Ватан?
Ватан (отечество) нимә ул? – Тыуған ил, төйәк, йәнтөйәк, тыуған ерең ул. Урыҫса әйтһәк — Родина, тигән һүҙ, словактарҙа, поляктарҙа, чехтарҙа семья – ғәилә тигән мәғәнәлә. Малоростарҙа, украиндарҙа – родыня. Урыҫтарҙа – род, родня, родной, родственник һүҙҙәре менән бер тамырҙан. Родина (Тыуған ил) һүҙе боронғо род (ырыу, сығышы (тыумышы) яғынан) һүҙенән килеп сыҡҡан, ул ҡан ҡәрҙәшлеге менән берләшкән кешеләр төркөмөн аңлата. Һәр беребеҙ ниндәйҙер боронғо ырыу (ҡәбилә) тоҡомо. Ә род һүҙе славяндарҙың иң боронғо аллаһы Роданы аңлата.
Дәүләт — ул территорияны, хакимлекте һәм был илдә йәшәгән халыҡты берләштергән термин, һәм был берләшмә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙең бер өлөшө булып тора.
Ватан (аталыҡ), шул патриот һүҙенең синонимы булараҡ бурыс, хоҡуҡ, патриотизм менән бәйле; был дөйөм туғанлыҡ идеяһы тип, уның өсөн көрәшергә, үлергә кәрәк тиеп, прапогандистар күберәк боҙоҡ хакимлекте яҡлап, уның идеологияһын, бөгөнгө боҙоҡлоҡтарын йәшерер өсөн ялғанға бер аҙ ысынбарлыҡты ҡушҡан сәйәсәте.
Әммә беҙгә, мосолмандарға ер, балсыҡ, көфөрлөктә йәшәгән әҙәмдәр өсөн йән биреп, үлергә тыйыла. Мосолманға кеше үлтереү тыйыла! Тик Ислам динең яҡлап, уны барыһына ла еткерергә, таратырға һәм Аллаһ Тәғәләнең ризалығын алыр өсөн генә йән бирергә була. Ватан, национализм мәжүсилектең (язычество) бер төрө. Нимә өсөн үлергә тейеш? Ер өсөн.
Владимир Даль һүҙлегендә, уның беренсе баҫмаһы 1863—1866 йылдарҙа сыға, родина һүҙенең ике мәғәнәһе иҫәпкә алынған, әммә тар мәғәнә элеккесә өҫтөнлөк итә: Родина, ж. Родимая земля, чье место рожденья; в обширном знач. земля, государство, где кто родился; в тесном знач.
Ватан — кеше тыуған һәм гражданы булған ил; шәхес һәм йәмғиәт, гражданин һәм дәүләт, шәхес һәм үҙәкләштерелгән идеологик система араһындағы мөнәсәбәттәр моделе. Хакимлек үҙҙенең боҙоҡлоҡтарын, ялғандарың, коррупция һәм урлашыуҙарын, үҙҙәре алып барылған сәйәсәттәре көрсөлөккә килеп теркәлһә, шулай уҡ халҡына социал яҡтан йәшәү рәүешен камил итә алмаһа, власын һаҡлап ҡалыу өсөн, граждандарын бер ергә туплау маҡсатынан сит илдәргә, уларҙың яманлыҡтарын фашлап, илебеҙ шулар арҡаһында бөлгөнлөккә төшә тип, һуғыш асыу. Бында әлеге Ватаныбыҙ, тыуған илебеҙ өсөн үлегеҙ тиеп, ялған патриотизм таратыла. Беҙҙең осраҡта, был ағыуҙы халҡыбыҙҙың аңына һуңғы тиҫтә йылда, бигерәктә ошо үткән ике йылда бик оҫта ҡулландылар. Бер хәсрәт социализм идеялары менән уйнап, феодал буржуазия осронда СССР2 төҙөйөм тей.
Философ Платон 2,5 мең йылдан ашыу элек әйткән: Әгәр хаким законһыҙ рәүештә власты баҫып алһа, халыҡтың иғтибарын ситкә йүнәлтергә тырыша, ти. Мәҫәлән, «берәй һуғыш» ойоштороу еңелерәк. Быны белеп, барыһы ла аңлайышлы һәм логик булып китә. 1992 йылда Рәсәй хакимы Конституцияны һәм закондарҙы бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдыра башлай: «шок терапияһы» индерә, талаусы хосусилаштырыу үткәрә (приватизацию) һәм 1993 йылдың октябрендә халыҡ тарафынан һайланған юғары дәүләт власы органын (Юғары Совет) танкылар менән атып һәм дәүләттең бөтә тулы власын законһыҙ баҫып ала, йәғни госпереворот эшләй. Бынан алда, Чечняла үрҙә күрһәтелгән ваҡиғалар ойошторолалыр. Конституцияға ҡаршы түңкәрелеш булғанда, Чечнялағы һуғыш халыҡты ситкә йүнәлтеүҙең иң яҡшы сараһы булып сыға. Халыҡты власть тирәләй берләшергә саҡыра башлайҙар һәм был яңы хакимлеккә ҡаршы торорға батырсылыҡ иткәндәрҙе хурлыҡ менән тамғалайҙар.
