Архив рубрики: Ғибрәтле ҡиссалар, хикәйәттәр, вәғәздәр

Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында

                                Л. Н. Толстой: Ялған патриотизм хаҡында
     Беҙ Лев Николаевич Толстойҙы «Война и мир» китабынан, башҡортса «Һуғыш һәм солоҡ» тигән әҫәренән яҡшы беләбеҙ. Бик күренекле һәм билдәле яҙыусы башҡорттар араһында бер нисә тапҡыр була.Үткән быуаттарҙағы Ҡырым һәм Кавказ һуғышы ветераны Лев Толстойҙың тағы ни әҫәрҙәре бар һуң? Шул замандағы ялған патриотизм тураһындағы һәм 125 йылдан күберәк ваҡыт үтеп, бөгөнгө көндәргә тиклем үҙ актуаллығын юғалтмаған яҙмалары менән бик һирәктәргә таныштыр. «Христианство и патриотизм»(1893—1894 гг.), «Одумайтесь!» (1904 г.), «Патриотизм и правительство» (1900) яҙмалары менә кем таныш? «Письмо к либералам», «Письмо к фельдфебелю», «Не убий» тигән мәҡәлдәре менән?
     «Беҙ упҡынға табан тиҙлекте артырҙыҡ һәм туҡтай алмайбыҙ һәм шунда осабыҙ... Беҙ бер нисә тиҫтә иң әхлаҡһыҙ, хәйләкәр, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан кешеләр менән идара ителәбеҙ. Был кешеләргә буйһоноу мыҫҡыллы һәм кәмһетеүле, улар беҙҙең күҙ алдында төрлө әшәкелектәр һәм яманлыҡтар менән юғары урындарға сығып, власты баҫып алған», – тип яҙа Толстой.
     Лев Толстой: «Халыҡҡа ҡурҡыныс янай тип ышандырғас, хөкүмәт уларҙы үҙенә буйһондора». Ҡол итә, тип яҙа ул. Аҫтағы мәҡәллә өҙөктәре Лев Толстойҙың «Христианство и патриотизм» китабынан алынған. Уны ул 1893 йылда яҙа һәм цензура арҡаһында тыйылып тик 1906 йылда китапҡа баҫтырыла һәм уны баҫтырған редакторға суд эше ҡуҙғатыла.

     Ил һөйөү имандан, үҙ илендең тоғро патриоты бул тип, юҡ — бар нәмәләр уйлап яҙыу иманлы мосолман кешеләре эше түгел. Аллаһ бар донъяны һәм халыҡты бер тигеҙ итеп яратты һәм бер-беребеҙгә, бер милләткә лә, бер дәүләткә лә өҫтөнлөк бирмәне. Был тигеҙлекте боҙорға тырышыусыларҙы Аллаһ Тәғәлә асыуы менән ергә күтәреп бәрер, шулай һәр саҡ булды һәм тиҙҙән шул хәл йәнә ҡабатланасаҡ. Читать далее

Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?

                                                Ҡайҙа хаҡлыҡ, ҡайҙа ялған?
     Нәҡшбәндийә тәриҡәтенең әүлиә Шәйех Мөхәммәт Нәзим әл-Хаҡҡани әр–Раббани тарафынан һөйләнгән вәғәҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға. Уның улы әүлиә Шәйех Мехмет хәҙрәт Кипр утрауында йәшәй. Ул беҙҙең тарафҡа ике тапҡыр килеп ҡайты. Был вәғәҙҙең эстәлеге бөгөн илдә барған болғанышты аңламаған иманлы, үҙҙәрен мосолман тигән әҙәмдәргә бик ҡағыла. Мөфтийҙәргә тиклем һаҙлыҡҡа батып, ялғанды хаҡ итеп, дөрөҫлөктө алдашыу тиеп, ысынбарлыҡта үҙ вазифаларын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан һәм был ҡырылышта һәләк булған аңһыҙҙарға йәннәт булырмы? Нисек улар бер туҡтауһыҙ ил башы ауыҙынан сыҡҡан тиҫтәләрсә ялғанды, алдаҡсы һүҙҙәрҙе Ҡөръәнгә, Аллаһыға һылтанып аңлатыр? Йә мөьмин мосолман ҡәрҙәш, 20 йылдан ашыу алдаҡсы ауыҙынан сыҡҡан һәм бөтә донъя ишеткән йөҙ тиҫтәләрсә ялғанды аҡлай алаңмы? Йәшәгән донъябыҙ яҡшырып ҡалды тиеңме? Шулай итеп  хаҡлыҡты  фани донъя рәхәтлегенә һатыңмы, Аллаһ Тәғәләгә ҡаршы сығып? Читать далее

