Протест (бола һәм фетнә)
Протест — илдә билдәле бер хәлгә йәки шартҡа (ситуацияға) кире реакция. Тимәк, ниндәйҙер ваҡиға менән бәйле һәм уға һеҙҙең риза булмауығыҙ арҡаһында, һеҙҙе ниндәйҙер ғәмәлдәргә этәрә. Бында төрлө вариантлы протест белдереү формалары, хатта өндәшмәү, протестлы тауыш биреү йәки аслыҡ иғлан итеүҙә инә. Шулайтып, протест берәй ҡарар менән килешмәгәнлектән уға яуап итеп, рәсми белдереү, ризаһыҙлыҡ, киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеү. Пикет, митинг, демонстрация, забастовка, бойкот, автопробег – протестәрҙең тыныс төрө.
Протест — йәмәғәт сығыштарында, митингыларҙа һәм демонстрацияларҙа сағылған ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлектең тыныс йәмәғәт сағылышы, ул кешенең законлы хоҡуғы булып тора. Конституцияға ярашлы был айырылғыһыҙ хоҡуҡ булып тора, һәм протест күрһәтеүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар үткәрелергә тейеш түгел.
Ихтилал (восстание), бола (бунт) — протест формаларының береһе, халыҡтың күпләп ризаһыҙлығы менән властарға ҡарата сыуалыштар һәм көс ҡулланыу формаһында сағыла. Шулай уҡ бола — вандализм, урлашыу, шулай уҡ дәүләт йәки шәхси милекте юҡ итеү менән характерланған ҡәнәғәтһеҙлек сағылышы. Тыныс һәм агрессив протестың төрлө формалары бар, әммә хәҙерге йәмғиәттә беренсеһе өҫтөнлөк итер тип өмөтләнәбеҙ әлегә. Протест – болалар – фетнәләрҙең (ҡораллы сығыш, ҡорал ҡулланыу) бер төрө.
Был протесты тыныс хәл итеү яғы тураһында «Совет муфтиев России» тигән сайтан уҡып китәйек: Хәҡиҡәтте һәм йәберләнгәндәрҙе яҡлау маҡсатында баҫымға ҡаршы протест белдереү — Исламда законлы ғәмәл, хатта мотлаҡ тиһәктә була, әгәр ул проблеманы хәл итеүгә йоғонто яһаһа.
Әгәр беҙ бындай демонстрациялар һәм митингылар ярҙамында үҙ позициябыҙҙы белдерергә, үҙ фекеребеҙҙе белдерергә һәм баҫымға дусар ителгән ҡәрҙәштәребеҙгә теләктәшлек белдерергә, шулай уҡ яуланған һәм оккупацияланған ерҙәребеҙҙе яҡларға әҙерлегебеҙҙе күрһәтергә хоҡуғыбыҙ булмаһа, ул саҡта беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
Нисек кенә булмаһын, бындай митингылар, протестар һәм демонстрациялар массауи сыуалыштарға, йәмәғәт һәм шәхси милеккә зыян килтереүгә һәм зыян килтереүгә нигеҙ һәм аҡлау булып хеҙмәт итмәй. Бындай тәртипһеҙлектәр, һис шикһеҙ, гонаһлы ғәмәлдәр, хоҡуҡ боҙоуҙар категорияһына ҡарай һәм хатта властарҙың ҡаршы тороуы менән дә аҡлана алмай.
Исламда демонстрацияларҙың рөхсәт ителеүе һәм законлылығы тураһында комментарий биреп, билдәле сәғүд ғалимы доктор Мөхәммәт Әл-Әхмари раҫлай: «Хәҡиҡәтте яҡлау һәм нығытыу, ғәҙелһеҙлеккә, иҙеүгә һәм яуызлыҡҡа ҡаршы тороу маҡсатында демонстрациялар ойоштороу һәм үткәреү – тулыһынса законлы эш. Аллаһ мосолмандарға үҙҙәренең ризаһыҙлығын һәм яуызлыҡҡа ҡаршы тороуын, шулай уҡ байрамдар һәм тантаналар ваҡытында шатлыҡ һәм күңел асыуҙарын белдерергә рөхсәт итә һәм ҡуша».
Исламда демонстрацияларҙың статусы мәсьәләһен икенсе ҙур сәғүд ғалимы шәйех Мөхәммәт Сәлих Әл-Мунажидтың фәтүәһе тағы ла асыҡлай.
Ул мосолмандарҙың баҫымға ҡаршы протест акцияларында, уларға ҡаршы тороуҙа һәм бындай ғәҙелһеҙлектәрҙе туҡтатыуҙы ҡәтғи талап итеүҙә бер ниндәй ҙә ғәйепләү юҡ, тип белдерә. Шул уҡ ваҡытта мосолмандар, Шәриғәт тарафынан тыйылған ғәмәлдәрҙән ҡасып, Ислам күҙлегенән ҡабул ителгән протест, митинг һәм демонстрацияларҙың мөмкин булған һәм иң һөҙөмтәле ысулдарын ҡулланырға тырышырға тейеш (https://www.muslim.ru/articles/278/7881/).
