Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға

                                      Аллаһының ҡарғышы төшһөң! Доға.
     Ҡарғыш, ҡәһәр, ләғнәт, ҡарғау, ҡәһәрләү, ләғнәт уҡыу, бәддоға тигән һүҙҙәр һәр кемгә таныштыр. Тарихыбыҙҙа, мәсет манараларын киҫкән әҙәм аҡтыҡтарына һәм уларҙың етәкселәренә ҡәһәр төшөп, шулай уҡ бер әүлиәбеҙгә бәйләнгән НКВД хеҙмәткәренең ауыҙҙы шалшайып, тупһанан ҡолап үлгәнен һәм яуызлыҡ эшләгән башҡаларға Аллаһының ләғнәте төшкәнен, ишеткәнегеҙ бар. Шулай уҡ Аллаһ Тәғәләнең изге Ҡөръян Кәрим китабы аяттарында Әбү Ләһәбкә, фирғәүенгә Аллаһының ҡарғышы тураһында ла әйтелә.
     Әйҙәгеҙ, бөгөнгө замандарҙа ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тура теләге буйынса Аллаһының ләғнәте төшкән миҫалдарҙы ҡарап үтәйек. Беҙ үҙебеҙҙең көс ҡеүәт, теләк менән берәй кешегә зыян килтерә алмайбыҙ, барыһы ла Аллаһ аша башҡарыла. Ҡорбанға, тип мал салғанда ла, беҙ ул хайуанға йәрәхәт кенә килтерәбеҙ, ә йәнен фәрештәләр Аллаһының ризалығы менән ала бит.

