Архив автора: Назир Сабитов

Ләғнәт

                                                             Ләғнәт
     Ләғнәт, рәнйетеү, мыҫҡыл итеү, һүгеү, әрләү һәм ҡәһәрләү элек-электән кешеләр араһында нәфрәттең һәм күрә алмаусанлыҡтың иң киҫкен сағылышы тип һанала, һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы кешеләргә йәки ваҡиғаларға ҡарата кире мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн ҡуллана. 
     Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ләғнәт менән мыҫҡыл итеү араһында айырма бар. Ислам динендә мыҫҡыл итеү тыйыла. Лексика һүҙлеге йәһәттенән ул әрләү, һүгенеү, хурлау һәм яманлау (хула) тигәнде аңлата (3). Зөбәйҙә былай тип яҙа:" Мыҫҡыл итеү — һүгенеү, әрләү һәм хурлау " («Таджәль-арус», 2 т. 63 бит). Ибн Манзур шулай уҡ былай тип яҙа: «Мыҫҡыл итеү — оятһыҙ һүҙҙәр, улар яла яғыу кеүек түгел („Лисан әль-араб“, 12 т., 318 бит). Тарихи былай тип яҙа:» Кәмһетеү — берәй нәмәне минустар һәм етешһеҙлектәр аша һүрәтләү " («Маджма' аль-бахрейн», т. 6, 70 бит). Читать далее

Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...

                                       Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон...
     Ваҡыт үтмәҫ, ҡояш батмаҫ борон... «Инсан исемле Сер» китабынан, Нуриман Мусин.
     Бушҡа үткән ваҡытыбыҙ, юҡ-барға сарыф ителгән ғүмеребеҙ – тәүбәләр өсөн төп сәбәп. Ваҡытты бит һатып алып та, һаҡлауға һалып та ҡуйып та булмай. Үлемдең хәҡиҡи асылын белгәндәр фани донъяның үтә торған ләззәттәренә алданмай. Юлы ҡайҙа алып барғанын белгән әҙәмдең ер тормошоноң бер минутлыҡ рәхәтлектәренә күҙе ҡыҙмай. Донъяның бөтә байлыҡтарын йыйып, мең йыл йәшәгән сүрәттә лә бәндәгә ниндәй файҙа? Бер көн килеп, байлығы ла юҡҡа сығасаҡ, үҙе лә ҡара ер ҡуйынына инеп ятасаҡ.
     Әҙәм ғүмере ҡапма-ҡаршы ике нөктә — «йәшәү шатлығы» һәм «үлем ҡурҡынысы» араһында бәүелгән маятник ише. Башкөллө фани донъя ығы-зығыһына сумған бәндә үлемдең хәҡиҡи асылын, әҙәмдең был донъяға килеү серен һәм хикмәтен аса алмай. Ғаләмдең кескәй генә күсермәһе булған тәнебеҙҙә меңдәрсә күҙәнәк һәр даим тыуа һәм үлә. Тән был донъя менән оҡшаш: унда «бәпесләү бүлектәре» лә, «зыяраттар» ҙа бар. Нәфесебеҙ был донъяла ирешкән бөтә бейеклектәр балалар диңгеҙ янында төҙөгән ҡом ҡәлғәләргә оҡшаш — килтереп бәргән тәүге тулҡын менән улар йыуылып юҡҡа сығасаҡ. Читать далее

Раббәнәәнең 40 доғаһы

                                   Раббәнәәнең 40 доғаһы
     Ҡөръән Кәримдә Раббәнәә (Аллаһ) менән башланған 40 доға аяттары. Был доғаларҙың әжер-сауабын үлсәй алырлыҡ нәмә юҡ. Улар күпселеге пәйғәмбәрҙәр тормошоның бер өлөшө булғандар, шуға күрә ҙур әһәмиәткә эйә. Был доғаларҙы фани доньяла еңеллек һәм киләсәктә ахирәткә эләгер өсөн төрлө теләктәр һәм үтенестәр бойомға ашһын өсөн уҡып була.
     Беҙ, маҡсаттарыбыҙға ирешер өсөн, теләгәндәребеҙ үтәлһен өсөн тик Аллаһынан ғына ярҙам һорайбыҙ. Һәр хәлгә ҡарап, һораған, ҡылған доғаларыбыҙҙың әжере был донъяла килеп етмәһә лә, аҙаҡ Ахирәттә ҡабул булыуы ихтимал. Барыһы ла Аллаһ Тәғәләгә нисек ниәтләнеп ҡылыуыбыҙҙан тора, иншаАллаһ бар хәжәттәребеҙ ҡабул булыр. Шуға икеләнмәй генә доғаларҙа ихлас булайыҡ. Читать далее

Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар

                         Золом һәм йәбер ҡылыусыларға ҡаршы доғалар
     Ахырзаман ваҡытының көндәрендә йәшәйбеҙ. Ваҡыттарҙың үтеүелә тиҙләшә. Рәсүлебеҙ бер хәҙисендә: «Ҡиәмәт көнө алдыннан ваҡыттың тиҙәйеүен һиҙерһегеҙ. Бер йыл – бер ай, бер ай – бер аҙна, бер аҙна – бер көн, бер көн сыраҡтың яныуына тиң булыр», – тигән. Ваҡыттың бәрәкәте бөтәсәк. Шул тиҙләнгән ваҡытҡа ярашлы донъялағы сәйәси хәлдәрҙә тиҙләшә һәм беҙҙең ғүмерҙәге әлеге барған ил ҡоролошоның һанаулы көндәре ҡалды. Кемдер бөгөнгө көндәрҙә ҡолоҡҡа ҡоролған йәмғиәтте оҙаҡҡа булыуын теләп теш-тырнағы менән йәбешһә лә, яҙ башында һис шикһеҙ аяҙ ҡояш сығасаҡ шиккеле, үткән тарихтан: йәбер-золомдан, геноцидтарҙан, тирандарҙан, залимдарҙан, һуғыштарҙан бер фәтүә алмай төҙөлгән боҙоҡ сәйәсәттең байышы һис шикһеҙ. Читать далее

Ялғанға инаныу!

                                                      Ялғанға инаныу!
     Был фани донъябыҙҙа ялғанға инаныу, ялғанға ышаныу, алдаҡ һәм боҙоҡлоҡҡа ҡоролған тормошобоҙҙа әҙәм балаларының, шул иҫәптән үҙҙәрен мосолманға һанаған әҙәмдәрҙең һаҙлыҡҡа батҡандарын күрәбеҙ. Берәүҙәре белемһеҙлектәре арҡаһында, икенселәре алған ғилемдәренән фәтүә алмай ике йөҙлөлөккә – монафиҡлыҡҡа баталар. Көнө-төнө барған ялғанды ысынбарлыҡ итеп, донъяларын имеш дошмандан һаҡлайҙар. Үткән вәғәҙҙәрҙә был Дәджәл фетнәһенең репетицияһы икәнен аныҡ аңлатҡайным.
     Мәүләнә Йәләлетдин Руминың «Мөхәббәт һәм Мәғрифәт», «Мөхәббәт сере» китабтарынан алынған өҙөктәрҙе файҙаланып төҙөлгән вәғәҙҙе уҡып үтәйек.
                                                                                         أَفَلَا يَتَدَبَّرُونَ الْقُرْآنَ أَمْ عَلَى قُلُوبٍ أَقْفَالُهَا
     Ә фәләә йәтәдәббәруунәл-Ҡур'әәнә әм ғәләә ҡулүүбин әҡфәәлүһәә.
     «Улар Ҡөрьәнде аңламайҙармы? Әллә уларҙың күңеленә йоҙаҡ һалынғанмы?» (Мөхәммәд, 24). Читать далее

Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан

                                        Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) ишан
     Бисмилләәһир-рахмәнир-рахим.
     Мәшһүр яҡташыбыҙ, үҙ заманының күренекле күренекле мәғрифәтсеһе һәм арҙаҡлы дин әһеле ишан-хәҙрәт Абд аль-Ханнан (Абдул Ханнан) Ноғоман улы Ирназаровҡа быйыл 160 йәш тула. Ул атаһының исеме менән Ноғоманов йөрөй.
     Бала саҡтан ишетеп килгән Абд аль Ханнан хәҙрәт тураһындағы мәғлүмәттәрҙең күбеһе бер ваҡыттала баштан сыҡманы.
     Асҡар ауылы мәсетенең имам-хатибы Әхмәт хәҙрәттең изге кәңәштәре менән был ҡулъяҙманы әҙерләүсе Ҡужан ауылы Ғәбделбарый улы Рафаил Мәсәлимов.
     Минең әсәйем Сафия (атаһы Дәүләтша ауылынан билгеле Камалетдин мулла, әсәһе Фатима Абд аль Ханнандың ҡыҙы) олоатаһы Абд аль Ханнанды яҡшы белә ине, бала сағынан ҡатнашып, аралашып үҫкән. Абд аль Ханнан хәҙрәтте һуңғы юлға оҙатҡандала булған (ул ваҡытта атайым менән әсәйем Әлмүхәмәт МТС-ында эшләгәндәр, шунда йәшәгәндәр).
Был ҡулъяҙманы әҙерләгәндә мин Асҡар ауылында йәшәгән Усманов Махиян мулланың һөйләгәндәрен иҫкә алдым (Махиян мулла Абд аль Ханнанға ҡоҙа була). Асҡар мәктәбендә 8-10 класстарҙа уҡығанда мин Махиян олоатайҙарға йыш бара торғайным. Махиян мулла миңә Камалетдин мулла Абд аль Ханнан ишан-хәҙрәт тураһында күп һөйләгәйне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күп нәмәләре онотолоп бөткән. Читать далее