Шунан бөгөнгө көндәрҙәге хәлдәргә, халыҡтың йәмғиәттәге ризаһыҙлыҡтарына, сәйәси ваҡиғаларға ҡараштарын белдергән осраҡтарҙы Ислам күҙлегенән ҡарайыҡ. «Белемле» динлеләр вәғәҙҙәрендә Баймаҡ ҡалаһында булған ваҡиғаны фетнә дәрәжәһенә күтәреп ебәрҙеләр. Фетнә нимә ул – урыҫса мятеж, смута, бунт. «бунт — стихийно возникшее восстание, мятеж». Мятеж — ихтилал (восстание) (сәйәси фән) ― социаль төркөмдәрҙең йәки синыфтарҙың властарға ҡаршы асыҡ һәм ғәҙәттә көс ҡулланып сығыуы. Ҡораллы ҡаршы тороу, был Баймаҡтағы егеттәрҙең полицайҙарға ҡар бәреүең, ҡорал алып, пуля (йәҙрә) менән атыуҙарына тиңләйҙәр.
Ярай быныһы бер яңылышлыҡ, икенсеһе — хәҙистәргә таянып фетнәләрҙә ҡатнашмағыҙ, тип оран һалалар. Был хәҙистәрҙәге аңлатмалар мосолман илдәрендә элек булған ваҡиғаларға таянған. Хәҙерге заманда донъяла бер тулы мосолман иле юҡ, һуңғы солтан 100 йыл элек хакимлек итте, саудтарҙа мосолман иле түгел, унда король менән принц хужа һәм унда «полная демократия». Шунан, беҙ бөгөн мосолман илендә йәшәйбеҙме һәм башлыҡтар Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәүселәр: намаҙ уҡыусылар, ураҙа тотоусылар, мәсеттәргә йөрөүселәр һәм харамдан тыйылғандармы? Бисмилләһине әйтә белмәгән һәм һәр саҡ боҙоҡлоҡта, яманлыҡта, ялғанға ҡоролған йәмғиәттәге башлыҡты, түрәне солтан-имам итәйекме? Ислам юғары уҡыу йортон бөтөп, теолог Исламских наук тигән диплом алып, шундай наҙанлыҡта булыуҙары хайран ҡалдыра.
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا أَطِيعُوا اللَّهَ وَأَطِيعُوا الرَّسُولَ وَأُولِي الْأَمْرِ مِنكُمْ فَإِن تَنَازَعْتُمْ فِي شَيْءٍ فَرُدُّوهُ إِلَى اللَّهِ وَالرَّسُولِ إِن كُنتُمْ تُؤْمِنُونَ بِاللَّهِ وَالْيَوْمِ الْآخِرِ ذَلِكَ خَيْرٌ وَأَحْسَنُ تَأْوِيلًا
«Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү әтыииғү-ллааһа үә әтыииғү-ррасүүлә үә үлиләмри миңкүм фә′иң тәнәәзәғ-түм фии шәй′иң фәруд-дүүһү илә-ллааһи үә-расүүли иң күңтүм түь-минүүнә билләәһи үәл-йәүмил-әәхыири ҙәәликә хайруу-үә әхсәнү тәүьииләә».
«Әй, иман килтергәндәр, Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәйғәмбәргә һәм үҙ арағыҙҙан һайлап ҡуйылған («улил Әмри Минкум») идарасыларығыҙға (имамдарға, ғалимдарға, башлыҡтарға) буйһоноғоҙ. Әгәр ниндәй ҙә булһа аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, Аллаһҡа һәм Әхирәткә инанған булһағыҙ, хәл итеүҙе шәриғәт ҡушҡанса башҡарығыҙ. Был хәйерле лә, нәтижәле лә буласаҡ. (Ән-Нисә, 4/59 аят)».
Бына Ҡөръәндә асыҡ итеп Аллаһ һүҙҙе: «үҙ арағыҙҙан һайлап ҡуйылған» – тиелә. Башҡортостан етәксеһе Хабиров беҙҙең тарафтан (мосолмандар тарафынан) һайлап ҡуйылғанмы һәм ул мосолманмы? Солтанмы? Беҙҙең республика мосолман илеме? Юҡ шул, ул Мәскәү тарафынан беркетелгән ике йөҙлө бәндә. Ләә иләһә илләллааһу, Мөхәммәдүр расүлүллааһи» тип әйтеү, әле һинең мосолман икәнлегенде күрһәтмәй, әгәр һин шарттарын һәм Аллаһ ҡушҡанды, шәриғәтең үтәмәһәң. Ә шәриғәт буйынса имамдарға буйһоноу — туранан мәсет муллаһына буйһоноуҙы аңлатмай. Дин һәм шәриғәт һорауҙарында мулла белемле, шуға ул өҫтөнөрәк, һеҙгә кәрәк яуаптарҙы табып бирәсәк мәғәнәлә. Диндә көсләү юҡ, шуға имам-мулла сыбыртҡы тотоп һеҙҙең командирығыҙ була алмай.
