Был нисәнсе Ҡиәмәт?
Ер йөҙөнә Ҡиәмәт нисә тапҡыр ҡилгән? Әллә Ҡиәмәт көнө миллионлаған тапҡыр килгәнме!? Беҙ был донъяға Ҡиәмәт көнөн нисек һәм ни хәлдә килерен белмәйбеҙ һәм башыбыҙға бер яңылыш фекер һалынған. Имеш бар ғәләм донъяһы, Еребеҙ, ҡояшыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ, галактикаларыбыҙ юҡҡа сыҡҡас, Ҡиәмәт килә лә һәм шунан һуң сиратҡа теҙеләбеҙҙә, йәһәннәмгә, йә иһә йәннәткә китәбеҙ. Бик яңылышабыҙ бит был уйҙа! Ни эшләп Ер йөҙөнә ахырзаман килгәндә, эргәләребеҙҙәге Ҡояшыбыҙҙан бәләкәй йәки миллионмы, әллә күберәк ҙурлыҡта булған, йәки яңы тыуып торған триллион йондоҙ-галактикалар беҙҙең донъя менән бергә юҡҡа сығырға тейеш? Ни эшләп Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ йыһан ғәләме, бер саң бөртөгөндәй генә булған Ер кешеләренең ғүмере менән бер тигеҙ булырға тейеш? Беҙ кемдәр һуң Уның бар барлығынан өҫтөн булып? Урыҫ христиандарының поптары кеүек, кешене Аллаһ Үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән икән тип, яңылыш уйҙа булмайыҡ, был иге сиге булмаған ғәләмдә беҙҙең бар донъябыҙ ер океандарындағы һыуҙың бер тамсыһына ла тиң түгелдер! Ни эшләп кешелек ғүмеренең аҙағы еттеп килгәндә, күктәге шул триллион йондоҙҙар араһындағы берәй (миллион) планеталарҙа йәшәгән башҡа йән эйәләре һәм беҙҙең Ер өҫтөндә, эргәбеҙҙә күҙгә күренмәгән параллель донъялар һәм башҡа ваҡыт-үлсәмдәрҙә йәшәгән Аллаһының заттары беҙҙең менән ҡуша ошо боҙоҡ цивилизациябыҙ менән һәләк булырға тейеш?
Беҙҙең аҡылыбыҙға, Совет осоро идеологияһы һәм әлеге йәһүд сионистәре, масондар, Ватикан папалары һәм башҡа беҙҙе күҙәтеп торған органдар тарафынан тыйылған, бик сикһеҙ йәшерен мәғлүмәт килеп етмәй! Совет осоронда беҙ был ғәләмәт йыһан донъяһында янғыҙбыҙ, сит планеталарҙа башҡа донъялар юҡ тип, башты туҡынылар. Әммә сит планета һәм башҡа билдәһеҙ, шаҡ ҡатыртҡыс нәмәләр тураһында информация ҡайһы бер мәл килеп сыға торғайны. 90-сы йылдарҙан һуң был хаҡта бик күп мәғлүмәт асыла бирҙе лә, Рәсәйҙең яңы хакимлеге урынлашҡас, ҡоро әкиәт һымағыраҡ һирәк-мирәк бирелә башланы һәм хәҙер берәй информация килеп сыҡһа, уға шунда уҡ һөжүм итеп, юҡ нәмә тип баҫалар.
Беҙҙең мосолман динебеҙҙең, Ҡөръәндә икенсе донъялар тураһында әйтелгән мәғлүмәттәр йәшәгән донъябыҙға тараламы? Юҡ! Сөнки фәни яҡтан тикшерелмәгәс һәм кемдәрҙер тарафынан белеп тә был ныҡ йәшерелгәс, ниндәй хәбәр булһын? Ярар «Ендәр» сүрәһе бар, беҙ унда яҙылғанды Иблис һәм уның ярҙамсылары ен, шайтандар менән бергә болғайбыҙҙа шуның менән бөттө. Насар ен-шайтандарҙан башҡа, беҙҙең цивилизациянан меңешәр йыл алға киткән яҡшы ендәр, мосолман булып йәшәгән Аллаһ заттары тураһында фекерләргә теләмәйбеҙ. Һәм ни эшләптер Ислам ғалимдары тарафынан был турала яҙылған мәғлүмәт юҡ тиерлек, әллә йәшерелгәнме? Бер яҡтан улар беҙҙең бөгөнгө фән үҫешкән заман кешеләре түгел һәм әлеге хакимлектәр тарафынан һалынған «йоҙаҡ» быға ғәйеплеме?
Меңәр һәм миллиард йылдар элек үк кешеләр бик юғары фән һәм технологияға эйә булған. Юғары фән һәм техника дәүере үҫеше хисапһыҙ тапҡыр булған. Башҡа Әҙәмдәр элек барлыҡҡа килгән. Әҙәмдәрҙең һәр быуыны аҙағына яҡынлаша, уларҙың ахыры килә һәм яңы Әҙәмдәр барлыҡҡа килә. Бына ни өсөн, Әҙәм барлыҡҡа килтерелергә тейеш булған саҡта, фәрештәләр: "Һин Ерҙә ҡан ҡойоусы кешеләрҙе барлыҡҡа килтерәһеңме? Беҙ Һине беләбеҙ һәм Һиңә табынабыҙ. Баҡара сүрәһе сүрәһе. Һәм Раббыһы фәрештәләргә: «Мин ерҙә хәлиф тәғәйенләйәсәкмен», — тине. Улар: « Ә беҙ Һине маҡтағанда һәм данлағанда Һин унда зыян килтереүсе һәм ҡан ҡойоусы кешене урынлаштырасаҡһыңмы? " — тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгәнде беләм», — тип яуапланы. Фәрештәләрҙең һорауҙарынан күренеүенсә, фәрештәләр кешелектең зыян килтереүен һәм ҡан ҡойоуын алдан белгән, шулай булғас ҡан ҡойоусыларҙың элекке Ерҙәге тормошта булыуы ла асыҡ.
