Кем ул Зөлҡәрнәй?
Зөлҡәрнәй — Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алынған Аллаһтың тәҡүә ҡоло. Уның шәхесенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, шуға күрә уның пәйғәмбәр, вәли йәки ябай тәҡүәле хаким булыуы тураһында бәхәстәр бар. Ҡайһы бер мөфассирҙар, Аллаһ Тәғәләнең "Әй, Зөлҡәрнәй! (Кахф 18/86), тиеп өндәшеүенән сығып, уның пәйғәмбәр булыуы тураһында фекерен белдерә. Башҡалар иһә уның вәли булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең башҡорт википедияһына Зөлҡәрнәйҙе Александр Македонский менән бутап яңылышлыҡ индергәндәр. Рәсәй мосолмандары, бигерәк тә урыҫтар Александр Македонскийҙе беҙҙең славян тамырҙарынан, тиеп ебәрәләр. Был грек башлығының уларҙа ни затты бар? Ә Зөлҡәрнәй ғәрәптәрҙән булған. Ни эшләптер Зөлҡәрнәйгә Искәндәр тип, өҫтәлмә исем ҡушҡандар, хәҙистәрҙә һәм Ҡөръәндә был исем юҡ. Читать далее
2024-2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллап (прогнозирование) һәм ошонан киләһе йылдарҙа нимә булырын сәйәси хәлдәрҙән һәм әүлиәләр әйткәненән сығып, һөҙөмтәләр эшләп, ҡараштырып үтәйек. Ахыр заман аҙағына кешеләрҙең төштәре лә раҫ буласаҡ, эҙләгән һорауҙарына ла яуаптар киләсәк тиелә бит. Киләсәк хәлде тик Аллаһ ғына белә тип ҡарышҡандарға, был хаҡта улай булас ни эшләп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Раббыбыҙ аша тапшырылған хәҙистәре бар һуң? «Ендәр» сүрәһенең 26-сы аятында «Аллаһ ғына йәшеренде белә» тип әйтелә, әммә киләһе аятта ул Үҙенең хеҙмәтселәренә киләсәк һәм үткән тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип әйтелә. Был, әгәр Аллаһ теләһә, Аллаһының яратҡан пәйғәмбәрҙәренә лә, йәғни изгеләргә лә, күҙгә күренмәгән нәмә тураһында мәғлүмәт бирә ала, тигәнде аңлата. Шунан, Аллаһ Тәғәлә барыһында тик Аллаһ ғына белә, һәм ул Уның ризалығын алғандарға уның бер өлөшөн аса. (Ен сүрәһе 72/28). Был — Аллаһ үҙендә һаҡлаған Серле белемдең асҡысы. Һәм бер кемдә был турала белмәй, ваҡыты еткәс Аллаһ был турала хәбәр итә. (Лоҡман сүрәһе, 34/34). Һәм тик Ул ғына үҙенең ижадына үҙенең серле белеменең бер өлөшөн аса ала. (Мәмерйә 26/110). Аллаһ ҡолдарына күп нәмәне белергә рөхсәт итә, тиелә, әммә Ҡиәмәт көнөн ҡасан килерен, был бала бәхетлеме йә бәхетһеҙ булыуын, ҡасан ямғыр яуырын, күктәге серҙәренә беҙҙең баш етмәҫ. Әммә хәҙистәргә ярашлы яҡын киләһе ваҡытта донъябыҙҙа ни хәлдәр булыуын беҙ белә алабыҙ һәм халыҡты был турала иҫкәртергә, ҡурҡытырға, хаҡ мосолман булырға өгөтләргә бурыслыбыҙ, сөнки миллион-миллион кешенең һәләкәткә сумасаҡ заманы, Мәһди хәҙрәт һәм Дәджәлдең килер ҡурҡыныс ваҡыты еткән. Читать далее
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Мәһди 2023 йылда уҡ килгән?
Кем ул Мәһди? Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең, ﷺ күп хәҙистәренә ярашлы бөтә донъя ғәҙелһеҙлек һәм яуызлыҡ менән тулғанда Мәһди тигән ахырзаман әҙәме киләсәк тигән. Мәһди һүҙ булараҡ; «хидийәт» (араб. هداية), был дөрөҫ юл күрһәтеүсе, етәксе, остаз, юл күрһәтеү һәм юлды һүрәтләү тигәнде аңлата.
Икенсе төрлө әйткәндә, Мәһди тура юлға баҫҡан һәм дөрөҫ юл тапҡан кешене аңлата.
