Кем ул Зөлҡәрнәй?

                                                        Кем ул Зөлҡәрнәй?
     Зөлҡәрнәй — Ҡөрьәндә дүрт тапҡыр телгә алынған Аллаһтың тәҡүә ҡоло. Уның шәхесенә килгәндә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был турала аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, шуға күрә уның пәйғәмбәр, вәли йәки ябай тәҡүәле хаким булыуы тураһында бәхәстәр бар. Ҡайһы бер мөфассирҙар, Аллаһ Тәғәләнең "Әй, Зөлҡәрнәй! (Кахф 18/86), тиеп өндәшеүенән сығып, уның пәйғәмбәр булыуы тураһында фекерен белдерә. Башҡалар иһә уның вәли булыуы тураһында һөйләй. Беҙҙең башҡорт википедияһына Зөлҡәрнәйҙе Александр Македонский менән бутап яңылышлыҡ индергәндәр. Рәсәй мосолмандары, бигерәк тә урыҫтар Александр Македонскийҙе беҙҙең славян тамырҙарынан, тиеп ебәрәләр. Был грек башлығының уларҙа ни затты бар? Ә Зөлҡәрнәй ғәрәптәрҙән булған. Ни эшләптер Зөлҡәрнәйгә Искәндәр тип, өҫтәлмә исем ҡушҡандар, хәҙистәрҙә һәм Ҡөръәндә был исем юҡ.

пролив Босфор

Босфор боғаҙы


Черное море

Элекке Ҡара дингеҙ

     Был тура ла мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһынырға Әүлиә Шәйех Нәзим Раббани Хаҡҡанинең 2013 йылда Путингә һәм башҡа ил баштарына ҡарата әйткәне: Әй Путин, һин Бөйөк Искәндәр түгелһен, ул бер ҡасан да кешеләрҙе үлтереп, илдәрҙе яндырып, емереп баҫманы, кемдәр илдәрҙе көлгә әйләндерә, туҙыра, кешеләрҙе атып үлтерә – улар иблистәр! Зөлҡәрнәй ғәҙеллек менән илдәрҙе яуланы, тигәс, быны асыҡларға булдым. Ә теге Александр Македонскийҙең көслө ғәскәре тарихта билдәле булған алыштарында йөҙҙәрсә мең кешеләрҙе уҡ-һөңгө, ҡылыс аша үткәрә бит!
     Әл-Кахф сүрәһендә Зөлҡәрнәй тураһында бәләкәй генә хикәйә килтерелә, әммә был турала тулы мәғлүмәт бирелмәй. Был кеше кем, ҡайҙа һәм ҡасан йәшәгән, юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул ерҙә хакимлыҡ итеү өсөн етерлек көскә эйә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә белгән кеше булараҡ телгә алына. Сүрәнән аят килтерәйек. Әл-Ҡахф: "Ысынлап та, Беҙ уға ерҙә хакимлыҡ бирҙек һәм төрлө мөмкинлектәр бирҙек».
     Әгәр ҙә беҙ тарихи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итһәк, билдәле астроном, ғалим Әбү Райхам Мөхәммәт Әл-Бируни (973-1048). Үҙенең «Асар әл-бәкнә әнил Курун Әл-Халия. Үткән быуындар ҡомартҡылары» тигән хеҙмәтендә Зөлҡәрнәйҙең сығышы тураһында һөйләй.
     Был мәғлүмәттәргә ярашлы, 110-599 Йылда Химьяр батшалығы булған. Һәм батшалыҡ подданныйҙары үҙҙәренең хакимдарын ғәрәпсә Абу аналогияһы буйынса Зу тип атай. (Зу «Хужа» тигәнде аңлата). Һәм Зөлҡәрнәй был батшалыҡтың хакимдарының береһе була. Уның ысын исеме Әбү Бәкр ибн Ифрикаш. Үҙенең ғәскәрҙәре менән Урта диңгеҙ аша, Тунис, Марокко ерҙәре аша үтеп, Ифрикия ҡалаһын төҙөй. Бынан һуң Африка материгы уның исеме менән «Ифрикия» (Африка) тип атала башлай. Зөлҡәрнәй тип уны көнбайыштан көнсығышҡа, ҡояш ҡалҡып байыған урынға тиклем һуҙылған эҙҙәре өсөн атайҙар [Сәйет Ҡотоб, «Фи зилалил Ҡөрьән». Әл-Ҡахф сүрәһенең аңлатмаһы].