     1995 йылда урындағы радикалдәр (хөкүмәт ҡарарҙары менән килешмәгән дин етәкселәре) Израилдең ул саҡтағы премьеры Ицхак Рабинды үлтерергә ҡарар итә, ул Осло ҡалаһында ике яҡ осрашыуы ваҡытында «капитуляция яһай һәм лидер Йәсер Арафатҡа Фәләстин менән бәхәсле булған Хеврон, Шхем һәм Бейт-Лехеми тигән тораҡ пункттарын бирә». Был хәл менән килешмәгәндәр көн яҡтыһында «хөкөм ителеүсенең» йорто янында ҡарғыш уҡыйҙар. Рабинға ҡылған эштәрен төҙәтеү өсөн бер ай ваҡыт бирелә. Премьер быны аҡылһыҙ шаяртыу тип иҫәпләй. Теүәл 30 көндән һуң Ицхак Рабин экстремист Иғәл Әмир тарафынан үлтерелә.
     Доға ҡылып Аллаһынан шул әҙәмгә ҡәһәрләү һорағандарҙың береһе:
     - Доға уҡығандарҙың күбеһе оҙаҡ ауырып китте, ә мине бер аҙға төрмәгә ултырттылар...           Тәфтишселәр был ритуал өсөн мине язаларға теләне, әммә бындай закон табылманы, ти.
     Дәртле ҡабалистар бер быуатлыҡ тәнәфес яһамай, уларҙың ритуалы буйынса 100 йылға тик ике генә тапҡыр бындай ҡарғышты башҡарырға була тиҙәр. Һәм сит ил кешеләрен ҡарғау тыйылыуына ҡарамаҫтан, ультрасионист ойошмаһы раввиндары ҡара шәмдәр яҡтыһында Йәсер Арафатҡа «денур Пульсы»-н уҡыйҙар (Утлы нур). Йәсер Арафат бер нисә катастрофаға эләгә, бомбалар яуыуы аҫтынан мөғжизә менән сыға, аҙағына полоний радиацияһы нуры менән зарарланып, үлгән, тигән версия менән был донъянан китә...
     Израиль илен ныҡ күтәргән яңы премьер Шаронды ( Белорусияла тыуып, урыҫтар араһында үҫкән әҙәм) доға менән язалау өсөн янауҙар яңғырай, ул «ғәрәптәр менән килешеп, уларға Йәһүҙиә, Самария һәм Газа территорияларын тапшырыу тураһында енәйәт килешеүе төҙөй». Әммә Шарон үҙенең «бульдозер» ҡушаматын аҡлай һәм үҙ маҡсатына табан ныҡышмалы бара. Шарон Фәләстин автономияһынан бер яҡлы айырылыу планын яҡлап, үҙенә кәрәкле кешеләр йыя. Тарих биттәренә ҡараһаҡ: Исраиль халҡы әлеге еренән 2 мең йыл элек күсеп китә һәм уның урынына Фәләстин (Палестина) халҡы килеп ултыра. 1 мең йыл үткәс, элекке Исраиль халҡы шул урынға кире ҡайта һәм Фәләстинә халҡы менән аралашып тыныс йәшәй һәм үҙ ара айырылышып, үҙ алы хөкүмәттәр төҙөү мәсьәләһе үткән быуатта ғына барлыҡҡа килә.
     - Шаронға һөжүм итеү мөмкин түгел тиерлек, сөнки Уны Гитлер менән Сталинға ҡарағанда 10 тапҡырға күберәк агент һаҡлай, — тип иҫәпләй йәһүд экстремистары.
     - Әммә ҡарғыш тәьҫир итә ала, тиҙәр.
     2005 йылдың июлендә Рош-Пин зыяратында тележурналистар ҡатнашлығында Шаронға ҡаршы «пульс денура» доғаһы уҡыла. Ун өйләнгән диндар йәһүд — туғыҙы ҡара кейемдә, береһе аҡ кейемдә — төндә зыяратҡа йыйыла. Ҡара шәмдәрҙе тоҡандыралар һәм хор менән боронғо вавилон доғаһының текстын уҡыйҙар. Һуңғы һүҙҙәр төн уртаһында әйтелә, шунан һуң горн тауышы тантананың тамамланыуы тураһында хәбәр итә.
     Быны ишеткән Шарон тыныс ҡына яуап бирә.
     - Күпме ваҡытым бар? — тип шаяртып һораны ул.
     - Бәлки, бер нисә тиҫтә йыл, — тип яуапланы ярҙамсылары.
     - Ул саҡта мин борсолмайым, — тип йылмайҙы премьер-министр.
     Шарон өсөн бәхетһеҙ булған 4 ғинуар көнөндә уға электрон хат килә, ул уның ҡарғыш һәм яза яҡынлашыуын иҫкә төшөрә. Шул уҡ көндө Израиль премьеры инсульт кисерә һәм туғыҙ йыл аяҡ-ҡулдары ҡыбырҙаған хәлдә иҫһеҙ ятҡас, 2014 йылда үлә.
     Башҡа был ритуал башҡарылған миҫалдарға килгәндә: Эяль Рагонис, унан бик теүәл зыян күргән. Был 37 йәшлек ир-ат ябай архитектор була, ул элиталы зиннәтле комплекс төҙөлөшөн проектлай һәм контролдә тота. Рагонес йәһүдтәрҙең изге ерендә, йәһүдтәрҙең иң боронғо зыяраты урынында, был донъяуи бинаны төҙөгәне өсөн уларҙы асыуландыра, ә был ҡанундарҙы боҙоу һәм ҙур гонаһ. Архитекторға денур пульсы һалынғандан һуң 2 аҙнанан һуң йөрәк өйәнәгенән вафат була.
