Хөрмәтле яҡташтар, Башҡортостан халҡы, ҡәҙерле башҡорттарым, мин Илишев Ильдус, Ғөбәйҙулла улы, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан республикаһында күп йылдар эшләнем. 2005 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан республикаһы премьер министр урынбаҫары булып эшләнем, һуңғы йылда Яҡын Көнсығыш үҙәгендә дипломатик эштә булдым. Яҙмышым ҡайҙа ғына ташламаһын, мин һәр саҡ тыуған республикамдағы ваҡиғаларҙы күҙәтеп барҙым, уның уңыштарына ҡыуандым.
Әммә әйтергә кәрәк, быға тиклем Башҡортостан тарихында ошондай ҡатмарлы социаль ихтисади һәм ижтимағы сәйәси хәл бер ҡасанда булманы. Был хәлдәр тәү сиратта бөгөнгө етәкселегенең компетентһыҙ идара итеү арҡаһында барлыҡҡа килде, беҙ аны туранан –тура әйтергә тейешбеҙ. Башҡортостан хөкүмәте халыҡ менән ихтирамлы диалог ҡорорға һәләтһеҙлеген һәм теләмәүен күрһәтә, үкенескә ҡаршы. Шул ваҡытта тыуған телде, мәҙәниәтте, экологик балансты һәм тыуған ерҙең тәбиғәтең һаҡлау мәсьәләләрен көн тәртибенә ҡуйған башҡорт халҡының, йәмәғәтселек фекере лидерҙарының ниндәй маниакал тырышлыҡ менән ҡыҫыуы айырыуса борсолоҡ тыуҙыра. Тауҙың билдәле һаҡсыһы Фаиль Алсыновтың суд тәртибендә эҙәрлекләнеүе тап ошондай осраҡтарға ҡарай тип, уйлайым...