2024—2025 йылдарҙы күҙаллау
2024—2025 йылдарҙы күҙаллап (прогнозирование) һәм ошонан киләһе йылдарҙа нимә булырын сәйәси хәлдәрҙән һәм әүлиәләр әйткәненән сығып, һөҙөмтәләр эшләп, ҡараштырып үтәйек. Ахыр заман аҙағына кешеләрҙең төштәре лә раҫ буласаҡ, эҙләгән һорауҙарына ла яуаптар киләсәк тиелә бит. Киләсәк хәлде тик Аллаһ ғына белә тип ҡарышҡандарға, был хаҡта улай булас ни эшләп пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең Раббыбыҙ аша тапшырылған хәҙистәре бар һуң? «Ендәр» сүрәһенең 26-сы аятында «Аллаһ ғына йәшеренде белә» тип әйтелә, әммә киләһе аятта ул Үҙенең хеҙмәтселәренә киләсәк һәм үткән тураһында мәғлүмәт бирәсәк, тип әйтелә. Был, әгәр Аллаһ теләһә, Аллаһының яратҡан пәйғәмбәрҙәренә лә, йәғни изгеләргә лә, күҙгә күренмәгән нәмә тураһында мәғлүмәт бирә ала, тигәнде аңлата. Шунан, Аллаһ Тәғәлә барыһында тик Аллаһ ғына белә, һәм ул Уның ризалығын алғандарға уның бер өлөшөн аса. (Ен сүрәһе 72/28). Был — Аллаһ үҙендә һаҡлаған Серле белемдең асҡысы. Һәм бер кемдә был турала белмәй, ваҡыты еткәс Аллаһ был турала хәбәр итә. (Лоҡман сүрәһе, 34/34). Һәм тик Ул ғына үҙенең ижадына үҙенең серле белеменең бер өлөшөн аса ала. (Мәмерйә 26/110). Аллаһ ҡолдарына күп нәмәне белергә рөхсәт итә, тиелә, әммә Ҡиәмәт көнөн ҡасан килерен, был бала бәхетлеме йә бәхетһеҙ булыуын, ҡасан ямғыр яуырын, күктәге серҙәренә беҙҙең баш етмәҫ. Әммә хәҙистәргә ярашлы яҡын киләһе ваҡытта донъябыҙҙа ни хәлдәр булыуын беҙ белә алабыҙ һәм халыҡты был турала иҫкәртергә, ҡурҡытырға, хаҡ мосолман булырға өгөтләргә бурыслыбыҙ, сөнки миллион-миллион кешенең һәләкәткә сумасаҡ заманы, Мәһди хәҙрәт һәм Дәджәлдең килер ҡурҡыныс ваҡыты еткән.
Ошо Аллаһының Бөйөк Ҡөҙрәтенең бәләкәй генә бер өлөшөн бәйғәт аша Шәйех Әүлиә Мехмет хәҙрәттән алырға насип итте, Әлхәмдүлилләәһи. Күптәр ул әүлиәнән бәйғәт алайыҡ тип, уға ҡағылып һәм тотоноп ҡаранылар, уларға нисек тәьҫир иткәндер, әммә миңә Аллаһы ризалығының көсө ысын электр тогы һуҡҡандай тәнде тетрәтеп, баҫып торған ерҙән ҡолата яҙҙы. Бер-нисә йылдан һуңғараҡ, шундай Шәйех Мехмет хәҙрәттең бәйғәтен алған һәм был кисереште тойғанын, районыбыҙҙағы бер ир-егеттән, үҙенән ишеттем. Шулай булғас, электр импульсы һымаҡ ниндәйҙер көс бирелә. Әүлиә биргән көс, нисек киләсәктә, яҙмышҡа нимәләр килтерер, әммә ғәҙҙеллектә, хаҡлыҡта торорға, ялғандың дошманы булырға, ике йөҙлөләргә нәфрәт менән ҡарарға, ошо сайт аша аҡты ҡаранан айырып, һеҙгә хәбәр итергә бурыслы итә. Әүлиә хәҙрәттең ҡустыһы Баһаүетдин хәҙрәт бәйғәттең көсө, йә шунда уҡ беленә башлай, йәки йәшәй килә, аҡыл, белем алғас, асыласаҡ йә иһә киләһе донъяла хужаһы уның көсөн тоясаҡ тине. Һәм быға ирешеү өсөн бар харамдан тыйылыу, зекер һәм Аллаһҡа күберәк ғибәҙәт — уның асҡысы.