     Шулай уҡ археолог Эхур Нецер ҙа ҡарғалған. 2010 йылда ул Ирод батшаның ҡәберен таба. Диндар йәһүдтәр ғалимды ҡәберҙе асырға ярамай, был ҙур гонаһ, тип иҫкәртә. Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныусан археолог иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай, шуның өсөн денурҙың пульсына лайыҡ була, ҡарғыш уны шунда уҡ тиерлек ҡыуып етә. Нецер тау түбәһенән упҡынға ҡолай, сөнки ул таянып торған парапет нығытмалары емерелеп китә.
     Йәһүдтәр тик үҙ ҡәбилә кешеләрен генә ләғнәт менән язаларға тырыша. Бәлки, шуға күрә раввин Хафец Хаим үлем фәрештәләрен Сталинға йәки Гитлерға түгел, ә ҡәһәрҙән һуң власын юғалтҡан йәһүд Троцкийға ебәрә. Троцкий Лениндан ҡала килә совет илендә икенсе кеше була. 1918 йылдың аҙағында Тамбов губернаһында антоновщинаға тиклем өс йыл элек, баш күтәреүсе крәҫтиәндәргә ҡаршы газдар ҡулланыуҙа ҡатнаша. Сығышы буйынса йәһүд Троцкий: «Мин йәһүд түгел, ә интернационалист», «бер ниндәй ҙә йәһүдтәрҙе белергә теләмәйем» тип белдерә. Ул ваҡытта совет власы тарафынан был илдә йәһүдтәргә ҡарата аяуһыҙ ҡырыу сәйәсәте алып барыла. Уның биографтарының береһенә ярашлы, 1917 йылдан һуң Троцкий «йәһүд проблемаларынан ситләшә» һәм «дөйөм алғанда йәһүд мәсьәләһенә етди ҡарамай башлай». Ул быға шул тиклем иғтибарһыҙ була, йәһүдтәр меңәрләгән кеше һәләк була башлағас, уның быға иҫе китмәй кеүек тойола. 1919 йылдың авгусында Троцкий Украинала була һәм был ваҡыт, бындағы йәһүдтәрҙе ҡанлы туҡмау урыны була.
     1919 йылдың ноябрендә, Ҡыҙыл Армия Украинаны аҡтарҙан тартып алғас, Лениндың украин советтарына «йәһүдтәрҙе власть органдарына индермәү (бик аҙ процент менән генә, тик айырым осраҡтарҙа, синыф контроле аҫтына тоторға)» тигән указы була.(РЦХИДНИ. Ф. 2. Уф. 2. 11800).
     Тик Православие сиркәүе башлығы патриарх Тихон 1919 йылдың 21 июлендә баҫылған хатында ул йәһүдтәргә ҡарата көс ҡулланыу «Һинең өсөн хурлыҡ, Изге Сиркәү өсөн хурлыҡ»тип яҙа.
     Ҡабалистик ҡарғыш, раввиндарға ышанһаҡ, меңәр йылдар буйына төҙөк эшләгән. Дөрөҫ, ул һирәк ҡулланылған. Быуатҡа ике тапҡырҙан да йышыраҡ түгел. Был доғаны уҡыған кешеләр: Әгәр АллаҺ уларҙың ғәйепләүҙәре менән риза булмаһа, улар һәләк булырҙарын белгән.
     Йәһүдтәрҙең был ритуал доға ҡылыуҙары әлеге башлыҡтарҙың ғәҙел принцип буйынса Фәләстән мосолмандарына ерҙәрен ҡайтарғаны өсөн булһа һәм Аллаһының ҡарғышы ошо боҙоҡ уйлы йәһүд равиндарының теләге буйынса башҡарылып, ҡабул булғас, хәҙер ғәҙеллек өсөн рәнйетелгәндәрҙең доғалары ҡабул булыуы һис шикһеҙ.
     Бөгөнгө көндәрҙә Палестина ерҙәрендә барған ҡырылыш арҡаһында меңдәрсә мосолмандарҙа, шулай йәһүд халҡы ла үлә, барыһына ла бәлә-ҡаза килеп, улар йәшәү шарттарынан мәхрүм иттеләләр, илдәренән ҡыуылалар.
     Бер нисә йыл элек ҙур мосолман ғалимы етәксеһенә һорау бирелә: Зинһар, әйтегеҙ әле, күп кенә мосолмандар йәһүдтәрҙе ҡарғай һәм улар беҙҙең территорияла, йәғни мосолмандар территорияһында законһыҙ йәшәй, һәм бының өсөн уларҙы нәфрәт итергә һәм ҡарғарға кәрәк, тиҙәр. Зинһар, әйтегеҙ әле, ысынлап та шулаймы һәм беҙ уларҙы нәфрәт итергә тейешбеҙме? Сөнки ҡарғарға ярамай...
     Яуап: Вәғәләйкүмүссәләм. Йәһүдтәрҙән, йәһүдтәрҙе һәм сионистарҙы айырырға кәрәк. Йәһүдтәр — милләт, һәм мосолмандарҙың милли билдәләре буйынса бер кемгә лә дошманлығы юҡ. Йәһүдтәр — Исламда изге яҙма кешеләре, тип һаналған йәһүд динен тотоусылар. Мосолмандарҙың йәһүдтәргә ҡарата дошманлығы юҡ, әгәр улар мосолмандар менән дошманлашмаһа. Сионистар — ҡайһы бер йәһүдтәрҙе һәм йәһүдтәрҙе берләштергән радикаль милли-сәйәси хәрәкәт яҡлылар. Тап сионистар мосолман ерҙәрендә законһыҙ баҫып алып Израиль дәүләт ҡоролошо булдырылыуында ғәйепле. Тап улар менән мосолмандар ғәҙел көрәш алып бара.
     Аллаһтың дошмандарын һәм мосолмандарҙың дошмандарын ҡарғау тыйылмаған, сөнки Ҡөрьәндә тирандарға, яуыздарға һәм енәйәтселәргә ҡарата күп ҡарғыш бар.

