Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы
Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Валиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы. Көнбайыш һәм Төньяҡ Төркөстан». 1-се өлөш (Әхмәтзәки Вәлиди Туған. — Өфө: Китап, 2014. — 276 бит.) китабын уҡырға тәҡдим итәм. Зәки Вәлидинең «Башҡорттар тарихы» китабында уҡып һәм был китап менән сағыштырып фекер итә башлаһаҡ: Башҡорттарҙың урыҫ дәүләтенә «үҙ ирке» менән ҡушылыуына шик тыуа. Башҡорттың бер өлөшө «үҙ ирке» менән етәкселәре арҡаһында ҡушылһа (Рус воеводалары башҡорт һәм татар мырҙаларын рус дворяндары синыфына алыу, башҡа бейҙәрҙе һәм тархандарҙы ла төрлө кейем һәм дәрәжә менән бүләкләү юлы менән ҡулдарында тотоу сәйәсәте алып барҙы). Икенсе башҡорт өлөшө урыҫ хакимлығын Рәсәй алып барған бер туҡтауһыҙ һуғыштары арҡаһында еңелеп ҡабул итһә, өсөнсө өлөш башҡорттар сит яҡтарға ҡасып, күсеп китергә мәжбүр була.
Рус баҫып алыуына ҡаршы был тиклем оҙаҡ һәм ныҡышмалы, аяуһыҙ көрәшкән башҡа һис бер ҡәүем һәм һис бер төрк ҡәбиләһе юҡ. Был күтәрелештәрҙең күплеген, оҙайлылығын һәм көсөргәнешлелеген күҙ уңында тотоп, рус тарихсыһы Дубровин башҡорттарҙы «рус хакимиәтенең көнсығыштағы иң дәһшәтле дошманы» тип баһалаған. Читать далее
Архив метки: Зәки
Зәки Вәлиди «Бөгөнгө Төркөстан»
Зәки Вәлиди «Бөгөнгө Төркөстан»
Ҡәҙерле уҡыусым һеҙҙең иғтибарға Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Бөгөнгө Төркиле Төркөстан һәм яҡын тарихы» китабынан (2-се өлөш) бер өҙөк тәҡдим итәм. Зәки Вәлиди был китабында урыҫтар үҙ «бөйөк» сәйәсәтең, мәҙиәнәттең, телен һәм башҡаһын нисек икенсе милләттәр араһына таратып, уларҙы баҫып алып «урыҫ тәртибен» урынлаштырыуы тураһында. Был «бөйөк урыҫ именлеге» бөгөнгө көндә беҙҙе ни хәлгә алып килеп еткергәнен күптәр аңлар, әгәр баштарынан ялған инаныуҙарын алып ташлап үҙ алы фекер йөрөтә алһалар.
Зәки Вәлиди ысынбарлыҡта бөгөн беҙҙең һәм башҡа милләттәр менән ни булырын күҙалап яҙған. Бөйөк урыҫ мәҙәниәтенең тәьҫирендә булған халҡыбыҙ, хатта балалар баҡсаһына йөрөгән бәләкәй балаларыбыҙ урыҫтар һымаҡ һүгенеп һөйләшеп йөрөүен, ә өлкәндәренең ата-әсәләре менән гел урыҫ телендә аралашып, урыҫ һүгенеүҙәрен ҡушып һөйләшкәндәрен күрәбеҙ. Бындай бирелгән тәрбиә арҡаһында ата-әсәгә, өлкәндәргә, хатта үҙ-ара ҡатнашҡан туғандарға һәм башҡа халыҡҡа хөрмәт юғалып улар дошманға әйләнде. Читать далее