Икенсе яҡтан башлыҡтар һәм түрәләр Рәсәй Конституцияһына ярашлы дәүләт хеҙмәткәре (государственный служащий) классына ҡарай. Беҙ уларға, хатта Путинға ла буйһонорға тейеш түгелбеҙ, улар беҙгә фараон түгел. Чиновниктәр — улар административ мәсьәләләрҙе хәл итеүсе һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләүсе дәүләт ойошмалары әҙәмдәре. Улар халыҡтың именлеге, гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәү, ҡалаларҙы һәм өлкәләрҙе төҙөкләндереү, мәғарифты һәм һаулыҡ һаҡлауҙы яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итә. Чиновник — дәүләт вазифалары иерархияһында билдәле бер рангҡа (чинға) эйә булған дәүләт хеҙмәткәре. Ул шулай уҡ вайымһыҙ, ҡыҙыҡһыныуһыҙ, бюрократик, формаль рәүештә, күрһәтмәләргә ярашлы эшләгән хеҙмәткәр.
Рәсәйҙәрҙең күпселеге, 77 проценты, Левада-үҙәк мәғлүмәттәре буйынса, күп кенә дәүләт чиновниктары бөгөн законға буйһонмай тип иҫәпләй. Хатта суд та, кешеләр фекеренсә, ябай граждандарҙы чиновниктарҙың ирекһеҙлегенән яҡлай алмай. Социологтар раҫлауынса, рәсәйҙәр чиновниктарҙы йәмғиәттә төп яуызлыҡ тип иҫәпләй, ә 83% юғары дәүләт чиновниктары сикһеҙ власты файҙалана тип иҫәпләй. Йәғни билдәле бер мәғәнәлә шулай уҡ закондарҙы эшкә һанамай. Чиновниктар ватандаштарыбыҙ күҙлегенән ҡарағанда ябай граждандарҙың түгел, ә юғары етәкселектең фекере менән генә ҡыҙыҡһына, уларҙың тоғро көсөктәре тип аңлайбыҙ инде. Сөнки беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә бөтәһе лә өҫтә ултырғандың ауыҙына ҡарап, үҙ фекерҙәрен әйтергә ҡурҡып, тик тегеләр итен сәйнәп ташлаған һөйәккә сәүек эт һымаҡ ҡойроҡ болғаған заттар.
1989 йылда, халыҡтың иҫәбе СССР мәлендә 286,7 миллион кеше булып хәҙер Рәсәйҙә 136 миллион тирәһе йәшәһә, чиновниктәр шул элеккегә ҡарағанда ике тапҡыр артыҡ! 2019 йылдың иҫәбе буйынса 2,4 миллион чиновник булған. Был тиклем чиновниктәр хәҙерге хакимлеккә ни өсөн кәрәк? Беренсенән ябай халыҡты баҫып алып, ҡурҡытырға. Уларҙың өҫтөнән хакимлек итергә һәм өҫтә ултырғандарҙы һайлау һайын алдап булһа ла һайлауҙарҙа үткәрергә. 2023 йылдың 1 июлендә Рәсәйҙә тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 107 915 325 кеше йәшәгән, бына ошоларҙан быйыл 500 мең кеше һайлауға барып, тауыш бирһә, һайлау ғәҙел принциптә үтте тип, яу һаласаҡтар. Элек президент һайлауҙа явка кәмендә 50 процент булырға тейеш булһа, хәҙер бында чиновниктәр өсөн еңеүсегә күпме тауыш бирелһә лә, уның дәғүәселәренә ҡарағанда күберәк булыуы мөһим. 500 мең кешенән 251 меңе президент өсөн тауыш бирһә шул еттә, әгәр бер кандидат булһа. Былай ҙа беҙ һайлауға барһаҡта йәки бармаһаҡта, кәрәк кеше һайланған, һайлауға тигән аҡса бурҙар һәм ялғансылар кеҫәһенә инеп ятҡан.
Ошоларҙан сығып, муллаларығыҙ түрәләргә буйһоноғоҙ тигән әкиәттәрен һөйләмәһендәр! Хәҙерге хакимлектең яратҡан любимчиктәре булғылары килһә, әйҙә ялағайҙанһындар, ошаҡ менән булһындар. Өҫтә ултырған хәшәрәт Конституция закондарын боҙоп, үҙ файҙаһына эшләтеп яңынан һайланды, шулай уҡ йәнә Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 353 статьяһына төкөрҙө: 1. Агрессив һуғышты планлаштырыу, әҙерләү йәки башлау — ете йылдан ун биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү менән язалана. 2. Агрессив һуғыш алып барыу — ун йылдан егерме йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү менән язалана. Шунан Крым Украинаныҡы, Украинаға һөжүм итмәйбеҙ, пенсия реформаһы булмай, мобилизация булмай һәм һәр икенсе һүҙендәге ялған һөйләп һәм шуны хуплап ултырған мосолмандарға – һеҙ шайтан аҡтыҡтары тип әйтергә ҡала. Мосолманлығыҙ аяҡ аҫтындағы олтораҡ менән үлсәнә!