     Бөгөнгө көндәрҙә мосолмандарға дошманлыҡ ҡылып, һуғыш алып барған Израиль һалдаттарын, уларҙың етәкселәрен ҡарғарға була. Украиндарҙа ла шулай, Рәсәй хәрбиләрен һәм уларҙың етәкселәрен ихластан ҡарғай һәм бының һөҙөмтәләрен күрә башланыҡ.
     Бер ыңғай беҙҙең Россияның хакимлегендә ултырған һәм бик билдәле йәһүд әҙәмдәрен ҡараштырып алайыҡ әле. СССР һәм Россия Конституцияларын төҙөгән ике йәһүд һеҙгә билдәлеме? Илде талаған олигархтарҙың күбеһе йәһүд затынан, улар билдәле. Әммә беҙ белмәгән һәм фамилияларын йәшереп йөрөткән башлыҡтарҙы беләһегеҙме? Бөгөнгө көндә РФ ДУМы депуттары башлығы Володиндың ысын исем фамилияһы йәһүд Гилель Авигадорович Лившиц, тип интернеттә фашлайҙар. Володин – ул ҡатынының девичья фамилияһы. Һәм был бай Володиндың бизнесы – протездар эшләү, һуғышта ни тиклем хисапһыҙ кеше аяҡ-ҡулһыҙ ҡалһа, шул тиклем уға табыш килә. Әйҙәгеҙ ир-егеттәр, был байҙы байыҡтырыр өсөн ҡырылышҡа барайыҡ! Уның ҡатыны һеҙҙе пальма майы бизнесы менән ағыулай. Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында тейҙәр бит. Элекке президент Медведев – Давид Ааронович Мендель. 1965 йылдың 14 сентябрендә Ленинград ҡалаһында «ябай» ғәиләлә тыуған, паспорт буйынса урыҫ. Атаһы — Аарон Абрамович Мендель, профессор, паспорт буйынса урыҫ. Әсәһе — Циля Виниаминовна, филолог, паспорт буйынса йәһүд. Израилдәге йәһүдтәр йәһүдлекте күберәк тик әсәй яғынан таныйҙар.
     Путин власҡа килгәс, хабадтың (йәһүд сектаһы) 10 миллион долларлыҡ яңы дини үҙәге төҙөлә. Путин үҙенең сығышын йәшермәй ҙә. 2012 йылдың йәйендә Путин йәһүд сығышлы рәсәй олигархтары компанияһында Иерусалимдағы Илау Диуарына (стена плача) бара. Шул ваҡытта уның башында йәһүд баш кейеме — кипа була. Был Медведев һәм Путиндың Израилға барып, «стена плача»ға инанып тороуҙары тураһында видео мәғлүмәттәр интернеттә бар.    2020 йылда Израиль президенты Реувен Ривлин Путингә, уның йәһүд өләсәһе тураһында, Путиндең бала сағында йәшәгән йортҡа барыуы тураһында һөйләй. Был «бөйөк» әҙәмебеҙҙең әсәһе Шаломова, йәһүд. Ләкин Путин тураһында бар мәғлүмәт йәшерелгән, уның уйнаш итеп йөрөгән ҡатындары барлығында беләбеҙ: бер ҡатыны менән генә сиркәүҙә обвенчание үтә, башҡа һөйәркәләре билдәле, Кабаева менән никахҡа тормаған. Шулай уҡ улар — ғәиләһе менән бергә төшкән бер фотола, бер видеоматериалдарҙа юҡ. Ысының әйткәндә бер туҡтауһыҙ ялған һөйләп, алдашып торған, вәғәҙәһендә тормаған шайтан аҡтыҡ йән ул. Уның сатанист икәнен әүлиәләрҙә һәм башҡаларҙа әйттеләр инде. Әлеге мәлдә президент ролен уйнаған 5-6 кеше билдәле: төрлө баш һөйәктәре, төрлө танау, ауыҙ, ҡолаҡтар һәм тауыш үҙенсәнлектәре. Быны иҫбатлаған мәғлүмәттәр күп. Хатта был тура ла яңыраҡ генпрокуратураға документар ебәрелде, тикшерергә. Бер фотола Назарбаев менән төшкәнендә, уның менән тигеҙ кәүҙәле, икенсеһендә 10 см тәпәш!?
     Вәғәҙәләрҙе һәм килешеүҙе боҙоу ике йөҙлөлөктөң бер төрө булып тора: Ғабдуллааһ ибн Ғәмрҙәң (Аллаһ Тәғәлә унан риза булһын) риүәйәт ителә: "Бәйғәмбәребеҙ әйтте: "Ысынлап та ике йөҙлө кеше шул — берәй нәмә тураһында һөйләгәндә, алдаша, вәғәҙә иткәндә, вәғәҙәһен боҙа, кем менәндер дошманлашҡанда законһыҙлыҡҡа юл ҡуйған һәм төҙөлгән килешеүҙе боҙоп, мәкерле эш иткән кеше. Бына шундай әҙәм бар Конституция закондарын боҙоп, сит илгә беренсе һөжүм итмәнеме? Уның закондарҙы һәм вәғәҙәләрен боҙоуы тураһында аҡыллы бар кеше белә. Әммә наҙандарҙан бер йүләре, аят мәжлесендә яңыраҡ минең менән бәхәсләшеп ҡараны: алдашһың, шулай булырға тейеш, һин мулла уларҙы критиковать итергә тейеш түгелһең, тип төкөрөгөн сәсрәтте. Сәйәсәтте яҡшыраҡ белгән әбейҙәр, һүҙҙе Фаиль Алсынов тураһына борғас, был 55 йәште үткән әҙәмдең уны вообще кем икәнен белмәүе шаҡ ҡаттырҙы, үҙе сәйәсәт хаҡында һөйләргә маташа һәм һарыҡ аҡылын миңә өйрәттә.    Хабировтың яратҡан чабанылыр инде. Хабиров Баймаҡҡа экстремист чабандар йыйылған тигәнде ишеткәнһегеҙҙер моғайын. Ярар, бында чабандар йыйылһа, уны яҡлап Өфөгә һарыҡтарҙы беҙҙең налог бюджетынан аҡса сығарып, автобустарға тейәп алып барҙылар бит.