ИншаАллаһ, Раббыбыҙ белемен, киҫәтеүҙәрен һеҙгә еткерергә насип иткәс, ошо мәҡәләне яҙам. Аллаһ Тәғәлә был Ҡиәмәт көндәре алдынан барған мәхшәрҙә, Иблистың һәм уның шайтан ярҙамсылары ҡоторған мәлендә, Дәджәлдең сығыуы, бәлки килгән мәлендә, беҙгә ғәҙҙелекте һәм хаҡлыҡты ялғандан айыра белегеҙ тиеп, Үҙеннең Ҡөръән аяттарында әйтә бит. Ә быны һеҙгә нисек еткерерәләр? Бына киләсәктә, бер мәле Дәджәл килер, Мәһди хәҙрәттә сығыр, Ғайса пәйғәмбәр күктән төшөр һәм ерҙә тәртип урынлашыр, тиеп ҡоро һүҙ генә әйтеп, буш ауыҙҙарын асып, улар ошо донъя хәленә, бөгөнгө көнгә бәйләй белмәҫтәр вәғәҙдәрен.
Ысынын да бөгөн барған сыуалыштар һәм һуғыштар хаҡында ауыҙ асһаң, бының өсөн мәсеттәге имамлығындан түбәнһәйләтелеп, хакимлек яғынан баҫым һәм «беззаконниктәр» яғынан зиндан булыуы мөмкин. Хаҡлыҡты әйтергә ҡурҡандарға ҡуш күренә һәм Аллаһ уларҙы үҙ яҡлауына алмаҫ, аҙаштырыр һәм гонаһлыҡҡа нығыраҡ төшөрөр һәм боҙоҡлоҡто яҡлағандарға асыуын менән ҡарар. Заманыбыҙҙа ни күрәбеҙ әле һаман? «Иманлы»ларыбыҙ сит илгә һөжүм итеүҙә ҡатнашыусыларҙы Ватан һаҡсылары, «еңеп» ҡайтығыҙ тип сәхнәләрҙә алҡышлай. Әле һаман «изге яуға» әүҙәйҙәр, шунда ҡатнаштырып йәннәтле итергә тырышалар. Һуғыш башланған йылды, үҙҙәре ойоштороп, шунда һалдаттарға гумпомощь йыйған ҡатын-ҡыҙҙар, әбейҙәр мәсеткә сәйгә йыйылып, мин барып ултырғас «еңеү» теләп, доға ҡыл тинеләр. Мин ҡаршы килеп, барған сәйәсәт хәлен аңлатҡас, мине бер намаҙ уҡымаған «бик белемле» әбей, сит ил аҡсаһына эшләгән иноагент тип атаны. Яуапҡа, Аллаһ һеҙҙе киләсәк хәлдәрҙе, болаларҙы үҙ күҙегеҙ, үҙ ҡолағыҙ менән ишетмәйенсә был донъянан алмаһын, тинем. Әмин тинеләр, биттәрен һыйпап. Ауылда шуға әле был аралыҡта вафат булған кеше юҡ һәм барған фетнәләргә үҙҙәре шаһит: Баймаҡтағы хәлдәр, кемдер ҡырылышҡа кире китмәй ҡасып йөрөй, кемдәрҙеләрҙе ултырталар төрмәгә... ИншаАллаһ, халыҡтың донъя фетнәләренә күҙҙәре асыла.