Родина ул һатыла торған әйбер һымаҡ, кемдәрҙеңдер ҡулындағы кәрт һымаҡ. Кемдер йәнен аямай ватан тип үлә, уны алмаштырып килгән икенсе сәйәсәт был үлгәндәрҙе хурлыҡҡа төшөрә, теге үлгәндәрен күккә сөйөп яңы сәйәсәт барлыҡҡа килтерә. Родина тебя предасть тиҙәр бит. Күпме хисапһыҙ кеше шул ялған сәйәсәт арҡаһында алданды һәм алдана. Алығыҙ Афганистанда, Чечняла үлгән, унда һуғышҡан һалдаттарҙы. Улар беҙгә мосолмандар өсөн кафырҙарҙы яҡлап, мосолмандарҙы үлтергән кешеләр, кафырҙар өсөн батырҙар.
Наполеонға ҡаршы һуғышҡанда Ватан тигән һүҙ булмаған, шул заманда ғына уны еңергә кәрәк булғас халыҡ берҙәм тигән мифология барлыҡҡа килә. Дворяндар, ҡолдарҙан — крепостной крәҫтиәндәр ары торғандар. Дошманды үҙ территорияһынан ҡыуыу өсөн милли мобилизация талап ителә — властарға ул ваҡыттағы йәмғиәтте бер бөтөн, берҙәм тип, ышандырырға кәрәк була. Рәсәй өсөн был бик ауыр була: ҡатламдар араһында ҙур айырма — упҡын ята. Крепостной крәҫтиәндәр һәм дворяндар төрлө телдәрҙә фекерләй, үҙ ара аралаша белмәй һәм Аллаһыға үҙҙәренсә доға ҡыла, дөйөм мәҙәни ҡараштарҙы уртаҡлашмай тиерлек. Миҫалға дворяндар инглиз, француз, итальян телдәрендә генә үҙ ара һөйләшеп, крәҫтиәндәргә холопы, быдла, тип ҡараған. Бына шуға һөҙөмтәлә яһалма рәүештә, «юғарынан», рус милләтенең берҙәмлеге концепцияһы барлыҡҡа килә. Әлеге заманда ла бер иблис аҡтығының мы выгнали половцев, мы победили в великой отечественной һымағыраҡ инде.
1812 йылғы ваҡиғалар 1612 йылғы ваҡиғаларҙы ҡабатлай һәм глобаль тарихи сценарий эпизоды булып тора: 1812 йылғы һуғыш үҙенең масштабы буйынса уникаль, әммә асылда ҡаршылыҡ характеры яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы, Көнбайыш менән Көнсығыш араһындағы «мәңгелек» конфликт менән бәйле. (конфликтом между добром и злом, между «Западом» и «Востоком»). Теүәл 200 йыл арауығында рәсәй дәүләте сит ил баҫып инеүенә ҡаршы көрәшеп, йәшәү өсөн көрәшергә мәжбүр була: 1612 йылда поляктар менән, 1812 йылда француздар менән.
Был әтрәгәләмдәр араһынан әлеге ошо сит ил генералдары урыҫ хәрбиләре менән эш иткәс, бында ватан тураһында ни һүҙ булһын. Был турала, үткән патриотизм тураһында мәғлүмәттә булғайны.
Көнбайыш Европала үҙәкләштерелгән дәүләттәрҙең барлыҡҡа килеүе «ватан» төшөнсәһенең таралыуына килтерә. Был төшөнсәгә, социаль статусына ҡарамаҫтан, монархиялы дәүләттәрҙең бөтә халҡы өсөн төп ҡиммәт статусы бирелә. Монархтың бөтә подданныйҙары ватан өсөн үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итергә тейеш була. Дин хеҙмәткәрҙәренең фекерләүенсә, ватан өсөн ҡорбан Мәсихтең йолом ҡорбаны менән тиңләштерелә. Мәҫәлән, француз аҡыл эйәһе Ж. Б. Боссюэ үҙенең «Изге Яҙманан алынған сәйәсәт» тигән хеҙмәтендә былай тип яҙа: яҡшы гражданин булырға Һәм үҙ ғүмереңде аямайынса, ватан өсөн бөтә булған нәмәңде ҡорбан итергә кәрәк.