     СВО-ла барған ҡырылышҡа килгәндә, был хәрәкәт шул тикле хәйләкәр һәм мәкерле итеп «законлы» үткән, өҫтә ултырғандар тарафынан бер документта подписать ителмәгән. Улар киләсәктә бер ғәйепте лә үҙ өҫтәренә алмаясаҡтар. Депутаттар тарафынан документ юҡ, президент подписы ла юҡ. Һәм унда барып ҡатнашып йөрөүселәр үҙ теләктәре менән контракт подписать иткәс, Россия Конституцияһы буйынса Ватан һаҡсылары түгел, ә аҡсаға ялданған, кеше үлтереүсе наемниктәр булып сыға. Был турала ысын мәғлүмәтте юрист Юрий Мухиндың «Мобилизованные» тигән видеоһында таба алаһығыҙ. Унда ул бөтә инстанцияларға хаттар яҙып бының законлығын талап итә һәм бөтә ерҙән бында беҙҙең ҡыҫылыш юҡ, тип яуап килә. Вот мужиктәр үҙҙәре ҡорал алып Украинаға ябырылған булып сыға. Яңы төҙөләсәк хакимлектә, уларҙы – үлтерештә ҡатнашыусыларҙы, судҡа тартырыуҙары тураһында һүҙ бара. Йә, кем әйтә был донъя үҙгәрмәҫ, әлеге хакимлек ҡоламаҫ, тип. Бөгөн генә тыуған иҫәр түгелһегеҙҙер?
     Йәһүд башлыҡтарыбыҙ тураһында дауам итеп Ельцинға төртөләйек. Президент Ельциндың һаҡлау башлығы Коржаков: президент хакимиәтендә һәр икенсе әҙәм йәһүд булды ти, Ельциндың ҡатыны ла йәһүд була. Бына шулай ғәләмәт инде Мәскәүҙә, Кириенко, Лавров, телевизорҙан аҡырып торған, үҙен йәһүд, тип һанаған өлкән ауыҙ Соловьев, йырсы Алла Пугачева һәм башҡа бик билдәле йәһүд милләтле сәйәсмәндәр һәм билдәле йәһүд милләтле йырсылар тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙегеҙ табырһығыҙ. Улар бик күп. Дагестан мосолмандарына йәһүдтәрҙе аэропортың самолеттар турбинаһында эҙләгәнсе, Мәскәүгә барып Кремльдә табығыҙ, тип әйтергә ҡала. Шунан кемдәр беҙҙең менән идара итә?
     Халыҡтарҙы үҙ ара талаштырып, үҙ ара һуғыштырыу кемгә файҙа килтерә? Бына кисәгеләре Европа иленең 2004 йылдың 29 мартында НАТО блогына ингән Словакия ошо йылда Украина аша үҙенә газ үткәрергә Россия менән килеште. Әлбиттә бында Украина башлыҡтары ла ҡул тамға ҡуйҙы. Украина аша Көнбайыш дошман илдәргә һәм НАТО иленә ҡараған Турция иленә газ һәм нефть һуғыш мәлендә ағыуын кәметмәне, Россия байҙарын миллиардлаған доллар табыш менән ҡыуандырҙы. Байыһың байҙар! Крәҫтиәндәр һәм эшселәр, Ватанды дошманға бирмәйек, Украин хохолдарын ҡырайыҡ! Беҙ шулар арҡаһында ярлы һәм һарыҡ башлы, шул арҡала Кремльдә һәм башҡа урыҫ ҡалаларына ЛГБТ таралған! Шулай тип һөрән һалайыҡ?
     Бына ошолай яуызлыҡтарҙы ҡылған, бер туҡтауһыҙ ялған, алдашыу, мутлыҡ ҡылған, бер төрлө халыҡты икенсе бер туған халҡына һөсләтеп, ҡан-ҡырылыш, һуғыш ойошторған боҙоҡ хакимдәр үҙ эйәрсендәре менән Аллаһының ләғнәтенә лайыҡ. Тиҙҙән бының менән эш бөтмәйәсәк әле, беҙҙе, башҡорт милләтен, татарҙар менән талаштырып, башҡорттар һеҙҙең ерегеҙҙе баҫып алырға теләй тигән ғауға сығарасаҡтары көн кеүек асыҡ. Шунан барыбыҙҙы баҫтырырға тип, чечен боевиктәрен ебәреп, Кавказ мосолман милләттәре менән беҙҙең мосолмандарҙы дошманлаштырыу булмаҫ, тип уйлайһығыҙмы?
     Ярай кире ләғнәт темаһына ҡайтайыҡ һәм ары тикшерәйек. Билгеле бер кешегә ләғнәт ҡылыу ярамай, әмма яман төркөмгә, мәҫәлән, залимдарға, кәферҙәргә үә фасиҡтарға ләғнәт булһын тиергә ярай. Шулай уҡ кәфер булып үлгән кешеләргә ләғнәт уҡырға ярай. Билгеле тип, уның исем – фамилияһын әйтеп тороу кәрәкмәй, ә шул яманлыҡ эшләгәнгә тип, бәддоға ҡылабыҙ.
     Ләғнәт хөкөмдәре:
     Әгәр ләғнәт айырым кешегә түгел, ә тотош йәберләүселәргә йүнәлтелгән булһа, рөхсәт ителә.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә әйтә:
                                                                    أَلَا لَعْنَةُ اللهِ عَلَى الظَّالِمِينَ