«Мәһди» һүҙенең тура мәғәнәһе «тура юлдан барыусы» тигәнде аңлатһа ла, етәкселек Аллаһтан килә, ул анығыраҡ мәғәнәгә эйә була һәм «Аллаһтың туранан-тура етәкселегенә өлгәшкән һәм уның тура юлынан барыусы» тигәнде билдәләү өсөн ҡулланыла башлай.
Ислам фәндәре терминологияһында Мәһди — ул Әхль әл-Бәйт (Мөхәммәд, ﷺ яҡын кешеләр) кешеһе, ул донъя бөтөүгә табан тиклем килеп, уға тиклем иҙеү менән тулы булған донъяны ғәҙеллек менән тултыра. Кешеләр инде ошо өҫтәренә ябырылған әфәт, бәлә-ҡаза, һуғыштар арҡаһында иманға килмәһәләр, уларҙың был донъяла урыны булмаясаҡ. Динебеҙҙә көсләү юҡ, ҡоро мосолманмын тип, аҙашып, йәки был этник группаға ҡарауығыҙҙан файҙа булмаясаҡ. Ошо сыуалыштарҙа миллион-миллиард кешеләр һәләк буласаҡтар һәм ҡалғандары мосолман диненең ихластары булып, Аллаһ Тәғәләгә ысын инаныусылар буласаҡ. Читать далее
Гитлер Ислам хаҡында
Гитлер Ислам хаҡында
Гитлер Ислам динен ҡабул иткәнме һәм уның мосолман диненә ҡарашы, тигән был мәҡәләне яҙырға төрөктәрҙең «Академия» сайт-журналындығы яҙмалар сәбәп булды. Төрөксә беләһегеҙме тигәнгә, хәҙер компьютерҙа теләһә ниндәй телдә яҙылғанды тәржемә итеп уҡырға була, тик башҡортсаға барып етмәгәндәр әле. Уйламаған ерҙән «Адольф Гитлер тайно принял ислам и поэтому потерпел поражение». Журнал «Академия». Автор: Мехмет Фахри Серткая (mfs), тигән мәҡәләгә тап булдым. Был журналдың авторы, бик серле кеше, Мәһди булыуы ла мөмкин тиҙәр. Төрөксәнән белгәндәр шуның видеоматериалдарын тәржемә итһәләр, бик шәп булыр ине, сөнки ул Израиль сионистәрен яйлап, бөтә яҡтан «разоблачать» итеп, бара тиҙәр. Читать далее
Шағирҙар 2024 йылда үләсәк...
Шағирҙар 2024 йылда үләсәк...
Ибн әл-Ғәрәби (Мөхөтди́н Әбү Абдулла́ Мөхәммәт ибн Али́ әл-Андалу́си) 800 йыл элек күҙ алауы буйынса 2024 йылда шағирҙар үләсәк тигән. Кем ул Ибн әл-Ғәрәби? — Әл-Андалусиянан (Мосолман Испанияһы) мосолман дин белгесе, суфыйсылыҡ ғилеменең ҙур вәкиле һәм теоретигы. «Бөйөк уҡытыусы» (әш-шәйех әл-әкбәр) исеменә эйә. Ибн әл-Ғәрәби (1165—1240) күп сәйәхәт иткән, суфыйсылыҡта булған. Һөйләүе буйынса, ул өс тапҡыр Хызыр менән осрашҡан. Ҡөрьәнде һәм Ҡөрьән фәндәрен, музыканы, шиғриәтте һәм философияны өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Суфый остаз — аҡһаҡал булараҡ, ул тирә-яғындағы күп һанлы мөридтар араһында абруй ҡаҙана. Ул яңы мистиктар өсөн ҡулланмалар һәм нәсихәттәр йыйынтыҡтары яҙа. Был әҫәрҙәрҙең барыһы ла бөтә мосолман донъяһында киң таралған була (800 ашыу әҫәрҙәре бар). Читать далее
Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға
Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға.