Россия империяһы ла буйһондорған милләттәрҙе киләсәктә үҙ ара ҡаршы ҡуйып, араларына ер өсөн талаш ҡотҡоһо һалып, сиктәр билдәләй. Башҡорт бит элек күсмә халыҡ булған, йәшәгән ере Крымдан алып Каспий буйҙарына, Алтай һәм Себерҙең төпкөлдәренә барып етеп, Урал буйҙарынан Волга һыуына тиклем иркен йөрөп йәшәгән. Аллаһының аяттарында: Мин һеҙҙе ҡәбиләләр һәм милләттәр итеп, барлыҡа килтерҙем, төрлө телдәр, төрлө мәҙәниәттәр булһын өсөн тип, әйтә бит. Һеҙҙе төрлө урындарға, ерҙәргә бүлеп, арағыҙҙа сиктәр ҡуйып, талашып һуғышһындар өсөн тип, әйтмәй бит.
Зәки Вәлиди: Башҡорттар, тәү сиратта, ғәскәри халыҡ ине. Хатта Рәсәйгә буйһонғанға тиклемге дәүерҙәрҙә китеп, Себер сигендәге урыҫ сауҙагәрҙәренән түләү алып, ғәскәр һәм һаҡсы сифатында хеҙмәт иттеләр. Ырымбур ҡалаһы төҙөп, Уралдың көнъяғына хужа булғандан һуң урыҫтар бөтә башҡорттарҙы баштан үҙ аллы, һуңынан мәжбүри рәүештә ғәскәр сифатында ҡулдарына алыу сәйәсәтен ҡулландылар. Уларҙы үҙҙәренә ярым үҙ алла идара итеү мөмкинлеге бирҙеләр. Һуңңынан быны үҙгәртеләр... Урыҫтарҙың 18 быуаттың беренсе яртыһындағы сәйәсәте – киләсәктә баҫып алыу барышында дауам иттереләсәк сикте киңәйтеүҙә күҙ уңында тота ине: күсмә ҡәүемдең бер өлөшө тарафынан ҡабул ителгән буйһоноуҙы, ҡәүемдең башҡа өлөшө өҫтөнән хаким итеү сөн сәбәп тип иҫәпләнеләр... (автор ҡыҫҡаса: берәй мохтаж, һатлыҡ ҡәбилә рәйесе итәғәт итеүе арҡаһында был һылтау булып, ҡәбиләне ерҙәре менән ҡуша баҫып алалар). Башҡорттарҙың көнбайыштағы өлөшө 16 быуаттың икенсе яртыһында Рәсәйҙең ҡулы аҫтына инһә лә, уларҙың иҫәбе 1629 йылда тик 888 ғәиләнән ғибәрәт ине. Бөтә башҡортарҙың билдәле бер ваҡытта бөтәһе бергә Рәсәйҙең хакимиәтен ҡабул итеү ваҡиғаһы булмай... Көнсығыш Башҡортостанда йәшәгән үҫәргән, бөрйән, тамъян һәм ҡыпсаҡ рухи етәкселәренең 1554 йылда Мәскәүгә барып, Яйыҡтың көнбайышындағы бөтә Башҡортостандың Рәсәйгә буйһондороуҙары хаҡында бер ялған ҡағыҙ таратҡандар... (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Бөгөнгө Төркиле Төркөстан һәм уның тарихе. 7 бит).
Үткән яҙғанда, башҡорттарҙың урыҫтарға үҙ ирке менән ҡушылыуына шик белдергәйнем бит әле, бына һеҙгә дәлил. Халыҡты алдар өсөн, улар патриот булғандар, ватан өсөн урыҫтар менән бергә булғандар тиеп, әллә ҡайҙа төпкөлгә төшөп китәләр, нисек әле Невскийҙың Чуд күле өҫтөндәге алышына башҡорттарҙы алып барып ҡыҫтырмайҙар.
Рәсәйҙәге 1917 йылдағы революция, граждандар һуғышына (1918 — 1923 йыл) сәбәп булды. Бында Рәсәй республикаһы территорияһындағы төрлө сәйәси, этник, социаль төркөмдәр һәм үҙ-аллы дәүләт берәмектәре төҙөй тигәндәребеҙҙең араһында ҡораллы конфликттар килеп сығып бик күп халыҡ ҡырылды. Йә ниндәй ватан, йәки ниндәй тыуған ил өсөн улар һәләк булды? Нимә өсөн 10-17 миллион кеше үҙен ҡорбан итте?
