Сихыр һалғандар
Сихыр тураһында һүҙ ҡуҙғатып, комментарийҙәрен яҙған контакт селтәрен ҡараһам, унда быға ышанмағандар күп. Аллаһ Тәғәләнең Ҡөръян Кәрим китабынының сүрә һәм аяттарында, шулай уҡ пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһис-сәләм хәҙистәрендә был турала асыҡ әйтелә һәм аңлатыла, ә бында белемселәр сихыр тигән нәмә юҡ тип, үҙ фекерҙәре менән халыҡты алдайҙар. Былар кафырҙар, урындары мәңге тамуҡта булыр. Һәм бына ошо мәҡәләне әле яҙа башлауымдың сәбәбе, ошо үткән ял көндәрендә иҫке тауыҡ ояһын боҙғанда, ҡыйыҡ аҫтындағы серегән таҡта түбәһенән ергә осоп төшкән бәләкәй генә шар формаһындағы сепрәк төйөнсөгө һылтау булды. Уныһына ла иғтибар итмәҫ инем, әгәр ошо уҡ ҡыйыҡ өҫтөнә балалар ырғытҡан бәләкәй генә резина туп килеп ятмаһа. Шул туп ыңғайы, ергә тағы ла баяғы бер бәләкәй ҡара нәмә аҫҡа тәңәрәне, төшөп ҡараһам, шул әйбер ята. Иң башта берәй мулла тарафынан малдар зәғифләнмәһен тип, өшкөртөлгән тоҙҙор тинем. Мәрхүм-мәрхүмә атай-әсәй йәшәгән ерҙә, иҫке өйҙәрен һүтеп, яңы өй һалып, шунда өсөнсө тиҫтәгә табан ғәилә ҡороп, йәшәп ятҡан заман.
Ҡыҙыҡһынып, бармаҡтарым менән ҡыҫып ҡараным, эстә нимәлер шығырҙаған һымаҡ. Туҡта әле был нәмәне һүтеп, эсендәге нәмәләрен ҡарап алайым тинем. Әллә сихырмы икән? Сихырҙы тапһаң, уны урынынан ҡуҙғалтһаң, уның көсө юғала тиҙәр бит. Өҫтәүенә мулла булараҡ доғалар көсө менән Аллаһ һаҡлауы аҫтында. Был сәйер әйбер бына төшөрөлгән фотоһүрәттәрҙә.
Тыш яҡтан совет заманы сепрәгенә оҡшаған, серемәгән, ныҡ һәм ауыҙы ауыл хужалығы тракторҙарындағы ҡайыштан һыҙырылған нәҙек капрон менән бәйләнгән, хәҙер ваҡытта улар юҡ, табыуы бик ҡыйын. Ебен ҡырҡас, сепрәк эсенән ошо йәнә бер шар формаһын уратып, нәҙек йәбешкәк канцелярия лентаһы менән уратылған. Был полиэтилен лента туҙған, иҫкергән ваҡыт үтеү менән, элек балалар өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары өсөн һатыу иткән киоскаларында була торғайны. Хәҙерҙә шуға оҡшағандар бар. Быныһын һыҙырып ташлағас, эстә ике төрлө еп менән уратылған бәләкәй генә йомғаҡ ҡалды, ептәрҙең береһе йәшел, икенсеһе аҡ.
Әһ-һә тинем, был сихыр, ҡыҙыҡһынып ары ептәрен тағата башланым, урыны менән төҫтәре уңған, буяуы ҡойола. Был епте элек ҡул менән, оҙон энәләр (спицалар) менән йөн ойоҡ бәйләгәндә, шул йөндө епкә ҡатыштырып, ойоҡтар ныҡ булһын тип, бәйләй торғандар ине. Арыуыҡ оҙон ептәрҙе урауынан һүткәс, эсендә йәнә түңәрәк ҡаты формалы һарыраҡ нәмә килеп сыҡты. Был шул ептәрҙе урау өсөн ҡулланылған, тирә яғын түңәрәтеп, ҡырҡылҡан, тигеҙләнгән вино пробкаһы булып сыҡты, уны уртаға ҡырҡас был асыҡланды. Берәй ҡағыҙға урамай, ошоны менән мәшәҡәтләнгән кеше кем булды икән?
Был сихыр 20 йыл элек һалынғанға оҡшай, әлеге туҙыуына, әйберҙәренә ҡарағанда. Интернет селтәренән был төрө эшләнгән сихыр нимәгә ҡулланыла икән тиһәм, өйләнешкәндәрҙең араһына шайтан үәсүәсәһен һалып, уларҙың араһын һыуытырға, бер-береһе менән үҙ-ара талаштырырға, күңелдәренә нәфрәт һалып, ғәиләне боҙорға, айырылыштырырға тигән ниәттә башҡарыла икән.
