время рамадана, Уфа, 2019 год

        Нисек ураҙа тоторға?

     Һaумыhығыҙ! Минең бер һорауым бар ине. Мин рамаҙан ураҙаһы тоторға ниәтләнәм, намаҙ уҡымайым. Нисек итеп  ураҙа тоторға? Ниндай доғалар уҡырға? 6 май башланамы? Ниндәй әҙерлек кәрәк?
      Бына ошондай һорауҙар миңә мөрәжәғәт итәләр. Был сайтта nazir1965.com Рамаҙан айы, ураҙа хаҡында яҙылған мәҡәләләрҙән уҡып күберәк мәғлүмәт ала алаһығыҙ.
     Хәҙер инде иң ябай күрһәтмәләр. ИншаАллаһ, Рамаҙан айы башланғас (5 май ҡояш байығас, 2019 йыл) беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ (ризыҡланабыҙ – туҡланабыҙ). Ваҡытын ошо сайтта һәм ВК (контакта, однокласниктә) ҡарап белә алаһығыҙ. Мәҫәлән: (һул яҡта таблица — сәхәр ваҡыты) 6 майҙың таңғы ваҡытында сәхәрҙең ахырғы (ашау-эсеүҙең тамамланыуы) ваҡыты 3.30 сәғәт, намаҙ ваҡыты 4.00 сәғәт. Был Өфө ваҡыты – беҙҙә, мәҫәлән: Әбйәлилдә бынан ун минут алдараҡ йәшәйбеҙ. Сәхәрҙе төнгө 01 сәғәт 30 минутта башларға мөмкин.

     Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт. Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 6 май көнө сәғәт 4 -кә тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Сәхәрҙе намаҙ ваҡытынан алда тамамлағыҙ. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙен ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк.

     Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй — иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ — ураҙаны дауам итегеҙ ҡурҡынысы юҡ. Ҡурҡынысы — һыуһап йөрөп хәлегеҙ бөтөүө ихтимал. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә — һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп.

     Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһ Тәғәлә бәрәҡәт бирә, тигән пәйғәмбәребеҙ ﷺ — кем ашамай шул сауаптан мәрхүм була сөннәтте үтәмәгәс.

     Аҙағынан ниәтләнәбеҙ инде ураҙаға. Доғаһың уҡыйбыҙ: Ғәрәбсә ошоларҙы әйтеп, тел менән ниәт ҡылыу мөстәхәб: «Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә». Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.

     Йоҡлапмы, йә башҡа сәбәп менән бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай. Ниәтегеҙҙе — рамаҙан ураҙаһын тоторға, тип әйтергә, онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә була (был хаҡта сайтта уҡығыҙ). Ниәтте лә ҡайһы бер ғалимдар айҙын башында бер әйтһәгеҙ шул ай буйына етә тейҙәр. Шуға ниәт әйтергә онотһағыҙ ҡурҡынысы юҡ. Ураҙаға тәһәрәтле булыу кәрәкмәй (тәһәрәтле йөрөү бик күп сауаптарға алып бара). Намаҙ уҡымаһағыҙҙа ураҙа тотоу Аллаһ Тәғәләнең бер әмерен үтәү була.

     Кискеһен ауыҙ асыу, йә ифтар, ҡояш байығас, киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс: 6 май айына ифтар ваҡыты 20.57 сәғәт. Ошо ваҡыт еткәс ауыҙ асабыҙ, йә иһә аҙан тауышын ишеткәндән һуң. Ауыҙҙы берәй емеш үә һыу, тоҙ йәки башҡа нәмә менән асабыҙ /бешмәгән ризыҡ менән бик хуп/. Доғаһын ҡылабыҙ: Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: «Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү». Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа. 

     Кемдәр намаҙ уҡый, ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәткә керешәләр. Намаҙ уҡып бөткәс, ризыҡланалар.

     Шуныһы ғәжәп: ниңәлер ашағы һәм эске килмәй. Үҙенде туҡ итеп тояһың. Көсләп тигәндәй ары-бире ҡапҡылап, бер-ике сынаяҡ сәй эсәһең, өсөнсөһөң көсләп тигәндәй һемерәһең. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙең: һеҙ төнө буйы ашанып сығаһығыҙҙыр, тип әйтеүҙәре лә буш һүҙ. Аллаһ Тәғәлә уларҙы ғәфү итһен. Сәхәрҙә лә шул бер аҙ ризыҡланаң инде.