     Ҡөрьәнде аңлатҡан ибн Ҡасир (1301—1371) һүҙҙәре буйынса ул Александр Македонский була алмай: Александр Македонский Македония батшаһы Филипп ул, милләте буйынса грек. Уның кәңәшсеһе бөйөк Аристотель була. Һәм Ул Ғайса Пәйғәмбәрҙән өс йөҙ йыл алдараҡ йәшәгән. Бынан тыш, Александр Македонский грек аллаларына табыныусы мөшрик була.
     Ә Зөлҡәрнәй, әл-Әзрәки һәм башҡаларҙың шаһитлығы буйынса, Ибраһим пәйғәмбәр заманында йәшәгән. Аллаһынан ҡурҡҡан һәм Ибраһим пәйғәмбәр (ғ.с.) күрһәткән юлдың тәрән иманлы, эйәрсендәренең береһе булған. Бынан тыш, Ибраһим пәйғәмбәр Ҡәғбә диуарҙарын төҙөгәндә, Зөлҡәрнәй хаж ҡыла, уның янында Хызыр (г.с.) булған, тиҙәр.
     Ҡайһы бер ғалимдар Македон теленән тыш Зөлҡәрнәй менән Аккада батшаһы Нарам-Сузн араһында параллель үткәрә. Беҙҙең эраға тиклем 2217—2200 йылдарҙа йәшәгән. Уларҙың фекеренсә, Нарам-Сузн менән Зөлҡәрнәй араһында күп оҡшашлыҡ табырға мөмкин. Зөлҡрнәй кеүек үк, Нарам-Сузн да донъя менән идара итә. Таштарға уйып эшләнгән һүрәттәр һаҡланған. Нарама-суэн ике мөгөҙлө шлемда һүрәтләнгән. Шулай уҡ, һаҡланған мәғлүмәттәргә ярашлы. Нарам-Сузн монотеизмды вәғәзләй, йәғни бер Аллалыҡ идеяһын яҡлай. Һәм яулап алынған илдәрҙә, уның бойороғо буйынса, боттарға табыныу өсөн урындар юҡ ителә. Һәм ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә белгестәр был ике тарихи шәхес бер-береһенә оҡшаш тип иҫәпләй.
     Юғарыла әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, шуны билдәләп үтергә кәрәк: изге Ҡөрьәндә телгә алынған Зөлҡәрнәй ысын мосолман булған, Аллаға хеҙмәт итеүҙең тура юлына саҡырған, Аллаһы Тәғәләне маҡтаған, ғәҙелһеҙлеккә түҙемһеҙлеге менән айырылып торған, яуыздарҙы язалаған һәм диндар кешеләргә ярҙам иткән. Был Изге Ҡөрьәндең аяттарынан да күренә.
     Ҡөрьәндә Зөлҡәрнәй ғәйепһеҙ кешеләр менән яуызлыҡ таратыусы, талаусы һәм үлтереүсе Йаджудж һәм Маджудж ҡәбиләһе араһында стена төҙөгән тип хәбәр ителә. Әммә Ҡөрьәндә был стенаның ҡайҙа урынлашыуы тураһында әйтелмәй. Шуға күрә был һорау беҙҙән йәшерелгән.
     Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Ҡара һәм Урта дингеҙ араһындағы Босфор боғаҙына ҡағышлы ҡыҙыҡ мәғлүмәтте ҡарап үтәйек әле. Босфор боғаҙын «коровий брод», «һыйыр кисеүе» тип боронғо гректар атаған, бәлки һыйырҙар кисеп тә йөрөгәндер. Был үҙәндә Урта дингеҙ менән Ҡара дингеҙ араһында бәләкәй йылға аҡҡан. Ҡара дингеҙ ситтәрендә һәм был Босфор үҙәнендә Зөлҡәрнәйгә бойһонмаған халыҡ йәшәгән. Урта дингеҙҙең һыу кимәле юғары булғанҠара дингеҙҙгә ҡарағанда тиҙәр, тоҙло, Ҡара дингеҙҙең һыуы сөсө булған, хатта дингеҙ түгел күл тип йөрөтөлгән. Был Босфор боғаҙы хәҙерге мәлдә, асылда, ҙурлығы буйынса йылға, әммә уның башланған ере һәм аҙағы юҡ, ә ике диңгеҙҙе бер — береһенә тоташтыра. Уның оҙонлоғо, ни бары, 30 км, ә киңлеге 700 метрҙан 3700 метрға тиклем тирбәлә. Уның тәрәнлеге лә бик ҙур түгел — 33-80 м. йәғни, был параметрҙар буйынса уны Волга менән сағыштырырға мөмкин.
     Үткән быуаттан бирле Ҡара диңгеҙ төбөндә 6 мең йыллыҡ ҡала эҙҙәре табыла. Фәнгә билдәле цивилизациялар ул ваҡытта әле булмаған. Боронғо кешенең беҙҙең көндәрҙә Ҡара диңгеҙ һыуы менән йәшерелгән бәләкәй генә торағы тураһындағы имеш-мимештәрҙе тикшерергә ҡарар итеп, һыу аҫты археологтары көтмәгәндә тотош ҡаланы таба. Табылдыҡтың ҙур масштабын уның йәше генә хайран ҡалдыра: моғайын, ул Хеопс пирамидаһынан һәм Боронғо Грециянан олораҡ. Боронғо Фракия осоронда, ғалимдар фекеренсә, тап бында уңдырышлы Ропотамо үҙәненә алып барған ҙур сауҙа порты булған, унан тотош төбәк иҡтисады бәйле булған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы халыҡтың именлеге үҫеше диңгеҙ кимәленең даими күтәрелеүе менән бергә бара.
     Бер йылы хатта Путин акваланг менән сумып Ҡара дингеҙ ситенән боронғо ике көршәк тотоп сыға. Әлбиттә был уның данын күтәрер өсөн алдаҡ пиар була. Әле лә бөгөн ялған Путиндың бик «йәшәреп» китеп Рәсәй буйлап сапҡанын күрәһегеҙ. Амфора көршәктәр хаҡында Путиндың пресс-секретары Дмитрий Песков: был постановка тине. Бына шулай, алдан әҙерләгән сценарийҙәр менән беҙҙе һәр саҡ алдайҙар.
     Билдәле һыу аҫты археологы Роберт Баллард, «Титаник» лайнерының емереклектәрен беренсе булып тапҡан, 2000 йылдарҙа Синоп ҡалаһы районында Ҡара диңгеҙҙе тикшерә һәм бөтә донъяны Туфан һыуы баҫыуы Библия уйлап сығарылған нәмә түгел тигән һығымтаға килә. Роберт Туфан теорияһының дөрөҫлөгөн «тәрән һыу аҫты тикшеренеүҙәренән» таба: яр һыҙаттары, йылға үҙәндәре, кеше ҡоролмалары һәм былар барыһы ла яҡынса 150 метр тәрәнлектә. Был табылдыҡтар, Баллард фекеренсә, Бөтә Донъя Туфаны тураһындағы гипотезаны раҫлай. Был тораҡта кешеләр яҡынса 7600 йыл элек йәшәгән, ә һуңынан ҡаланы Ер тетрәү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән Урта диңгеҙҙең гигант тулҡыны йыуып алып киткән, тип фараз ителә. Был ташҡын, әйткәндәй, элек сөсө һыулы Ҡара диңгеҙҙе «тоҙлай».
