Архив метки: бола

Протест (бола һәм фетнә)

                                                  Протест (бола һәм фетнә)
     Протест — илдә билдәле бер хәлгә йәки шартҡа (ситуацияға) кире реакция. Тимәк, ниндәйҙер ваҡиға менән бәйле һәм уға һеҙҙең риза булмауығыҙ арҡаһында, һеҙҙе ниндәйҙер ғәмәлдәргә этәрә. Бында төрлө вариантлы протест белдереү формалары, хатта өндәшмәү, протестлы тауыш биреү йәки аслыҡ иғлан итеүҙә инә. Шулайтып, протест берәй ҡарар менән килешмәгәнлектән уға яуап итеп, рәсми белдереү, ризаһыҙлыҡ, киҫкен ҡаршылыҡ күрһәтеү. Пикет, митинг, демонстрация, забастовка, бойкот, автопробег – протестәрҙең тыныс төрө.
     Протест — йәмәғәт сығыштарында, митингыларҙа һәм демонстрацияларҙа сағылған ризаһыҙлыҡ йәки ҡәнәғәтһеҙлектең тыныс йәмәғәт сағылышы, ул кешенең законлы хоҡуғы булып тора. Конституцияға ярашлы был айырылғыһыҙ хоҡуҡ булып тора, һәм протест күрһәтеүселәргә ҡарата бер ниндәй ҙә ҡулға алыуҙар үткәрелергә тейеш түгел. Читать далее