Әлбиттә фәрештәләр киләсәкте белә алмай, тимәк, улар үҙҙәренең үткән тәжрибәһенән генә сығып эш итә һәм быға тиклем үк ер кешеләре булған, һәм улар башбаштаҡлыҡ ҡылған, ҡан ҡойған.
Шулай уҡ Аллаһ Ҡөрьән аятында: «Ул һеҙҙең аталарығыҙҙың Раббыһы» тип әйтә. Ата-бабаларығыҙ хаҡында был һүҙ әйтелмәне, аталарығыҙ хаҡында ғына әйтелде. Атабыҙ кем? – Әҙәм ғәләйһиссәләм, аталарыбыҙ Әҙәм ғәләйһиссәләмдәр.
Фән ғалимдары әйтеүе буйынса Ер йөҙөндә бөгөнгө кешеләр 15 000-150 мең йыл элек барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Ә ерҙең барлыҡҡа килеүенә 3 миллион йыл үткән тигән фаразда. Ошо заманда йәшәгән төрлө төр кешеләренең баш һөйөктәре һәм һөлдәләре табыла. Ә беҙҙең төргә ҡараған кешенең эшләгән һүрәттәре Көньяҡ Уралда Силәбе өлкәһендәге Игнатьев мәмерйәһендә табылғаны 78000–10000 йыл элек аралыҡта. Шүлгән мәмерйәһендә һүрәттәр 14 меңдән 36 мең йыл элек төшөрөлгән тиҙәр.
Элек, «перестройка» заманында Өфө ҡалаһы тирәһендә йөрөгәндә, Бөрйән районында тыуып үҫкән бер ағай менән осрашып, һөйләшергә тура килде. Ул ағай, исем-шәрифен онотҡанмын, Өфөлә үткән йыйындарҙы фото-киноға төшөрә торғайны, Шүлгән мәмерйәһе буйынса китап яҙҙам тине һәм унда уның быуын ата-бабалары Шүлгән мәмерйәһе һаҡсылары булдылар тине. Был ағайҙа ошо мәмерйәнең һуңғы һаҡсыһымын тине. Был Шүлгәнташ мәмерйәһен донъяла киң билдәле ЮНЕСКО ойошмаһы танырға һәм белергә теләмәй һәм бында тикшерелеп сығарылған мәғлүмәттәрҙе баҫтырыуҙы тыйҙы тине. Әлбиттә был ЮНЕСКО өсөн Франция һәм Италия илдәренең мәмерйәләрендә табылған тәүтормош кешеләрен һүрәттәре беренсе урында һәм ҡайҙалыр наҙан Башҡортостандағы мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һындар менән кешелек тарихын яңынан яҙырғамы? Шүлгәнташ мәмерйәһе әле һаман ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инмәгән.
Совет осоронда был Шүлгәнташҡа ФРГ (Германия) иленән туристәр килде һәм бик оҙаҡ нимәлер эҙләнеләр тине, — быларҙы оҙатып йөрөүсе был ағай. Бер урында тәре һүрәтен (свастика) табып шаҡ ҡатып оҙаҡ ҡарап торҙолар тине. «Беҙ уны — таптыҡ», тинеләр. Әллә 19 быуатта немец экспедицияларының Уралға барып эҙләп табырға маташҡан әйбере булғандыр. Бындай орнамент беҙҙең башҡорт кейем-һалымында бар. Был һүрәтте фотоға төшөрөп алып, аҙағына мине немец иленә саҡырып, «рыцарь-хранитель» тигән дәрәжә бирергә теләнеләр тине. «Унда, Германияға барыу ҡайҙа ул, артындан КГБ күҙәтеп торғанда» тип, ағай һүҙҙен тамамланы.
Ер йөҙөндә тормош итеп, юҡҡа сыҡҡан цивилизацияларҙан башҡа, беҙҙең Әҙәмдән алып беҙгә тиклем аралыҡта ғына ла юғары технологиялар быуаттары булған. Нух пәйғәмбәребеҙҙең кәмәһен ябай ағастан эшләнгән һыу йөҙөү әйбере итеп күҙ алдына килтерәбеҙ бит. Тиҫтәләрсә мең отсектәргә һәм этаждарға бүленгән һәм тиҫтәләрсә мең тере мәхлүкте тейәгән кәмәне күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр ул күккә күтәрелә торған космос карабы булһа? Уйлап ҡараһаҡ, был Нух кәмәһе шул тиклем алдынғы технологияларҙы ҡулланып төҙөлгән, беҙ бөгөн быны күмәкләп эшләй алмайбыҙ. Нух ғәләйһиссәләм үҙенең иманһыҙ халҡына: "Һеҙ Аллаһының ете күкте нисек барлыҡҡа килтергәнен күрмәйһегеҙме ни?, һәм был Ҡөрьән аяты менән иҫбатлана. Нух ғәләйһиссәләм быны, уларҙың булған технологиялары йыһандың тәрәнлеген генә түгел, хатта күк йөҙөн дә контролдә тоторға етерлек булғанлыҡтан әйтә. Ете ҡат күк тиеп Ерҙең атмосфераһы ҡатламдарын йәки йыһандың ете ҡатламын күҙ алдында тотҡандыр. Таш балта тотоп Туфан кәмәһе төҙөгән әҙәм быны ҡайҙан белгән. Күрәһең, Бөйөк Нух туфаны бөтә донъяны солғап алған кешелектең шәфҡәтһеҙ ҡулланылған юғары фән һәм технология арҡаһында барлыҡҡа килгәндер. Бик юғары фән һәм технология, моғайын, апокалипсисҡа сәбәпсе булғандыр.
Эксперимент өсөн бөтә донъя халҡы Нух кәмәһен төҙөргә маташһа һәм унда, исмаһам 40 көнгә етерлек һәр бер хайуан һәм ҡош-ҡорт өсөн уларҙың ризығын һәм үҙҙәрен парлап, Ер йөҙөнән сүптәр өсөн күпме көс һәм ваҡыт талап ителә? Донъяла 18 меңгә яҡын ҡош төрө бар, ә юҡҡа сыҡҡандарҙы иҫәпкә алып, дөйөм һанын 20 мең тип баһаларға мөмкин. 15 меңдән ашыу хайуандар (баҡалар) төрө. 23 меңдәш ашыу сөсө һәм тоҙло һыуҙа йәшәүсе балыҡтар. Туфан ваҡыттында һыуҙар болғанғас улар нисек ҡотолған? Ғалимдар донъяла булған тере төрҙәрҙең теүәл һанын белмәй. Һуңғы баһалауҙар буйынса, ер планетаһында 8,7 миллионға яҡын төр иҫәпләнә.