Ҡарғыш, ҡәһәр, ләғнәт, ҡарғау, ҡәһәрләү, ләғнәт уҡыу, бәддоға тигән һүҙҙәр һәр кемгә таныштыр. Тарихыбыҙҙа, мәсет манараларын киҫкән әҙәм аҡтыҡтарына һәм уларҙың етәкселәренә ҡәһәр төшөп, шулай уҡ бер әүлиәбеҙгә бәйләнгән НКВД хеҙмәткәренең ауыҙҙы шалшайып, тупһанан ҡолап үлгәнен һәм яуызлыҡ эшләгән башҡаларға Аллаһының ләғнәте төшкәнен, ишеткәнегеҙ бар. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең изге Ҡөръян Кәрим китабы аяттарында Әбү Ләһәбкә, фирғәүенгә Аллаһының ҡарғышы тураһында ла әйтелә.
Әйҙәгеҙ, бөгөнгө замандарҙа ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тура теләге буйынса Аллаһының ләғнәте төшкән миҫалдарҙы ҡарап үтәйек. Беҙ үҙебеҙҙең көс ҡеүәт, теләк менән берәй кешегә зыян килтерә алмайбыҙ, барыһы ла Аллаһ аша башҡарыла. Ҡорбанға, тип мал салғанда ла, беҙ ул хайуанға йәрәхәт кенә килтерәбеҙ, ә йәнен фәрештәләр Аллаһының ризалығы менән ала бит. Читать далее
Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы доғалар
Боҙоҡлоҡ ҡылыусы тирандарға һәм уларҙың эйәрсендәренә ҡаршы көслө доғалар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм заманында, улар бар яҡтан ҙур ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар һәм яуызлыҡтар кисергән ваҡытта, дошмандар ҙур ғәскәр йыйып, мосолмандарға ҡаршы ҡуҙғалғас, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм һәм уның сәхәбәләре изге Ҡөръән Кәримдәге ошо аятты уҡыған:
حَسْبُنَا اللَّهُ وَنِعْمَ الْوَكِيلُ
...хәсбүнә-ллааһу үә ниғмәл-үәкиил
Беҙгә Аллаһының булғаны еткән. Ул бик яҡшы (ярҙамсы) вәкил, — тинеләр. 173-сө аят, Ғимран сүрәһе.
Аллаһ Тәғәлә мосолмандарға көс-ҡеүәт бирә һәм уларҙың бар ҡурҡыуҙары, ҡаҡшауҙары юғалып, улар дошмандарын еңәләр. Был доға Ибраһим пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм доғаһы менән оҡшаш. Ибраһим ғәләйһиссәләмде, халҡын Ислам диненә саҡырғаны өсөн, уның дошмандары уны янып торған ҡыҙыу утҡа ташлайҙар. Ул бер-нисә һүҙҙән торған доға ҡыла һәм Аллаһының мөғжизәһе менән янып торған эҫе ут ялҡыны һалҡын зыянһыҙ ялҡынға әйләнеп, пәйғәмбәребеҙгә бер ниндәйҙә зыян килтермәй. Аллаһ был турала әлеге аяттында әйтә: Аллаһ иң яҡшы һаҡлаусы һәм тәрбиәсе, шуға ошо аятҡа таянып әлеге мосолмандар бар эш-хәлдәрен Аллаһҡа тапшыралар. Үҙҙәренең көсһөҙ саҡтарында улар: хәсбүнә-ллаһу үә ниғмә-л-үәкил, тип әйтеүҙәрен дауам иткәндәр, беҙ бер нәмәне лә контрольда тота алмағанда, быны тик Раббыбыҙ ғына Үҙенең көслө күҙәтеүе аҫтында тота ала һәм кәрәк саҡта уны һөҙөмтәһен Ул ғына бирә ала. Читать далее
профессор Ильдус Илишев
Хөрмәтле яҡташтар, Башҡортостан халҡы, ҡәҙерле башҡорттарым, мин Илишев Ильдус, Ғөбәйҙулла улы, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан республикаһында күп йылдар эшләнем. 2005 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан республикаһы премьер министр урынбаҫары булып эшләнем, һуңғы йылда Яҡын Көнсығыш үҙәгендә дипломатик эштә булдым. Яҙмышым ҡайҙа ғына ташламаһын, мин һәр саҡ тыуған республикамдағы ваҡиғаларҙы күҙәтеп барҙым, уның уңыштарына ҡыуандым.
Ватан?
Ватан?