«Эшселәрҙең ватаны юҡ. Уларҙан булмағанды тартып алып булмай», тигән К.Маркс, Ф.Энгельс үҙҙәренең Манифест коммунистической партии эштәрендә. Был төшөнсә «Коммунистик манифест» биттәрҙә аныҡ һәм асыҡ билдәләнгән һәм тәжрибәлә тулыһынса тикшерелгән һәм аҡланған. В.И. Ленин «Коммунистик Манифест» тан өҙөк уҡый, унда ватан төшөнсәһе йәмғиәттең билдәле бер стадияһындағы үҫешенә яуап биргән, ә һуңынан артыҡ булып киткән тарихи категория булараҡ ҡарала. «Пролетариат үҙенең юҡ нәмәһен ярата алмай. Пролетариаттың ватаны юҡ» тип, әйтә ул. Уларҙың ватаны – ҡайҙа пролетариат барып еттә, ул бар донъяға таралырға тейеш була.
«Сталин өсөн! Тыуған ил өсөн!» тип, үлделәрме 26.6 миллион совет халҡы Бөйөк Ватан һуғышында? Сталинды яратмағандар, уларҙың ҡулына эләкмәгәндәре ватанға тоғролоҡ һаҡланымы? Эләккәндәре — (советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә һәм агитацияла ғәйепләүҙәре буйынса 4 миллион 700 мең кеше ҡулға алына, 1 миллион кеше атып үлтерелә, бөтәһе (депортацияланғандарҙы һәм кулактар ителгәндәрҙе иҫәпкә алып) 11 миллион 700 мең кеше зыян күрә.
Һәм төрлө теле СССР милләттәре — патриоттары Икенсе Ватан донъя һуғышында бөтә халыҡ ғәиләләре (за семью народов СССР) хаҡына үлделәр. Нимә өсөн үлделәр? Сөнки бындай ғына ҙур ғәилә, ә ниндәйҙер бер уйлап сығарылған национальная идея өсөн түгел, беҙҙең киләсәкте ғәиләребеҙгә: атай-әсәйҙәребеҙгә, беҙгә һәм беҙҙең балаларыбыҙға егерменсе быуатта булдырҙы.
Уйлап ҡарағыҙ әле: ғәҙел тормош өсөн, ғәҙеллек өсөн совет тормошо төҙөп, динһеҙлек булһа ла, ләкин Ислам ҡанундарына ярашлы тиерлек хаҡлыҡ, дөрөҫлөк эҙләп, төҙөлгән социал йәмғиәт, феодал-буржуй фундаментың емереп, байҙарҙы ҡыуып тигеҙ тәртип урынлаштырып, икенсе Бөйөк Ватан һуғышында немец фашистәрен еңде. Ә бөгөн ошо социаль стройҙы емереп, суҡынған коммунистәр менән халыҡты алдап, яңы партия төҙөп, уныһы менән талап, тартып алған байлыҡтар менән серегәнсе байыған ҡәбәхәттәр, Россиялағы бөтә экономиканы, завод-фабрикаларҙы, ауыл хужалығын туҙырып, Украинаның промышленосын, конкурент булмаһындар тиеп тә һәм баҫып алып тағыла нығыраҡ байығырға тип, ҡырылыш астылар. Оятһыҙҙар ҡәбәхәттәр, ғәҙеллек өсөн, бар халыҡ бәхетле, бай булһын өсөн тип, үлгән батырҙарыбыҙҙың исемен ошо һуғышҡа ингән батальондарға ҡуштылар. Байҙарға, илде талаусыларға, башҡортто ҡырыусыларға, еребеҙ өсөн илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы ҡырған ҡәбәхәттәргә ҡаршы көрәшкән милли батырыбыҙҙың исемен, Салауат Юлаевты мәсхәрәләп, ялған тарихи манупуляциялар эшләп, бөгөнгө бурлыҡҡа, коррупцияға, чиновничествоваға, ил талауға ҡоралған шайтан аҡтыҡтарын байытыр өсөн ҡуланалар.
Россия тигән һүҙҙе энциклопедиянан ҡараһаҡ ул грек-византия атамаларынан, урыҫтар йәшәгән ер тип күрһәтелгән. Шуға уны Урыҫия тип атаһаҡта ғәйеп булмаҫ. Иван Грозный үҙен Россия, Казан һәм Астрахань батшаһы итеп күрһәткән. Аҙаҡ Урыҫия империяһы сит ерҙәрҙе һуғыштар менән баҫып алып киңәйткәс ул Россия һәм Русь исемдәре менән Октябрь революцияһына тиклем йөрөй һәм бынан һуң РСФСР әйләнә, республикалар берләшмәһе тип атала. Батшалар тарафынан аяуһыҙ иҫелгән төрлө ерҙә йәшәгән милләтте былай атау дөрөҫтөр. Әммә иҫерек Ельцин элекке буржуазияны ҡайтарып бөтә илде Россия тип яңынан атаны.
Бөтә кешеләргә лә үҙ халҡыңды яратыу, тыуған ереңде, тыуған ҡалаңды йәки ауылыңды, тыуған илеңде, тыуған илеңде — уның тарихын, мәҙәниәтен, телен яратыу, үҙ халҡының ғорурлығы булған бөйөк кешеләргә хөрмәт менән ҡарау хас. Бындай мөхәббәт һәр кеше өсөн тәбиғи һәм нормаль.
Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк: кешенең үҙ халҡына һәм тыуған иленә һөйөүе аҡыллы сиктәрҙән сыҡмаҫҡа, уны башҡа халыҡтарға кәмһетеп ҡарарға мәжбүр итерлек тәкәббер тойғоға әүерелергә тейеш түгел. Үҙ халҡына тик яҡшы сифаттар ғына, ә ҡалғандарына тик етешһеҙлектәр генә (беҙ ҡыйыу һәм көслө, ә улар көсһөҙ һәм ҡурҡаҡ, беҙ изгелекле һәм йомарт, ә улар хәйләкәр һәм ҡомһоҙ), шул саҡта бындай мөхәббәт шелтәләнгән милләтселеккә әйләнә. Яңыраҡ бер видеола, әлеге СВО –ла ҡатнашҡан башҡорт ир-егеттәре бер-нисә украин хәрбиһең әсиргә алып, уларҙы ергә лыпын һалып, өҫтәренә баҫып тиерлек, уларға автомат көбәге төҙәп: «Башҡортостан –лучше всех», «Стәрлетамаҡ самый лучший город» һәм башҡа шундай лозунгыларҙы уларҙан көсләп ҡысҡыртып, уларҙы кәмһетеп, мәсхәрәләйҙәр ине. Быны күреп, шулай кәрәк уларға, башҡорттар алға, тигән фанатик-радикалдарҙың комментарийҙарын яҙып тормайым. Быларҙы мосолмандар тип, әйтеп булмай, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең әйткән хәҙистәренә ҡаршы сығып, һуғыш ҡағиҙәләрен боҙған, әсирҙәргә ҡарата насар ҡыланыуҙары һәм башҡаһы, унда ҡатнашыуҙары – көфөрлөккә төшөрөүҙәрен күрһәтә.
Ҡөръән Кәримдә асыҡ итеп әйтелгән: «Үҙ хакимдәрегеҙгә, улар тиран булһала буйһоноғоҙ тиелгән, әгәр улар һеҙҙең аранан булһа». Бөгөнгө хаҡимдәребеҙ беҙҙең арананмы, улар мосолманмы? Беҙ мосолман илендә йәшәйбеҙме? Юҡ шул. Бында шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәмммәд ғәләйһиссәләм хәҙистәренә бар нәмә ҡаршы килә.
Әй, мосолман ҡәрҙәш, уйлап ҡара – ни эшләп үҙеңде генә мөьмин итеп, ҡаршы яҡ халыҡ тураһында нимә беләң? Һин үҙеңде мосолман, тип ҡаҡыраяһың, ә ҡаршы яҡтан кемдәр һиңә ҡаршы? НАТО илдәре, Көнбайыш Европа дошмандары тиең инде, әйемме? Был илдәрҙә генә, 26 миллион тиерлек мосолман, ошо илдәрҙе үҙенең яратҡан Ватаны итеп, шунда балалары, ғәиләләре менән гөрләшеп, йәшәп ятҡаны һиңә мәғлүмме? Был мосолмандар, пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм ҡушыуы буйынса бында күсеп килеп, Ислам дине таратыуы һинең өсөн ҡараңғы! Был донъялар уларҙың тыуған иле, тыуған төйәктәре һәм киләсәктәре һәм көслө мосолман иленә әүерәләсәк илдәр улар. Әлегә Германияла 5,3–5,6 миллион, Франция 3,5-3,7 миллион, Англия илендә 6,5 % — 3,9 миллион мосолман йәшәгән икәнен беләңме? Киләсәктә көслө мосолман илдәре буласаҡ улар. Рәсәй боҙоҡлоғона 100 ашыу ил ҡаршы тора һәм унда мосолмандар бик күп. Бына НАТО иле Турция, халҡы – 83,614 миллион, уның 99,8 % мосолман. Улар башлыҡтары менән Украина илен яҡлай. Ошо әллә нисә тиҫтә миллион булған ғәрәп һәм төрөк, төрки мосолмандарынан өҫтөн булып, үҙеңде хаҡ, ғәҙел мосолман, тиеп һанайһыңмы, әллә аҙашҡан шайтан ярҙамсыһы икәнмен, тиеп тәүбәгә киләңме? Шул уҡ Украина ла 2 миллион мосолман, беҙҙең Башҡортостан мосолмандарынан саҡ ҡына кәмерәк. Шул мосолмандарҙы үлтергән өсөн, үлтермәһәңдә шул боҙоҡлоҡта ҡатнашҡаның, берәй тин менән ярҙам иткәнең өсөн урының мәңге тамуҡ булыры билдәлеме һиңә? Россияға элек һәр саҡ, хатта ошоға тиклем уны күтәргән Ҡушма Штаттарҙа (США-ла), 2016 года йылда 2,5 млн мосолман йәшәүе билдәле, 2020 йылда 2769 мәсет булған. Ә Башҡортостанда 1350 генә тирәһе мәсет.