Ә беҙгә Нух ғәләйһиссәләм бик ҙур кәмә төҙөгәндә (заманына ҡарап таш балта ҡулланғандыр) һәм Ер йөҙөндәге бар хайуан, ҡош ҡортто тейәп, туфан ваҡытында ҡотолоп ҡалған, тип бик ябай ғына аңлаталарҙа шуның менән вәссәләм. Ҡаршы килһәң был әйтеүгә, көфөрлөккә төшәң, хәҙерге заман күҙлегенән быны кем аңлата ала?
Зөлҡәрнәй заманында юғары фән һәм технология булған. Хатта Босфор — шул осорҙағы технологиялар ярҙамында эшләнгән яһалма боғаҙ. Ҡара диңгеҙ ҙур күл булған. Яҡынса 30 йыл элек был факт иҫбатланған, «Ҡара диңгеҙ күл булған һәм ҡапыл диңгеҙгә әйләнгән», ул документаль фильмдар предметы булып киткән, табылған мәғлүмәттәр иғлан ителгән, быны күрһәттеләр, ә һуңынан был фактты йәшереп ҡалдырҙылар. Был факт әлегә тиклем тейешле кимәлдә сағылдырылмай. Бары тик әҙ-мәҙ урланған мәғлүмәт кенә бар. Ҡара диңгеҙ һыуы аҫтында бик күп тораҡ пункттар һәм сөсө һыу балыҡтарының ҡаҙылмалары табылған. Улар быны беренсе тапҡыр тапҡанда бик аптырағандар. Яһалма тарлауыҡ асылғас, ҙур торлаҡ массивтары һыу аҫтында ҡала. Сөсө һыу балыҡтарының төрҙәре юҡҡа сыға, Һәм Ҡара күль диңгеҙгә әйләнә.
Зөлҡәрнәй хәҙрәт ваҡытында шулай уҡ «донъялар һуғышы» була. Гог һәм Магог тигән ике кеше төрө мәжүси сит планета заттары була. Йыһанда Зөлҡәрнәй уларҙы ниндәй технология ярҙамында тотҡарлағандыр, беҙҙең технологиялар ошо кимәлгә етмәгән, әммә беҙ әле һаман да Ҡөрьән аяттарының һәм хәҙистәренең мәғәнәһен тулыһынса аңлай алмайбыҙ.
Һәм был юғары технология ҡапыл Сөләймән пәйғәмбәр заманында юҡҡа сығарыла, сөнки был технология кешелеккә зыян килтереү өсөн ҡулланыла, ә яҡшылыҡ өсөн түгел. Был пәйғәмбәргә Аллаһ тарафынан ел менән идара итергә хоҡуҡ бирелә, йәғни ул бик камил авиацияға эйә була һәм бер юлы 300 мең һалдатын бер урындан икенсе урынға һауа аша ташый ала.
Беҙ күрәбеҙ, Сөләймән ғәләйһиссәләм Аллаһ тарафынан бығаса булмаған хакимлек менән бүләкләнгән: ул кешеләргә, ҡоштарға, хайуандарға, ендәргә һәм хатта елгә лә бойороҡ биргән. Был изгелек уға Аллаға доға ҡылыу арҡаһында бирелгән:
- «Йә, Раббым! Мине ғәфү ит һәм миңә минән һуң бер кемгә лә таяна алмаҫлыҡ хакимлек бир. Ысынлап та, Һин — Бүләк Итеүсе».
Уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Унан һуң бер кем дә бындай хакимлекте алмай һәм ала алмай. Әбү Хөрәйрә хәҙрәт, бер ваҡыт Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең: «Үткән төндә тәкәббер шайтан миңә доға ҡылырға ҡамасауланы. Әммә Аллаһ миңә уны тотоп алырға көс бирҙе. Мин уны тотоп алдым һәм мәсет бағанаһына бәйләп ҡуйырға теләнем, шул саҡта һеҙ уны күрә алырһығыҙ ине. Әммә хәтергә Сөләймән пәйғәмбәрҙең Аллаһыға ялбарыуы иҫкә төшә: «Миңә минән һуң бер кемгә лә таяна алмаҫлыҡ хакимлек бир». Быны иҫкә төшөрөп, мин шунда уҡ шайтанды ебәрҙем».
Аллаһ тарафынан элекке пәйғәмбәрҙәрҙең бөтә мөғжизәләре менән бүләкләнгән Мөхәммәд пәйғәмбәр, Сөләймән пәйғәмбәрҙең үтенесен белеп, иблисте еңергә ярҙам иткән көстө күрһәтеү дөрөҫ булмаҫ ине тип, күҙ уңында тота.
Ендәр Сөләймән пәйғәмбәр өсөн теләгәнен эшләй: бейек һарайҙар, матур ҡоролмалар, һындар, һыу ятҡылығы ҙурлығындағы мискәләр, хәрәкәтһеҙ ҡаҙандар, бер-нисә йөҙ тонна булған шыма таш блоктарҙы күтәреп һалалар. Шулай уҡ ендәр усаҡтарҙа даими булған ауыр таш ҡаҙандар һәм һыу өсөн ҙур таш кәсәләр эшләгән. Ғибәҙәтхана тауы комплексы (Храмовая гора) һәм Иерусалим ғибәҙәтханаһы ни бары ете йыл эсендә төҙөлгән. Бөгөн шул ер йөҙөндәге боронғо заманда эшләнгән ғибәҙәтхана һәм башҡа бейек һарайҙарҙы таштарҙан тигеҙләп, шымартып, матур ғына биҙәктәр менән эшләнгән әйберҙәрҙе хатта хәҙерге заман технологияһы менән башҡарыу мөмкин түгел тиҙәр. Беҙҙең лазер һәм 3Д-7Д технологияһы быларҙы эшләргә хәленән килмәй тиҙәр.