وَلَا تَرْكَنُوا إِلَى الَّذِينَ ظَلَمُوا فَتَمَسَّكُمُ النَّارُ وَمَا لَكُم مِّن دُونِ اللَّهِ مِنْ أَوْلِيَاءَ ثُمَّ لَا تُنصَرُونَ
«Үә ләә таркәнүү илә-лләҙиинә ҙаләмүү фә-тәмәссәкүмү-ннәәру үә мәә ләкүм миң дүүни-лләәһи мин әүлийәә′ә ҫүмә ләә түңсаруун».
Ут ҡағылмаһын тиһәгеҙ, золом ҡылғандарға таянмағыҙ. Аллаһтан башҡа һеҙҙң яҡлаусығыҙ юҡ, һеҙҙе бер ни һаҡламаҫ. (Һуд, 11/113 аят).
Һәм бер генә һуғыш та, граждандар һуғышы ла, халыҡ-ара һуғыш та, Аллаһ алдында законлы һәм ғәҙел түгел, тик беҙҙең мосолман ғалимдары ғына джихад тип атаған һуғыштарҙан башҡа. Ҡалғандары — талау һәм террор, унда мосолмандар ҡатнашмаҫҡа тейеш. Былар ахырзаман тирандарының мал бүлешеү һуғышы.
Ҡөрьән бойороҡтарына ярашлы, һуғыш «теләмәгән, мәжбүри кәрәклек» булып тора, уға тик уның абсолют ҡотолғоһоҙ булыуы, аныҡ билдәләнгән әхлаҡи һәм гуманлы закондарҙы һәм сиктәрҙе ҡәтғи үтәү осрағында ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә бында беҙҙең 6 мең атом бомбаһы булған Рәсәй, ҡоралһыҙ, һәнәк тотҡан 45 миллион халыҡтыҡ Украинаға нацистәр, ЛГБТ һылтауы менән һөжүм яһаны һәм халҡын ҡыра. Ә үҙҙәрендә — Мәскәүҙә, Тюменьдә, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа нацистәр маршировать итһә һәм аҡсаға ҡомһоҙланғандары сәхнәләрҙә яланғас үрле-ҡырлы һикерһәләр, — ярай икән.
Ҡөрьәндең бер аятында Аллаһы Тәғәлә иманлыларҙы, ерҙә һуғыш башлаусылар – аллаһыҙҙар һәм Аллаһ һуғыштарҙы хупламай, тип иҫкәртә: Беҙ Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр улар араһында дошмалыҡ һәм нәфрәт уяттыҡ. Улар һуғыш уты ҡабыҙыу менән, Аллаһ уны һүндерә. Улар донъяға боҙоҡлоҡ таратырға тырыша, ә Аллаһ боҙоҡлоҡ таратҡандарҙы яратмай! (Әл-Мәидә,5/64).
Кемдәр улар? Рәсәй башлығы динлеме? Ҡөрьәндә һәм хәҙистәрҙә күрһәтелгәнсә, был дошманлыҡтың сәбәптәрен түбәндәгесә йомғаҡларға мөмкин: «Көнсөллөк, дини фанатизм, йәмғиәт лидерҙарының власть һөйөүе, үҙһүҙлелек һәм расизм, иҡтисади, мәҙәни һәм социаль ыҙғышы». Әйе, сит илдең әҙер байлығына ҡыҙығып (икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары, әҙер фабрика-заводтар, ҡаҙылма байлығы һ. б., урыҫ поптарының: христианлыҡ үҙәге Мәскәүҙән, икенселәре Киевтә башланған тигән ыҙғыштары, 25 йыл буйы арт яғына памперс кейеп, хакимлектә ултырып, әле һаман шуға ынтылыуы, Украина тигән ил булмаған тип, тарихты алдап күрһәтергә тырышыусы һ.б.).
Аллаһ Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә: «Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Йәһүдиҙәр менән насраниҙарҙы дуҫ итмәгеҙ: улар үҙ-ара дуҫ. Әгәр һеҙҙең аранан кемдер уларҙы дуҫ итә икән, үҙе шуларҙың береһенә әйләнә. Ысынлап та, Аллаһ залим халыҡтарҙы тура юлдан алып бармай!» (Әл- Мәидә, 51 аят).
Тыйылған һүҙбәйләнеш йәһүдтәргә һәм христиандарға ҡарата мөхәббәтте уларҙың дине өсөн аңлата. Улар менән тик һатыу-алыу итеүҙә, бизнеста, сәнғәттә һәм йәмәғәт тормошоноң кәрәклеге булған башҡа дини булмаған эштәрҙә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуҙа бер ниндәй ҙә зыян юҡ. Ә уларҙың кемгәлер ҡаршы һуғыштарында ҡатнашыу мосолманды көфөрлөккә килтерә.
Йәһүдиҙәр ҙә, насраниҙар ҙа, уларҙың (диненә) мәҙһәбенә эйәрмәйенсә, һинән риза булмаҫ. Әйт: «Ысынлап та Аллаһ юлы – хаҡ юл! –тиең. Әгәр һиңә килгән ысын белемдән һуң, уларҙың хыял-теләктәренә эйәрһәң, Аллаһ һинең яҡының да, ярҙамсың да булмаҫ». (Әл-Баҡара сүрәһе, 120 аят).