Ватан темаһын дауам итеп, әүлиә Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Нәҡшбәнд әл-Бохари тураһында бер аҙ уҡып китәйек. Баһауетдин хәҙрәт Дағыстанда 1891 йылда табиптар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы терапевт, ә ҡустыһы урыҫ армияһында хирург була. Уны уның апаһы (дядя), шул ваҡытта Накшбандийә тәриҡте остазы булған Шәйех Шәрәфетдин Дағстан бик иртә йәшенән үк уның тураһында хәстәрлек күрә, тәрбиәләй һәм уҡыта.
Шәйех Шәрәфетдиндең һеңлеһе ауырлы булған саҡта, ул уға: Һин ҡорһағында йөрөткән улыңдың йөрәгендә пәрҙә юҡ. Ул үткән көндәрҙәге һәм киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙы күрә аласаҡ. Ул Күктәге Ләүхел Әл-Мәхфуздән күҙгә күренмәгән Белемде уҡый алғандарҙың береһе. Үҙ ваҡытында ул Әл-Әүлиә Солтаны буласаҡ. Изгеләр араһында Уны Мөхәммәт халҡының башлығы «Наҡиб Әл Умма» тип атаясаҡтар. Ул Аллаһ һәм кешеләр менән бер үк ваҡытта булыу һәләтен камиллаштыра...
"Һин уны тапҡас, Уға Абдулла тип исем ҡуш, сөнки ул йәшерен серҙәр йолаһын үтәйәсәк. Ул тәриҡәтте ғәрәп илдәрендә таратырға, һәм уның ярҙамында уның вариҫы тәриҡәтте Көнбайыш илдәрендә һәм Алыҫ Көнсығышта таратырға тейеш. Һин уға ҡарата хәстәрлекле булырға тейешһең. Мин уны ете йәшендә миңә тәрбиәгә биреүегеҙҙе һорайым.
Баһауетдин хәҙрәттең тормошо айырым темала булыр, иншаАллаһ, ете йәшендә үк Ҡөръәнде яттан белгән, шәриғәт ҡанундарын белеүен ул ваҡыттағы ғалимдарҙы хайран ҡалдырған. Быға нисек өлгәшән һуң тигәнгә: Минең күҙ алдыма Ләүхел-Мәхфүздә яҙылғандар барлыҡҡа килә һәм мин шуларҙы һеҙгә еткерәм тигән.
Ул ваҡытта Дағыстан бик ныҡ ҡыҫырыҡлана, һәм рус баҫҡынсы армияһы тиранияһы хакимлегендә була. Уның рухи башлығы булған ағаһы һәм атаһы, билдәле табип, Дағыстандан Төркиәгә эмиграцияға китергә ҡарар итә. Бындай ҡарарға килгәс, улар шәйех Абдулланан шул ваҡытта күсеп китеүҙәренең дөрөҫлөгөнә бәйле дини кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүен һорай. Шәйех Абдулла ваҡиғаны шулай һүрәтләй: Ул төндә мин йыуынып, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, доғалар ҡылдым. Шунан мин медитацияға инеп, шәйех-ағайым аша пәйғәмбәр менән бәйләнеш булдырып ултырҙым.
Мин 124 мең сәхәбә менән миңә килгән Пәйғәмбәрҙе күрҙем, ул миңә былай тине: "Эй, улым, мин йөрәгемдән бөтә көсөмдө һәм 124 мең сәхәбәләрҙең көсөн сығарам. Ағайыңа һәм ауыл идарасыларына тиҙ арала Төркиәгә күсеп китеүҙәрен әйт.
Ауылда бөтәһе лә күсенеүгә әҙерләнә башлай. Беҙ Дағстандан Төркиәгә юлландыҡ, сәйәхәтебеҙ өсөн урыҫ һалдаттары, шулай уҡ бер ниндәй ҙә сәбәпһеҙ кеше үлтергән юлбаҫарҙар арҡаһында ауырлыҡтар менән тулы булды.