Сөләймән пәйғәмбәр Билхис батшабикәнең (Савская царица) килеүе хаҡында ишеткәс, үҙенең һарай кешеләренә уның тәхетен бында алып килтерергә ҡуша. Бер ҡеүәтле ен был йөкләмәне үтәргә әҙермен һәм тәхетте хәҙер генә алып киләм, тей. Әммә һарайҙағыларҙың береһе тәхетте күҙ асып йомғансы барып алып, бында еткерә алыуын белдерә. Шулай килеп сыҡты ла: тәхет Сөләймән пәйғәмбәр алдында пәйҙә булды. Был хәҙерге заманда телепортация тип аталған нәмә түгелме? Бер урындағы әйберҙәрҙе атомға тарҡатып, икенсе урынға күсереү.
Шунан Зөлҡәрнәйҙең, Гог һәм Магог тигән йән эйәләренең, кешеләр донъяһына сығып йөрөгән урынын тимер һәм баҡыр иретеп ҡойған һәм сығыр юлдарын ҡаплаған, тип беләбеҙ. Белеүебеҙсә, хәҙер был юлдар, сит планеталарға йәки йыһандарға сыға торған урындар — порталдар тип атала. Зөлҡәрнәй ғәләйһиссәләм шуны япмағанмы? Ер-тау аҫтындағы юлды көпләгән тиһәк, әммә унда башҡа донъялар ғәләмәте күп, ер аҫты ҡалалары, тунельдәр, шахталар, унда йәшәгән төрлө йән эйәләре хаҡында мәғлүмәт бик байтаҡ. Был хаҡта, беҙҙең Башҡортостанға ҡағылған мәғлүмәтте аҫтараҡ уҡығыҙ.
Сөләймән пәйғәмбәр һәм батшабикә менән тарихты дауам итәйек. Балхис батшабикә һаман да Аллаһыны таныуҙан алыҫ була. Шул саҡта Сөләймән ғәләйһиссәләм батшабикәне Бер Аллаһыға инандырыуға килтереү өсөн икенсе ысул ҡулланырға ҡарар итә. Ендәр ярҙамында ул үтә күренмәле быяла хрусталь һарай төҙөй, уның иҙән аҫтында ҙур һыу ятҡылығы урынлаштыра (эсендә иҫ киткес матур балыҡтары ла йөҙгән). Һөҙөмтәлә һарайҙың иҙәне һыу менән ҡапланған кеүек тойола. Балхис батшабикәне был һарайға алып киләләр, ул уға ҡунаҡ фатирҙары булып хеҙмәт итергә тейеш була. Иҙән һыу менән ҡапланған икән, тип уйлап, ул күлдәк итәген күтәрә һәм һыу ятҡылығына инергә әҙерләнә. Әммә Сөләймән пәйғәмбәр уға былайтып эш итеүенең мәғәнәһе юҡлығын әйтә — иҙән быяла менән ҡапланған тей. Был хәл батшабикәне хайран ҡалдыра һәм ул был ҡеүәт һәм бөйөклөк сағылышы ғына түгел, ә Сөләймән ғәләйһиссәләмдең ҡояш, ай һәм бөтә ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсе менән бәйләнешен күрһәтеү икәнен аңлай. Ул үҙенең хатаһын таный һәм Бөтә донъяларҙың Раббыһы Аллаһҡа буйһоноп, Уны таныуын белдерә.
Был Сөләймән пәйғәмбәрҙең хрусталь һарайына оҡшаған урындарға хәҙер аҡса түләп инәләр. Былар 7D голограмма тип атала, унда ысын һымаҡ хайуандар йөрөй, балыҡтар йөҙә, йәшен сатҡылары ерҙе яндыра һәм башҡаһы. Әлбиттә был беҙҙең яңы технологияның күҙ буяуҙары был пәйғәмбәр заманы фәненән бик алыҫ әле.
Ошо Сөләймән пәйғәмбәр ваҡытында замана фән һәм технологик яҡтан бик ныҡ үҫешә һәм уның көсө ер йөҙөн юҡ итерлек дәрәжәгә тиклем күтәрелә. Быға хәҙерге көнгә килеп еткән риүәйәттәрҙә батшалар ғәскәрҙәрен тейәп, күктә осоп йөрөп, ҡалаларға утлы шарҙар ырғытып, уларҙы шартлатып йөрөүҙәре тураһында әйтелә. Шулай уҡ ғалимдарҙың ер өҫтөндә, ҡайһы бер урындарҙа ядро шартлауҙары ла булған тигән дәлилдәре бар. Шуға Сөләймән пәйғәмбәр был үҫеште юҡ итергә теләй. Ул был бурысты Ҡөрьәндә телгә алынған вәзир Асафҡа йөкмәтә. Ниндәй ҡеүәтле көс ҡулланып, ул ҡапыл донъяның бар булған фәнен һәм техника-технологияһын юҡ итте? Был сер. Хатта беҙҙең хыялдарыбыҙ ҙа етерлек түгел әле. Хатта күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Улар беҙҙең аң етмәгән бик юғары үҫештә булғандыр.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры Александр Чувыров 1999 йылда Нуриман районы Чандар ауылы янында ҙур таш плита таба. 148 см на 106 см, ҡалынлығы 16 см, ә ауырлығы яҡынса 1 тонна таш плитә өҫтөндә һыҙмалар, хәрефтәр, билдәләр менән биҙәлгән була һәм тәүге тикшереүҙәрҙән үк, һүрәтләнгән билдәләр һәм схемалар Өфө картаһын һәм уның тирә-яғын 1 см-ға 1,1 км масштабта хәтерләтә. Плитаны тикшергәндән һуң таш картаның өс ҡатламдан тороуы асыҡлана. Беренсе ҡатламы 14 см ҡалынлыҡта таҙа доломиттан эшләнгән, был хәҙерге тәбиғәттә бөтөнләй осрамай. Икенсе ҡатлам – ике сантиметрлыҡ диопсидлы быяла. Хәҙерге ғалимдар был быяланы нисек эшләгәндәр икән, тигән һорауға яуап бирә алмай. Тап ошо быялаға механик ысул менән территорияларҙы билдәләүҙәр төшөрөлгән. Өсөнсө өҫкө ҡатламы 2 мм ҡалынлыҡта кальций фарфорҙан эшләнгән һәм икенсе ҡатламды тулыһынса ҡаплай, яҙыуҙарҙы тышҡы тәьҫирҙән һаҡлай. Ошондай 200–ләп таш плиталар Чандар ауылы эргәһендә барлығы тураһындағы мәғлүмәт XVII-XVIII быуаттарҙа Уралға геологик экспедицияларҙың архивтәрендә яҙылған. Ә 1924 йылда улар «БАССР-ҙа тәбиғәт, мәҙәниәт һәм тарих ҡомартҡылары исемлегенә» индерелә, әммә бер генә плита табыла.
