Бала фотоларын инстаграмға ҡуйыу наҙанлыҡ
Үкенескә ҡаршы, сихыр, боҙом күп таралды һуңғы арала. Хатта, газеталарҙа ла «һөйгән йәреңде ҡаратырға булышам, иреңде ғәиләгә ҡайтарам» кеүек эстәлектәге иғландар баҫыла, әпсен-төпсәнгә өйрәтә торған китаптар һатыла. Медицина ла сихырҙың барлығын таный. Дауалауҙың шифаһы теймәһә, үҙҙәре табибтар үк өшкөртөп ҡарарға кәңәш итә. Сихырҙың билдәләре, унан һаҡланыу юлдары тураһында 20 йылдан артыҡ сихыр сығарыу менән шөғөлләнгән, Татарстан Республикаһы Изге Ҡөръән һәм Пак Сөннәт өйрәнеү үҙәге баш мөдире Фәрит хәҙрәт Сәлмән менән һөйләштек.
- Фәрит хәҙрәт, һуңғы арала сихыр ни эшләп киң таралды икән?
- Ҡиәмәт алдында йәшәйбеҙ, был мәғлүм нәмә. Сихыр — ул Аллаһы Тәғәлә яҙғанды яһалма рәүештә үҙгәртергә тырышыу. Сихыр — ете оло гонаһтарҙың береһе. Сихырсы үҙен Аллаһы менән бер дәрәжәгә ҡуйырға теләй. Ул Аллаһы теләмәгәнде эшләй. Сихырсы Раббыбыҙҙың ҙур дошманы. Бик күбәйҙе шул сихырсылыҡ. Кеше ҡәнәғәтһеҙ, көнсөллөк көндән көн арта бара. Берәүҙә ике-өс машина булһа, икенсе берәүҙә берәү ҙә юҡ. Асыуҙан кеше бер нимәлер үҙгәртергә теләй, ниғмәткә, дәрәжәгә, ғәилә бәхетенә көнләшә. Читать далее
Архив метки: сихыр
Сихырҙан йыраҡ булайыҡ
Сихырҙан йыраҡ булайыҡ
Сихыр һүҙе йәшерен булыу, йәшерен йоғонтоға эйә булыу тигәнде аңлата.
Был һүҙ ғәрәп телендәге (سحر) «сәхәрә» ҡылымынан (тамырынан) барлыҡҡа килгән. Сихыр — ул төрлө әпсендәр уҡыу, төйөндәр бәйләү һәм кешеләрҙең аҡылына, йәненә-тәненә кире йоғонто яһау. Сихырсы — ендәргә, шайтанға мөрәжәғәт итеүсе кеше, ул үҙенең иманһыҙлығы арҡаһында уларға кәрәк һәм динһеҙ ғәмәлдәр башҡара. Сихырсы ул ғәмәлдәрҙе ендәр һәм иблис уға сихырында ярҙам итһен өсөн эшләй. Аҫтараҡ сихырсылар башҡара торған бер нисә ҡәбәхәт эштәрҙе һанап китәрбеҙ. Сихырсылар ябай кеше белмәгән йәшерен белемдәргә эйә булыуҙары тураһында һөйләйҙәр, сихыр ҡулланып, башҡаларҙың үлеменә ирешәләр, яратҡан парҙарҙы бер-берһенән айыралар, кешеләр араһында үҙ-ара йылылыҡ йәки һалҡынлыҡ хистәре тыуҙыралар, уларҙың фекерҙәрен, ҡараштарын үҙгәртәләр. Читать далее