Был нисәнсе Ҡиәмәт?
Ер йөҙөнә Ҡиәмәт нисә тапҡыр ҡилгән? Әллә Ҡиәмәт көнө миллионлаған тапҡыр килгәнме!? Беҙ был донъяға Ҡиәмәт көнөн нисек һәм ни хәлдә килерен белмәйбеҙ һәм башыбыҙға бер яңылыш фекер һалынған. Имеш бар ғәләм донъяһы, Еребеҙ, ҡояшыбыҙ, йондоҙҙарыбыҙ, галактикаларыбыҙ юҡҡа сыҡҡас, Ҡиәмәт килә лә һәм шунан һуң сиратҡа теҙеләбеҙҙә, йәһәннәмгә, йә иһә йәннәткә китәбеҙ. Бик яңылышабыҙ бит был уйҙа! Ни эшләп Ер йөҙөнә ахырзаман килгәндә, эргәләребеҙҙәге Ҡояшыбыҙҙан бәләкәй йәки миллионмы, әллә күберәк ҙурлыҡта булған, йәки яңы тыуып торған триллион йондоҙ-галактикалар беҙҙең донъя менән бергә юҡҡа сығырға тейеш? Ни эшләп Аллаһ Тәғәләнең сикһеҙ йыһан ғәләме, бер саң бөртөгөндәй генә булған Ер кешеләренең ғүмере менән бер тигеҙ булырға тейеш? Беҙ кемдәр һуң Уның бар барлығынан өҫтөн булып? Урыҫ христиандарының поптары кеүек, кешене Аллаһ Үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән икән тип, яңылыш уйҙа булмайыҡ, был иге сиге булмаған ғәләмдә беҙҙең бар донъябыҙ ер океандарындағы һыуҙың бер тамсыһына ла тиң түгелдер! Ни эшләп кешелек ғүмеренең аҙағы еттеп килгәндә, күктәге шул триллион йондоҙҙар араһындағы берәй (миллион) планеталарҙа йәшәгән башҡа йән эйәләре һәм беҙҙең Ер өҫтөндә, эргәбеҙҙә күҙгә күренмәгән параллель донъялар һәм башҡа ваҡыт-үлсәмдәрҙә йәшәгән Аллаһының заттары беҙҙең менән ҡуша ошо боҙоҡ цивилизациябыҙ менән һәләк булырға тейеш? Читать далее