Украина халҡы араһында ла 2 миллион мосолман бар тигәйнем бит әле: "Әгәр ике мосолман бер-береһенә ҡаршы ҡылыстарын күтәрһә, үлтереүсе лә, үлтерелгән кеше лә тамуҡҡа эләгәсәк "(Әбү Бәкер: "Эй, Аллаһ Илсеһе! Беҙ үлтереүсене аңлайбыҙ, әммә ни өсөн ҡорбан тамуҡҡа эләгә? Пәйғәмбәр: «сөнки ул дуҫын үлтерергә тырышты» тинем. (Бохари, Иман, 22; Рикак, 31; Фитан, 10; Мөслим; Фитан, 14)
Был хәҙистә килтерелгән һүрәтләүгә ярашлы, береһе уйламайынса үлтереү өсөн тамуҡ эшен башҡарған, ә икенсеһе, аңлы рәүештә, тамуҡҡа эләгеү менән бәйле, уйламайынса үлтерергә маташҡан һәм ниәтләгән. Ислам буйынса, был ике енәйәт тә енәйәт булып тора, әммә был ике енәйәт тигеҙ түгел. Шуға ярашлы, кешене үлтергән кеше үлтереүсенең тамуҡта булыу ваҡыты тамуҡта булыу ваҡытынан ныҡ айырыла. Әгәр берәү егерме йыл ултырһа, икенсеһе алты ай йәки бер йыл ултыра. (ср. Ибн Хаджар, Фәтх Әл-Бари, 13/32-34)
Әгәр ниндәйҙер конфликт килеп сыҡһа, мосолмандар һуғышҡа мәжбүри булмаған кәрәклеккә әйләнгәнсе һәм һуғышҡа ҡаршы яҡ һөжүм иткәндә генә, конфликтты хәрби хәл итеүгә альтернатива булмағанда ғына инә ала. Был хәл Ҡөрьәндә былай тип аңлатыла: «Әгәр улар [һуғышты] туҡтатһа, һеҙ ҙә [туҡтатырһығыҙ] ... Аллаһ бит Ғәфү Итеүсе, Мәрхәмәтле!» (Һыйыр сүрәһе, 2: 192). Диндарҙар конфликтлы тыныслыҡ менән һәм килешеү яғы эҙләргә, һуғышҡа тыныслыҡты өҫтөнлөк бирергә бурыслы һәм ҡаршы яҡ агрессия яһаған осраҡта ғына һуғышҡа оборона өсөн инә ала.
Шулай итеп, законһыҙ үлтереүҙәр әхлаҡһыҙ, сөнки улар Аллаһ ҡанундарына ҡаршы килә (ҡара: хөкөм итмәгеҙ, хөкөм ителмәҫһегеҙ!). Шул уҡ ваҡытта беҙ шуны ла аңлайбыҙ: Аллаһтың шәриғәтен һанға һуҡмаған хөкүмәттәрҙең үлтереүҙәре, Ерҙә ниндәй генә реаль власть булмаһын, законлы һәм Аллаһҡа яраҡлы була алмай.
Бына ошо яҙылғандарҙан сығып беҙ протест бирә алабыҙ, беҙҙе халыҡ дошмандары итһәләрҙә. Донъя ҡуласса иртәгә кем кемдең дошманы булыр, тарихтан һабаҡ алығыҙ. ИншаАллаһ, был хөкөм бик яҡын, шул тиклем яҡын!
Ә элекке заман мосолман хакимдәренә килгәндә: «Әгәр ул яҡшы булһа, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, әгәр ул насар булһа, түҙербеҙ», сабыр итербеҙ тигәндәр. Сәхәбәләр: «Әгәр хакимдар үҙ подданныйҙары (граждандары) менән ғәҙел булһа, подданныйҙарға рәхмәт, ә хакимдарға бүләк. Әгәр хакимдар подданныйҙарҙы йәберләһә, уларға сабырлыҡ, ә хакимдарға гонаһ». Йәғни беренсе осраҡта подданныйҙар Раббыны тәҡүәле хаким биргән өсөн маҡтарға һәм хакимдарға уларҙың юғарылығы һәм ғәҙеллеге өсөн рәхмәт әйтергә тейеш. Әгәр хакимдар подданныйҙары алдында үҙ бурыстарын үтәмәһә, кешеләр быны түҙемлек менән кисерергә һәм Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә өмөтләнергә тейеш. Уларҙың сабырлығы өсөн Аллаһ уларҙың гонаһтарын ғәфү итер һәм ғәҙелһеҙ хакимдарҙы ҡаты язалар.
Әгәр улар кешеләргә гонаһлы нәмәләр ҡушһа, буйһонорға ярамай, мәҫәлән: атаһы улына гонаһлы нәмәләрҙе эшләргә ҡушһа ла, ул уға буйһонорға тейеш түгел. Әгәр ул ғәйепһеҙ кешене үлтерергә йәки спиртлы эсемлектәр эсергә, тыйылғанды ашарға бойороҡ бирһә, был осраҡта уға буйһоноу юҡ.
