Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың

                                                  Ураҙа тотһаң, гонаһтарҙан арынырһың
     Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ﷺ әйткән: «Көндәрҙең олоһо — йома көнө, ул ике ғәйет, Ғәрәфә, Ғашүрә көндәренән дә олоғораҡ. Кисәләрҙең олоһо — Ҡәҙер кисәһе, айҙарҙың олоһо — изге Рамаҙан айы». Әлхәмдүлилләһ, оло рамаҙан-шәриф айы дауам итә.
     Нимә һуң ул ураҙа? Ни өсөн беҙ уны тотабыҙ? Кемгә кәрәк ул? Беҙ ураҙаны Раббыбыҙ ризалығы өсөн тип тотабыҙ. Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәне Кәримдең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 183 сө аятында:
                                   يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا كُتِبَ عَلَيْكُمُ الصِّيَامُ كَمَا كُتِبَ عَلَى الَّذِينَ مِن قَبْلِكُمْ لَعَلَّكُمْ تَتَّقُونَ
     183. Йәә әййүһә-лләҙиинә әәмәнүү күтибә ғәләйкүмү-ссыийәәмү кәмәә күтибә ғәлә-лләҙиинә миң ҡабликүм ләғәлләкүм тәттәҡуун
     «Әй иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән үткән ҡәүемдәргә фарыз булған кеүек, һеҙгә лә ураҙа фарыз булды», — тип, ураҙаның фарызлығын белдерҙе.
     Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән Кәримдә бәндәләргә төрлөсә өндәшә. Ә был аятта, ураҙа тураһында әйткәндә: «Әй иман килтергән кешеләр», — тип әйтә, сөнки Раббыбыҙ белә: ураҙа тотоу иман килтермәгән һәм иманы зәғиф булған кешенең көсөнән килмәй. Ҡайһы берәүҙәр ваҡытым юҡ, эшем күп тип, юҡ һылтауҙы таба. Беҙ: «Ләәә иләәһә илләллаааһ Мүхәммәдүр Расүүлүллаааһ», — тип, үҙ иркебеҙ менән иман килтереп, иман кәлимәһен әйткәс, мосолман булабыҙ. Шунан һуң беҙҙең өҫтөбеҙгә иманды яҡшы белеү, биш ваҡыт намаҙ, йылға бер ай ураҙа, зәкәт, хаж кеүек фарыздар йөкләнә.