Чандар плитаһы билдәлелек ала, бында Япония һәм Ҡытайҙан тикшеренеүселәр килә. Мәскәү Дәүләт Университетендә сканерлаусы электрон микроскопия ҡулланып һуңғы экспертиза үткәрелә. Махсус ойошторолған комиссия ысын профессионал ғалимдарҙан, академия профессорҙарынан, космонавтар Владимир Аксенов һәм Виталий Севастьяновтан тора. Комиссияны шахмат буйынса донъя шахмат чемпионы Анатолий Карпов етәкләй.
Плитаның карта икәнлеген тикшереү өсөн Башҡортостандың билдәле бер территорияһындағы спутниктан фотоға төшөрөү ойошторола. Фотоһүрәттәрҙе плиталағы һыҙмалар менән сағыштырыу һөҙөмтәне шаҡ ҡатырған.
Рәсәй ҡораллы көстәренең топография хеҙмәте начальнигы генерал-лейтенант Валерий Филатовтың 2007 йылдың 1 декабрендәге хатынан өҙөк: «һеҙҙең үтенесегеҙ буйынса таш плитала һүрәтләнгән ерҙе идентификациялау маҡсатында тәҡдим ителгән материалдар ҡаралды һәм археологик табылдыҡты өйрәнеү буйынса эш алып барылды. Был мәсьәлә буйынса түбәндәгеләрҙе хәбәр итәбеҙ. Плита өҫтөндә рельеф һүрәтләнгән, ул дөйөм алғанда, Башҡортостан ҡалҡыулығының көньяҡ-көнбайыш армыттарына тап килә, был райондың һыу артериялары үҙәндәренең бер аҙ тайпылышы менән. Ҙур асыш, шулай бит ... ».
Тикшеренеү барышында алынған материалдар Висконсин штатындағы (АҠШ) тарихи картография үҙәгенә ебәрелә. Эксперттарҙың фекере шундай: бындай картаны аэрокосмос ярҙамында ғына төҙөргә мөмкин, плита навигация булған, ә тәүге һүрәт йыһандан башҡа бер ниндәй ысул менән дә эшләнмәгән. Тимәк, ер өҫтөндә миллион йылдар элек йыһан караптары осоп йөрөгән…
Чандар плитаһы 2009 йылда Мәскәү дәүләт университетына лаборатория тикшеренеүҙәре өсөн тапшырыла. Бынан һуң артефакт эҙҙәре юғала. Бындай асыштар кешенең маймылдан килеп сығыуы тураһындағы ғәҙәти стереотипҡа тап килмәй һәм был артефакт боронғо донъя тарихы буйынса бөтә дәреслектәргә ҡаршы килә. Һәм бәлки, шуға күрә лә уны өйрәнеү менән бер кем дә шөғөлләнмәй.
Профессор Чувыров үлер алдынан плитаның башҡорт эпосы «Урал батыр» менән бәйле булыуын әйтә. Тикшеренеүселәр Башҡортостанда билдәһеҙ ер аҫты донъяһына үтеү юлдары тип аңлатырға мөмкин булған ҡурғандар һәм төпһөҙ күлдәр таба, шулай уҡ был донъяны ентекләп тасуирлаған «Урал батыр» эпосы менән оҡшашлыҡ яһай.
Билдәле сәйәхәтсе профессор Эрнст Мулдашев етәкселегендәге Рәсәй ғалимдары төркөмөнөң Башҡортостанға ғилми экспедицияһы һөҙөмтәһен аҫта уҡығыҙ:
Ҡурған — ул ҡәберлек түгел. Ҡурғандарҙың барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәре менән күргән алтайҙар һәм монголдар быны былай тип һүрәтләй: Ер аҫтынан гөрһөлдәү ишетелә башлай, ул көсәйә, һәм ҡапыл ерҙең төпкөлөнән атылып, таш фонтан барлыҡҡа килә. Ерҙә тишек барлыҡҡа килә, диаметры 1-3 м. унан ялҡын осоп сыға, ул һауала эленеп тора һәм аяҡтары, ҡанаттары, суҡышы һәм ҙур ҡыҙыл күҙҙәре булған сәйер йән эйәһе һыҙаттарына эйә була. Был йән эйәһе кешеләргә ҡайһы берҙә яҡшы йоғонто яһай, әммә ҡайһы берҙә паникалы ҡурҡыу тыуҙыра. Бер аҙ ваҡыт осоп йөрөгәндән һуң, был йән эйәһе шулай уҡ тишек аша ер аҫты донъяһына кире ҡайта, ташланған таштарҙың бер өлөшөн тартып, тишекте тығыу менән ябып ҡуя. Монголдар ҙа, алтайҙар ҙа был йән эйәһен ҡош-кеше тип атай, шулай уҡ ер шарының ҡапма-ҡаршы яғында урынлашҡан Пасха утрауы аборигендары ла шулай тей.
Алтайҙа, Монголияла һәм Башҡортостанда ҡурған, ҡағиҙә булараҡ, бер үк ҙурлыҡтағы таш өйөмө, уртаһында воронка менән диаметры яҡынса 50 м булған түңәрәк буйлап һалынған. Әгәр соҡор төбөнә баҫһаң, гөрһөлдәп торған тауыш ишетелә. Ҡурғандың бейеклеге ғәҙәттә 2-5 м. Яңы ҡурғандар һоҡланғыс күренә, ә иҫкеләре тупраҡ менән ҡапланған һәм үлән йәки ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. Ҡурғандар янында йыш ҡына автомобилдәр һүнә, кешеләрҙә галлюцинациялар һәм ҡурҡыу барлыҡҡа килә.