     Шуныһың әйтәм тағы ла: ураҙала ниәттә булғас, йәй ваҡыттарында, эҫелә ураҙа тотоуы еңел һәм рамаҙан айы ваҡытында көндәр һалҡыныраҡ тора, шуны һиҙгәнегеҙ бармы? Мәсеттә генә ултырып яҙа тип уйламағыҙ, был көндәрҙе мин асыҡ һауала, ҡояш эҫеһе аҫтында төҙөлөштә (стройкала) үткәрәм.        ИншаАллаһ быйылда шулай булыр. Беҙгә мәсеттә ултырған өсөн бер кемдә зарплата түләмәй һәм саҙаҡа бирәбеҙ тигәндәре лә юҡ. Тик Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарында ғына бер аҙ аҡса төшә һәм әлеге-баяғы гүр хәйере. Саҙаҡалары ла мәсет тотоуға китә.

     Дауам итеп, тағыла шуны иҫкәртәм: Ураҙа байрамы көнө алдынан сәхәр ашалмай һәм ураҙаға ниәт ҡылынмай. Иртәнсәк байрамға сәй эсеп, йәки емеш ашап барырға була. Кем ниәтләһә, ул киске ахшамға тиклем ашарға тейеш түгел, ураҙаһы боҙола һәм был ураҙа нәфел ураҙаһы һымаҡ була. Боҙһа, ҡаза ҡыла инде. Байрам көндәре ураҙа тотмағыҙ тигән хәбәрҙәр бар. Былар насар эшкә һанала.

     Ары ошо биттәрҙә уҡығыҙ:

    Ураҙа: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a.html

Ураҙа байрамы һәм фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/6081.html

Ураҙаға ниәт һәм уның боҙолоу сәбәптәре: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a%D2%93a-ni%D3%99t.html

Ураҙа айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

Ураҙа — Ҡөрьән айы: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-%D2%A1%D3%A9r%D3%99n-ajy.html

Ураҙа ниәте: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99a-ni%D3%99te.html

Ураҙалар: https://nazir1965.com/din/ura%D2%99alar.html

Ураҙа ғәйете: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a-%D2%93%D3%99jete.html

Ураҙа һәм һаулыҡ: https://nazir1965.com/s%D3%99l%D3%99m%D3%99t-buly%D2%93y%D2%99/ura%D2%99a-%D2%BB%D3%99m-%D2%BBauly%D2%A1.html

Рамаҙан айының фазиләттәре: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajyny%D2%A3-fazil%D3%99tt%D3%99re.html

Ураҙа һәм Ҡорбан байрамы намаҙҙары: https://nazir1965.com/din/bajram-%D2%93%D3%99jet-nama%D2%99%D2%99ary.html

Сәхәр ашау: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/s%D3%99x%D3%99r-ashau.html

Рамаҙан айы: https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-ajy.html

Ифтар – ауыҙ астырыу: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/iftar-auy%D2%99-astyryu.html

Ҡатын-ҡыҙҙарҙын намаҙы һәм ураҙаһы: https://nazir1965.com/din/%D2%A1atyn-%D2%A1y%D2%99%D2%99ar%D2%99yn-nama%D2%99y-%D2%BB%D3%99m-ura%D2%99a%D2%BBy.html

Ураҙаға хөрмәт күрһәтеү: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/ura%D2%99a%D2%93a-x%D3%A9rm%D3%99t-k%D2%AFr%D2%BB%D3%99te%D2%AF.html

Ауыҙ асыу доғаһы: https://nazir1965.com/do%D2%93alar/auy%D2%99-asyu-do%D2%93alary.html

   Рамаҙан байрамы хөтбәһе һәм доғалары: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-bajramy-x%D3%A9tb%D3%99%D2%BBe-%D2%BB%D3%99m-do%D2%93alary.html

   Фитыр саҙаҡаһы: https://nazir1965.com/din/fityr-sa%D2%99a%D2%A1a%D2%BBy.html

   Рамаҙан ғәйете вәғәҙе: https://nazir1965.com/v%D3%99%D2%93%D3%99zd%D3%99r/rama%D2%99an-%D2%93%D3%99jete-v%D3%99%D2%93%D3%99%D2%99e.html

   Иғтикәф: https://nazir1965.com/din/i%D2%93tik%D3%99f.html

   Ифтар: https://nazir1965.com/din/iftar.html

   Рамаҙан аҙағы һәм Ҡәҙер кисе:https://nazir1965.com/din/rama%D2%99an-a%D2%99a%D2%93y-%D2%BB%D3%99m-%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html

   Ҡәҙер кисе: https://nazir1965.com/din/%D2%A1%D3%99%D2%99er-kise.html