Ләғнәт

                                                             Ләғнәт
     Ләғнәт, рәнйетеү, мыҫҡыл итеү, һүгеү, әрләү һәм ҡәһәрләү элек-электән кешеләр араһында нәфрәттең һәм күрә алмаусанлыҡтың иң киҫкен сағылышы тип һанала, һәм ҡайһы берәүҙәр уларҙы кешеләргә йәки ваҡиғаларға ҡарата кире мөнәсәбәтен күрһәтеү өсөн ҡуллана. 
     Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ләғнәт менән мыҫҡыл итеү араһында айырма бар. Ислам динендә мыҫҡыл итеү тыйыла. Лексика һүҙлеге йәһәттенән ул әрләү, һүгенеү, хурлау һәм яманлау (хула) тигәнде аңлата (3). Зөбәйҙә былай тип яҙа:" Мыҫҡыл итеү — һүгенеү, әрләү һәм хурлау " («Таджәль-арус», 2 т. 63 бит). Ибн Манзур шулай уҡ былай тип яҙа: «Мыҫҡыл итеү — оятһыҙ һүҙҙәр, улар яла яғыу кеүек түгел („Лисан әль-араб“, 12 т., 318 бит). Тарихи былай тип яҙа:» Кәмһетеү — берәй нәмәне минустар һәм етешһеҙлектәр аша һүрәтләү " («Маджма' аль-бахрейн», т. 6, 70 бит). Читать далее

Рамаҙан айында ураҙа

                                                              Рамаҙан айында ураҙа
     Аллаһтың тәҡүәле ҡолдары нәсихәте китабынан.
     Шәйех Мәүләнә әйтә:
     «Изге Рамаҙан айы етте. Күктән рухи аҙыҡ төшһөн өсөн, матди ризыҡтан баш тарт. Был айҙа рухиәтең өсөн табын ҡорола. Был — йөрәктәребеҙҙе тәнебеҙ гонаһтарынан арындырыу һәм уны Илаһи һөйөү һәм иман менән һуғарыу айы».
     [Барса маҡтауҙарыбыҙ беҙҙе изге Рамаҙан айына ҡәҙәр йәшәткән Аллаһу Сүбхәнәһү үә Тәғәләгә. Изге Рамаҙан — шәфҡәткә һәм бәрәкәттәргә күмелгән ай. Рухи ҡиммәттәр тиреү өсөн иң уңдырышлы ай был. Был ай — Аллаһу Тәғәләнең Мөхәммәт Мостафа (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) өммәтенә махсус бүләге. Был ай — ихлас мөьминдәр өсөн Илаһи бүләктәр хазинаһы. Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) әйтә:
     «Әгәр Аллаһ ҡолдары Рамаҙан айының хәкиҡи ҡиммәтен белһә, өммәтем уның йыл буйы дауам итеүен теләр ине». (Хәйсәми, т. III, стр. 141) Читать далее

Зекер (Аллаһты зекер итеү)

                                                  Зекер (Аллаһты зекер итеү)


     Изге Ҡөръән Кәрим китабының «Әл-Әхзаб»сүрәһенең 41-42 аяттарында Аллаһ Тәғәлә: «Һеҙ Аллаһыны һәр бер эшегеҙҙә зекер итегеҙ. Һеҙ Аллаһыны күп зекер итеү менән бойоролғанһығыҙ, кис һәм төндәрҙә зекерҙә булығыҙ», – тигән. Әбйәлил ауылдары мәсеттәрендә башҡалар коронавирус ауырыуы һылтауы менән бикләнеп ятҡанда был зекерҙәр туҡтаманы. Хатта муллалар араһында был ауырыу булманы тиерлек, Аллаһыға шөкөр. Үткән аҙнала Аллаһ Тәғәләнең ризалығына, бәрәҡәтенә үә ниғмәтенә өмөт итеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ һәм киләһе һынауҙарға сабырлыҡ күрһәтергә насип итһен тип, мосолмандар кесе йома зекеренәТаштимер ауылы мәсетенә йыйылдылар. Читать далее

