Ҡояш Көнбайыштан сығыр...
Эй, Аллаһ ҡолдары! Бер ваҡыт... һәм, бәлки, был бик тиҙҙән булыр, кешелек уяныр һәм шаҡ ҡатыр! Йылытҡан һәм яҡтыртҡан яҡтыртҡыс — Ҡояш үҙенең ғәҙәти урыныннан күтәрелмәйәсәк. Тиҫтәләрсә йәки йөҙҙәрсә мең йыл дауамында һәр иртә көнсығыштан күренгән ҡояшыбыҙ — ул үҙенең тәртибен үҙгәртәсәк. Һәм ул ҡапма-ҡаршы яҡтан күтәреләсәк.
Был ике нәмә — Ҡояш һәм Ай — ике яҡтыртҡыс... ысынлап та, был-Аллаһы Тәғәләнең билдәләре, улар беҙгә Барлыҡҡа Килтереүсенең Бөйөклөгөн һәм Камиллығын күрһәтә; беҙгә ҡояш менән айҙың хәрәкәт итеү тәртибен ҡәтғи системаға ярашлы, теүәл иҫәпләнгән тәртипкә ярашлы күрһәтәләр. Был беҙгә уларҙың Аллаһы Тәғәләнең хакимлығы аҫтында булыуын күрһәтә. Читать далее