     Башҡа ғалимдарҙың тикшереүе буйынса Ҡара диңгеҙҙә һыу кимәле ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 100 метрҙан ашыу күтәрелә. Ҡара диңгеҙ буйындағы ҙур майҙандар һыу аҫтында ҡала. Диңгеҙҙең түбәнге көнсығыш сигендәге яр һыҙығы 200 километрға тиерлек күсә. Элекке уйһыулыҡ урынында, уның буйлап боронғо Кубань һәм Дон йылғалары аҡҡан (һәм бер ағымға ағып төшә), Азов диңгеҙе барлыҡҡа килә. Мәрмәр диңгеҙендә һыу кимәле 50 метр ғына күтәрелә.
     Ултырма ҡатламдарының характерының ҡырҡа үҙгәреүен анализлағандан һуң гидробиолог В.В. Полищук, был һәләкәтле тулҡынға тиклем Ҡара диңгеҙ кимәле хәҙергегә ҡарағанда яҡынса 12 м түбәнерәк булған, һуңынан һыу 80-100 м күтәрелгән һәм 20 йыл самаһы шулай торған, шунан һуң һыу кимәле хәҙергегә тиклем түбәнәйә башлаған, тигән һығымтаға килә.
     Ҡара диңгеҙ туфан теорияһы 20 йыл элек, 1996 йылда, америка геологтары Уильям Райан һәм Уолтер Питмен тарафынан тулыһынса формалаштырыла. Уларҙың версияһы буйынса 155 мең квадрат километр территория һыу аҫтында ҡала, шул иҫәптән ҙур һәм бик ваҡ Азов диңгеҙе барлыҡҡа килә. Был бер йыл эсендә тиерлек була: Босфор урынында тиҫтәләрсә километр алыҫлыҡта һуҙылған шарлауыҡ асыла, уның аша тәүлегенә 40 куб километрҙан ашыу диңгеҙ һыуы ағып төшә (!) (Был Ниагара шарлауығы ҡеүәтенән 200 тапҡырға күберәк). Ә хәҙер Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең был Босфорға ҡағылышлы тарихын уҡып үтәйек.
     Босфор нисек барлыҡҡа килгән, ул Босфор булараҡ билдәле? Был мәсьәлә быуаттар буйына фәнни донъяны биләй. Бөгөн эксперттар билдәләүенсә, Босфор асылғанға тиклем Ҡара диңгеҙ ҙур булмаған сөсө һыу күле булған. Әммә әлегә тиклем Босфор кеше көсө менән барлыҡҡа килгәнме, әллә стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгәнме тигән һорауға яуап бирелмәгән. Кеше көсө арҡаһында асылған Суэц һәм Панама каналдары ҙур араларҙы ҡыҫҡарта; Әммә Босфор һәм Гибралтар боғаҙы асылыуы бик боронғо замандарға ҡарағанлыҡтан, уларҙа археологик тикшеренеүҙәр үткәрелә.
     Эвлийә Челебиҙың «Сәфәрендә» Искәндәр-Зөлҡәрнәй һәм уның армияһындағы Хызыр ғәләйһиссәләм Босфор һәм Гибралтар боғаҙын асҡан тип әйтелә. Шулай уҡ Ускюдар менән Сарайбурн араһында бик сәскә атҡан ҡала булған һәм был ҡала Босфор шартлау һөҙөмтәһендә һыу аҫтында ҡалған тип хәбәр ителә. Эвлийә Челеби Истанбул һәм Гибралтар боғаҙҙарын асыуҙы түбәндәгесә һүрәтләй:
     Аллаһы Тәғәлә Зөлҡәрнәйҙе ерҙе хәҙерге ҡиәфәтенә килтереү өсөн барлыҡҡа килтергән. Сөнки «Әгәр Ҡөҙрәтле Аллаһ нимәлер теләй икән, ул сәбәп әҙерләй». Аятҡа ярашлы, Әҙәм ғәләйһиссәләм килгәндән һуң 5079 йыл үткәс, Бөйөк Зөлҡәрнәй ерҙә солтан була. Уға бөтә хакимдар буйһона. Әммә Македонияның һәм Измирҙең (Смирна) грек батшабикәһе Кайдафи (царица амазонок,(Кандаке)) Зөлҡәрнәйгә буйһонмай һәм көслө дошманға әйләнә. Зөлҡәрнәй Кайдафиҙы еңә алмай. Ниһайәт, Зөлҡәрнәй сәйәхәт итеү маҡсатында йәшерен рәүештә Кайдафи иленә килә. Ул Кайдафе советына инә. Уның тәртип-манераһын һәм ҡыланышын тикшереп, Аллаһтың аҡыллылығы сағылып торған Зөлҡәрнәйҙе Ҡаддафи яугирҙары таный. Улар уны тотоп, Кайдафаға алып киләләр. Каддафи Зөлҡәрнәйҙең портретын алдан эшләткәнлектән, ул уны шунда уҡ танып, төрмәгә яба. Зөлҡәрнәй оҙаҡ ваҡыт төрмәлә ултыра. Һуңынан Каддафи Зөлҡәрнәйҙе төрмәнән азат итә. Ул Зөлҡәрнәйҙе уның менән һуғышмаясаҡмын һәм ҡылысын ҡынынан һурмаясаҡмын, тип ант итергә мәжбүр итә һәм уны ебәрә.