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

                                                  Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

Cuverenitet

Суверенитет, демократия, һүҙ азатлығы

     «Рәсәй иленә ҡәбәхәттәр идара итә»,— тип белдерҙе, Рәсәй Федерацияһының кеше хоҡуҡтары буйынса вәкәләтлеһе Сергей Ковалев. Үҙ ерендә үҙ халҡына ҡаршы һуғыш асҡан власть даирәләрен башҡаса атап булмайҙыр ҙа. Төньяҡ Кавказдағы Ичкерияның һәм күрше региондарҙың йөҙәрләгән мең халыҡтары — чечендар һәм ингуштар, ҡарәсәй һәм адыгей, осетин һәм балҡарҙар — бары тик донъяға үҙҙәре булып тыуған һәм үҙҙәре теләгәнсә йәшәргә ынтылған өсөн XX быуат эсендә генә бына нисәнсе тапҡыр депортацияға, этноцидҡа, туранан-тура геноцидҡа дусар ителде, йорт-ерҙәре яндырылып, ас-яланғас ҡалдырылды, үлтерелде, иленән һөрөлдө. Бына нисәнсе тапҡыр үҙ халҡына ҡаршы ҡуйылып, төрлө милләттән булған тиҫтәләгән мең Рәсәй хәрбиҙәре һәләк ителде. Ирендәрендә әсә һөтө лә кибеп өлгөрмәгән, мыйыҡтары ла яңы ғына һыҙылып сығып килгән һәм Рәсәй армияһында әле күҙҙәре лә асылмаған бесәй балаларын хәтерләткән һөлөктәй егеттәребеҙҙе утлы нөктәләргә ебәреп, милләттең иң сәләмәт һәм иң көслө яртыһынан «пушка ите» яһанылар.
     Рәсәй армияһының, тимәк, беҙҙең егеттәрҙең — урыҫмы, татармы, сыуашмы, башҡортмо, барыбер беҙҙеке, бит улар — Ичкерияла «бандиттар» менән түгел, ә чечен халҡына ҡаршы һуғышыуы бөгөн бөтә донъяға билдәле. Читать далее

Илкәйем

                                                «Илкәйем», Зәйтүнә Ханова

Зайтуна Ханова

Зәйтүнә Ханова

     Президент Борис Ельцин хәрәкәт итеүсе ғәскәрҙәргә алты ай хеҙмәт иткән йәш һалдаттарҙы ебәрергә Указ биргәйне, теләгеңә ҡарап һуғышта ҡатнашыу хоҡуғын бөтөргәйне. Шунан алып һуғышта ҡатнашыу мәжбүри бурысҡа әйләнде. Ә бының Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килеүе бер кемде лә борсоманы. Төп Законда  ҡаралған альтернативалы хеҙмәткә хоҡуҡ тулыһынса инҡар ителде .
     Рәсәйҙә хатта һауала һуғыш еҫтәре аңҡый. Телевидение бер туҡтауһыҙ Владимир Путинды күрһәтә: бына ул һауала пилот урынында, бына һыу аҫты кәмәһендә, (Тотош Рәсәйҙә берҙән-бер кеше, Калуга өлкәһенең Обнинск ҡалаһынан йәш математик, милитаризацияға ҡаршы радикаль ассоциация ағзаһы Дмитрий Неверовский ғына «һуғыш машинаһын» судта еңеп сыҡты — тик бының өсөн уға бер йылға яҡын төрмәлә ултырырға тура килде. «Минең һуғышта ҡатнашмаҫҡа Конституцияла ҡаралған хоҡуғым бар һәм мине ирекһеҙләргә бер кемдең хаҡы юҡ. Әгәр Чечняға барһам, барыбер тыныс халыҡ яғына күсер инем», — тип белдерҙе Дмитрий судта (НТВ, 24 октябрь, «Суд бара» программаһы) йәки Чечняла һалдаттарҙы яңы һуғыштарға рухландыра, бына ул шлем кейеп, парашют аҫып алған һәм СУ-27 истребителендә Чечняға оса, йәки каратэ менән шөғөлләнә... Бары тик Баренц диңгеҙендә хәрби-диңгеҙ уҡыу тәжрибәләре ваҡытында илдең иң яҡшы судноһы — КА-141 «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе фажиғәле һәләк булғандан һуң бар донъя тетрәнеп, ярҙам ҡулы һуҙғанда ла ҡотҡарыу эштәрен башларға теләмәгән һәм Сочила ял итеүен дауам иткән президентыбыҙҙың һәм баш командующийыбыҙҙың абруйы һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Путин үҙе булып — президент булып ҡалды, ә бына беҙ, меңәрләгән чечендар ауыл-ҡалалары менән ер йөҙөнән юҡ ителгәндә «ыһ!» та итмәгән кешеләр, үкерешеп илаштыҡ... Йортһоҙ, илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ, динһеҙ ҡалғандарҙы кем йәлләп илар икән?.. Читать далее