Аллаһ Тәғәлә: «Хәтерегеҙҙә ныҡ тотоғоҙ, әй әҙәм балалары, беҙ динле тип, халыҡты һәләкәт юлына, һуғыш юлына ҡотортоусылар, динде ҡорал яһап ҡулланыусылар. Улар боҙоҡлоҡ ҡылыусылар, ҡот осҡос халыҡ, ләкин улар быны аңламайҙар йәки аңларға теләмәйҙәр», — тип яҙҙа Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан мөфтийе хәҙрәт Фәтхелҡадир Бабич «Борһане тәүхид» (1968) яҙмаларында: Ниса сүрәһе 89-сы аят: «Мосолмандар бер йәмәғәт монафик булып кәферҙәргә ҡушылһалар, барыбер кәферҙәр менән бер хөкөмдә булалар».
Ә бөгөн беҙ «традицион» динле мосолмандар, динһеҙҙәр, үҙҙәрең исем өсөн мосолман һәм «Бог троица» тиеп, өс иллааһилыҡҡа инанған, диненән яҙған христиандар менән бергә, әйемме? Юҡ ул «традицион» тигән дин, уны ошо перестройка заманында уйлап сығарҙылар һәм ДУМдар, ЦДУМ ул мосолмандарҙы контрольдә тотор өсөн Әбей батша заманынан килгән орган ул, шулай уҡ ваһһабиттәр тураһында уйҙырмаларҙы күп уйлап сығарҙылар. Әҙәм ғәләйһиссәләм заманынан алып, бар пәйғәмбәрҙәр бер дингә – Ислам диненә өндәгән: Аллаһ бер, Аллаһ Бөйөк һәм Аллаһынан башҡа иллааһи юҡ, тиеп. Динебеҙҙең яңылышлыҡтарын төҙәтеп, Ислам динендә мөждәһид Имам Мәһди хәҙрәт тиҙҙән килеп бар нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ. Шуға ер һелкетеп киләһе буласаҡ үҙгәрештәрҙә беҙҙең мосолмандар араһында бер тарҡаулыҡта булмаясаҡ. Әлеге көндәрҙә бер ҡатлы булмағыҙ, был донъя үҙгәрмәҫ тиеп. Яңы эпоха башлана! Тарихтар был хәлде күпме күрһәтә инде. Беҙгә бит шул тиклем дингә иркенлек бирҙеләр, күпме мәсеттәр астылар, президентыбыҙ Ислам тураһында һөйләй һәм башҡа һүҙҙәр менән алданмағыҙ. Динебеҙҙе һәр саҡ үҙ файҙаларына ҡулланыу өсөн шулай ителә. Уҡығыҙ, Гитлер ни эшләп Ислам диненә ҡыҙыҡһынғанын үткән мәҡәләнән. Шайтани тирандар, Иблис динебеҙҙең эсенә инеп бар донъяны матур итеп күрһәтә, бик ныҡ аҙашҡанбыҙ ялған сәйәсәткә инанып. Шуға аласаҡ язаларыбыҙ башланды инде.