«Урал батыр» эпосында Ер аҫтында йәшәгән Самрау ҡоштарының падишаһының ҡыҙҙары Һомай менән Айһылыу оса белә һәм уларҙың береһе (Һомай) Урал батырға кейәүгә сыға. Бынан тыш, Самрау ҡыҙҙары һәм Урал батыр менән бергә ер аҫты донъяһының ен- шайтандары һәм йыландар менән көрәш алып бара һәм уларҙы еңеп сыға.
Әммә донъяла күргәндәр күҙлегенән генә Башҡортостан территорияһындағы күп кенә серҙәрҙе аңлау мөмкин булды. Тәү сиратта беҙ «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» башҡорт эпостарына иғтибар иттек, улар быуаттар төпкөлөнән барлыҡҡа килгән һәм, асылда, донъяның барлыҡҡа килеүен һүрәтләү булып тора. Әҙәм сифатында Урал батырҙың атаһы Йәнбирҙе, Ә Һауа сифатында Йәнбикә сығыш яһай. Был эпостарҙа беҙҙең донъянан тыш ер аҫты донъяһы, һыу донъяһы һәм фәрештәләр (ендәр) донъяһы, шулай уҡ Тибет осоусы аты Лунг-Лаға оҡшаш осоусы ат Акбузат ентекле һүрәтләнә.
Урал батыр эпосы күп йәһәттән боронғо Тибет яҙмаларына, донъя тураһында Вавилон ҡараштарына, боронғо инглиз яҙмаһы Сильмариллион, шулай уҡ Алтай легендаларына оҡшаш. Донъяла ер аҫты донъяһының һәм һыу тереклек формаларының барлығын аңлауға баҫым яһаусы тәғлимәттәр барлыҡҡа килгән урындар күп түгел. Башҡортостан улар иҫәбенә инде.
Алтайҙар һәм башҡорттар меңәр йылдар буйы боронғо белемде һаҡлап ҡалып, үҙләштерә алған, сөнки һуңғы ваҡытҡа тиклем аҡыл эйәләре күрһәткән принциптар буйынса йәшәгән. Алтайҙарҙа бындай аҡыл эйәләре «бильгиляр», ә башҡорттарҙа «сәсәндәр»тип аталған. Сәсәндәр йогаға оҡшаған, сөнки медитация менән шөғөлләнә белгән. Улар быға бағышланған һәм боронғо белемгә эйә булған. Уларҙы «кутуп заман» тип атайҙар, был «мәңгелек ҡотҡарыусылар» тип тәржемә ителә. Улар таш һәм һыуҙың аҡыллы тормош формалары булыуына ышана. Сәсәндәр планета фекерләүенә эйә була, һәм тап улар быуаттар аша «Урал батыр» эпосын алып килә. Был ошо булған инаныу һуңынан мәжүсилек тип кәмһетеп йөрөтөлә башлай. Был инаныуҙың хакимлеге башҡорттарҙа XVII-XVIII быуаттарға тиклем тиерлек дауам итә, шуның арҡаһында боронғо белемде һаҡлап ҡалыу мөмкин була.
— Һеҙ Башҡортостанда нимә таптығыҙ?
Беҙҙең математик Ш.Цыганов менән бергә үткән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, планетабыҙҙа күп тапҡыр ҡабатланған 6666 магик һаны бар. Мәҫәлән, Тибеттағы изге Кайлас тауынан Англияның Силбери-Хилл пирамидаһына тиклем, Унан Бермуд өсмөйөшөнөң үҙәгенә тиклем, унан Пасха утрауына тиклем, унан Көньяҡ полюсҡа тиклем, һәр киҫелеш 6666 км тәшкил итәсәк, шулай уҡ 3333 һаны 6666 — нан яртыһы.
Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Аҡбуҙаттың осоусы аты бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәһендә урынлашҡан Йылҡысыҡҡан күлдән осоп сыҡҡан. Был күлдән Тибеттағы Кайлас тауына тиклем теүәл 3333 км, Мысырҙағы Хеопс пирамидаһына тиклем кеүек. Хеопс пирамидаһынан линияның дауамы Башҡортостандың төньяғындағы «ахун менгиры» тигән аномаль зонаны тоташтыра.
Әммә иң ҡыҙыҡлы өсмөйөш Хеопс пирамидаһы, Кайлас тауы һәм Төньяҡ полюстан барлыҡҡа килгән. Был өсмөйөштөң төньяҡ полюс менән бәйле ике яғы 6666 км, Ә Хеопс пирамидаһы менән Кайлас тауы араһындағы алыҫлыҡ 4999 км тәшкил итә. Әгәр был өсмөйөштөң биссектрисаһын өс тигеҙ өлөшкә бүлһәк, өҫкө нөктә Төньяҡ Боҙло океандағы Яңы Ергә, ә аҫҡыһы Башҡортостандың Байыш ауылына эләгә.
Яңы Ерҙә, риүәйәттәр буйынса, ер аҫтында сиртя ҡәбиләһе йәшәй, кешеләр ҡайһы берҙә өҫкә сыға. Ә Байыш ауылы янында ер аҫты донъяһына инеү урыны тип һаналған ҡурғандар күп. Бынан тыш, Көнсығышта «ер аҫты донъяһы антенналары» булараҡ билдәле булған күп һанлы менгирҙар «башҡорт өсмөйөшөндә» уның биссектрисаһы һыҙығында урынлашҡан.
— Һеҙ был күлде тикшерҙегеҙме?
Эйе. Ҡабатлайым, был күлдән Хеопс пирамидаһына Тиклем Теүәл 3333 км, Тибеттағы изге Кайлас тауына тиклем. Диаметры яҡынса 100 м булған был күл тулыһынса түңәрәк формала. Ул төпһөҙ тип иҫәпләнә. Әммә урындағы халыҡ раҫлауынса, күлдә ваҡыты менән төбө барлыҡҡа килә, ул йә өҫкә, йә аҫҡа «һикерә». Беҙ акваторияны эхолокацияланыҡ һәм төбөнөң ер өҫтөнән 16 метр кимәлендә булыуын асыҡланыҡ, ә былтырғы етди дайверҙар төркөмө үткәргән тикшеренеүҙәр ер өҫтөнән 12 метр алыҫлыҡта төбөнөң кимәлен күрһәтте.