Әхмәтзәки Вәлиди Туған

                                                      Әхмәтзәки Вәлиди Туған

     Ғайса Хөсәйеновтың Әхмәтзәки Вәлиди Туған тигән тарихи-биографик китабын һеҙҙең иғтибарға ПДФ форматта тәҡдим итәм. Китаптан өҙөк: Әхмәтзәки Вәлидиҙең кумиры — Йәләлетдин Руми. Төрөк һәм иран әҙәбиәте классигы Румиҙың фарсы телендәге шиғырҙарын ул әңгәмә барышында берәй фекерен образлы итеп нығытып ҡуйырға кәрәк булғанда йыш ҡына яттан цитаталарға ярата, уның кинәйәле һүҙҙәрен оҫта ҡуллана. «Мәүләнә төрлө яҡлы, күсмә мәғәнәле, тәрән фәлсәфәи фекерҙәр яҙып ҡалдырған, — ти ул. — Уларҙы аңлау өсөн дини әҙәбиәтте, хатта төп йәһүди сығанаҡтарҙы, пәйғәмбәр ҡиссаларын, Һарут-Марут, Балам-Баһур ҡиссаларын, ғәрәп әҙәбиәтен тәрән белеү шарт. Быларҙы минең кеүек бөтә нескәлектәрендә белеп етмәгән кешеләргә Румиҙы аңлауы анһат түгел. Баязит Бистами, Мансур Һаллаж һәм Ибраһим Әдһәмдең, суфыйҙарҙың тәржемәи хәлдәрен, Ҡөрьән аяттарын, хәдистәрҙе, ғәрәп һәм фарсы фольклорын, айырыуса иблис, шайтан интригаларын белеү мотлаҡ. Мәүләнә Йәләлетдин Руми, үҙе бик яҡшы хәбәрҙар булған был хикәйәт-киссаларҙың берәй киҫәгенә таянып, фекерен үҫтерә. Өҫтәүенә Руми, бер әҫәрҙең аҙағына сыҡмаҫтан, икенсеһенә, өсөнсөһөнә күсә. Улар араһындағы эске мәғәнәүи бәйләнештәрҙе аңлау ҙа уҡыусының дини, тарихи, әҙәби яҡтан мәҙәнилеге кимәленә бәйле». Читать далее

Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

                                               Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ

Ахматзаки Валиди

Әхмәтзәки Вәлиди

     Әмир Юлдашбаевтың Әхмәтзәки Вәлидинең хаттарынан, сығыштарынан, башҡорт халҡына әйтелгән мөрәжәғәттәренән төҙөгән был «Күрәҙәлек итмә, тимәгеҙ» китабы ысынбарлыҡҡа илебеҙҙә булған һәм буласаҡ ваҡиғалар менән бәйле. Зәйнулла Рәсүлевтың кейәүе булараҡ бөйөк шәхесебеҙ Зәки Вәлидов иҫкәрткәндәренең бөтәһелә тормошҡа аша килә бит! Бәлки әүлиә Зәйнулла ишан илдә буласаҡ ваҡиғаларҙы күрәҙәләп Зәки Вәлидовҡа әйткәндер, сөнки был ғалимыбыҙ: тормош юлымда Зәйнулла ишан тап булмаһа, мин бәлки ябай сәуҙәгәр булыр инем тигән бит. Һәм быны Әхмәтзәки Вәлиди ошо яҙғандары аша иҫкәртергә теләгәндер.
Мин ни эшләптер был 1998 йылда баҫмаға бирелгән китапты элегерәк уҡымай, хәҙерге көндә ентекләп шуны уҡығыс – шанҡып ултырам. Ысынында был китапса яҙылғанса: сәйәсәттә һәм халыҡ тормошо араһындағы барған хәлдәр дөрөҫлөккә тап килә бит! Тик халыҡ наҙанлығы арҡаһында быны аңларға теләмәй һәм донъяһын ҡайғырта.
Читать далее