     Ураҙа — ошо фарыздарҙың береһе. Үҙен мосолман тип таныған кеше ураҙа тоторға тейеш. Сәләмәтлеге өсөн, ябығыр өсөн түгел, Аллаһы ризалығы өсөн тип. Әгәр беҙ ураҙабыҙҙы шулай тотһаҡ, Хаҡ Тәғәлә ҡабул итеп, ураҙа ғибәҙәтенән ебәрһә — ҡалғанын Раббыбыҙ Үҙе белеүсе. Әгәр беҙ сәләмәтлегебеҙҙе генә уйлаһаҡ йәки ябығыр өсөн — ауырлығыбыҙ кәмеһен тип кенә ураҙа тотһаҡ, бының файҙаһы фәҡәт донъялығыбыҙ өсөн генә була. Аллаһы һаҡлаһын! Кеше күрһен, башҡалар мине ураҙалы тип әйтһендәр өсөн генә йөрөһәк, был бигерәк тә гонаһлы. Әҙәм балаһы ике асылдан ғибәрәт. Уларҙа нәфсе бар — хайуани асыл һәм аҡыл, аң бар — фәрештәләрҙән килгән асыл. Әҙәм балаһының бөтә йәшәйеше ошо ике асылының көрәшенән ғибәрәт. Ғүмер буйы беҙҙә нәфсе менән аҡыл көрәшә. Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә, «Әт-Тин» («Инжир ағасы») сүрәһенең 4-се аятында былай тип әйтә:
                                                                                        لَقَدْ خَلَقْنَا الْإِنسَانَ فِي أَحْسَنِ تَقْوِيمٍ
     4. Ләҡад халәҡнәл-иңсәәнә фии әхсәни тәҡүиим.
     «Мин аҡыл биреп, һеҙҙе бөтә мәхлүктән өҫтөн иттем».
     Кем үҙенең аҡылы, уны менән нәфсеһен еңә алһа — ул кеше Аллаһы Тәғәлә хозурында фәрештәләрҙән дә өҫтөн булыр. Ошо сүрәнең 5-се аятында Раббыбыҙ:
                                                                                                 ثُمَّ رَدَدْنَاهُ أَسْفَلَ سَافِلِينَ
     5. Ҫүммә радәднәәһү әсфәлә сәәфилиин.
     «Мин ҡайһы берәүҙәрҙе түбәндән дә түбән төшөрөрмен», — тип әйтә.
     Был аятта нәфселәрен аҡылдарынан өҫтөн ҡуйыусылар тураһында һүҙ бара, йәғни Аллаһы Тәғәлә ундайҙарҙы хайуандан да түбән төшөрөр. Беҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙа бының миҫалын асыҡ күрәбеҙ: сусҡанан да, хайуандан да яманыраҡ булып аунап ятыусылар, балаларына, ата — әсәләренә ҡул күтәреүселәр бар. Бына был — хайуандан да түбән төшөү түгелме? Бер генә хайуан да балаһын ҡәһәрләмәй һәм үлтермәй. Бер генә хайуандың балаһы ла йәш ваҡытта ата-әсәһен ҡәһәрләмәй. Беҙ үҙебеҙҙең боҙоҡлоғобыҙ, ҡомһоҙлоҡ артынан ҡыуыуыбыҙ менән түбәндән түбән баҫҡысҡа төшәбеҙ. Әммә Аллаһының был Рамаҙан айы, ураҙа (ул ғәрәп тыйылып тороу тигәнде аңлата) тотоу беҙгә үҙебеҙҙе нәфсебеҙҙән өҫтөн икәнебеҙҙе, уны еңә алыуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Был — мосолмандар өсөн үҙ нәфселәре менән көрәшеү айы.
     Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә «Әл Ғимран» сүрәһенең 133 сө аятында:
                                   وَسَارِعُوا إِلَى مَغْفِرَةٍ مِّن رَّبِّكُمْ وَجَنَّةٍ عَرْضُهَا السَّمَاوَاتُ وَالْأَرْضُ أُعِدَّتْ لِلْمُتَّقِينَ
     133. Үә сәәриғүү иләә мағфиратим-мир-ра- ббикүм үә джәннәтин ғардуһә-ссәмәәүәәтү үәл-арду үғиддәт лил-мүттәҡиин.
     «Изгелек эшләргә, тәүбә ҡылырға ашығығыҙ, йәннәткә ашығыусыларҙан булырһығыҙ», — тип әйтә.
     Беҙ бына ошо айҙа изгелек эшләргә ашығырға тейеш. Үҙебеҙҙең күңелебеҙҙе, йөрәгебеҙҙе таҙартырға, яҡшы һүҙҙәр һөйләргә, ғәйбәткә кермәҫкә, ялғанланмаҫҡа тырышырға тейеш.
     Пәйғәмбәребеҙ ﷺ былай тип әйткән: «Кем ураҙала була тороп та ялған-ғәйбәттән туҡталмаһа — уның ас йөрөүенән бер ниндәй файҙа юҡ». Әгәр телебеҙҙе насар һүҙҙән, күңелебеҙҙе боҙоҡ уйҙан һаҡламаһаҡ, ғәйбәттән тыйыла алмаһаҡ, ураҙа тотоуыбыҙ ғәҙәти бер ас тороуға ғына ҡайтып ҡала. Уның Аллаһы Тәғәлә алдында ла, бәндәләр алдында ла ҡиммәте булмай. Сәхәр ашап, көнө буйы хәләл булған икмәк менән һыуҙан да тыйылыуыбыҙ беҙгә ураҙа тотоуыбыҙҙы иҫкә төшөрөп тороу өсөн генә кәрәк. Ураҙа икәнен иҫенә төшөргәс, кеше үҙен бөтә төр боҙоҡлоҡтан һаҡларға тейеш. Ураҙаның асылы ул — кешенең яҡшылыҡ эшләргә ынтылыуы, башҡаларға йылы һүҙ, яҡшы мөғәмәлә менән булышыуы, бүтәндәрҙе ҡайғыртыуы һәм бер-берһен ғәфү итеүе.
     Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә, «Әл Ғимран» сүрәһенең 134-се аятында:
                      الَّذِينَ يُنفِقُونَ فِي السَّرَّاءِ وَالضَّرَّاءِ وَالْكَاظِمِينَ الْغَيْظَ وَالْعَافِينَ عَنِ النَّاسِ وَاللَّهُ يُحِبُّ الْمُحْسِنِينَ
     134. Әлләҙиинә йүңфикуунә фи-ссәрраа'и үә-ддарраа'и үәл-кәәҙыимиинәл-ғайҙа үәл-ғәә- фиинә ғәни-ннәәси үә-ллааһу йүхиббүл-мүх- синиин.
     «Асыуығыҙҙы эскә алығыҙ, дошмандарығыҙҙы ғәфү итегеҙ, әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә алдында һөйкөмлө бәндәләрҙән булырһығыҙ», — тип әйтә.
     Рамаҙан айында ураҙа тотҡанда беҙ матур әхлаҡҡа, матур холоҡҡа ирешергә тейеш. Кем дә булһа берәүгә үпкәләп йөрөһә — ул кешене кисереп, уның бәхиллеген алһын.
     Хатта беҙгә әллә ниндәй насарлыҡ эшләгән кешеләр тураһында ла беҙ яҡшы ғына һүҙҙәр һөйләргә тейеш. Әгәр инде был да көсөбеҙҙән килмәһә, башҡаларҙың насар ғәҙәтен әйтмәй ҡалыу ҙа яҡшы булыр.
     Хәләл ризыҡтарҙан, эсемлектәрҙән тыйылып, телдәребеҙҙе ғәйбәттән һаҡлап, күңелдәребеҙгә пак уйҙар һалып йөрөһәк, бәлки Аллаһының рәхмәте булып, йыл буйына күңел сафлығына ирешербеҙ. Иҫтә тотайык! Мосолманға ғәйбәт һөйләү ҙә, кешегә зыян ҡылыу ҙа харам һанала.
     Рамаҙан айы — айҙарҙың солтаны, батшаһы, ул мөьмин-мосолмандарға сафланырға мөмкинлек бирә торған ай. Ҡиәмәт көнөндә әҙәм балалары яңынан ҡубарылғас, улар ас булып, һыуһап торорҙар. Беҙ был донъяла ҡайһыбыҙ егерме, ҡырҡ йыл, ҡайһыбыҙ илле, һикһән, туҡһан йыл йәшәйбеҙ. Ошо йылдар өсөн Аллаһы Тәғәлә хозурына барып, яуап бирәһебеҙ бар. Аллаһы Раббыбыҙ Ҡөръәни Кәримдә шулай тип әйтә:
                                  هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولًا فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ
     15. Һүүә-лләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһи-ннүшуур.
     «Был ерҙә йәшәгеҙ, кәсеп итегеҙ, эшләгеҙ, әммә Аллаһы хозурына бараһығыҙҙы онотмағыҙ». «Мүлк / Батшалыҡ», 67:15
     Үҙебеҙҙең Раббыбыҙ хозурына барасағыбыҙҙы Рамаҙан айында бигерәк тә йыш иҫебеҙгә төшөрөргә тейешбеҙ. Донъяла йәшәгән ҡыҫҡа ғына ғүмеребеҙ өсөн илле мең йыл Аллаһы хозурында яуап тотасағыбыҙҙы онотмаҫҡа кәрәк. Әҙәм балалары араһынан ҡайһы берҙәре ашағылары килеп, ғажиз булып ҡубаралырҙар. Шул ваҡытта Рамаҙан айы: «Йә, Раббым, бына был бәндәң мине Рама-ҙан айы тип хөрмәтләне, мине — Рамаҙан айын — муафиҡ рәүештә үткәрҙе. Башҡа кешеләр ашап-эсеп йөрөгәндә уның ирендәре һыуһауҙан ярылған ине, йөҙҙәре аслыҡтан һарғайған ине. Йә, Раббым, ошо бәндәмдең тамағын туйҙырығыҙ», — тип Аллаһынан һорар. Хаҡ Тәғәлә фәрештәләргә бойороҡ бирер: «Йә, фәрештәләрем, ошо бәндәмдең тамағын туйҙырығыҙ», — тип әйтер. Рамаҙан айында ураҙа тотҡан кешеләр ҡәберҙәренән хуш еҫ менән ҡубарылыр, фәрештәләр уларҙың тамағын туйҙырып, һорау майҙанында булған ваҡытта улар аслыҡ һәм һыуһауҙың ни икәнен белмәҫ.
     Беҙ ун дүрт-ун биш йәштәребеҙҙә балиғ булһаҡ, 75 йәшкә тиклем йәшәһәк, беҙгә 60 йыл ураҙа фарыз була. 60 йылға беҙ алтмыш ай көндөҙ ашамайынса торабыҙ, йәғни биш йыл беҙ Аллаһы ризалығы өсөн көндөҙ ашауҙан ваз кисәбеҙ. Ә Раббыбыҙ шуның өсөн Ҡиәмәт көнөндә илле мең йыл буйы мәхшәр майҙанында беҙҙең тамағыбыҙҙы туҡ итә. Әле бынан тыш беҙгә ошо ғибәҙәттәребеҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә йәннәтте лә насип итә.