Һыу аҫты эштәрен экспедиция ағзаһы Сергей Селиверстов үткәрә. Ул һыу аҫтына төшөү ваҡытында кемдер үҙенә һәр ваҡыт арттан ҡарап торғандай тойғанын һөйләне. Ә һыу, мутлы булыуына ҡарамаҫтан, ваҡыт-ваҡыты менән бер ҡиәфәт ала, икенсе төрлөгө әйләнә, хатта кешеләрҙең ғәҙәти булмаған йөҙҙәрен дә индереп. Хәүеф бар ине. Һыу һөрһөмәгән.
Йылҡысыҡҡан күлдең ҡабырға стеналары таштан һәм бик тигеҙ булып сыға. Улар ҡалын булмаған ләм ҡатламы менән ҡапланған. Күлдең төбө 16 метр тәрәнлектә тигеҙ һәм таштан, ә төбөнән алыҫ булмаған стеналар бөтөнләй шыма була. Был төбө түгел, ә ҡурғандарҙағы кеше-ҡошсоҡтар барлыҡҡа килтергәнгә оҡшаш тығындар кеүек тойола.
Ни өсөн урындағы халыҡ Йылҡысыҡҡан күленең һыуын «насар һыу» тип иҫәпләй, әгәр ул шул тиклем әһәмиәтле һәм изге тиерлек булһа?
- Беҙ был күлдән һыу өлгөһөн анализлап, уны шишмә һыуы менән сағыштырҙыҡ. Минераль составы бер ни менән дә айырылмай, ә бына күҙәнәк культураларында үткәрелгән тикшеренеүҙәр был һыуҙың көслө апоптоз, йәғни күҙәнәктәрҙең үҙенән-үҙе үлеүенә сәбәпсе булыуын күрһәтә. Шуға күрә был һыу ысынлап та «насар». Башҡорт эпосынан күренеүенсә, Урал батыр Аҡбуҙат аты менән бергә ҙур көскә эйә булған һәм хатта бөтә донъя туфанға килтерергә һәләтле һыу йән эйәләре ендәрҙе еңеп сыға алған. Әммә ендәр тулыһынса юҡҡа сыҡмай. Ә Урал батырҙың үлеме алдынан әйткән һуңғы һүҙҙәре: упҡындарҙан һәм ябыҡ күлдәрҙән һыу эсмәгеҙ, унда эскә үтеп инеп, һеҙҙе юҡ итерлек ендәр йәшеренгән».
Волчок (Өрөлтмә) күле
Эрнст Мулдашев: был 260 метр диаметрлы түңәрәк күл, кешеләр һөйләүенсә, ваҡыты менән һәм ысынлап та әйләнә. Өҫтәүенә һыу ғына түгел, ә тере йән эйәһе кеүек ҡыланған ләмдә өрөлә. Ләм өрөлтмө барлыҡҡа килтерә, унда йөҙөүсе кешене һурып ала, шунан һуң батып барған кеше өҫтөндәге «икенсе ләм төбөн» күрә һәм уға йөҙөп сығыу өсөн ориентирлашыу бик ауыр. Бында күп кеше һәләк була.
- Күлде тикшереүҙәрегеҙ нимә күрһәтте?
- Беҙ уны эхолокация, һыу аҫты телесъемкаһы һәм тәрәнлекте ике тапҡыр — йәй һәм көҙ тәрәнлеген үлсәү ысулдары менән тикшерҙек. Өҫтәүенә йәйге тикшеренеүҙәр көҙгөһөнән ныҡ айырыла. Барыһы ла бында билдәһеҙ юл менән барлыҡҡа килгән ылымыҡта, әммә ылымыҡтар бик аҙ һәм күл түбәнгә төшөүсе торба кеүек ғибәрәт.
Йәйгеһен беҙ ылымыҡтың ярайһы уҡ иркен булыуын һәм 7-20 м тәрәнлектә ике тишекле буралы тығындар барлыҡҡа килтереүен табабыҙ, улар аша ультратауыш нурҙары аҫҡа төшә, әммә төбөнә барып етмәй. Аҫҡа төшөрөлгән йөк ҡайһы берҙә тығындарҙа ҡыҫылып ҡала, әммә уны тишеп, ҡайҙалыр төшөп китә. Һыу аҫты телесъемкаһы ылымыҡтың даими түңәрәк хәрәкәттәрен күрһәтә.
Беҙҙең медицина-биология тикшеренеүҙәре һыу тере субстанция һәм әлегә өйрәнелмәгән һыу тереклек формалары бар тигән фаразға етди ҡарарға мөмкинлек бирә. «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында һүрәтләнгән серле ендәрҙе нисек инде иҫкә төшөрмәйһен, уларҙың береһендә ошондай һүҙҙәр яңғырай: «ергә сыҡҡас, мин үләсәкмен, һыу илендә мин үҙем. Ерҙәге егеттең кәүҙәһе ерҙән, ә һыу ҡыҙының кәүҙәһе һыуҙан һәм нурҙарҙан барлыҡҡа килгән».
Һыу йән эйәләре — ендәр — тәбиғәттең кире тоҡомо ғына тип уйларға ярамай, юғиһә «Һыу — ул тормош» принцибы тантана итмәҫ ине. Әммә Волчок күленә ҡарата һыу энергияһы иҫәбенә ләм хәрәкәттәрен идара иткән эйәләр, моғайын, ен характерында булғандыр. Быға Беҙҙе Волчок күле һыуын тикшереү һөҙөмтәләре этәрә. Улар күрһәтеүенсә, был һыу күҙәнәк культураһында асыҡтан-асыҡ апоптоз тыуҙыра, йәғни күҙәнәктәрҙә үлем генын ҡуҙғытыу һәм һуңынан уларҙың үлеме.