"Төркиә сигенән алыҫ түгел, беҙ рус һалдаттары күп булған урман аша барҙыҡ. Был иртәнге намаҙ ваҡыты була. Минең ағайым: «Беҙ фаджр намаҙын уҡыйбыҙ, ә һуңынан урман аша сығырбыҙ» тине. Беҙ иртәнге намаҙ уҡып, юлға сыҡтыҡ. Шәйех Шәрәфетдин бөтәһенә лә: "Туҡтағыҙ! Һәм бер кружка һыу һораны. Кемдер уға һыу бирҙе, һәм ул уның өҫтөнән Йәсин сүрәһенән аят уҡыны: «Беҙ улар алдында һәм улар артында кәртә ҡуйҙыҡ, Һәм Беҙ уларҙы күрмәҫлек итеп яулыҡ менән ҡапланыҡ». Шунан ул: «...фә-ллааһу хәйрун хәәфиҙау-үә һүүә архәмүрраахимиин — Аллаһты яҡшыраҡ һаҡлай, Ул мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе. [12:64]
Ул был аяттарҙы уҡығанда, барыһы ла үҙ йөрәгендә нимәлер барлыҡҡа килеүен тойҙо, һәм мин күскенселәрҙең нисек ҡалтыраныуын күрҙем. Шул мәлдә Аллаһ миңә күренеш ебәрҙе, һәм мин шуны күрҙем, беҙ бөтә яҡтан да урыҫ армияһы тарафынан ҡамап алынған инек. Мин уларҙың хәрәкәт иткән бөтә нәмәгә, хатта ҡоштарға ла атыуын күрҙем. Һуңынан беҙ үтеп барыуыбыҙҙы һәм зыян күрмәүебеҙҙе күрҙем. Беҙ урманды аша сыҡтыҡ, һәм улар беҙҙең аҙымдарыбыҙҙыла, хатта хайуандарыбыҙҙың аҙымдарынан бер генә тауыш та ишетмәне, беҙ сик буйының икенсе яғына зыянһыҙ килеп еткәнсе.»
Шәйех Шәрәфетдин уҡыуын тамамлағас, күренеш тамамлана. Ул беҙҙең алдыбыҙға һыу һибеп: "Хәҙер алға барығыҙ! Әммә кире артҡа боролоп ҡарамағыҙ. Беҙ барғанда, урыҫ һалдаттарын һәр яҡтан күрҙек, әммә беҙ уларға күренмәҫ кеүек инек. Беҙ 20 миль урман аша үттек. Был беҙгә иртәнге намаҙҙан алып төнгө намаҙға тиклем ваҡыт талап итте. Беҙ бары тик намаҙ ҡылыу өсөн генә туҡтаныҡ, һәм беҙ барыһынала күҙгә күренмәҫ хәләттә инек. Беҙ урыҫ армияһының кешеләргә, ҡоштарға, хайуандарға һәм хәрәкәт иткән бөтә нәмәгә атыуын ишеттек. Әммә беҙ уларға мөғжизә буйынса күҙҙәренә күренмәй һәм зыянһыҙ үттек. Беҙ бер үҙебеҙ генә зыян күрмәнек. Беҙ урмандан сығып Төркиә сиген үттек.
Һәм был Төркиәне үҙ Ватаны итеп Баһауетдин хәҙрәт, Аллаһынан юғары рухи үҫеш алып, йәшәүен дауам итә. 22 йәшендә уны төрөктәр ғәскәренә алалар, был ваҡытта мосолман иле Турцияға Британия башлығы Уинстон Черчиль етәкселегендә Антанта: Россия, Франция, Британия һәм башҡа илдәр, мосолман иле булған Турциға һөжүм итәләр. Улар Рәсәй өсөн Стамбул ҡалаһын баҫып алып, Ҡара дингеҙгә хакимлек итергә теләйҙәр. Былар 1915 йылдың 19 февраленән по 1916 йылдың 9 ғинуарына тиклем барған Дарданелльская операция тигән, тарихта ҡалған алыш була. Бында ике яҡтанда 500 меңгә яҡын кеше һәләк була, әгәр Осман империяһын (мосолман) еңһәләр, хәҙер ҡуҡырайып за взятие Стамбула тигән ҡалайҙарҙы урыҫтар сығарырҙар ине.
Баһауетдин хәҙрәт хикәйәтендә дауам итә: мин әсәйем менән бер-ике аҙна ғына булдым. Һуңынан улар мине Дарданеллдарҙа СафарБарлик тип аталған алышҡа алып киттеләр. Бер ваҡыт дошман беҙгә һөжүм итә, һәм беҙҙең 100-гә яҡын кеше сикте һаҡлау өсөн ҡала. Мин бик яҡшы мәргән атыусы инем, бик алыҫтан уҡ епкә тейгеҙә инем. Беҙ окопты һаҡлай алманыҡ, һәм беҙгә аяуһыҙ һөжүм иттеләр. Мин пуляның йөрәгемә эләгеүен тойҙом һәм үлемесле яраланып, ергә йығылдым.