Рәсәйҙе киләсәктә нимә көтә? Болалар һәм тарҡалыу (Әүлиәләр күҙаллауы). Әлегә Рәсәйҙе упҡынға ҡоламаһын тиеп, динһеҙ коммунистик идолдарға табынған Ҡытай иле тотоп тора, (бында 1,412 миллиард халҡының (2021 йыл) 6 % ҡына динле (христиандар, мосолмандар һ. б.). Шулай уҡ хәрби яҡтан Рәсәйгә ярҙам итеүсе, Ҡытай күҙәтеүе аҫтында булған, тик үҙҙәренең кормилецтәрен идол итеп, уға ғына табынған Төнъяҡ Корея тора. Былар динһеҙ шайтандар, Аллаһыны танымайҙар. Ҡытай, әлегә Рәсәйҙең терәге, үҙе бик ҙур финанс кризисы алдында тора, ул башланған инде, сөнки уның экономикаһынын тотороҡлоғо Америка Ҡушма штаттарынан тора. Ә Америка Ҡытай менән араны өҙөп Һиндостанды күтәрергә самалай, сөнки ҡытайҙар үҙҙәренең потенциалын «изжили», тиҙәр. Һиндостан тиҙ арала, бер мәле Ҡытай күтәрелеп киткән һымаҡ, экономик яҡтан күтәреләсәк. Шул ваҡыт Бөйөк Ҡытайға «маленькая победаносная война» кәрәк буласаҡ. Ул Һиндостанға һөжүм итеүе ихтимал, уларҙың электән бер ер киҫәге өсөн һуғыштары бара, хатта интернеттә был тура ла нәфис фильмдә бар: «ҡытайҙар – мы братья с индусами» тиеп ҡысҡыралар, ахырына һуғышалар. Был һуғыш Пакистан һәм башҡа илдәргә ҡағылыр, ниндәй кимәлдә һәм ни булырын тик Аллаһ ғына белә, ядро ҡоралдарын ҡулланыуға тиклем дә барып етеүе мөмкин. Аҙаҡмы, әллә ошо һуғыш барған осорҙамы, Ҡытайҙың үҙендә сыуалыштар булып, төрлө илдәргә тарҡаласаҡ.
Украина менән нимә булыуы ихтимал? Был йылда илдең эсендә әле үҙ-ара тартышыуҙар бара, быларҙа коррупцияға, боҙоҡлоҡҡа, ялғанға, яуызлыҡҡа һ.б. батҡан. Илдә фетнә сығыуы ихтималығы ҙур, әгәр ил эсендә хакимлекте алмаштырыу һәм барған золомлыҡтар туҡтатыу буйынса үҙгәрештәр булмаһа. Рәсәй менән барған һуғыш, ундағы һәм рәсәйҙәр башлаған болалар арҡаһында туҡрар.
Рәсәйҙең тағы бер ярҙамсыһы Иран – тирания, боҙоҡлоҡ, шулай уҡ яуызлыҡ, суннит мосолмандары яратмаған шииттәр иле. Ил эсендә шуға ла фетнәләр булып алды һәм быйылдары тағы ла көсәйер. Иран тирандары халҡын әүрәтеү һәм туплар өсөн Рәсәйҙең сценарийын ҡулланып «маленькая победаносная война» эшләр күрше илгә ҡарата. Был күрше ил Израиль булыуы ихтимал. Әммә Ирандың эсендәге барған һуғыштар арҡаһында ул тарҡалыр. 2018 йылда асырға маташҡан, бәлки аҙағыраҡ асылған сауҙа тауарҙарҙың яңы юлы «Южный шелковый путь» Һиндостандан (Мумбаи порты) Ирандың Фарсы ҡултығы ярындағы Бендер-Аббас ҡалаһына, һуңынан Каспий диңгеҙе ярындағы Бендер-Энзелиға, унан Каспий дингеҙе буйлап Әстерханға һәм артабан тимер юл буйлап Европаға барасаҡ проектары әлегә юҡҡа сыҡты.
