Архив метки: ватан

Ватан?

                                                            Ватан?
     Ватан (отечество) нимә ул? – Тыуған ил, төйәк, йәнтөйәк, тыуған ерең ул. Урыҫса әйтһәк — Родина, тигән һүҙ, словактарҙа, поляктарҙа, чехтарҙа семья – ғәилә тигән мәғәнәлә. Малоростарҙа, украиндарҙа – родыня. Урыҫтарҙа – род, родня, родной, родственник һүҙҙәре менән бер тамырҙан. Родина (Тыуған ил) һүҙе боронғо род (ырыу, сығышы (тыумышы) яғынан) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул ҡан ҡәрҙәшлеге менән берләшкән кешеләр төркөмөн аңлата. Һәр беребеҙ ниндәйҙер боронғо ырыу (ҡәбилә) тоҡомо. Ә род һүҙе славяндарҙың иң боронғо аллаһы Роданы аңлата.
     Дәүләт — ул территорияны, хакимлекте һәм был илдә йәшәгән халыҡты берләштергән термин, һәм был берләшмә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙең бер өлөшө булып тора.
     Ватан (аталыҡ), шул патриот һүҙенең синонимы булараҡ бурыс, хоҡуҡ, патриотизм менән бәйле; был дөйөм туғанлыҡ идеяһы тип, уның өсөн көрәшергә, үлергә кәрәк тиеп, прапогандистар күберәк боҙоҡ хакимлекте яҡлап, уның идеологияһын, бөгөнгө боҙоҡлоҡтарын йәшерер өсөн ялғанға бер аҙ ысынбарлыҡты ҡушҡан сәйәсәте.
     Әммә беҙгә, мосолмандарға ер, балсыҡ, көфөрлөктә йәшәгән әҙәмдәр өсөн йән биреп, үлергә тыйыла. Мосолманға кеше үлтереү тыйыла! Тик Ислам динең яҡлап, уны барыһына ла еткерергә, таратырға һәм Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн генә йән бирергә була. Ватан, национализм мәжүсилектең (язычество) бер төрө. Нимә өсөн үлергә тейеш? Ер өсөн. Читать далее