     Рамаҙан айында шундай бер кисә бар, ул — Ҡәҙер кисәһе. Йома көнөндә билдәле бер сәғәттә теләгән теләк ҡабул була, ләкин кешеләр уның ҡайһы ваҡыт икәнен белмәй. Биш ваҡыт намаҙҙың береһе урта намаҙ, шулай уҡ уны ла кешеләр ҡайһыһы икәнен белмәй, ошо урта намаҙҙы үтәгән кешенең уҡыған биш ваҡыт намаҙы ла ҡабул була. Ә рамаҙан айындағы 30 көндөң береһе — Ҡәҙер кисәһе. Ҡәҙер кисе көндө ураҙа тотҡан кешенең Рамаҙан айы буйы тотҡан ураҙаһы, кәмселектәре булыуға ла ҡарамаҫтан, ҡабул булмай ҡалмаҫ. Рамаҙан айының утыҙ көнөндә лә ураҙала булһаҡ, Ҡәҙер кисәһе көндө лә ураҙа тотҡан булабыҙ. Был иһә ураҙабыҙҙы ҡабулығына, бер йыллыҡ әлеге фарызыбыҙҙың елкәнән төшөүенә Аллаһының бер рәхмәте, Раббыбыҙҙың бер хәбәре булып тора.
     Рамаҙан айында тоторға тырышыуҙың икенсе сәбәбе лә бар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ: «Рамаҙан айында ожмах ҡапҡалары асыҡ булыр, тамуҡ ҡапҡалары бикле булыр, шайтандар сылбырҙа булыр», — тип әйтелә. Тимәк, шайтандар беҙгә вәсүәсә һала алмай, Рамаҙан айында беҙгә изгелекте эшләү еңелерәк һәм был айҙа эшләгән изгелеккә сауап 700 дәрәжәлә артығыраҡ. Шуға күрә мосолмандар зәкәттәрен дә Рамаҙан айында биреп ҡалырға тырыша.
     Ҡәҙерле дин ҡәрҙәштәрем! Ошо айға ингәнбеҙ икән, уны изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек. Ҡөръән аяттары уҡыйыҡ, кино-тамашаларыбыҙҙы бер аҙға ҡалдырып торайыҡ. Хәлебеҙҙән килгәнсә мәсеткә, тарауих намаҙарына йөрөйек. Ҡәҙер кисәһендә ғибәҙәт ҡылыу — мең ай ғибәҙәт ҡылыуға тиң. Был турала Ҡөръән аяты ла бар. Мең ай ул — 83 йыл тигән һүҙ.
     Раббыбыҙ Аллаһы Тәғәлә хәйерле сәләмәтлектәр биреп, Рамаҙан айҙарыбыҙҙы ла үҙенә муафиҡ булғанса изгелектә үткәреүебеҙҙе насип итһә ине, сөнки аҡылыбыҙҙың зәкәте намаҙ булһа, сәләмәтлегебеҙҙең зәкәте — ураҙа. Сәләмәт булмаған, ауырыу кешегә ураҙа фарыз түгел. Иҫән-һау килеш изге айҙы ҡаршылағаныбыҙ икән, Аллаһы Раббыбыҙ уны изге ғәмәл-ғибәҙәттәр менән үткәреүебеҙҙе насип итһә ине.
                                                        Жәлил хәҙрәт Фазлыев, Татарстан Республикаһының баш ҡазыйы

     Нисек ураҙа тоторға?: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/nisek-ura%D2%99a-totor%D2%93a.html

Ураҙа: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a.html

Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html

     Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a%D2%93a-ni%D3%99t.html

Ураҙа айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

Ураҙа — Ҡөрьән айы: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html

Ураҙа ниәте: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-ni%D3%99te.html

Ураҙалар: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99alar.html

Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html

Ураҙа һәм һаулыҡ: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/ura%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-%D2%BBauly%D2%A1.html

Рамаҙан айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

Сәхәр ашау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/s%D3%99x%D3%99r-ashau.html

Рамаҙан айы: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajy.html

Ифтар – ауыҙ астырыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iftar-auy%D2%99-astyryu.html

     Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%99yn-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-ura%D2%99a%D2%BBy.html

 Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a%D2%93a-x%D3%A9rm%D3%99t-k%D2%AFr%D2%BB%D3%99te%D2%AF.html

Ауыҙ асыу доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html

Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html

Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html

Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html

Иғтикәфhttps://nazir1965.com/din/i%D2%93tik%D3%99f.html

Ифтар: https://nazir1965.com/din/iftar.html

Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html