Төркиә иле лә әлеге мәлдә шул уҡ коррупция, бер-береһенә таныш яҡын туғандары идара иткән, аҙғынлыҡҡа төшкән чиновниктәр иле. Рәсәй һымаҡ боҙоҡлоҡҡа, яуызлыҡҡа, ялғанға, бысраҡҡа батҡан ил. Шул арҡала киләсәк фетнәләр арҡаһында Ислам диненең, мосолман илдәрең терәге буласаҡ дәүләт төҙөләсәк. Киләсәктә был союзға Рәсәйҙән айырылған беҙҙең Башҡортостан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙахстан, Кавказ илдәре, Ҡырым, Украинаның бер өлөшөн һәм башҡа мосолман илдәрен берләштерер (Әүлиә Раббани). Әлеге мәлдә ил эсендә сыуалыштарҙың ихтималығы бик ҙур, күрше Греция иле Кипр утрауы өсөн ғауға сығарыр һәм еңелер. Израильдә яңы хакимлек буласаҡ һәм Төркиә менән килешерҙәр һәм буласаҡ һуғыштарҙа союздаш булырҙар. Сәүд Ғәрәпстаны ла Израиль менән килешеүгә ынтылыр, сөнки 2050 йылға был илдең нефть ятҡылыҡтарының запасы бөтәр һәм яңы технологияларҙы һәм башҡа яңы фән өлкәләренең һөҙөмтәһен ҡулланыу өсөн Израиль һәм Америка ҡарарҙар. Американың Ҡушма Штаттарында кризис булһала, улар уны еңеп сығыр. Был турала әүлиә әл-Дағистани әйткәйне бит әле.
Рәсәйгә килһәк: һайлауҙар үткәс бурҙар һәм бандиттарҙың иҫке системаһын яңыртып шул уҡ хакимлекте ҡалдырырға тырышырҙар, был болаларға килтерер һәм ил тарҡалмаһын өсөн көҙгә табан нығыраҡ золомсылар шашырҙар, әммә яуызлыҡтарын артырып бер нәмәлә эшләй алмаҫтар, яңы либераль демократик хакимлек килеүе ихтимал, күп нәмәләр бирәбеҙ тиеп һөрән һалырҙар, әммә Рәсәй тарҡала башлаһа, көс ҡулланырҙар. Граждандар һуғышы башланыуынан азат түгелбеҙ. Әлбиттә, Америка һәм Европа илдәренә Рәсәйҙең тарҡалыуы кәрәкмәй, сөнки улар ядро ҡоралының бүлешеп алышырҙар, йәки башҡа яҡҡа таратырҙар тип әкиәт һөйләһәләрҙә, икенсе яҡтан тарҡалған Рәсәй илдәрен ары нисек таларға? Бында әле Путин аша талау еңел ине. Шуға бер вариант итеп Рәсәйгә бүлгеләп алырҙар ине, әммә теге яҡта Ҡытай үҙе кризисҡа батһа, бында көнбайыш Европа илдәрендә катастрофалар, глобаль кризистар, һыу-ҡар баҫыуҙары һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында улар Рәсәйгә ҡыҙыҡһынмаһала, экономик яҡтан бүлгесләүҙәре бар.
Яңы эпоха, бар донъяны, ер йөҙөн үҙгәртеү сәйәсәте буласаҡ. Әлеге Рәсәйҙең 6 мең атом бомбаларының 30 % эшкенһә әле. Уларҙың төҙөк хәлдә тоторға һәм химик элементарын, яғыулығын алмаштырырға Рәсәйҙең аҡсаһы юҡ, булһала улары бурҙар ҡулында. Шунан үткән быуаттан бирле, был ракеталар һәм бомбалар эшләнгәндән бирле улар юғары көстәр тарафы аҫтында контрольдә. Белеүебеҙсә, саң бөртөгө лә Аллаһының ризалығын алмайынса ергә ятмаҫ, шулай булғас, осар ракета ла ҡайҙалыр осоп барып етеп, шартлар кәрәк булһа. Ахыр заман аҙағына ҡырылыш көтәбеҙ бит, шулай булғас тәҡдиргә нигә ҡаршылашырға. Аллаһы тәүбәгә килмәгән өсөн әфәттәр, тәбиғәт катаклизмдары, ауырыуҙар, һуғыштар ебәрәм тип, вәғәҙә итмәнеме, кем ғәйепле шашып, ялған донъяны, боҙоҡлоҡто үҙ итеп йәшәгәнгә? Яманлыҡтың үҙәге — һәр саҡ Рәсәй булды, эргәһендәге бар илдәрҙе баҫып алып, асимилляция эшләп халыҡты аҙҙырҙы түгелме? Бына шуға язалар, хәҙер бер туҡтауһыҙ киләләр. Кисәге генә Мәһди хәҙрәт килер мәлдә юлдар ябыла, тиеп мәҡәлә сығарыуым булды, шул уҡ көндә Силәбелә поездар төкөштө, унан алда Удмуртияла, атом бомба полигонында яңы төр ҡоралын һынаған ваҡыта ул көслө шартлап, шул тирәләге эсәр һыуҙарҙы радиация менән ағыуланы. Шуныһын ишетеп-күргәнегеҙҙер, һуңғы 5-6 йылда Рәсәйҙең бөтә төр хәрби ҡоралдарын һынауҙары уңышһыҙ. Бар экономикаһы һәләкәт аҫтында.