     Ә ләә ләғнәтү-ллааһи ғәлә-ҙҙаалимиин

     «Ҡанунһыҙҙар (беззаконник) өҫтөнән Аллаһтың ләғнәте булһын». Һуд сүрәһе, 18 аят.
     Аллаһтың ләғнәте залимдар башына буласаҡ. Ер йөҙөндәге кешеләрҙе кәмһеткән, уларҙы рәнйеткән, уларға ҡарата боҙоҡлоҡ һәм яманлыҡ ҡылғандарға Аллаһының ҡарғышы төшөр.
Ибн Хаджәр әл-Хәйтәми: «Билдәле бер кешене түгел, ә сифатты ҡарғарға рөхсәт ителә».
Сифат тип әлеге яуыз, ҡырын һәм боҙоҡ эште башҡарған әҙәмдәрҙе, исемдәрен атамай ҡарғау.
Миҫалға: Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Ике ләғнәттән һаҡланығыҙ. Урамдағы сүп-сарҙы һәм бысраҡты күреп, үтеп барған кеше бер ниндәй ҙә яҡшылыҡ уйламаясаҡ һәм быны эшләгән кешене ҡарғаясаҡ! Бындай ҡарғыштарҙан һаҡланығыҙ!». Беҙ был осраҡта ошо ҡыйҙарҙы һәм әшәкелекте ҡалдырған әҙәмдәргә ҡарата йән көсөбөҙҙө йүнәлтәбеҙ, быны кем эшләгәнең белмәйбеҙ. Тәбиғәтте емереп, тауҙарҙы аҡтарып, ерҙәрҙе бысратып, беҙҙең һәм хайуандарҙың эсәр һыуҙарыбыҙҙы, үҫемлектәр һәм ағастар туҡланыусы дымдарҙы ағыулаусы карьер һәм комбинат хужаларына, быны планировать иткән инженерҙәргә һәм был әшәкелеккә рөхсәт биргән хакимдарға беренсе сиратта ләғнәт ҡағыла.
     Хәҙистәрҙә: "Белегеҙ, кеше өсөн күләгә биргән ағасты ҡырҡыу кәрәкмәй, был гонаһ». Бында, әлбиттә күләгә биргән конкретно бер ағас тураһында һүҙ бармай, Ҡөръән китабында ағастар төрө күпләп телгә алына. Һәм икенсе хәҙистә сәхәбәләр: — Эй, Рәсүлебеҙ, ғәләйһиссәләм, хайуандар өсөн дә бүләкләнәсәкбеҙме?». Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм: «Һәр тере йән эйәһе өсөн һеҙ бүләк ала алаһығыҙ», тип яуаплай. (Әл-Бохари, 2466)., Шуға беҙ урмандарҙың ағастарын, тауҙарыбыҙҙың үҫемлектәрен, яландарыбыҙҙың сәскәләрен һаҡлап, бөжәктәрҙе ҡыуандырһаҡ, йылға һәм күлдәрҙе ҡоротмай, ундағы Аллаһ мәхлүктәрен һаҡлап алып ҡалһаҡ, Раббыбыҙ бүләк итеп биргән меңдәрсә төрлө йән эйәләрен тере ҡалдырһаҡ – әжерле булырбыҙ. Бының өсөн ни эшләргә – уны һаҡларға, әлеге ҡомһоҙлоҡтарына сыҙай алмай табыш артынан ҡыуған байҙарҙы ҡыуырға кәрәктер! Шашҡандарына ҡәһәр булһын!
     Шәриғәттә Әбү Ләһәб һәм Иблис кеүек ҡарғышлыларҙы ҡарғарға рөхсәт ителә. Ибн Мөфлих: «Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә ләғнәтләнгәндәрҙе ҡарғарға рөхсәт ителә». Әбү Джәхил һәм Иблис кеүектәрҙе айырмалы рәүештә ярайҙыр, билдәле булыуынса, улар иманһыҙлыҡтан үлгән йәки үләсәк». Беҙҙең Мәскәүҙәге башлыҡтар ниндәй генә секталарҙа торғанын, уңышлы һәм үлемһеҙ булыр өсөн йәндәрен шайтандарға һатҡанын белергә ваҡыттыр.
     Һорау: Ни өсөн Аллаһы Тәғәләнең язаһы был донъяла уҡ йәберләүселәргә ҡағылмай?
     Яуап: сөнки ер яза һәм үс алыу өсөн урын түгел. Ер — ул эҙәрлекләүсене лә, йәберләнеүсене лә һынау урыны. Әлбиттә был уҡ донъяла ла язаһы буласаҡ, быға башҡа тирандарҙың яҙмышы миҫал.
     Яза биреүсенең һынауы — ул был гонаһтан тыйылырмы, илаһи язанан ҡурҡырмы. Эҙәрлекләнеүсенең һынауы — ул был һынауҙы нисек үтәсәгендә, уны ҡыҫырыҡлауҙа сағыла. Шуға сабырлыҡ кәрәк, барыһы ла ваҡыты еткәс буласаҡ.
     Әгәр был донъя яза урыны булһа, язаға лайыҡ беренсе кеше Фирғәүен булыр ине, ул үҙенең илаһилығын танымаған кешеләрҙе аяуһыҙ үлтергән һәм ҡырған. Ә бит бындай фирғәүендәр беҙҙең көндәрҙә лә етерлек, һәм уларҙың язалау урыны – башҡа донъя. Әгәр ҙә Аллаһ һәр енәйәт өсөн кешеләрҙе юҡ итһә, был донъяла бер кем дә ҡалмаҫ ине.
