Ҡатындың иренә ҡарата бурыстары
Халыҡ араһында исламда никах ҡоллоҡҡа бәрәбәр: ҡатын ҡолбикә кеүек иренә гел бойһонорға, уның бойороҡтарын үтәп, йәшәргә тейеш, тигән фекер йәшәй. Бының менән, әлбиттә, килешеп булмай, ләкин шулай ҙа, ирҙең хатынына ҡарата хаҡтары күп. Был турала беҙгә күп, хәҙис шәрифтәрҙә хөрмәтле Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм дә хәбәр итә.
Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм әйтте: «Һәр бер ҡатын үлгәндә, ире унан разый булып ҡалһа, ул ҡатын йәннәткә керәсәк».
Иренә бойһоноу сәбәпле ҡатындың туғандары ла йәннәтле булырға мөмкин.
Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр ҡатын-ҡыҙ биш ваҡыт намаҙын уҡыһа, ураҙа тотһа, зинанан һаҡланһа һәм иренә буйһынһа, ул Раббыһының Йәннәтенә керер». Күреүебеҙсә хатының иренә буйһыныуын Пәйғәмбәребеҙ ислам нигеҙҙәренә тәңгәләштерә.
Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм әйтте: «Мин йәһәннәмгә ҡарағас, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик күп булыуын күрҙем». Унан ни өсөн шулай һуң, тип һоранылар. Ул әйтте: «Уларҙа яуызлыҡ, асыу-дошманлыҡ, нәфрәт, ҡарғыш, йән әсеү, ирҙәренә шөкөр ҡылмау, ризаһыҙлыҡ күп булғанға».
Башҡа хәҙис — шәрифтә әйтелә: "Мин йәннәткә ҡарағас, унда ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик аҙ булыуын күрҙем. Мин: «Ҡатын-кыҙҙар ҡайҙа һуң», тип һораным һәм миңә «Улар ике һары төҫкә: алтынға һәм кейем-һалымға бик мәшғүл булып тормоштарын үткәрҙеләр», — тип яуап, бирҙеләр.
Ғәйшә разиаллаһү риүәйәт иткән хәҙистә әйтелә: "Бер ҡыҙ Пәйғәмбәребеҙ эргәһенә килеп һораны: «Йә Рәсүлуллаһ, мине кейәүгә һорап килделәр, әммә мин кейәүгә сығарға теләмәйем, шулай ҙа ҡатындың иреңә ҡарата булған бурыстарын белергә теләйем».
Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр ир-ат башына аяғына тиклем үлемесле йәрәхәтле булып, ҡатыны уны теле менән, ялап дауалаһа ла, иренә ҡарата булған бурыстарын еренә еткереп үтәп бөтөрә алмаҫ». Ҡыҙ әйтте: «Кәңәш бирегеҙ; миңә кейәүгә сығарғамы һуң». Ул, ғәләйһиссәләм әйтте: «Әлбиттә, сыҡ,никахта бәрәкәт бар».
Ибне Ғаббас тапшырған хәҙистә әйтелә: "Рәсүлуллаһ янына бер ҡатын-ҡыҙ килеп һораны: «Йә Рәсүлуллаһ, мин кейәүгә сығарға теләйем, миңә иремә ҡарата булған бурыстарымды әйтсе»... —
Ул, Мөхәммәд ғәләйһиссәләм әйтте: «Әгәр ирең һин теләмәгән ваҡытта һине теләһә, һин уға бойһонорға тейешһең. Һинең иреңдең рөхсәтенән башҡа уның йортондағы әйберҙәрҙе бер кемгә лә бирергә хаҡың юҡ. Әгәр бирһәң, һиңә язаһы булыр, иреңә сауабы булыр. Иреңдең рөхсәтенән башҡа нәфел ураҙаһы тотоуына бер ниндәй ҙә сауаб булмаҫ, фәҡәт аслыҡ һәм сарсау булыр. Әгәр иреңдең рөхсәтенән башҡа уның йортонан сыҡһаң, һиңә ҡайтып еткәнсе фәрештәләр һине ләғнәт ҡылыр» .
Рәсүлуллаһ ғәләйһиссәләм әйтте: «Ҡатын-ҡыҙ өсөн Раббыһына иң яҡын урын йортоноң иң эске (төпкө) бүлмәһендә булыр. Ҡапҡа менән ҡапланған ишек алдында уҡылған намаҙҙың сауабы мәсеттә уҡылған намаҙҙың сауабынан күберәк булыр. Ишек алдында уҡыған намаҙға ҡарағанда өйҙөн иң төпкө бүлмәһендә уҡыған намаҙы яҡшыраҡ» .
Тағы ла Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм әйтте: «Ҡатын-ҡыҙ – ғәүрәт. Ул урамға сыҡһа, уға шайтан ябырылыр. Ҡатын-ҡыҙҙың ғәүрәте унау. Кейәүгә сыҡҡас ул бер ғәүрәтен ябыр. Ҡалған туғыҙ ғәүрәте вафат булғас, ҡәберҙә генә ябылыр». Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙар мөмкин булған тиклем үҙҙәрен сит күҙҙәрҙән һаҡларға, иренең хаҡтарын үтәргә тейештәр.
Был хәҙистәрҙе уҡығас, ҡатындарҙың ғына ирҙәренә ҡарата бурыстары күп икән тип уйға ҡалмағыҙ.Ирҙәрҙең дә ҡатындарына ҡарата бурыстары бихисап. Аллаһы Тәғәлә ҡатындарҙы уларға васыят итеп тапшыра бит.
Имам Ғазали