Ялған Путиндең бөтә эштәре уңышһыҙ бара, сөнки юғары көстәр уның бар эшен туҡтата. Төркиә иленә газ торбалары һуҙып, шунда һаҡлағыстар төҙөп, ары сит илдәргә һуҙабыҙ тигәйне (шул иҫәптән Ҡытайға) килеп сыҡманы. «Зерновой коридор» тураһында һөйләшеүҙәрҙән һөҙөмтә юҡ. Рәсәйҙең Африка иленә бушлай бирәм тигән игене лә сереп ята. Әле Путин Америка журналисы Такер Карлсонға биргән интервьюһында: мин 2022 йылдың 24 февралендә Америка, Нато илдәре Рәсәйгә һөжүм иттә, тип әйтмәнем ти, был хәшәрәт беҙҙе тағы күпме алдар? Уның, былтырҙан бире ай һайын Төркиәгә барам тигәне ниәте апрель-майға күсерелде, сөнки юғары көстәр уны унда индермәйәсәк. Төркиә НАТО-нан айырылып, шул иҫәптән Европанан да, үҙеңдәге 10 миллион ҡасаҡты ситкә ебәреп, көслө мосолман дәүләтенә әүереләсәк. Европа илдәренә килгәндә, әле бына нисәнсе аҙна инде 20 илдә фермерҙәр төп, мөһим юлдарҙы техникалары менән блокировать итеп, был үҙ илдәренә ҙур зыян килтерәләр.
Әгәр бөтә донъяла барған хәлдәрҙе ентекләп күҙәтһәгеҙ, бар ерҙә көн һайын шартлауҙар, авариялар, катастрофалар, урман һәм башҡа урында янғындар, ер тетрәүҙәр, вулкандар атылыуы, һыу һәм ҡар баҫыуҙары, ер шыуыуҙары һәм ярылыуҙары, убылыуҙары, тәбиғәттең ярһыуы бара. Шулай уҡ нефтегазо базалар, заводтар шартлай һәм яна. Был бит беҙҙең илдә генә түгел. Нил йылаһының һыуы кәмей һәм хәҙис буйынса унда алтын тау табыуҙары ихтимал һәм унда барған 100 кешенән берәүһе генә тере ҡалыр. Атлантик һәм Тымыҡ океанды тоташтырған 82 километрҙыҡ Панама каналы һайый бара һәм бында сауҙа һәм нефть судноларына йөрөүе ҡыйынлашҡан. Бөтә донъяның 1/3 углеводород транзиты ошонан үттә. Илдәрҙә банктар һәм биржалар ябыла, забастовкалар, болалар, фетнәләр көсәйә. Быйыл ас ҡаласаҡ Африка илдәренең хәлен үҙегеҙ күҙаллай алаһығыҙ, донъяның башҡа өлөштәре лә буш ҡалмаҫ.
