Мосолмандарҙын осрашыуы һәм сәләмләшеүе
Мосолман кешеләрҙең осрашыуы һәм бер-береһенә сәләм биреү халҡыбыҙ араһында ҙур әҙәпкә эйә. Хәҙерге мәлдә дин тәрбиәһенән тайпылып киткән кешеләребеҙҙең әҙәпһеҙлеге бигерәктә асыҡ күренә. Балаларыбыҙ сәләм биреү тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Оло кешене ололау тигән әҙәп юғалды. Был ғына түгел: урамда оло йәштәге таныш ҡатын-ҡыҙҙар мыҡырайып сәләмләмәй, күрмәмеш булып үтәләр.
Ә бит мәхрүм өләсәйҙәребеҙ: “Ир кешегә, сабый ир бала булһа ла, ҡатын-ҡыҙ беренсе сәләм биреп, һаулыҡ һорашырға тейеш” — тип әйтә торғандар ине. Динебеҙ буйынса беренсе сәләм биреүсегә Аллаһ Тәғәлә күп әжерен бирә. Хәҙерге мәлдә урыҫтарҙан күреп, ирҙәрҙең ҡатын—ҡыҙҙар менән ҡосаҡлашып, үбешеп күрешеү нимәгә алып килде? Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың оялыу, тыйнаҡлыҡ, намыҫ тигән холоҡтары юғалды. Таныш булмаған ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында әҙәп тигән кәртә юғалды. Былар барыһы ла шул теләк нәфсеһенә – зинаға алып бара. Урыҫа әйтмешләй: свободная любовь – аҙағы: емерелгән йәшлек, айырылышҡан ғаиләләр, етем балалар, эскегә һалынған кешеләр, боҙолғон холоҡтар...
Читать далее