Эргә-тирәгәле кешеләр ошолайтып сихыр һала тип уйламайбыҙҙа бит әле. Сөнки уларҙың был боҙоҡ эшкә баштары ла һәм күңелдәре етмәҫ тигән аҡылдабыҙ бит. Уларға ышанабыҙ, улар менән көлөп, йылмайып һөйләшәбеҙ, асыуланышып, тиргәшеп алһаҡ, яңынан ярашабыҙ... Шул мәлдә улар араһынан кемдер, күрше тирәләге ауылдарҙың, урыҫ һәм башҡа милләт, күрше Магнитогорск ҡалаһы сиғандары сихырсылары менән килешеп сихыр һала...
Шулай, Иблис ярҙамсылары — шайтандар беҙҙең ошо ябайлыҡтан, алсаҡлыҡтан файҙаланып арабыҙға фетнә һала. Эстән көнсөлөккә, асыуға, күрә алмаусынлыҡҡа, маһайыуға, был минеке, һин минеке генә булырға тейеш, тигән эгоистик тойғолар менән йәшәгәндәр аҙ түгел. Шулай уҡ уларҙың нәфрәтен беҙҙең ҡылыҡтарҙа ҡуҙғатырға мөмкин. Әлбиттә, был кире ғәҙәттәр, беҙҙең бәләкәй саҡтан, бала саҡтан да күңелгә килеп оялай. Әсәй мине яратмай, ағайыңа йә ҡустыңа берәй яңы нәмә һатып алып бирҙе, миңдә иҫке кейем, миңә эш ҡушалар, уны-быны эшләтәләр, әрләйҙәр һәм башҡаһы булды бит үҫмер саҡтарыбыҙҙа. Әлбиттә, әсәйҙәр һәр саҡ бөтәбеҙгә лә бер тигеҙ ҡарағандар. Уларҙың балалары өсөн өҙгөләнеп торғандарын беләбеҙ хәҙер, ҡайһы бер ен ҡағылғандарынан башҡа. Бына үҙ балаларыбыҙ тыуып үҫкән осорҙа, әсәй кешенең иғтибары яңы тыуған балаға йүнәтелә, ул бәпәйҙән өлкәнерәге, бигерәктә ҡыҙ бала иғтибарһыҙ ҡалып, атаһына һыйына, атаһынан яҡлау һәм күңел шатлығы эҙләй. Ир бала инде барыбер әсә яҡлы булып ҡала. Аҙаҡ өйләнгәндә лә әсәһенә, хатта төҫө менән оҡшаған кәләш эҙләй. Балаларҙың иң ҡурҡыныс сағы шул үҫмерлектән сығыу осоролор. Ошо ваҡытта, беҙҙең улар менән эш иттә алмауыбыҙ арҡаһында, уларҙа яңғыҙлыҡ тойғолары, кәмһетелеү, беренсе мөхәббәттәре селпәрәмә килгән ваҡыттары һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең аңына был тормоштоң мәғәнәһеҙлеге, ә кемгәлер, киреһенсә был донъяла ҡаты булырға, үҙ теләктәрен һәм нәфселәрен өсөн көрәшергә, барыһында еңергә, өҫтөн булырға тырышыуҙар һалыналыр. Әлбиттә, беренсе типтағыларҙа, әгәр һынылмаһалар, ваҡыт үтеү менән бар саралар ҡулланып, теләгән маҡсаттарына ынтыласаҡтар...
Хәҙерге мәлдә мәктәптәрҙә эш алып барған психологтарҙан фәтүә юҡтыр, сөнки хәҙерге балаларҙың психологияһы менән эш итеү бик ауыр, уларҙы тик Ҡөръян аяттары ярҙамында ғына тынысландырып, шайтандарын ауыҙлыҡлап, әхләҡ-тәртип ҡәғиҙәләрен өйрәтеп, был донъяға ҡараштарын ыңғай яҡҡа ебәрергә була.
Ана шул, әлеге система тарафынан булдырылған өмөтһөҙлөктә, үҙенең киләсәген белер өсөн, донъяла һине нимә көтөрөн алдан һиҙемләү өсөн күрәҙәселәргә, кәрт һалыусыларға, батасыларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр итә. Ә инде көсләп үҙҙәрен яраттырыр, арбау өсөн, йәки өҙөлгән мөхәббәттәрен кире ҡайтарыу һәм йәки йәрен ташлаған кешенән үс алыу маҡсатынан, парлашҡандарҙың араларына хәсрәт ташлар өсөн, кемдәрҙер сихырсыларға мөрәжәғәт итә.
