Архив автора: Назир Сабитов

Ғәҙеллек (справедливость) ҡайҙа?

                                    Ғәҙеллек (справедливость) ҡайҙа?
     Ғәҙел, ғәҙеллек (ғәр. عدل‎ — ғәҙеллек, намыҫлылыҡ) — киң мәғәнәлә шәхесте әхлаҡи баһалау категорияһын аңлатҡан ислам термины, ул ғәҙеллекте һәм дөрөҫлөктө күҙ уңында тота. Әҙәм заты ҡәбилә осоронда берләшкәндә үк ғәҙеллеккә ынтылған. Ғәҙеллек – йәмғиәттең беренсе ташы, нигеҙе. Шуға ла кеше дәүләттән дә һәр саҡ ғәҙел ҡараш көтә һәм дөрөҫ көтә. Үҙ халҡына ҡарата ил эшкәрҙәренең тоғролоғо юҡ икән, ул дәүләттең нимәгә кәрәге бар? Көн-төнө барған намыҫһыҙлыҡ, ялған, урлашыуҙар, алдашыуҙар, коррупциялар илдең идаралығын аҙырған. Әле генә ауып ҡалған социализмдың ғәҙеллектәренән ситкә тайпылып, коммунистәр суҡынып, единоросс булып китеүҙәре илдә тәртип, намыҫлылыҡ, хаҡлыҡ, дөрөҫлөк урынлаштырҙымы? Читать далее

Халҡыбыҙҙың тәҡәбберлеге

                                                      Халҡыбыҙҙың тәҡәбберлеге
     Әҙәм заты нисәмә быуаттар инде йәшәп, үткән тарихынан һабаҡ алмай. Бына ахырзамандың аҙағында йәшәүебеҙҙән дә, фәтүә юҡ. Бер аяғыбыҙ менән ҡәберҙең соҡорона баҫып торабыҙ, ләкин мин-минлегебеҙ менән һәр кем, һәр халыҡ тиерлек, Иблис ҡуштандарына эйәреп, үҙҙәрен хаҡ итеп, ҙур гонаһ – тәҡәбберлеккә бара. Тәҡәбберлек – ул әллә кем булып маһайыу, маҡтаныу, эрелек күрһәтеү, үҙеңде бик эре, һауалы тотоу, һауалылыҡ.
     Аллаһы Тәғәлә Изге Ҡөрьәндә:
                                          وَلَا تُصَعِّرْ خَدَّكَ لِلنَّاسِ وَلَا تَمْشِ فِي الْأَرْضِ مَرَحًا إِنَّ اللَّهَ لَا يُحِبُّ كُلَّ مُخْتَالٍ فَخُورٍ
     «Үә ләә түсәғғир хаддәкә линнәәси үә ләә тәмши фил-ардыи мәрахән иннә-ллааһа ләә йү-хиббү күллә мухтәәлиң фәхуур»
     «Кешеләргә ҡарата йөҙөндә кәмһетеү күренмәһен һәм ер йөҙөндә ғорурланып йөрөмә, ысынлап та, Аллаһ һәр төрлө ғорурҙарҙы (тәҡәбберҙәрҙе) һәм маҡтаныусыларҙы яратмай», — ти [Ҡөрьән, 31:18]. Читать далее

Әүлиәләр ҡайҙа?

                                                       Әүлиәләр ҡайҙа?
     Ни эшләп әүлиәләр күренмәй? (Шәйех Мехмет әфәнде).
     أَلَا إِنَّ أَوْلِيَاءَ اللَّهِ لَا خَوْفٌ عَلَيْهِمْ وَلَا هُمْ يَحْزَنُونَ
     «Ә ләә иннә әүлийәә ә-ллааһи ләә хауфүн ғәләйһим үә ләә һүм йәхзәнүүн».
     «Аллаһының дуҫтары бер нәмәнән дә ҡурҡмай (көйөнмәй) һәм хәүеф белмәҫ». Юныс (10) сүрәһе, 62 аят.
     Аллаһы Үҙенең һөйгән дуҫтары хаҡында – улар ысынында инандылар һәм Аллаһынан ҡурҡыусылар. Әүлиәләр Аллаһыға иман килтереүселәр һәм Унан ҡурҡыусылар. Беҙҙең хәҙерге ваҡытта әүлиәләр йәшерен һәм һирәктәрен генә күрергә мөмкин, улар үҙҙәрен белдермәй. Элекке ваҡытта әүлиәләр билдәле ихлас иманлы кешеләр ине, быларҙы халыҡ еңел ҡабул итеп, улар артынан эйәрҙеләр. Читать далее