Ватан (отечество) нимә ул? – Тыуған ил, төйәк, йәнтөйәк, тыуған ерең ул. Урыҫса әйтһәк — Родина, тигән һүҙ, словактарҙа, поляктарҙа, чехтарҙа семья – ғәилә тигән мәғәнәлә. Малоростарҙа, украиндарҙа – родыня. Урыҫтарҙа – род, родня, родной, родственник һүҙҙәре менән бер тамырҙан. Родина (Тыуған ил) һүҙе боронғо род (ырыу, сығышы (тыумышы) яғынан) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул ҡан ҡәрҙәшлеге менән берләшкән кешеләр төркөмөн аңлата. Һәр беребеҙ ниндәйҙер боронғо ырыу (ҡәбилә) тоҡомо. Ә род һүҙе славяндарҙың иң боронғо аллаһы Роданы аңлата.
Дәүләт — ул территорияны, хакимлекте һәм был илдә йәшәгән халыҡты берләштергән термин, һәм был берләшмә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙең бер өлөшө булып тора.
Ватан (аталыҡ), шул патриот һүҙенең синонимы булараҡ бурыс, хоҡуҡ, патриотизм менән бәйле; был дөйөм туғанлыҡ идеяһы тип, уның өсөн көрәшергә, үлергә кәрәк тиеп, прапогандистар күберәк боҙоҡ хакимлекте яҡлап, уның идеологияһын, бөгөнгө боҙоҡлоҡтарын йәшерер өсөн ялғанға бер аҙ ысынбарлыҡты ҡушҡан сәйәсәте.
Әммә беҙгә, мосолмандарға ер, балсыҡ, көфөрлөктә йәшәгән әҙәмдәр өсөн йән биреп, үлергә тыйыла. Мосолманға кеше үлтереү тыйыла! Тик Ислам динең яҡлап, уны барыһына ла еткерергә, таратырға һәм Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн генә йән бирергә була. Ватан, национализм мәжүсилектең (язычество) бер төрө. Нимә өсөн үлергә тейеш? Ер өсөн. Читать далее
Мосолман патриотизмы
Мосолман патриотизмы
Патриот һүҙҙе гректәрҙән килә. Үҙ ҡалаһын яратҡан грек – гражданин тип аталған һәм «патриот» тип, сит, ят кешене атағандар. «Патриот» һүҙе Рәсәйгә, башҡа күп кенә сит ил төшөнсәләре кеүек үк, Петр I үҙ дәүерендә «алып килә». Тәүге тапҡыр ул монархтың көрәштәше, барон Һәм ҡаҙна урлаусы П. П. Шафировтың 1717 йылда яҙылған хеҙмәтендә барлыҡҡа килә. Патриот, тигән һүҙҙенең эргәһенә «Ватан улы», тигән һылтанма бирелә. Ә бына «патриотизм» һүҙе урыҫ телендә Екатерина II дәүерендә генә барлыҡҡа килә (тәүге тапҡыр 1770-се йылдарҙа осрай) һәм XIX быуатҡа тиклем һирәк осрай. Башта граждандарҙы патриотизм рухында тәрбиәләү монарх власын нығытыу өсөн эшләй кеүек тойола, сөнки «патер» (лат.) — ул барыбер ата, ә халыҡ атаһы – ул, әлбиттә, монарх. Әммә Екатерина II дәүерендә үк патриотизмдың монархиялы ғына түгел, республика (тиранлыҡҡа ҡаршы) булыуы мөмкинлеге асыҡлана. Миҫалға: Батшаның империяһын киңәйтеү маҡсатында сит илдәргә һөжүм иткән һалдаттар — тирандың патриоттары һәм ошо батшаны алып ташлап, монархияны бөтөрәбеҙ, республика урынлаштырабыҙ тигәндәрҙә — патриоттар. Ул ваҡыттағы Фонвизин Д. И һәм Радищев А. Н., тигән әҙәмдәр, икеһе лә крепостной правоны бөтөрөү өсөн, крәҫтиәндәрҙең ирекле хоҡуҡтары өсөн сығыш яһай, ә уларҙы айырып торған нәмә — улар быға төрлө юлдар менән килергә теләй. Фонвизин реформалар юлы менән крепостнойлыҡты сикләргә ынтыла, ә Радищев крепостной хоҡуҡты бөтөрөү тураһында хыяллана, хатта бының өсөн революция ойошторорға тура килһә лә, йәғни ҡоролошто радикаль үҙгәртергә теләй.
Иблистең ҡотҡо уйыны – патриотизм – халыҡты аҙҙырырға, үҙ ара һуғыштырырға, шул ваҡытта байҙарға хисапһыҙ килем алырға ойошторолған сара түгелме? Әйҙә ары тикшерәйек, урыҫ тарихын ҡарайыҡ. Читать далее