Кешенең уйы, баш эсендәге бер бикле нәмә түгел, әле бына компьютерҙә йә иһә телефондағы күҙгә күренмәгән электр сигналы кеүек интернет селтәре буйынса бар донъяны әйләһә, кешенең кисеренештәре лә шулай уҡ бар ғәләм буйлап тарала һәм һаҡлана. Кемдеңделер яҡты уйы, изге ниәте бөгөнгө көнөнә һәм киләсәгенә яҡшы тәьҫир итһә һәм башҡаларға ла файҙа килтерһә, ә икенсе берәүҙең насар уйы, боҙоҡ ниәте кемгәлер ваҡытлыса ауырлыҡтар килтереп, сәләмәтлеген ҡаҡшатып алғас, барыбер үҙенә кире ҡайта, һәм был кешенең тормошо боҙолоп, ауырыуға һалынып һәм башҡа ҡайғы-мәшәҡәттәр күрәсәк, әгәр ваҡытынан алда донъя ҡуймаһа.
Сихыр менән булышҡандар: сихыр һалам шул кешегә, тик һинең исемендән тиҙәр. Әгәр кире ҡайтһа үҙеңә булыр тип, ахмаҡтарҙы алдайҙар һәм үҙҙәрелә шул тоҙаҡҡа эләгәләр. Икеһенең дә ниәттәре сихыр менән булышыу бит, тимәк Пәйғәмбәребеҙ хәҙисенә ярашлы, бар эш ниәткә ҡарап баһалана тигәндән сығып, икеһелә Аллаһы Тәғәләнең ҡарғышына дуҫар булалар. Сөнки был сихырсылар, Аллаһы Тәғәлә тарафынан үҙҙәренә һәм кемгәлер бирелгән тәҡдирҙе үҙгәртергә тырышып, буш маташыуҙар менән булышалар.
Иң ҡурҡынысы, хәҙерге көндәребеҙҙә, барыбыҙҙа шайтан сихырында. Быны таратыусы иң көслө нәмә – матбуғат, телевизор һәм интернет саралары. Йөҙҙәрендә бер йылмайыу, ихласлыҡ, изгелек саты булмаған шайтан аҡтыҡтары: береһе еврей затынан, икенсеһе әрмәнкә һәм башҡа бысраҡ, өлкән ауыҙлылар бер туҡтауһыҙ асыу, алдау һәм ялған менән кешеләрҙең мейеһенә ағыу сәсәләр. Һәм сихырланғандар, ағыуланғандар ситтән дошман эҙләп, бар ғәйеп шуларҙан тиеп, уларға тик үлем, ҡайғы, хәсрәт теләйҙәр. Әммә иҫкәртеп, алдан был тура ла яҙҙым бит, бының язаһын аласаҡһығыҙ тиеп, бына иншаАллаһ, Аллаһ насип иткәс: тәбиғәт ғәрәсәттәре, һыу баҫыуҙар, ташҡындар һәм янғындары ла буласаҡ, былар менән генә яза сикләнмәҫ, күрәсәктәребеҙ алда әле...
Айырым кешеләргә, сихыр менән булашам тигәндәргә, интернет селтәре быны менән тулы, шул информацион саралар селтәрендә лә етәрлек һәм ҡосаҡтарын йәйеп, ҡаршы алып, һеҙҙән аҡса өмөт иткән шайтани әҙәмдәр бар боҙоҡ теләктәрегеҙҙе үтәргә ризалар. Хатта Кремль хужалары ла, үлеп ҡалған президента ҡара көстәр ярҙамына ынтылып, уларҙы хәкимлеген һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулланғандары, күпселегеҙгә мәғлүм түгелдер. Бында экстрасенстәр, ҡара һәм аҡ магия эйәләре, шамандар, киләсәкте әйтеүселәр, күрәҙәселәр һәм башҡа ен-шайтан менән эш итеүҙәре. Аҡсаларын ҡайҙа итергә белмәгәндәр, хатта Африка илдәренән дә күрәселәрҙе лә алып килгәндәре булды. Уларҙың диндарлығы әлеге Иблис менән дуҫ булыуҙа, хатта шуға яраҡлыштырып, Мәскәүҙә ҡара-ҡыҙыл төҫкә балҡыған, Иблис тамғаларын сағылдырылған хәрби храм төҙөнөләр...
Ахырзаман аҙағына Дәджәл системаһы булдырған һәм ошо боҙоҡ йәмғиәтте хуплағандар менән ни булыры билдәле инде. Уларға был донъяла ла һәм әхирәттә лә тамуҡ ғазаптары әҙерләнгән.