Бөгөнгө көн хакимлыҡтың етәкселәре Аллаһ рөхсәте менән Иблис тарафынан ҡотортолған шайтани әҙәмдәр. Аллаһ беҙҙе шулай һынай, артарынан эйәрһәгеҙ, урынығыҙ тамуҡ булыр. Ҡайһы берәүҙәр: «улар беҙҙең дингә теймәй, динебеҙҙе таратырға мөмкинлек бирә (ҡайһы яҡҡа), мәҙрәсәләр-мәсеттәр төҙөлә» тип, әйтерҙәр.
Ғабдулла инб Маҡсуд: «Ысынлап та, Аллаһ Бөйөк һәм Ҡөҙрәтле, был иманды гонаһлы кеше аша яҡлай». Хаким булып киткән тәҡүә кешегә түгел, ә ниндәйҙер гонаһлы кешегә Аллаһ байлыҡ һәм дәрәжә бирә, шулар аша мәсет, мәҙрәсә төҙөй. Шулай итеп, был гонаһлы кеше аша Аллаһы Тәғәлә Үҙ динен һаҡлай.
Хөсәйеф инб Яман (Мөхәммәд пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе) былай ти: "Ысынлап та, Аллаһ һеҙгә үҙегеҙҙе язаға тарттырырлыҡ хакимдар ебәрер, ә Аллаһ уларҙы тамуҡта язаға тарттырыр. Бөгөнгө яуыздар ябай халыҡҡа зарар һәм зыян килтерәләр икән, Аллаһ уларҙы был донъяла ла һәм теге донъяла ла язалар. Шул бахырҙарҙың берәүһе: мин үлһәм –зыяраттымды халыҡ белмәһен тигән, сөнки уны бәҙрәфкә әйләндерерҙәр, тигән васыят ҡалдырған. Кем тураһында һүҙ барғанын беләһегеҙ. Ә бына А. Навальныйҙың ҡәбере изге урынға әйләнде, сәскәләргә күмелде.
Муса инб Убайда Әйүп инБ Хәлидтән Пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен килтерә (Аллаһ уны фатихалаһын һәм сәләмләһен): «Минән һуң һеҙгә тыйылғанды үҙҙәре башҡарған һәм үҙҙәре эшләмәгәнде һеҙгә бойорған хакимдар буласаҡ, уларға буйһонмағыҙ». – тигән.
Бөгөн ялған, алдаҡ, боҙоҡлоҡ, яманлыҡ, золомлыҡ, законһыҙлыҡ бара икән, ни эшләп ошо атестлеккә, динһеҙлеккә, күп аллаһылыҡҡа батҡан мөшриктәргә ҡаршы ни эшләп протестовать итмәҫкә тейешбеҙ? Был яманлыҡтарға ҡаршы торорға өндәгән йөҙ тиҫтәләрсә хәҙистәр бар. Пәйғәмбәрҙең бөтәһе лә боҙоҡлоҡтарға ҡаршы көрәшкән (протестовать иткән).
Әз-Зөбәйер бин Әди: "Беҙ Әнәс Бин Маликҡа әл-Хаджадждың ҡыҫырыҡлауына зарланырға килдек һәм ул беҙгә: «Түҙегеҙ, сөнки киләсәк ваҡыт алдағыһынан насарыраҡ» тине. Мин һеҙҙең Пәйғәмбәрегеҙҙән (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) быны ишеттем.
Бөгөн күптәр бөтә бәләләрендә Американы йәки Көнбайышты ғәйепләй, әммә әгәр улар үҙҙәре лә был нәсихәттәрҙе онотмаһа, «демократтар» йәки «иман һәм ғәҙеллек өсөн көрәшселәр» арбаһына ултырып, шуларҙың йырын йырламаһа, бындай ҡайғылы хәлдә ҡалмаҫ ине. Аллаһы Тәғәлә йөрәктәребеҙҙе нығытһын, беҙҙе был «аҡыллы» кешеләр менән алдандырып, аҙаштырмаһын. Яҡын киләсәктә һәләк булыуҙан һаҡланайыҡ.
Ғәҙеллеккә таянмаған йәмғиәт һәм дәүләт емереләсәк һис шикһеҙ. Һәр ваҡыт шулай булды һәм киләсәктә лә шулай буласаҡ, әгәр беҙ уйламанмаһаҡ, аҡылға килмәһәк, был торошто үҙгәртеп ҡорорға маташмаһаҡ, һәр саҡ шулай буласаҡ.
Шәйхүл-Ислам ибн Таймийә әйткәнсә, Аллаһ уға мәрхәмәтле булһын: «Ысынлап та, Аллаһ ғәҙеллек дәүләтен нығыта, хатта ул иманһыҙ булһа ла, һәм тирания дәүләтен, хатта мосолман иле булһа ла, емерә».