Урта Азия Дәджәле

                                                                        Урта Азия Дәджәле
     Урта Азия Дәджәле (Шәйех Мехмет әфәнде)
     Беҙҙең юл сөхбәт һәм йыйылышта мәнфәғәт
     «إِنَّ الدِّينَ عِندَ اللَّهِ الْإِسْلَامُ»
     «Иннә ддиинә ғиндә Ллаһи л-Ислам»
     «Хаҡ дин, Аллаһы дине — Ислам». 3 сүрә, 19 аят. Бөтә пәйғәмбәрҙәрҙә Ислам диненә таянып эш иттеләр. Аллаһының дине Ислам һәм унан башҡа бер диндә юҡ.
     Улар межконфессиональный диалог (конфессия-ара диалог) хаҡында һөйләйҙәр – бындай төшөнсә юҡ! Башҡа бер диндә юҡ! Ислам религияһы Әҙәм ғәләйһиссәләмдән алып беҙҙең Мөхәммәд пәйғәмбәр, ғәләйһиссәләмгә тиклем килә. Исламдың тәғлимәтең шәриғәттә һәм тәриҡәттә табырға була. Шәриғәт һәм тәриҡәт айырылмаҫ бер бөтөн. Улар Исламдың берлеген аңлата. Былар Ислам юлдары һәм беҙҙең Пәйғәмбәребеҙ, ғәләйһиссәләм юлы. Читать далее

Енси яҡынлыҡтан һуң ғөсөл алырғамы?

                                       Енси яҡынлыҡтан һуң ғөсөл алырғамы?
     Һыуға бәйле, йәки һауа торошона, йәшәгән урындың һәм уның шарттары һөҙөмтәһендә, башҡа төрлө сәбәптәр менән килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтар арҡаһында енси яҡынлыҡтан һуң ғөсөл алырғамы тигән һорау күптәрҙе борсой. Әлбиттә, шәриғәт ҡанундары уны теүәл үтәүен ҡуша. Әммә, тигән һорау күптәрҙе борсой. Был һорауҙы элгәре уҡытыусыларға ла биреп ҡараным, тик улар әлеге үҙҙәренең белем үҫештәре һай булыуҙары арҡаһында аныҡ яуап бирмәнеләр. Ул ваҡытта, минең күҙ алдымда, пәйғәмбәребеҙ заманында, сүллектә, һыу алтын урынына булғанда, кис һәм төнөн ҡоҙоҡ алдына сиратҡа теҙелгән, енсе яҡынлыҡтан һуң ғөсөл алырға йыйынған ғәрәптәр тора ине. Тәһәрәткә килгәндә лә бер-нисә тиҫтә йөҙ мең ғәскәр сүллектә һыуһап, көн-аҙналар барғас, эсәр һыуҙарын, үҙҙәренә, дөйәләренә һәм башҡа йөк малына тигәнде, тәһәрәт алырға тотоноп, үҙҙәрен үлемгә дусар итер ине бит. Шулай булғас, һыу тотонмай тәйәммүмде лә бер-бер артлы алғандар булып сыға бит. Читать далее