     Бер ысынын да булған хәлде яҙып үтәйем. Сит илдә Ислам белемен алып, үҙ тыуған ерендә мосолман динен күтәрәм, тигән бер йәш шәкерт, буласаҡ имам, үҙ иленең аэропортына самолет минән килеп төшә. Һәр хәлдә, ғәҙҙәттәгесә уны махсус именлек хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алып, йөҙҙәрсә һорауҙар бирәләр: ҡайҙа булдың, ни эшләп оҙаҡ йөрөнөң, кемдәр менән ҡатнаштың һәм башҡа төпсөнөүле допрос алалар. Һәм был мәшәҡәтте үткән егет өйөнә ҡайтым инә, ата-әсәһе, туғандары һәм дуҫтары менән осраша. Күптә үтмәй, был егеттең телефоны шылтырай, тышҡа сығып, машина эсенә ултырырға тәҡдим итәләр. Автомобиль эсендә булған бер махсус хеҙмәт әтрәгәләме был егеткә асыҡтан-асыҡ бәйләнә башлай: мин һине мотлаҡ ултыртасаҡмын, террорист итәсәкмен, кәрәк булһа ҡорал йәки граната тығасаҡмын йәшәгән ереңә, экстремист буласаҡһын, бар көсөмдө һалып, бар бәйләнештәрем аша быға өлгәшәсәкмен, тип уны бик ныҡ ҡурҡыта башлай. Был ҡаты янауҙар һәм көслө ҡурҡыу тәьҫиренә ҡалған мосолман егетенә берҙән бер сара – был хәшәрәттән ҡотолор өсөн, уға ҡаршы Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итеү ҡала. Һәм был егет был ғәмәлде үтәй һәм һуңынан уға бәйләнгән махсус хеҙмәт бәндәһе менән ни була? Был хеҙмәткәрҙе эшенән ҡыуалар, ул эскесегә әйләнә һәм был егеттен юлынан юғала! Ары инде был йәш имам иң уңышлы һәм бәхетле мосолман булып китә һәм бар эштәрҙә уңа. Бына шулай, бер аҡтыҡ әҙәм погонына артыҡ йондоҙ алам, үрләйәсәкмен, юлымда осрағандарҙы тапап, ултыртасаҡмын, тигәнгә Аллаһ был уҡ донъяла яза бирә. Был егеткә оҡшаш хәл Фәнзил Әхмәтшин менән булды, уға наркотик ырғыттылар һәм шуның язаһы менән уны төрмәгә яптылар. Элегерәк был хәлдәр Баймаҡ егеттәре менән дә булды. Бөгөн Фаил Алсыновты төрмәгә әлегә ҡыҫҡа ваҡытҡа ябып, аҙаҡ уны Навальныйға бирелгән һымаҡ ( тәүҙә 3 йыл тиерлек, һуңынан төрлө ейәнәттәр табып 19 йылға ултыртылар) төрмә сроктарын өҫтәйәсәктәр. Өфөлә яңыраҡ Салауат Юлаев һәйкәле янында ритайым бейеткән ҡәйнешемде, төрөк сөнниттәренең «Нурджулар» сектаһының агенты, тип эш ҡуҙғатмаҡ булалар. Беҙҙә мосолман сөнниттәре бит, нисек беҙҙең мосолманлыҡты тыймайҙар әле?
     Әлегә мосолмандың иң көслө ҡоралы ошо доғалар булыр. Тәһәрәт алып, ике рәҡәғәт нәфел намаҙы уҡып, әстәғфируллаһы тәүбә итеп, доға ҡылыусы иң тәүҙә Аллаһ Тәғәләгә хәмед әйтеп, Рәсүлебеҙ ғәләйһис-сәләмгә салауат әйтер. Мәҫәлән: “Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләмин, үәс-саләәтү уәс-сәләәмү ғәләә расүүлиһи Мөхәммәдин үә ғәләә әәлиһин үә сахбиһии әджмәғиин”, — тиер. Бының һуңында ҡулдарын күтәреп теләгән нәмәһен һорап доға ҡылыр. Доғаны ҡылып бөтөргәс, йәнә хәмед һәм салауат әйтер. Әлбиттә, тәһәрәтһеҙ һәм намаҙһыҙҙа доға ҡылырға була.
     Бындағы доғаларға ошондайыраҡ ниәтләнеп алайыҡ: Йә, Аллаһ, Һин рәнйетелгәндәрҙең, кәмһетелгәндәрҙең, юҡҡа ғәйепләнгәндәрҙең доғаларың ҡабул итеүсе. Ер байлыҡтарыбыҙҙы талап, ер-һыуҙарыбыҙҙы ҡоротоусыларҙы, тәбиғәтебеҙгә зыян һалыусыларҙы, сиктән ашҡан ҡомһоҙҙарҙы, уларҙың етәкселәрен, илебеҙҙең закондарын эшкә һанамаусыларҙы, халҡыбыҙ өҫтөнән тиранлыҡ, яуызлыҡ ҡылыусы тәфтиләүҙәрҙе, алдашҡан һәм ялған таратҡан идеологтарҙы, сит яҡтарға тәү башлап яу ойошторған түрәләрҙе, Исраиль сионистәрен, ир-егеттәребеҙҙе өйҙәренән айырып, мәшхәргә алып барып тығыусыларҙы, ҡатындарын тол ҡалдырып, балаларының етем иткән хәшәрәттәргә, бер ғәйепһеҙ төрмәгә ябып, халҡыбыҙҙы туҡмаған хеҙмәткәрҙәргә, ялған ғәйеп таҡҡан судьяларға, быға битараф булған депутаттарға, күҙ йәштәрен сығарып, рәнйетелгән ҡатын-балаларыбыҙ исеменән беҙҙән бәддоға, ә Һинең тарафынан, Бөйөк Аллаһ Тәғәләбеҙ уларға ләғнәт төшһөн! Әмин!
     Бохари менән Мөслимдең ышаныслы хәҙисендә Пәйғәмбәрҙең (уға тыныслыҡ һәм фатиха): "Эй, кешеләр! Дошман менән осрашырға теләмәгеҙ һәм Аллаһтан именлек һорағыҙ, әгәр һеҙ уларҙы осратһағыҙ, сабырлыҡ күрһәтегеҙ... Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) уларға ҡаршы доға яһаны:

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим,

                    اللَّهُمَّ مُنْزِلَ الْكِتَابِ، سَرِيعَ الْحِسَابِ، اهْزِمِ الأَحْزَابَ، اللَّهُمَّ اهزِمْهُمْ وَزَلْزِلْهُمْ
     Аллаһүммә, мүңзиләл Китааб, сарииғәл хисааб, иһзимил әхзәәб, Аллаһүммә-иһзимһүм үә зәлзилһүм!


 

      Әй, Аллаһ, Изге Китаб индереүсе һәм хисабын тиҙ үтәүсе, был әҙәмдәрҙе еңелеүгә дусар ит. Әй Аллаһ уларҙы туҙҙыр һәм һелкетеп ташла! Әмин! 

     Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим

                “ اللهم مُنزلَ الكتابِ، ومُجرِيَ السَحابِ، وهازِمَ الأحْزابِ، اهزِمهم وانصُرنا عليهم”
     Аллаһүммә мүңзиләл Китааб, үә мүджрийәсәхәәб, үә һәәзимәл әхзәб, иһзимһүм үәңсурнәә ғәләйһим.

     Аллаһ китап иңдерҙе, болоттарҙы йөҙөргә мәжбүр итте, аҙғандарҙы емерҙе. Уларҙы тар-мар ит һәм беҙгә ярҙам ит " (Бохари).
     Аллаһүммәә салли ғәллә Мөхәммәдин үә ғәлли әли Мөхәммәд. Йә, Аллаһ, бәндәселек менән белеп тә ҡылған, белмәй ҙә ҡылған гонаһтарыбыҙҙы ғәфү ит, ярлыҡа! Үҙебеҙгә, тоҡомдарыбыҙға күркәм холоҡ, яҡшы әхләҡ бир. Телдәребеҙҙән балдай татлы һүҙҙәр генә сыҡһын, яҡты уйҙа булып йәшәргә насип ит, уйҙарыбыҙҙы төрлө гонаһларыбыҙҙан һаҡла. Ғәҙел хакимдар бир, юғары әҙәп-әхләҡ эйәләре ит. Ошо боҙоҡ замандарҙың бәлә-ҡазаһынан һаҡла, барыбыҙҙыла ҡушҡандарынды үтәүселәрҙән, тыйылғандарҙан тыйылыусы ит. Үҙеңә инанғандарҙан, инаныусыларҙан ит. Балаларыбыҙ Ислам динен ҡеүәтләүселәрҙән булһындар. Йә, Раббыбыҙ, теләктәребеҙҙе үтә. Әмин.

     Тау халҡының риүәйәттәре буйынса был донъяла өс төргә бүленгән халыҡ йәшәй ти: һарыҡтар, бүреләр һәм овчаркалар. Берәүҙәр был донъяла беҙҙең дошмандар юҡ тиҙәр, әгәр уларҙың тупһаларын дошмандар баҫып алһа, улар үҙҙәрен яҡлай алмайҙар – былар һарыҡтар. Икенсе төрө – халыҡты интектергән, кәмһеткән, талаған төр – бүреләр. Өсөнсө төр, үҙ көтөүен, үҙ халҡын яҡлап ғәҙҙеллек талап итеп, кәрәк саҡта бүреләргә агрессия күрһәткәне – овчаркалар. Бына шулай үҙегеҙҙе ниндәй төргә ҡуяһығыҙ? Аллаһ беҙҙе дошмандан һаҡлап уларҙы туҙҙырһын!

     Ләғнәт: https://nazir1965.com/%d2%93ibr%d3%99tle-%d2%a1issalar-xik%d3%99j%d3%99tt%d3%99r-v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/l%d3%99%d2%93n%d3%99t.html

     Эт көтөп ләғнәт алма: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/et-k%d3%a9t%d3%a9p-l%d3%99%d2%93n%d3%99t-alma.html

     Рәнйеү: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/r%d3%99nje%d2%af.html