     »Унан һуң Зөлҡәрнәй Давиянға, Альборз тауы итәгендә хөкүмәт үҙәге булған Ираҡҡа килә. Ул бөтә ғалимдарҙы йыйып, йыйылыш үткәрә. Уның вәзирҙәре: «Минең солтаным, был Кайдафе исемле ҡатындың кешелек абруйы ниндәй! Улар: «Әйҙәгеҙ, диңгеҙ кеүек яугирҙар менән уға ҡаршы сығайыҡ, уның провинцияһын юҡ итәйек, халҡын үлтерәйек һәм уның бауырын ҡыҙҙырайыҡ» тинеләр. Зөлҡәрнәй уларға: «Кем изгелекле, шул үҙ һүҙен тота. Кайдафе мине төрмәнән азат иткәс, мин уға ҡаршы яугирҙәрҙе ебәрмәҫкә һәм ҡылысымды алмаҫҡа вәғәҙә бирҙем һәм ант иттем. Был проблеманы хәл итеү юлын табығыҙ, шулай итеп, беҙ Кайдафанан үс ала алырбыҙ тип яуап бирә. Ошо мәлдә Хызыр (ғәләйһиссәләм): Әй, Зөлҡәрнәй! Әгәр һеҙ Кайдафанан үс алырға теләһәгеҙ, хатта һуғыш башларға ла кәрәкмәй. Әйҙәгеҙ, Македония янында Ҡара диңгеҙҙе Урта диңгеҙ менән тоташтырайыҡ. Һеҙ бөтә Кайдафи илен һыуға батыраһығыҙ һәм үс алаһығыҙ. Шулай итеп, һин антыңды һәм вәғәҙәңде үтәйһең, тип әйтте. Зөлҡәрнәйҙең бөтә ғалимдары: «Аллаһ һеҙҙе фатихалаһын, Аллаһтың илһамландырыуы буйынса, был иң яҡшы ҡарар буласаҡ», — тинеләр. Улар хәл итте. Шунда уҡ ғалимдар, белемле әҙәмдәр һәм инженерҙар Ҡара һәм Урта диңгеҙҙәрҙең бейеклеген үлсәп сыға. Ҡара диңгеҙ түбәнерәк була. Ете йөҙ мең эшсе-тау емереүсе йыйыла. Ҡара диңгеҙгә һыуҙы ебәрергә әҙерләнә башлайҙар. Хәҙрәт Хызыр бөтә был эштәр менән шөғөлләнә. Сөнки хәҙрәт Хызыр Зөлҡәрнәй армияһы яугире була.