Киләсәк хәлебеҙ

Шейх Мухаммат Назим Адел ал-Хаҡҡани

Шейх Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани әр-Раббани

          Киләсәк хәлебеҙ
1983 йылдың 5 октябры, төнгө сменала колхоздың баҫыуың ДТ-75 тракторы менән һөрәм. Көндө ҡапыл һыуытып ебәреп, алда тракторҙың фар яҡтыһында ап-аҡ эре ҡар яуып баҫыуҙы ағарта, арта инде һуҡҡа аҡтарған ҡара бураҙна ҡала. Ошо ғүмеребеҙҙең ағында ла һәм ҡараһында ла йәшәп тормоштың асылына төшөндөкме һуң әле?
     Ошо йылдың 16 октябрендә Совет армияһы сафына саҡырылдым. Өфөнән бер аҙна ялға кире ҡайтарылып 28 көнө тимер юлы вокзалынан инде Анапа ҡалаһына моряк-пограничниктәр мәктәбенә юландыҡ. Ауылдың, мәктәптең һәм профтехучилищенең бөтә китап-журналдарың уҡыған, тик Лениндың һәм Сталиндың — «миндә – мин» тигән томдарын тотоп ҡарап, уҡымаған һәм һәр саҡ йылмайып йөрөгән егеттең ҙур донъяға сығыуы башланды... Читать далее

Л.Н.Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаны

                                     Лев Николаевич Толстой: Урыҫ хөкүмәтенең ялғаныL.N.Tolstoi

     Батша, төп яуаплы кеше, ғәскәрҙәргә парадтар яһауын дауам итә, рәхмәт әйтә, бүләкләй, дәртләндерә, запастағыларҙы мобилизациялау тураһында указ сығара. Тоғро ялағайҙары ҡабат һәм ҡабат үҙҙәренең яратҡан монархы өсөн үҙҙәренең мөлкәтен һәм ғүмерен бирергә әҙер, әммә тик һүҙҙә генә. Үҙҙәре иһә, бер-береһе алдында һүҙҙә түгел, ә ғәмәлдә айырылып торорға теләп, ғәиләләрҙән аталарын айыралар, уларҙы етем ҡалдырып туҡландырыусыларҙы һуйыуға ебәрергә әҙерләйҙәр. Гәзитселәр, урыҫтарҙың хәле насарыраҡ булған һайын, хурлыҡлы еңелеүҙәрҙе еңеүҙәргә әйләндереп, намыҫһыҙыраҡ алдашалар, бер кемдең дә уларҙың ялғанын кире ҡаҡмаясағын белеп, яҙылыу һәм һатыу өсөн аҡсаны тыныс ҡына йыялар.
     Һуғышҡа халыҡтың аҡсаһы һәм хеҙмәте күберәк барған һайын, төрлө начальниктар һәм мутлашыусылар күберәк талай, бер кемдең дә уларҙы ғәйепләмәүен белеп, сөнки барыһы ла талай. Хәрбиҙәр, үлтереү өсөн тәрбиәләнеүселәр, тиҫтәләгән йылдар буйы кешелекһеҙлектә, тупаҫлыҡ һәм ғәмһеҙлек мәктәбендә үткәргәндәр шатлана, уларға аҡса бик күп өҫтәлә һәм үлтерелгәндәр улар өсөн өҫкә үрләргә вакансия аса. Читать далее

Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында

                                Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында
     Беҙ Лев Николаевич Толстойҙы «Война и мир» китабынан, башҡортса «Һуғыш һәм солоҡ» тигән әҫәренән яҡшы беләбеҙ. Бик күренекле һәм билдәле яҙыусы башҡорттар араһында бер нисә тапҡыр була.Үткән быуаттарҙағы Ҡырым һәм Кавказ һуғышы ветераны Лев Толстойҙың тағы ни әҫәрҙәре бар һуң? Шул замандағы ялған патриотизм тураһындағы һәм 125 йылдан күберәк ваҡыт үтеп, бөгөнгө көндәргә тиклем үҙ актуаллығын юғалтмаған яҙмалары менән бик һирәктәргә таныштыр. «Христианство и патриотизм»(1893—1894 гг.), «Одумайтесь!» (1904 г.), «Патриотизм и правительство» (1900) яҙмалары менә кем таныш? «Письмо к либералам», «Письмо к фельдфебелю», «Не убий» тигән мәҡәлдәре менән?
     «Беҙ упҡынға табан тиҙлекте артырҙыҡ һәм туҡтай алмайбыҙ һәм шунда осабыҙ... Беҙ бер нисә тиҫтә иң әхлаҡһыҙ, хәйләкәр, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр менән идара ителәбеҙ. Был кешеләргә буйһоноу мыҫҡыллы һәм кәмһетеүле, улар беҙҙең күҙ алдында төрлө әшәкелектәр һәм яманлыҡтар менән юғары урындарға сығып, власты баҫып алған», – тип яҙа Толстой.
     Лев Толстой: «Халыҡҡа ҡурҡыныс янай тип ышандырғас, хөкүмәт уларҙы үҙенә буйһондора». Ҡол итә, тип яҙа ул. Аҫтағы мәҡәллә өҙөктәре Лев Толстойҙың «Христианство и патриотизм» китабынан алынған. Уны ул 1893 йылда яҙа һәм цензура арҡаһында тыйылып тик 1906 йылда китапҡа баҫтырыла һәм уны баҫтырған редакторға суд эше ҡуҙғатыла.

     Ил һөйөү имандан, үҙ илендең тоғро патриоты бул тип, юҡ — бар нәмәләр уйлап яҙыу иманлы мосолман кешеләре эше түгел. Аллаһ бар донъяны һәм халыҡты бер тигеҙ итеп яратты һәм бер-беребеҙгә, бер милләткә лә, бер дәүләткә лә өҫтөнлөк бирмәне. Был тигеҙлекте боҙорға тырышыусыларҙы Аллаһ Тәғәлә асыуы менән ергә күтәреп бәрер, шулай һәр саҡ булды һәм тиҙҙән шул хәл йәнә ҡабатланасаҡ. Читать далее

Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?

                                                Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?
     Нәҡшбәндийә тәриҡәтенең әүлиә Шәйех Мөхәммәт Нәзим әл-Хаҡҡани әр–Раббани тарафынан һөйләнгән вәғәҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға. Уның улы әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәт Кипр утрауында йәшәй. Ул беҙҙең тарафҡа ике тапҡыр килеп ҡайты. Был вәғәҙҙең эстәлеге бөгөн илдә барған болғанышты аңламаған иманлы, үҙҙәрен мосолман тигән әҙәмдәргә бик ҡағыла. Мөфтийҙәргә тиклем һаҙлыҡҡа батып, ялғанды хаҡ итеп, дөрөҫлөктө алдашыу тиеп, ысынбарлыҡта үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан һәм был ҡырылышта һәләк булған аңһыҙҙарға йәннәт булырмы? Нисек улар бер туҡтауһыҙ ил башы ауыҙынан сыҡҡан тиҫтәләрсә ялғанды, алдаҡсы һүҙҙәрҙе Ҡөръәнгә, Аллаһыға һылтанып аңлатыр? Йә мөьмин мосолман ҡәрҙәш, 20 йылдан ашыу алдаҡсы ауыҙынан сыҡҡан һәм бөтә донъя ишеткән йөҙ тиҫтәләрсә ялғанды аҡлай алаңмы? Йәшәгән донъябыҙ яҡшырып ҡалды тиеңме? Шулай итеп  хаҡлыҡты  фани донъя рәхәтлегенә һатыңмы, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығып? Читать далее

Сөмбөльдөң етенсе йәйе

                                                Сөмбөльдөң етенсе йәйе.

     Сөмбөльдөң етенсе йәйе. (Седьмое лето Сюмбель). Режиссер – Булат Юсупов тарафынан төшөрөлгән был кинола үткән быуат башында ысынбарлыҡта булған ауыр ваҡиғаларҙың бер бәләкәй генә өлөшө сағылдырыла. Иблис идеологияһына эйәргәндәрҙең аңдары томамланып бер туғаның, ҡатының, дуҫың, ауылдаштарын, халҡын дошман итеп күреп, уларҙы үлтереп, юҡ итеп ҡырырға тырыша... Ауыр ҡәһәр замандар. Читать далее