Төштә мәйет күреү
Йоҡо хәлендә кеше ғүмеренең байтаҡ өлөшө үтә. Йоҡо — ул бәләкәй үлем, ял һәм аҡылыбыҙға буйһонмаған нәмәләр менән бәйләнеш каналы. Бер ваҡыт, бик ныҡ арығанлыҡтан йоҡлап китеп, иртән иртәнге намаҙға һуңлап уянып, Мөхәммәд пәйғәмбәр сәхәбәләргә мөрәжәғәт итә: «Ысынлап та, Аллаһ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе теләгән ваҡытта алды һәм теләгән ваҡытта кире ҡайтарҙы. Билал, тор, кешеләрҙе намаҙ ҡылырға саҡыр [аҙанды ҡысҡырып уҡы, бөтәһе лә уянһын]». Изге Ҡөрьәндә йоҡо тураһында туғыҙ урында әйтелә. Хәҙистәр йыйынтығында был тема буйынса тотош бүлектәр бар. Пәйғәмбәр үҙе ҡайһы берҙә иртәнге намаҙҙан һуң, уның артынан ғибәҙәт ҡылыусыларға йөҙө менән боролоп, һорай: «Бөгөн төндә һеҙҙең арағыҙҙан берәйһе төш күрҙеме?». Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, иҫкәртеүсе, ысын төш — ул Раббының кеше аңындағы ижады. Читать далее
Архив метки: төш
Төш күреү
Төш күреү
Төш, кешенең йоҡлағанда йә иһә бер аҙ серем иткән мәлдә аңға ингән төш күреү нимә ул? Ғүмеребеҙ буйы беҙҙең аҡыл-рух-йән-тән эргәһенән айырылмай уларҙы оҙатып йөрөгән төштө нимә менән аңлатып була? Әлбиттә әҙәм балаһының төшөн, йән-рухын – уның тәбиғәтең кешелек аңлата алмай. Ҡайһы бер фән ғалимдардары төштө ул кешенең көндөҙ кисергән аҡыл эшмәкәрлегенең төнгө ярһыуы тип әйтергә маташһаларҙа ул тураға килмәй, сөнки беҙ төшөбөҙҙә үткән көндөң ваҡиғаһындағы ғына түгел, ә әллә ниндәй аҡыл етмәҫлек төштәрҙә күрәбеҙ. Был төштәр беҙҙе был донъяға яралтҡан Аллаһ Тәғәләһенәндер һәм Аллаһ үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша беҙгә төштәр тураһында бер аҙ мәғлүмәт бирә.
Аллаһ Тәғәлә көн менән төндө булдырған кеүек, әҙәм балаһын көндөҙгө тормоштан айырып төнгө йоҡоға талдыра һәм кеше ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡола үткәрә. Ғалимдар бөгөн дә нимә ул йоҡо тигән һорауға аныҡ яуап таба алмай. Йоҡо – ул Аллаһы Тәғәләнең бер мөғжизәһе. Йоҡола саҡта кешеләргә төрлө төштәр килә, ҡурҡынысы ла, ләззәтлеһе лә. Кәүҙәләребеҙ татлы тыныслыҡта ҡалып, донъя мәшәҡәттәренән азат булған да, беҙ өнөбөҙҙәге һымаҡ тулы тормош менән йәшәй бирәбеҙ, төнгө йоҡола, төш күреү сәйәхәттәребеҙҙә ҡайһы берҙә өңдәге проблемалар менән ҡабат осрашабыҙ, үҙебеҙҙә һиҙмәҫтән уны хәл итеү юлдарын табырға тырышабыҙ. Йәки төштә ҡайҙалыр икенсе матур, йә иһә ҡурҡыныс донъялар, таныш йә сит кешеләрҙе, йәки үлеп ҡалған туғандарҙы, башҡа мәрхүмдәрҙе күрәбеҙ. Ҡайһы берҙә был төштәге хыялый донъяны ысынбарлыҡтан айырыу ҙа ҡыйын. Ана шулай кеше ғүмере буйы ике барлыҡта йәшәй, йәнебеҙ осоп йөрөгән төшөндә һәм уяу сағындағы фани донъяла. Уяу сағында тормошҡа ашмағынын ул төшөндә ысынбарбарлыҡ итә, төштәрдә күргәненән өңөндә һабаҡ ала. Читать далее
Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр
Пәйғәмбәргә ﷺ бәйле төштәрҙән риүәйәттәр
Мөхәммәд пәйғәмбәргә ﷺ бәйле булған төштәрҙән риүәйәттәр. Мөхәммәд ﷺ хәбәр биргәнсә, төштәр өс төрлөгә бүленә. Уларҙың бер иштәре Аллаһы Тәғәләнән, икенселәре шайтандан һәм өсөнсөләре донъя мәшәҡәтенә мауығып, шул хәл төшкә инеү осраҡтары. Аллаһ Тәғәләнән килгән төштәр күп осраҡта йә иһә хәйерле хәбәр бирә торған, киҫәтеү төштәре була. Аллаһ Сүбханә үә Тәғәлә, әҙәм балаларына шәфҡәтлелеген күрһәтеп, пәйғәмбәрлектең ҡырҡтан бер өлөшөн мосолмандар күргән төштәр аша ҡалдырған. Киләсәкте бер кеше лә белә алмай, әлбиттә. Әммә Аллаһ Тәғәлә булған белеменең бер өлөшөн яратҡан, һөйөклө бәндәләренә биреүе мөмкин. Төш аша, йә иһә күңелдәренә һөйөндөрөү, йә иһә Аллаһы биргән аҡыл менән кеше буласаҡты күҙәтә ала. Был – Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Әйтеп киткәнсә, Аллаһы Тәғәлә төштәре барыһы ла хаҡ, улар бигерәк тә Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ менән бәйле булһа. Кем дә кем уны төшөндә күргән, был бик ҙур ҡыуаныс, тимәк, әлеге кешене был донъяла ғына түгел, бәлки, ахирәттә лә яҡшылыҡ көтә. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәд ﷺ төштә ҡайһы бер кешеләрҙе тейешһеҙ хәлдәрҙән, гөнаһлы эштәрҙән, боҙоҡ ғәмәлдәрҙән, һүҙҙәрҙән киҫәтә лә ала. Мәкерле Иблис төшкә башҡа кешеләр ҡиәфәтендә инә алһа ла, пәйғәмбәр булып инә алмай. Ә шайтандан килгән төштәр боҙоҡлоҡҡа, насарлыҡҡа өндәй. Читать далее
Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
Пәйғәмбәрҙе ﷺ төштә күрер өсөн салауаттар
Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе ﷺ йоҡлағанда төштә күрер өсөн аҫта салауаттар килтерелә. Һәр иманлы мосолмандың изге Пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төшөндә күрергә теләге барҙыр. Ләкин уны ﷺ төштә күреү һәләте үҙебеҙҙә уға ﷺ ҡарата булған мөхәббәттең һәм тоғролоҡтың кимәленә бәйле. Аҡһаҡалдар һәм ғалим кешеләр үҙ тәжрибәләре нигеҙендә, ғәмәлдәре һәм игелектәре ярҙамында пәйғәмбәребеҙҙе ﷺ төштәрендә күреү бәхете тураһында яҙып ҡалдырғандар. Әлбиттә Мөхәммәд пәйғәмбәр ﷺ төшөбөҙгә инһен тиһәк, тәһәрәтләнеп ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, тәүбә итеп, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауаттар һәм сәләмдәр әйтеп, Рәсүлүллаһыны ﷺ төштә күрергә ниәтләнеп йоҡларға ятыр кәрәк.
Пәйғәмбәребеҙҙең ﷺ бер хәҙисендә әйтелә:
مَنْ رَآنِي فِي الْمَنَامِ فَسَيَرَانِي فِي الْيَقَظَةِ, وَلَا يَتَمَثَّلُ الشَّيْطَانُ بِي
«Мән раани фиил мәнәәми фәсәйәрәнии фиил йаҡаҙа үә ләә йәтәмәҫәлү шайтаанү биһи». Читать далее