     Хызырҙың яҙмышы Зөлҡәрнәй менән бергә ҡараңғылыҡҡа (мәңгелеккә) барып етеп, тормош һыуын (тормош һыуы = үлемһеҙлек) эсергә тейеш була. Ул әле лә тере (Хызыр-Ильяс). Изге Ҡөрьәндә Уның Муса пәйғәмбәр менән дуҫ булыуы тураһында аят бар. Ул һаман да диңгеҙ эштәре буйынса офицер. Хызыр Нәби Ҡара диңгеҙҙең Урта диңгеҙ менән ҡушылыуына сәбәпсе була. Был тикшеренеү өс йыл дауам итә. Һөҙөмтәлә боғаҙ асыла һәм Македония, Иҫке Истанбул, Йороз замогы һәм, Каддафи ҡалалары араһында ете йөҙгә яҡын ҡала һыу аҫтында ҡала, һәм уның бер һалдаты ла иҫән ҡалмай. Был билдәле ҡисса һуңыраҡ түбәндәге куплетҡа индерелә: Уңайлы осраҡта дошманға биргән хәүефһеҙлек / Кайдафаға оҡшап китә.
     »Ул быуатта Ҡара һәм Урта диңгеҙ араһында меңәрләгән ауыл, ҡасаба һәм ҙур ҡалалар булған. Истанбулдың Сарайбурну һәм Ускюдар араһында Македония ҡалаһы урынлашҡан. Был ете йөҙ ҡайнар шишмәле ҙур ҡала була. Ул һыу аҫтында ҡала, һәм шулай итеп Бөйөк Зөлҡәрнәй Ҡаддафиҙан үс ала. Ул шунда уҡ Македонияның Сарайбурн ҡалаһын төҙөкләндерә башлай. Шул ваҡыттан алып диңгеҙҙән Венгрия илдәре, Сахара Сирена һәм Смедерево, Леха, Чеха, Ҡырым, Камерэль-Кама, Ҡыпсаҡ һәм Хейхат үҙәндәре китә. Уларҙың барыһы ла Ирем баҡсалары кеүек күңелле урындар булып китә. Ул кешеләр һәм хайуандар өсөн көтөүлектәр һәм һөрөнтө ерҙәр булып китә.
     Бөйөк Зөлҡәрнәй Македонияны үҙенең идара итеү үҙәге итә. Һуңынан, Алла бойороғо буйынса, Ул Урта диңгеҙҙәге Септ боғаҙын (Гибралтар) аса һәм Урта диңгеҙҙе океанға индерә. Грекса был урын океан-диңгеҙ тип атала. Ғәрәп телендә Ул Мухит (Бахр-и Мухит) диңгеҙе тип атала.
     Yedikita Журналы, (9-сы һан, 2009 йылдың майы)
     Өҫтә хәҙерге ғалимдар яҙыуы буйынса, Ҡара дингеҙ ярҙарын һыу баҫыу бер йыл эсендә барған тиелә һәм уның кире ҡайтыуы, 20 йылдаң һуң һыуҙың кимәле түбәнәйеүе Гибральтар боғаҙын асыуға бәйле түгелме икән? Ҡара дингеҙ тирәһендәге ерҙәрҙе яйлап һыу баҫҡас, ул тирәлә йәшәгән, идолдарға табынған халыҡтың (шулай уҡ амазонкалар иле) быуаттар буйы төҙөлгән цивилизациялары һыу аҫтында ҡалғас, ниндәй ғәскәр көсө булһын, бына шулай Зөлҡәрнәй һүҙендә тороп, ғәҙеллек менән Кайдафи тигән батшабикәне еңә. Босфор боғаҙының күпмелер өлөшөн ҡул менән ҡаҙһаларҙа, ҡалғанын көслө ағым йыуыуы ихтимал. Ҡул көстәре менән үткән беҙҙең быуатта дингеҙҙәрҙе һәм океандарҙы, йылғаларҙы тоташтырған күпме каналдар ҡаҙылды? Шулай уҡ Зөлҡәрнәй хәҙрәт Сөләймән пәйғәмбәрҙән алдараҡ йәшәп, ошо пәйғәмбәр һымаҡ ҙур боронғо ныҡ үҫешкән технологиялар һәм ҡеүәтле ер һелкетерҙек аң көсөнә эйә була. Был тура ла киләһе темала, иншаАллаһ.