Мин үлем хәлендә ятҡанда, Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләмдең, миңә килеүен күрҙем. Ул: "Әй, улым, һин бында үлергә тейешһең, әммә һин һаман да был ерҙә рухи һәм физик ҡиәфәттә кәрәкһең. Мин һиңә кешенең нисек йән биргәнен һәм үлем фәрештәләренең уның йәнен нисек алып китеүен күрһәтергә килдем. Ул миңә күренеш бирҙе, унда мин йәнемдең тәнде ташлап китеүен күрҙем, күҙәнәк артынан күҙәнәк, баш бармаҡтарынан башлап...
Аҙаҡ пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләм: Ул: "Әй, улым, һин ҡайтырға тейешһең. Был һинең бурысың, тиеп Аллаһ ете көн ятҡан, шешенгән кәүҙәмә йәнемде ҡайтарҙы. Табиптар мине табып алып аяҡҡа баҫтырҙылар...
Был хикәйәттән (тулыһы урыҫса интернеттә бар) Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең 39-сы әүлиәһе Мөхәммәт Баһауетдин шаһ Нәҡшбәнд әл-Бохари үҙ тыуған илен ташлап китергә мәжбүр булып, аҙаҡ мосолман иле Турцияны үҙ Ватаны итеп, уны һаҡларға тип ҡулына ҡорал алғанын.
Шунан беҙҙен илдә, үҙҙәрен, беҙ Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең эйәреүселәре тип, мәсеттәрҙә Аллаһ тиеп, зекер ҡылыусыларҙың әүлиәләргә ҡаршы сығып, ҡырылышты яҡлап, шунда ҡатнашып, шуға ярҙам итеүселәр кем була? Әлбиттә көфөрлөккә төшкән әҙәм аҡтыҡтары. 40-сы әүлиә Раббани, ил башындағылар Иблис ярандары тип әйтмәнеме? 41 әүлиә Мехмет хәҙрәт: уны хуплаусылар Дәджәл ғәскәренән тине!
Төрөктәрҙә ватан тип, әсә ватаны, тыуған урыны, бала сағы үткән ере, ата усағы тиҙәр. Төрлө милләтле Индияла, Индонезияла Ватан тигән төшөнсә юҡ! Индияла 202 млн кеше, йәғни 14,4 % халҡы мосолман. Индонезияла 86% ашыу, йәғни 273 миллион халҡы Ислам динендә (сунниттәр, шафиғи мәҙһәбе).
Ватан тип, тыуған ил тиеп үҙебеҙҙең эгоизмда, үҙебеҙҙең нәфсебеҙҙә булмайыҡ. Үҙеңдә булған иң яҡшы әйбереңде күршеңә бир, тип әйтелә бит хәҙистәрҙә. Иң ҙур һәм күркәм бүләк – ул Аллаһ барыбыҙғала биргән ере. Шунда йәшә, башҡалар менән аралаш, шулар менән ҡәрҙәшлектә бул, бер туған бул, кәсеп ҡыл һәм башҡаһы. Сөнки бөтәбеҙҙә бер ата-әсәнән барлыҡҡа килгәнбеҙ, балсыҡтан яратылғанбыҙ һәм йәнебеҙҙе Ғазраил алғас, серей торған тәнебеҙгә ер етмәҫ тип ҡайғырырғамы?
Өммәт (ғәрәпсәнән — халыҡ, коллектив, берләшмә, община) каноник мосолман хоҡуғы буйынса туранан бер Аллаһҡа буйһоноу, уның пәйғәмбәре Мөхәммәд, ғәләйһиссәләмде хөрмәт итеү, ислам дини шәриғәте буйынса йәшәүсе халыҡ — сәйәси общинаһы, дөйөм сығышлы йәки географиялы милләт тигәнде аңлата. Шулай итеп, был дөйөм тарихлы милли булмаған берләшмә тип әйтергә була. Урта быуаттарҙан һуңғы осорҙа өммәт ҡайһы берҙә милләт, тыуған ил төшөнсәләре менән тиңләштерелә. Беҙ үҙебеҙҙе Ибраһим пәйғәмбәр нәҫеленән, Мөхәммәд пәйғәмбәр өммәтенән тип әйтәбеҙ бит һәм пәйғәмбәребеҙҙең бар халыҡҡа, бар ерлеккә булған һөйөүе беҙҙә булырға тейеш, айырым бер ватанға тимәгән.
Хәҡиҡәттә һәр мосолмандың ватаны ул беҙҙең Әҙәм ғәләйһисәләм төшкән ер – йәннәт ул. Ысынын да, иң ҙур илебеҙ, хаҡ төйәгебеҙ — йәннәт буласаҡ. ИншаАллаһ. Аллаһы Тәғәләнең ризалығы һәм мәрхәмәте менән беҙ унда ҡайтасаҡбыҙ. Йәннәт электән атабыҙ ғәләйһисәләмдең Аллаһ тарафынан барлыҡҡа килтергән ере, йорто һәм беҙҙә шунда мәңге ҡаласаҡбыҙ.