Ысынлап та, Аллаһ ҡалаларҙы һәм тораҡ пункттарҙы емермәй, әгәр унда иҙеү һәм тирания, аҙғынлыҡ һәм яуызлыҡ таралмаһа. Аллаһ Тәғәлә әйтә: «Һинең Раббың, ғәҙелһеҙлек арҡаһында ҡалаларҙы һәләк итмәйәсәк, әгәр улар үҙ ғәмәлдәрен һәм башҡаларҙың эштәрен төҙәтһә», тине (11-се сүрә, 117-се аят).
Бөгөнгө власть йәмғиәтте үҙаллы төҙәтергә тырышҡан берәйһен ҡалдырғанмы?
إِنَّ اللَّهَ لَا يُغَيِّرُ مَا بِقَوْمٍ حَتَّى يُغَيِّرُوا مَا بِأَنفُسِهِمْ وَإِذَا أَرَادَ اللَّهُ بِقَوْمٍ سُوءًا فَلَا مَرَدَّ لَهُ وَمَا لَهُم مِّن دُونِهِ مِن وَالٍ
...иннә-ллааһа ләә йуғайййиру мәә биҡаумин хәттәә йуғаййируу мәә би′әңфүсиһим үә иҙәә әрааддә-ллааһу биҡаумин сүү′әң фәләә мәраддә ләһү үә мәә ләһүм мин дүүниһи миү-үәәл.
Ысыплап та, үҙе үҙгәрмәһә, халыҡ хәлен Аллаһ үҙгәртмәй. Бер халыҡҡа Аллаһ яманлыҡ теләһә, уны ҡайтарыу мөмкин түгел, һәм Аллаһынан башҡа уның яҡлаусыһы юҡ. (Күк күкрәү, 13/11аят).
Әгәр донъябыҙҙы үҙгәртеп яңынан ҡормаһаҡ, юҡҡа сығасаҡбыҙ, шулайтып бит киҫәтә Аллаһ Тәғәлә.
ُلْ هُوَ الْقَادِرُ عَلَى أَن يَبْعَثَ عَلَيْكُمْ عَذَابًا مِّن فَوْقِكُمْ أَوْ مِن تَحْتِ أَرْجُلِكُمْ أَوْ يَلْبِسَكُمْ شِيَعًا وَيُذِيقَ بَعْضَكُم بَأْسَ بَعْضٍ انظُرْ كَيْفَ نُصَرِّفُ الْآيَاتِ لَعَلَّهُمْ يَفْقَهُونَ
Ҡуль һүүәл-ҡаадиру ғәләә әй-йәбғәҫә ғәләйкүм ғәҙәәбәм-мим фәүҡиҡүм әү миң тәхти арджү-ликүм әү йәлбисәкүм шийәғәү-үә йүҙииҡа бәғдакүм бәьсә бәғдыиниң-ҙур кәйфә нүсаррифүл-әәйәәти ләғәлләһүм йәф-ҡаһүүн.
Әйт:- Аллаһ һеҙҙең өҫтөгөҙгә (күктән дауыл, буран, ер тетрәүе), аяҡ аҫтығыҙҙан (ерҙән ҡоролоҡ, мур (аслыҡ) ҡырылышы) яза ебәрергә лә, бер-берегеҙ менән һуғыштырып, берегеҙгә икенсегеҙҙең мәкерен, әшәкелеген татытырға ла ҡөҙрәтле, — тип, ҡара әле, улар төшөнһөн тип, аяттарыбыҙҙы нисек тәфсилле аңлатабыҙ. (Әл-Әңғәм, 6/65).
Һеҙ бер-берегеҙ менән көрәшәсәкһегеҙ. Яза һеҙгә Күктән ебәрелмәйәсәк, әммә һеҙ бер-берегеҙгә һөжүм итерһегеҙ, һәм был һеҙгә яза булыр. Һеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ бөтөрсәкһегеҙ тип әйтә Аллаһ. Шулай шул, динебеҙҙә бик аҙы ғына, халыҡ мәсеттәргә ябырылманы. Ҡәһәрләнгәндәр халыҡты икегә бүлеп бер-береһенә дошман итте, граждандар һуғышы башланып китеүгә лә күп ҡалманы. Бына шулай Иблистең ҡотҡоһонан аҙған халыҡ бер-береһен ҡырасаҡ.
Боҙоҡлоҡ хөкөм һөргән һәм әшәкелек үҫкән йәмғиәт мотлаҡ юҡҡа сығасаҡ. Һәләк булған халыҡтарҙың тарихын уҡығыҙ, унда барыһы ла бик асыҡ. Ни эшләп әле һаман Рәсәй ғәҙеллек иле, ул беҙҙең Ватан, ата-бабаларыбыҙ ере тип алданағыҙ! Диванығыҙҙан төшөп, өйөгөҙҙән сығып, донъя буйлап йөрөп килегеҙ. Күҙҙәрегеҙҙе нығыраҡ асып ҡарағыҙ, башҡаларҙы тыңлағыҙ, аҡыл алығыҙ, был ил ни тиклем Аллаһ ҡушҡандарын үтәй, мосолман шәриғәтенә закондары буйынса йәшәйме?! Әлбиттә һеҙҙең тәҡҡәберлегеҙ, мин-минлелегеҙ һеҙҙе һуҡырайта һәм һаңғырау итә, аҙаштыра. Был тура ла Ҡөръән аяттары юҡмы ни?