Белем һәм ғилем

                                                            Белем һәм ғилем
     Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Илдең, милләттең алға барыуы алған ғилемгә, уны тейешле файҙаланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта алған белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, бигерәктә Ислам дини әхләге яғынан, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд сөннәте яғынан рухландырырға тейеш.
     «Мотлаҡи дини белем» тигән төшөнсә бар, үҙен мосолман тип һанаған кеше, һис шикһеҙ, хәйерле ғилемгә эйә булырға тейеш. «Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығармаҫ» өсөн, теоретик һәм рухи ғилемеңде тулыландырыу, иманыңдан яҙмаҫ өсөн алған ғилемеңде тормошта дөрөҫ файҙаланыу мөһим. Хәҡиҡәткә, игелеккә саҡырыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе әхүәле рухиәбеҙ офоҡтарына туранан-тура бәйле, тимәк ғилемебеҙҙе, офоҡтарыбыҙҙы киңәйтергә кәрәк. Читать далее

Бала төшөрөү (аборт)

                                                 Бала төшөрөү (аборт).
     Әсә ҡарынында ятҡан баланы төшөрөү, икенсе төрлө әйткәндә абортты хәҙерге заманда бер ауырыу органды, миҫалға: шешкән һуҡыр эсәкте ҡырҡып алыу ташлау һымаҡ күрә күрә башланылар. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар уның сәләмәтлеккә ниндәй ҙур зыян килтереүе тураһында ла, йәмғиәттебеҙҙә, бигерәктә динебеҙҙә хупланмаған ғәмәл булыуы тураһында уйламайҙар ҙа. Ә бит бала төшөрөүҙе диндәр ҙә тыя. Исламда был оло гонаһ һанала. Сөнки бала төшөрөү – был донъяға тыуып, йәшәргә теләгән балаға, ҡаршы енәйәт ул, нисек инде йөрәген аҫтында йәнәшә типкән кескенә йөрәкте үлтерәһең?
     Әгәр ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалһа, тыуасаҡ сабыйы өсөн доға ҡылып, уны көтөргә кәрәк. Кемдер буласаҡ баланан ҡотолорға теләй, ә шул уҡ ваҡытта күпме ҡатын-ҡыҙ бала табыу һәләтенән мәхрүм? Донъябыҙҙа күпме ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай илай. Улар барыһын да бирер ине, ә бала юҡ. Ошо шатлыҡ өсөн был бәхетһеҙҙәр бөтә донъяһын бирергә әҙерҙәр, әсә булырға теләйҙәр. Улар әсә булыу тураһында хыяллана, бәпестәрен күкрәктәренә ҡыҫып, яратып, үбәһеләре килә. Ошо абортҡа барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бәләкәй генә бәпесте ҡулына алып, иркәләһе, кескенә генә ҡулдарынан үбеп, үҙ балаһының еҫен тояһы килмәне микән? Донъяға ауаз да һалмаған баланы нисек инде юҡ итеп була? Тормош булғас, төрлө осраҡтар була, төрлә һынауҙар, ҡаршылыҡтар килә, һүҙ ҙә юҡ. Ләкин, яуаплыҡтан ҡурҡып ҡына кеше ғүмерен өҙөү дөрөҫ түгел һәм был хаҡта бер аҙ уҡып китәйек. Читать далее

Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт

                                         Өсө-етеһе-ҡырҡы, Нурмөхәмәт хәҙрәт
     Мәрхүм-мәрхүмәләр рухына өсөн-етеһен-ҡырҡын уҡытыу тураһында ҡәҙерле, хәҙер инде мәрхүм Нурмөхәмәт хәҙрәтебеҙ нимә әйткән ул. Әйҙәгеҙ тағын хөрмәтле мөфтиебеҙ Нурмөхәммәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндең «Иман – күңел көҙгөһө» китабын ҡарайыҡ. Ул яҙа:
     Әл-хәмдү лил-ләһ, динебеҙҙә баҡыйлыҡҡа күскәндәргә хәйер биреү ҙә бар. «Мәрхүмдәрҙең рухы килә, көтөп тора», — тип беҙ бәләкәй саҡта ла әсәйҙәр, өләсәйҙәр хәленән килгән миҡдарҙа хәйер бирә торғайны.
     Исламда мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп һуңғы юлға оҙатыу, өсөнсө, етенсе, ҡырҡынсы көнөн, йыллығын үткәреү, унан һуң да иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, ҡайғы уртаҡлашыу булһа, икенсе яҡтан мәрхүмдең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы булып әйләнеп ҡайта.
     Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәйерҙе аҡса биреү тип кенә аңларға ярамай. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеү, йылмайып күрешеү, хәлде һорашыу, иман йорттары төҙөшөү — барыһы ла хәйер ул. Уларҙың барыһынан да бәрәкәт килә. Читать далее