Ҡояш тураһында үткәндә яҙҙа биргәйнем бит әле, беҙҙең төп йондоҙ ярһыр тип. Уның әүҙемлегенең иң юғары нөктәһе алда әле. Daily Star порталы 2025 йылда киләсәген яҙа, әммә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, көндөҙгө яҡтыртҡыстың бөтә ҡеүәте беҙгә 2024 йылда уҡ төшәсәк. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, ҡеүәтле ҡояш ялҡыны инфраструктура кимәлендә донъя селтәрен юҡ итәсәк, йәғни линияларҙы һәм тапшырыу станцияларын сүп-сарға әйләндерәсәк. Ерҙә интернет-апокалипсис башлана, сөнки селтәрһеҙ самолеттар осоуы ла, поездар хәрәкәте лә, дауаханалар эше лә күҙ алдына ла килтереп булмай. Шулай уҡ электр селтәрҙәренең трансформаторҙары яныуы ихтимал тейҙәр, бындай хәлдәр булғаны бар. Интернетһеҙ һәм светһеҙ донъя йәштәрҙе ярһытасаҡ, үҙебеҙҙең бар донъя шуға бәйләнгән, ҡыш уртаһында был ҡояштың ялҡынланыуы тура килһә, нимә эшләрбеҙ?
Бына шулай Ер йөҙө бөйөк һелкенеү һәм тетрәнеү алдында тора, барыһы ла кешенең боҙоҡлоғона, яманлығына, яуызлығына, шәфҡәтһеҙ, мәрхәмәтһеҙ, рәхимһеҙ булыуына бәйләнгән. Иблис йоғонтоһона бирелеп халыҡтың бер-береһен үлтереүе уның тулы иманһыҙлығы арҡаһында, Аллаһының Ҡөръән Кәримдәге әйткән һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмдең сөннәтен инҡар итеп, әхләҡ-әҙәп тәртиптәренән аҫҡа тәңәрәүебеҙ арҡаһында аласаҡ язаларыбыҙ көндәре яҡынайҙы.
Бер-беребеҙгә асыуҙан, көлөүҙән, көнләшеүҙән, күрә алмауҙан, дошманлыҡтан, аңлайышһыҙлыҡтарҙан килеп сыҡҡан ҡаты һүҙҙәрҙән, ауыҙ асып, тел менән еткергән зарарҙан, күңелдәге насар уйҙар өсөн шул кешеләрҙән ғәфү үтенеп, Аллаһ Тәғәлә алдында тәүбә итеп, доға ҡылып, уларҙың һәм Аллаһының ризалығын алайыҡ. Аллаһ һәм беҙҙең әҙәпһеҙлектән рәнйетелгән әҙәмдәр, беҙҙе ғәфү ҡылһын!
Киләсәгәбеҙ, Ислам дине, тоғро мосолманлығыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ, туған телебеҙ, илебеҙ, балаларыбыҙҙың, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың бәхете өсөн бергәләшеп һәм татыулашып көрәшәйек! Арабыҙҙа дин дошманлығы һәм башҡа низағ булмаһын, аңлайышһыҙлыҡтар өсөн бер-беребеҙҙе ғәфү ҡылайыҡ һәм бер-беребеҙгә насарлыҡ теләмәйек. Әлбиттә, кемдәрҙер яуызлыҡтары өсөн язаһын был һәм теге донъяла алыр һис шикһеҙ. Беҙҙе, барыбыҙҙы ла яраштырырға һәм бергә тупларға Имам Мәһди хәҙрәт килә. Ул бөйөк мөждәһит – Ислам дине белгесе, шәриғәт хөкөмсөһө булараҡ Аллаһ Тәғәлә биргән саф динде ҡайтарасаҡ, иншаАллаһ. Аллаһ, барыбыҙҙа ла дине ғилем яҡтылығында, нурында, бәрәҡәтендә, ниғмәтендә булдырып, Раббыбыҙың ризалығын алып, йәннәттәренә инергә насип итәр, иншаАллаһ. Аллаһ Бер, Аллаһ Бөйөк, Аллаһынан башҡа иллааһи юҡ! Әмин.