Ә төпһөҙ күлдәр ҡайҙа алып бара?
- «Урал батыр» эпосында улар ер аҫты океанына алып бара тип яҙылған. Алтай легендаларынан күренеүенсә, ерҙең төпкөлөндә Һары океан шаулай, уның уртаһында ете ҡатлы Ер урынлашҡан, унда бөтә кешелек расаларының иң яҡшылары йәшәй. Был донъя Гималай һөйләштәренең береһендә Шамбала тип атала. Ер аҫты донъяһына, йә төпһөҙ күлдәргә, йә ҡурғандарға инеү Ерҙең йәшәүе өсөн ҙур роль уйнай. Ә ҡайһы бер үткәүелдәр хатта махсус материал менән биҙәлгән, быны серле Чандар плитаһы раҫлай.
- Был плитаның барлыҡҡа килеүе тураһында ниндәй фараздарығыҙ бар?
- Тәү сиратта беҙ Чандар плитаһының 2005 йылғы экспедиция ваҡытында өйрәнелгән Пасха утрауындағы ер аҫты донъяһына инеү урындарының окантовкаларына оҡшауына иғтибар иттек. Был инеү урындары диаметры 1 метр самаһы булған торбаларҙан ғибәрәт, улар ер аҫтына ҡайҙалыр китә һәм ҡош-ҡорт һүрәттәре менән керамикаға оҡшаш нәмә менән көпләнгән. Чандар плитаһы ла ер аҫты донъяһына инеү урынының бер өлөшө булған тигән фараз барлыҡҡа килә.
- Һеҙ яҡын-тирәләге ер аҫты донъяһына инеү урынын таптығыҙмы?
- Беҙ түңәрәк формалағы бар күлде лә, был яҡтарҙағы бер генә ғәҙәти булмаған шишмәне лә тикшермәй ҡалдырманыҡ һәм ер аҫтына үтеү юлы, бәлки, Бахмутино ауылы районында булғандыр, әммә ул юҡҡа сыҡҡан тигән һығымтаға килдек... Йәки был түңәрәк Күлваряш күле, ул ҡәһәрләнгән урын тип һанала. Ул юл булмаған урман араһында бөтөнләй ҡырағай урында урынлашҡан. Уның диаметры 100 метр. Бында бик насар аура. Кешеләр төндә ыңғырашыу һәм ырылдашыу ишетә.
- Водолаздар күлгә төшөүҙән ҡәтғи баш тарта
- Һеҙ, Эрнст Рифғәт улы, аҡыллы ер аҫты донъяһы бар тип даими раҫлайһығыҙ. Ни өсөн ул беҙҙең менән бәйләнешкә сыҡмай, ни өсөн дуҫлыҡ ҡулын бирмәй?
Сөнки беҙҙә, «аҡса шизофренияһы» менән мауығып, күрәһең, әле лә бысраҡ йәндәр бикхисап бар һәм беҙ таҙа ер аҫты донъяһы өсөн «рухи инфекцион бомба» кеүек нәмәләр күҙ алдына килтерәбеҙ. Моғайын, ер аҫты донъяһы, беҙ уларҙың донъяһын «рухи бысраҡ» менән зарарламаһын өсөн, үткәүелдәрҙә ендәр һәм башҡа шундай йән эйәләре рәүешендә һаҡланыу сараһы булып торалыр. Һәм улар беҙҙең уйҙарҙы уҡый, моғайын, шуға менгирҙар тип аталған антенналарын ҡуялар...
Был профессор Мулдашевтың тикшереү хикәйәттәре «Аргументы и факты» тигән газетаһының бер-нисә һанында сыҡты. Ысынында ер аҫты донъялары тураһында дәлилдәр күп, кешеләр ер өҫтөнә килеп сыҡҡан тонельдәргә, шахта йәки вентеляцион тишектәргә төшөргә, инергә бик ҡурҡалар, сөнки тәрәнерәк төшкән һайын шом көсәйә, әҙәмде бик көслө ҡурҡыу солғап ала. Тимер тростарға эләктереп төшөргән видеокамераларҙы кемдәрҙер «ҡырҡа». Күп осраҡта ер аҫты йән эйәләрен боҙоҡ холоҡло тиҙәр. Ер аҫтында хатта уларҙың ҡалалары ла бар, быға ер аҫты ҡыуышлыҡтары, бушлыҡтары сәбәптер.
Был профессорҙың командаһы Тибетҡа барған сәйәхәтендә, улар бер мәмерйәлә йоҡлап ултырған, кешегә ныҡ оҡшаған йән эйәләре хаҡында яҙғандар ине. Унда улар ҡурҡыуҙарын еңә алмағандар һәм шул сәбәпле мәмерйә эсенә инә алмайҙар. Ҡөръән Кәримебеҙҙең Мәмерйәләр сүрәһендә унда йоҡлап ятҡан кешеләр тураһында әйтелә бит, улар унда ғына түгел, башҡа урындарҙала бар тиҙәр. Улар Имам Мәһди килгәс, уның артынан эйәргән ғәскәр буласаҡта тип әйтелә.
Беҙ үҙебеҙҙең ошо материаль донъяға, аҡсаға ныҡ бәйләнеп, әҙәп-әхләҡ холҡобоҙҙы юғалтып, мәрхәмәт һәм рәхимлек сифаттарыбыҙҙы онотоп, хайуанданда түбәнгә төшөп, эргәлә йәшәп ятҡан күршеләребеҙҙе дошман күреп, уларҙы үлтерергә әҙер булыуыбыҙҙың сәбәбе — Иблистең уйыны һәм уның тотҡонлоғонда икәнебеҙҙе абайламайбыҙ. Кешелеклек сифатын юғалтҡан әҙәмдәр бер-береһен ҡырырға тырышҡанда, аҡыл һәм белем бик түбәнгә төшөп, бар нәмәгә битарафлыҡ барлыҡҡа килә, һәм кемгә кәрәк ул рухи үҫешлек? Шул арҡала эргәлә йәшәп ятҡан цивилизацияларға беҙҙең күҙ һуҡыр һәм һәләкәткә, юҡҡа сыға торған бер юл ҡала...