Үлем тураһында

                                                               Үлем тураһында
                                                                 الَّذِي خَلَقَ الْمَوْتَ وَالْحَيَاةَ لِيَبْلُوَكُمْ أَيُّكُمْ أَحْسَنُ عَمَلًا وَهُوَ الْعَزِيزُ الْغَفُورُ
     «Әлләҙии халәҡаль-мәүтә үәл-хәйәәтә лийәблүүәкүм әййүкүм әхсәнү ғәмәләү-үә һүүәл-ғәзиизүл-ғафуур».
     "Кемдең яҡшыраҡ (изге) эш эшләгәнен һынар өсөн Ул үлем менән тереклекте булдырҙы. Ул олуғ, ярлыҡаусан « („Мөлк“ сүрәһе, 2 аят).
     Хөрмәтле дин ҡәрҙәштәрем!
     Бөгөн беҙ ахирәткә илтә торған юл тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Был юлдың фани донъяла уҡ башланыуын әйтәһем килә. Уны ике төргә бүлеп ҡарарға була:
     а) ҡыҫҡа юл,
     б) оҙон юл.
     Ҡыҫҡа юл тураһында Аллаһы Тәғәлә Ҡөръән-Кәримдә шулай тип әйтә:
                                                    هُوَ الَّذِي جَعَلَ لَكُمُ الْأَرْضَ ذَلُولًا فَامْشُوا فِي مَنَاكِبِهَا وَكُلُوا مِن رِّزْقِهِ وَإِلَيْهِ النُّشُورُ
     «Һүүәл-ләҙии джәғәлә ләкүмүл-арда ҙәлүүләң фәмшүү фии мәнәәкибиһәә үә күлүү мир-ризҡиһи үә иләйһин-нүшуур».
     »Ул — Аллаһ, һеҙгә ерҙе йөрөргә уңай ҡылды, ул ерҙең елкәһендә йөрөгөҙ, теләгән ерендә йәшәгеҙ, үә ул ерҙең ризыҡтарын ашағыҙ, хатта үлгәндән һуң терелеп Аллаһ хозурына барасаҡһығыҙ" (Мөлк" сүрәһе, 15-се аят). Читать далее

Яңы йыл

                                                     Яңы йыл
     Һәр йыл аҙағында Яңы йыл көнөн ҡаршылау еттә башлаһа, ҡайһы бер үҙҙәрен мосолманға һанаған кешеләр араһында ыҙғыш-талаш китә, Яңы йылды байрам итергәме һуң тип? Бында нимәлә проблема, мәсьәлә? Иҫке йылдың һуңғы айының көндәре бөтөп Яңы йыл, яңы ай башлана. Яңы йылдың мосолман диненә бер бәйләнеше лә һәм ҡыҫылышы ла юҡ. Беҙ барыбыҙҙа католиктарҙың Григориа́нский календа́ры буйынса йәшәйбеҙ. Ошо календарҙан файҙа күреп, бар ғүмерен шуға бәйләгән сәләфит-ваххабиттар яңы йылды биҙғәт (диндә яңылыҡ) тип, ә был католиктар календары менән йәшәүҙе ни эшләп биҙғәт күрмәйҙәр икән, ни эшләп бар эштәренә ошонан хисап алалар? Хатта Сауд Ғәрәпстаны ла 2016 йылдың 1 октяберенән ошо календарҙа. Был барған хисаптан (календарҙан) беҙ бер нисектә ҡотола алмайбыҙ. Бар тормошобоҙ, эшебеҙ, йәшәйешебеҙ шуға бәйләнгән – сәғәте, минуты менән. Ҡулыбыҙҙағы сәғәт-смартфонда, ашау-эсеүҙә, йоҡларға-торорға еткән ваҡытыбыҙҙа. Ә ваҡытыбыҙ әйләнеп торған минут-сәғәт-көн-төн ай һәм йыл иҫәбенә бәйле. Теләмәһәктә-теләһәктә яңы йыл көнө бер мәле киләсәк иншаАллаһ, әгәр Аллаһ Тәғәлә беҙгә көнөн насип итһә. Һәр йәшәгән сәғәт-көнөбөҙ-йылыбыҙ ҡәбергә, һорау алынасаҡ Ҡиәмәт көнөнә яҡынайыу өсөн хисап ул. Читать далее