Донъябыҙ матур, эш хаҡы алабыҙ, пенсияһы көнөнө тиклем килә, ҡош-ҡорттарыбыҙ, малыбыҙ, баҡсабыҙ бар. Балаларыбыҙ бәхетле, өйҙәре ҙур, ауылда ике-өс кеше йөрөһә лә мәсеттәребеҙ бар, был Нәҙир мулла сәйәси вәғәҙҙәре менән бар донъяны бутай, имамлы кешеләргә һүҙ тейгеҙә – тигәндәргә – иртәгә Имам Мәһди хәҙрәт ғәскәре менән былай табан ҡуҙғалһа ни әйтәң? Улым, бар Рәсәй әрмеһенә, ҡорал ал, ошо рәсәйебеҙҙе, республикабыҙҙың аҫтын өҫкә әйләндерергә Әфғәнистан йәки Төркиә яғынан ябырылған «радикал» мосолмандарҙы ҡыр тип әйтәсәкһең бит! Кәрәкмәй ул беҙгә Мәһди хәҙрәт, ышанмайбыҙ уға тип аҡырасаҡһын! Һинең аҡылына ошо илдең бысраҡ идеологияһы һалынған һәм үҙеңде дөрөҫ тип һанаясаҡһын! Был донъяла бер үҙгәрештә, Рәсәй тарҡалыуы, Башҡортостандың мосолман иленә әүерелеүе кәрәкмәй, республика был урыҫ иленән айырылһа, дошмандар ябырыласаҡ һәм баҫып аласаҡ, балаларыбыҙҙың киләсәге бит әйт-два, убей врага тигән илдең яҙмышынан тора бит әрнейәсәкһең.
Аллаһ Илсеһенең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тип әйткәнен ҡарағыҙ: «Зәйнәб бинт Джахш һүҙҙәренән хәбәр итеүҙәренсә, бер ваҡыт уға ҡурҡыуға батҡан Пәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килеп инә һәм: «Аллаһтан башҡа илаһ юҡ! Ғәрәптәргә яуызлыҡтары өсөн ҡайғы, ул инде яҡын!» " — тип ҡысҡыра. Зәйнәб: "Эй, Аллаһ Рәсүле, арабыҙҙа тәҡүә кешеләр булыуына ҡарамаҫтан, беҙ ҙә һәләк булырбыҙмы ни?». Ул әйтте: "Әйе, әгәр ҙә боҙоҡлоҡтар (намыҫһыҙлыҡ, әшәкелек) күбәйһә! (Бохари һәм Мөслим).
Беҙ киләсәк ваҡиғаларҙы күҙаллап көн һайын үҙгәрергә, үҫешергә тейешбеҙ, Пәйғәмбәр : «Ике көнө бер-береһенә оҡшаған кеше зыян күрәсәк» (Хатиб Багдади Иктидаи-Илми-Амеле, 122).
Бер көйө генә, ел ыңғайы барыуҙың мәле бөттө. Тиҙҙән донъяла ҙур тетрәнеүҙәр буласаҡ. Бер ер һелкенеүе генә тип уйламағыҙ, ер тетрәүгә килгәндә, Башҡортостан 12 баллы сеймик зонала урынлашҡан, былтырҙары яланда ятҡан Магнитогорск һәм Сибай, Силәбе яҡтарында еребеҙ ыңғырашып алды. Ҡоролоҡ йылдары килеп, аслыҡ булмаҫ тип кем әйтә? Аллаһ ризалығы өсөн шөкөр иттеңме? Һиңе быға тиклем ашатҡан һәм эсергән, һалҡын һәм эҫенән ҡасып ҡыйыҡлы өйөңдә мендәр өҫтөндә йоҡлатҡан, Аллаһыға итәғәт иттеңме? Бөтә нәмәң бар тиерлек, тик Аллаһҡа ҡаршы сығып аҡса ҡоло булып, Аллаһ урынына бер ҡәбәхәткә табынаң бит! Барыһы өсөн яза был уҡ донъяла киләсәге беленә башланы.
Аллаһҡа, донъяларҙың Раббыһына, Уның рәсүленә һәм Уның артынан Ҡиәмәт көнөнә тиклем эйәргәндәргә бөтә маҡтауҙар һәм фатихалар! Беҙ Аллаһтың ғәфү итеүенә мохтаж ҡолбоҙ, тәүбәбеҙҙе Раббыбыҙ ҡабул ит. Ауыр һынауҙар, ҡайғы-хәсрәттәр, ҙур юғалтыуҙар беҙгә килтермә. Ошо ахырзаман ваҡиғаларын ныҡ иман менән үтергә, Дәджәл артынан эйәрмәҫкә, Иблистең ҡотҡоһонан азат булырға насип ит. Әмин.
автор: Нәҙир мулла, Нәҙир һүҙҙе Ҡөръәндә 57 тапҡыр осрай. Мәғәнәһе: киҫәтеүсе, ҡурҡытыусы, аңғартыусы, әйтеүсе, белгертеүсе һәм башҡаһы...