Баяғы миндә табылған сихыр әйберенә килгәндә, ул ошо 2000 йылдар башында эшләнгән боҙомдор. 1999 йылда өйләндем, шунан ҡатыным менән өс бала үҫтерҙек. Тормош башлап ебәреү бик мәшәҡәтле булды, бер-нисә тапҡыр үлә яҙып, ауырып алған ваҡыттарҙа булды. Арабыҙҙан шайтандар үтеп, ҡотҡо һалған мәлдәре лә булды, нигеҙһеҙ шик, шөһбә, көнләшеү, сәбәпһеҙ ярһыуҙар булды. Ошо сихырҙың ҡағылышы тейгәндер инде, әммә бал ҡортто менән мауығып, тәбиғәткә, балыҡ тоторға сығып, тыныслана торғайным. Әлхәмдүлилләһи, ҡатыным терәк булды, бер-бер артлы тыуған балаларҙа йәнгә көс бирҙе. Ул ваҡыттарҙа Аятүль Көрсине һәм башҡа сүрәләрҙе яттан белә инем, шуға Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән иманға килеп, яңы төҙөлгән мәсеткә 2010 йылда аяҡ баҫтым һәм шул йылдың көҙө уның имамы булып киттем.
Ғәиләбеҙ араһына талаш, ыҙғыш, яманлашыу ғауғаһы сығырыу ниәтенән һалынған был боҙоҡлоҡтың хужаһын Аллаһ ҡәһәрләгәндер инде. Шиктә булған сихырсылар бынан ун йыл элек донъя ҡуйҙылар. Ғәиләбеҙҙе туҙырыу ғына маҡсаты ҡуймағандарҙыр инде был бәндәләр. Малдарыбыҙҙа бик зыян күрҙе. Йыл һайын һыйырҙар һыуға, батҡаҡҡа батты, йә күтәртәме, йә иһә ҡотороу ауырыуы менән ауырып киттеләр, йәки ат тибеп үлтерәме шунда, ахырҙа бер етем быҙау ҡалып, уны ҡулға эйәләштереп, етәкләп ҡарап үҫтерәм тиһәм, бер көн һарайҙан сығарып, алға ҡыуып маташһам, ул бахыры ҡото осоп алдындағы күҙгә күренмәгән нәмәгә тексәйеп ҡатты. Миндә лә, шунда уҡ бының алдында ен заты тора тигән шик, тәнемде зымбырҙатып алды. Уҡынып, төрткөләп, ахыры быҙауҙы үләндеккә ебәрҙем. Тик ошонан һуң ул күп йәшәй алманы, һау сәләмәт, уйнаҡлап йөрөгән был мал йән бирҙе. Һарыҡтарҙа яҙҙын һыуыҡ ҡар ямғыры аҫтына эләгеп өшөнөләр, йәки бәрәстәре әллә ниндәй ауырыуҙар менән ҡырылды, тауыҡтарҙа бер йылы сирләп, ҡырылдылар.
Был һынауҙар бәлки сихыр булғандарҙыр, бәлки Аллаһының ҡазаһылыр. Малдарға һәм башҡа йән эйәләренә ҡарата беҙҙә мәрхәмәтлек юҡ бит, уларҙы ваҡытында ҡарамайбыҙ, әрләп, асыуланып ҡыуабыҙ, таяҡ-маяҡтар йыш эләгә уларға. Көтөүһеҙ, тирә яҡты бысратып, кәртә-баҡсаны емереп йөрөгәндәр әҙме? Аллаһ был насарлыҡтарыбыҙҙан тыйылырға киҫәтеп, йыл һайын йәйгеһен көтөүселәрҙе йәшен сатҡыһы менән бәреп, йәндәрен алғандары йыш булды бит. Малды сыбыртҡы менән иң һыҙырғаны шул көтөүселәр булды инде, эштәре шул булғас. Бынан тыш 90-сы йылдарҙа бар халыҡ тиерлек сусҡа көтөүҙе кәсеп итеп ебәрҙе һәм Аллаһының ҡәһәрен алды, бәлки шуның ғазабылыр.
Мәҡәләне тамалап шуны әйтем килә, сихыр һәм башҡа боҙоҡ ен-шайтан яуызлыҡтары менән булышмағыҙ, ул һеҙгә кире ҡайтыр һәм бәлә-ҡазаға дусар булырһығыҙ. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә. Сколько веревку ни вить, а концу – быть!
Сихыр: https://nazir1965.com/v%d3%99%d2%93%d3%99zd%d3%99r/sixyr.html
Сихырҙан йыраҡ булайыҡ: https://nazir1965.com/din/sixyr%d2%99an-jyra%d2%a1-bulajy%d2%a1.html