырғас, кеше бер-береһен (яҡында ултырған кешене) танырлыҡ яҡтылыҡ булғанда, уҡый башлағандар. Шуға күрә намаҙҙы һуңлатыу хәүефе юҡ. Етмәһә, иртәнге намаҙ ике рәҡәғәт сөннәт намаҙынан, ике рәҡәғәт фарыз намаҙынан тора.

Читать далее

Истихәрә намаҙы

                                                  Истихәрә намаҙы

   Истихәрә намаҙы – бер оло эш башлар алдынан, уның хәйерле булыуын теләп уҡыла торған ике рәҡәғәтле нәфел намаҙы.

   Эшләнәсәк бер эштең нәтижәһенә ҡәнәғәт булмағанда уҡыла. Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылына.
   Хәйерле булыуы беленгән эштәр өсөн истихәрә ҡылынмаҫ.
   Әнәс ибн Мәликтән (радыаллаһү ғәнһү) килгән риүәйәттә Пәйғәмбәребеҙ уға: Әй, Әнәс! Берәр эш эшләргә теләһәң, ете мәртәбә Раббыңа истихәрә ит, унан һуң, күңеленә нимә беренсе килһә, шуға иғтибар ит. Сөнки хәйерлеһе шундалыр”, — тигән.

   Жәбир ибн Ғабдуллаһ (радыаллаһү ғәнһү): «Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм беҙгә Ҡөръән сүрәләрен өйрәткән кеүек, һәр эшебеҙҙең хәйерле булыуын һорарға өйрәтте», — тине.
   «Әгәр берегеҙ берәй эш эшләргә йыйынһа, фарыз намаҙынан тыш ике рәҡәғәт намаҙ уҡыһын да (түбәндәге доғаны уҡыһын): «Аллааһүммә иннии әсьәлүкә биғилмикә үә әстәҡдирукә биҡудратик, үә әсьәлүкә мин фадликәл-ғәҙыым, фә иннәкә тәҡдиру үә ләә әҡдир, үә тәғләмү үә ләә әғләм, үә әйтә ғәлләәмүл-ғуйүүб. Аллааһүммә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл-әмр хайрун лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмри ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәҡдүрһү лии ҫүммә бәәрик лии фиһ, үә ин күнтә тәғләмү әннә һәәҙәәл- әмра шәрруи лии фии диинии үә мәғәәшии үә ғәәҡибәти әмрии ғәәжилиһи үә әәжилиһи фәсрифһү ғәнни үәсрифни ғәнһү үәҡдүр лийәл-хайра хәйҫү кәәнә ҫүммә әрдынии биһ». Читать далее